Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Рухиәттән матди табыш көтөп булмай
Башҡорт телендә сыҡҡан гәзиттәр менән уҙған быуаттың 50-се йылдарынан алып дуҫмын. Өйгә “Ҡыҙыл Башҡортостан” (хәҙерге “Башҡортостан”) һәм “Ҡыҙыл Байраҡ” (хәҙерге “Хәйбулла хәбәрҙәре”) килһә, күмәкләп йыйыла, ҡайһы саҡта ҡысҡырып уҡыуҙар ойоштора инек.

Ул осорҙа гәзит ауылды илебеҙ, хат­та киң донъя менән бәйләүсе лә булды, сөнки Таңатарҙа радио 1954 — 1955 йылдарҙа ғына һөйләй башлаһа, теле­визорҙы урындағы халыҡ 60-сы йылдар аҙағында ғына күргәндер. Гәзиттең тартыу көсө нимәлә булды икән? Уны уҡып, республика тормошон беләбеҙ, төрлө фәһемле, ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, өр-яңы әҙәби әҫәрҙәр менән танышып кинә­нәбеҙ. Ул ваҡытта гәзиттәрҙең тиражы ҙур ине, сөнки һәр өйҙә алдырҙылар.
Бөгөн иһә гәзит-журнал тираждары­ның бик ныҡ кәмеүен техник прогресс, йәғни электрон сараларҙың күбәйеүе, менән аңлатырға тырышалар. Хикмәт, минеңсә, унда ғына түгел. Бөтә кеше лә (бигерәк тә оло йәштәгеләр) Интернет аша гәзит уҡып ултырамы ни?!
Әлбиттә, хәҙер мәғлүмәт сығанаҡ­тары күп. Радио, телевидение, Интернет кешене гәзит-журнал, китап уҡыуҙан алыҫ­лаштыра. Ләкин ҡулға тотоп уҡыу­ҙың үҙ ләззәте, тыныслығы, тәме бар бит. Бер миҫал. Минең Өфөләге таныштарым араһында ғалим-иҡтисадсы һәм медицина фәндәре докторы бар. Улар менән йәнәш йәшәгәс, йыш осрашам, һәр күрешкәндә милли баҫмалар тура­һында һүҙ сыҡмай ҡалмай. Күрше­лә­ремдең тәүгеһен бары тик иҡтисад мәсьәләләре, икенсеһен һаулыҡ һаҡлау өлкәһе генә ҡыҙыҡтыралыр тип уйла­һағыҙ, төптө яңылыш булыр. Был ағайҙарыма милли рухиәткә ҡағылышлы бөтә нәмә лә яҡын. Улар халыҡ тормошо менән йәшәй, тип әйтеү генә аҙ. Мил­ләтебеҙ киләсәге тап бөгөнгө милли мәғариф, мәҙәниәт һәм матбуғат хәл­дәренә туранан-тура бәйле икәненә төшөнөп хафалана ағайҙарым. Улар баш ҡалабыҙҙа күптән йәшәһә лә, башҡортса таҙа һөйләшә, бер ваҡытта ла милли матбуғаттан айырылғандары булманы. Улай ғына ла түгел, баҫма­лар­ҙа һуңғы арала ниҙәр хаҡында яҙылғанын да яҡшы беләләр. Бына ошондай сифаттар йәшәтәлер ҙә инде ысын халыҡ улдарын...
Күпме генә өгөтләһәң дә, әгәр кеше­нең күңелендә милли һыҙат юҡ икән, ул үҙенең туған телендә сыҡҡан гәзит-журналға яҙылмаясаҡ. Әгәр ҡайһы бер түрәләр һымаҡ: “Һыуға батып барыу­сыны ҡотҡарыу – уның үҙенең эше” тип кенә ҡарайбыҙ икән, өгөтләүҙән бер ниндәй ҙә файҙа булмаясаҡ.
“Дәүләт ярҙамынан тыш беҙгә йәшәү мөмкин түгел... Бындай заманда милли баҫмаларҙы дәүләт хәстәренән тыш һаҡлап ҡалып булмаясаҡ. Рухиәттән һумлап иҫәпләнгән табыш көтөп булмай. Бөгөнгө йәш быуынды рухи тәрбиә­ләү илдең, милләттең киләсәк яҙмышын билдәләйәсәк”, – тигәйне Башҡортос­тан­дың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең “Кызыл таң” гәзитенә биргән интервьюһында (2015 йыл, 5 сентябрь). Бик тапҡыр әйтелгән был һүҙҙәр уйға һала. Дәүләт кем һуң? Дәүләт ул – ха­лыҡ, беҙ. Халыҡ булмаһа, дәүләт тә юҡ. Шулай икән, әйҙәгеҙ, күмәкләп ярҙам итә­йек милли баҫмаларыбыҙға! Ҡотҡа­райыҡ матбуғатыбыҙҙы, тиражын үҫте­рәйек! Тик... ул “дәүләт ярҙамы” тигәнең дә “Ашығыс ярҙам” машинаһы түгел бит әле. “Дәүләт ярҙамы” тигәндә хөрмәтле Рауил Төхвәт улы халыҡты ғына түгел, хөкүмәт ярҙамын да күҙ уңында тотҡан­дыр бит. Ә ниңә был осраҡта ла рес­пуб­ли­каның һәр ауыл, ҡала ха­ки­миәт­тә­ренә, мәҙәниәт усаҡтарына, китапханаларға, балалар баҡсаларына, мәктәптәргә финанс ярҙамы күрһәтеп, уларҙы бөтә милли баҫмаларға ла яҙҙырмаҫҡа?!
Әҙәбиәт йылында миңә лә байтаҡ ра­йонда осрашыуҙа ҡатнашыу насип бул­ды. Беҙҙең, әҙиптәрҙең, ҡайҙа барһаҡ та, һәр ваҡыт иң тәүҙә күҙе төшкән нәмә – матбуғат баҫмалары. Ҡайһы бер ауыл китапханаларында, мәктәптәрҙә, мәҫәлән, “Шоңҡар” йә “Ағиҙел” журналдарын алдырмағандарын беҙ килмә­йен­сә белмәгән етәкселәрҙе лә осраттыҡ.
Әгәр ошондай ойошмаларҙың һәр ҡай­һыһында милли баҫмаларыбыҙ мот­лаҡ алдырылһа, гәзит-журналға яҙы­лыу­ҙың яртыһынан күберәген тәьмин итер ине улар. Был, исмаһам, ысын мәғәнәһендә дәүләт кимәлендәге аныҡ ярҙам булыр.
Бер-беребеҙҙе өгөтләп кенә матбу­ғатты тергеҙеп булмаясағы көн кеүек асыҡ. Был тәңгәлдә юғары кимәлдә махсус саралар күрелмәһә, “Әллүки”, “Аҡ­буҙат”, “Аманат”, “Йәншишмә”, “Толпар”, “Шоңҡар”, ”Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Бельские просторы” кеүек баҫмаларыбыҙ юҡҡа сығасаҡ. “Теле юҡтың – иле юҡ, иле юҡтың — көнө юҡ”, тип юҡҡа ғына әйтмәгән бөйөк аҡыл эйәләре.
Һүҙемде “Хәтер ташы” тигән шиғы­рым менән тамамлайым. Хәйерлегә булһын.



Автор: Ҡәҙим АРАЛБАЙ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Еңеү көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш бара...

Тотош уҡырға 2

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды

Еңеү көнө алдынан баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе асылды 08.05.2026 // Йәмғиәт

Күргәҙмә 8 һәм 9 майҙа байрам саралары тамамланғансы эшләй....

Тотош уҡырға 3

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте 08.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөнөң Совет майҙанында өсөнсө тапҡыр «Еңеү вальсы» акцияһы үтте...

Тотош уҡырға 2

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә 08.05.2026 // Йәмғиәт

Аҙна һуңында Ерҙә геомагнит әүҙемлек көсәйә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара

Башҡортостанда 8 майҙа эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара 08.05.2026 // Йәмғиәт

Байрамдарҙан һуң республика халҡын ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә....

Тотош уҡырға 2

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар

Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар 07.05.2026 // Йәмғиәт

[isimage=thumb][/isimage]Йырсы Адель Шәйхетдиноваға тәҡдим яһағандар...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде

Башҡортостанға «Александр Бенуа» теплоходы килде 07.05.2026 // Йәмғиәт

Туристар Түбәнге Новгородтан сәйәхәткә сыҡҡан....

Тотош уҡырға 1

Миҙгел башынан республикала 1347 кеше талпандарҙан зыян күргән
Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр 07.05.2026 // Йәмғиәт

Яҡташыбыҙға башҡорт тирмә-музейын асырға ярҙам иткәндәр...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана

Башҡортостанда эҫе һауа торошо һаҡлана 07.05.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы һәм йәшен йәшнәүе ихтимал....

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде 06.05.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә «Юрий Никулин» теплоходы килде...

Тотош уҡырға 1


Комментарий өҫтәргә