Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яңы Вавилон, йәки Европаның һәләкәте
Яңы Вавилон, йәки   Европаның һәләкәте “Хәсрәт һиңә, Вавилон, ҡеүәтле ҡала!” – Тәүраттағы был һүҙҙәр һәм уға бәйле ваҡиғалар күптәргә таныштыр. Аҙғынлыҡ һәм гонаһ һаҙлығына батҡан ҡала ла, уның юлдан яҙған боҙоҡ халҡы ла Раббы тарафынан юҡ ителгән. Бөгөн дә бөтөн донъяла күҙәтелгән хәл-ваҡиғалар шул ярым мифик күренештәр менән ауаздаш кеүек. Тик уларҙың ҡоласы ғына күпкә киңерәк. Вавилон ролендә иһә – Ҡушма Штаттарҙың ҡуштаны Европа. Ике яҡтан да океан менән һаҡланған, тотош материкты тиерлек биләгән Америка рәхәтләнеп үҙенең шарт-талаптарын ҡуя.

Европаның бөгөнгө хәленән һис кенә лә көнләшерлек түгел. Әйткәндәй, Европа союзын тө­ҙөү ҙә баштан уҡ ошо ерҙәге дәү­ләт­тәр иҡтисадының ин­те­гра­цияһына, донъя һу­ғыш­тары кеүек ҡанлы низағ­тарҙы ҡабатламауға йүнәлтелә. Ниәт­тәр изге лә... Тик һәр миҙал ике яҡлы тигән­дәй, был ғәмәлдең дә ыңғай һәм кире яҡтары бар. Иҡтисади интеграция һөҙөм­тә­лелекте арттырыуға килтерһә, рухи үҫеш йомғаҡтары әллә ни ҡыуандырмай.
Белеүебеҙсә, быуаттар буйы быуындан быуынға күсә килгән үҙенсәлекле мәҙәниәт кенә әх­лаҡ сығанағы була ала. Мәҫә­лән, әүәл-әүәлдән бер генә этно­территориаль төркөм йәшә­гән ауылдарҙа мәҙәни кимәлдең юғары булыуы, милли йолалар­ҙың, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең йәшәүе, тыныслыҡ һәм татыулыҡ тантана итеүе билдәле. Ә мил­ләт­тәр, ҡатламдар ҡушылған би­лә­мәләрҙең, киреһенсә, әҙәп­һеҙ­лек, аҙғынлыҡ террито­рияһына әүерелеүе берәүгә лә сер түгел. Төрлө ашамлыҡтарҙы бер тәрилкәгә һалып бутаһаң, тәмле ризыҡ килеп сыҡма­ғандай, йәмғиәттәге күп төрлө­лөктән бер төрлөлөк уҡмаш­тырыуға маташыу ҙа кире һөҙөмтәгә дусар, сөнки һәр кешенең, һәр халыҡтың, милләттең үҙ иманы, донъяға, тормошҡа үҙ ҡарашы бар.
Яңы Вавилон, йәки   Европаның һәләкәтеҠасандыр колонизатор-кон­кис­тадор­ҙар, урындағы аҫаба халыҡты тулыһынса тиерлек юҡ итеп, Америка ҡитғаһын баҫып алған. Һөҙөмтәлә американдар тип аталған милләт барлыҡҡа килгән. Кем булған һуң был колонизаторҙар? Авантюристар, ялҡауҙар, енәйәтселәр, ҡыҫ­ҡаһы, океан аръяғына бәхет эҙ­ләп юлланған йыйын әтрәғәләм. Әлбиттә, Америка халҡының ҡаҙаныштарын бөтөнләй юҡҡа сығарыу ҙа дөрөҫ булмаҫ. Улар араһында танылған шәхестәр, яҙыусылар, ғалим­дар, дәүләт эшмәкәрҙәре лә аҙ түгел. Әммә был дәүләттең рухи һәм әхлаҡи ярлылығы ла, үҙенең хәүефле йоғон­тоһон, маҡсатҡа ярашлы, бөтөн донъяға таратырға тырышыуы ла күптән инде сер түгел.
Европаны иһә берәү ҙә көс һәм ҡорал ярҙамында баҫып алманы. Ләкин әлеге хәл-шарттар яйлап барлыҡ ҡиммәттәрҙе юғал­тыуға, тотош йәмғиәтте һәләкәткә алып бара кеүек. Акциялар үткәрелә, толерантлыҡ тигән төшөнсә артына йәше­ренгән, ябай кеше аңламаҫлыҡ закондар ҡабул ителә, ғаилә институты юҡҡа сыға, яңы ҡим­мәттәр тигән ярлыҡ менән зина һәм аҙғынлыҡ әләме күтәрелә. Сабыйҙар ҡырҡа кәмей, сөнки европалар бала тәрбиәләүҙе түгел, ә үҙҙәре өсөн йәшәүҙе өҫ­төн күрә. Уның ҡарауы, туҡ­тау­һыҙ ағылған мигранттар ҙур бор­солоу тыуҙыра. Әйткәндәй, уларҙың үрсемлелеге лә, урындағылар менән сағыш­тырғанда, ике-өс тапҡырға юға­рыраҡ. Демографтар билдә­ләүенсә, хәл яҡын арала яйға һалынмаһа, илдең милли берҙәмлегенә етди хәүеф янай. Ҡасаҡтар бөгөн Европа ҡәлғәһенә юлланған Троя атын хәтерләтә.
Ҡасандыр Европа Азия, Яҡын Көн­сығыш һәм Африка илдәренә үҙ “циви­лизацияһын” көсләп таҡ­маҡсы булғайны. Иғтибар ите­геҙ: “цивилизация” һүҙе был урын­да – тырнаҡ эсендә. Тик был “урам” ике йүнәлештәге һы­ҙат­лы булып сыҡты. Бөгөн ҡа­саҡтар Европаға үҙ динен, үҙ мәҙәниәтен һәм ғөрөф-ғәҙәт­тә­рен алып килә. Көнбайыш, ғә­мәлдә, быға әҙер түгел. Һәм “мә­ҙәниәттәр бәрелеше” йүнлегә алып бармаясаҡ. Әлеге дәү­ләттәрҙең тулыһынса юҡҡа сы­ғыуы йәки бик ныҡ үҙгәреүе их­тимал. Шул уҡ ваҡытта хәҙер­ге киҫкен сәйәси шарттарҙа террорсылыҡты, ҡораллы бә­­ре­леш­тәрҙе, ҡаты һуғыш­тарҙы ла иҫәптән сығарырға ярамай.
Страсбургтағы Европарламент би­наһы Вавилон башняһы рәүешендә төҙөлгән. Ҡайһы саҡта уны “Евровавилон башня­һы” тип тә атайҙар. Вавилон­дарҙың күккә олғашҡан ҡәлғә төҙөүе – үҙе үк Хоҙай Тәғәләгә ҡаршы сығыу билдәһе, ә башня мәжүсилектә маһайыу, һауа­лылыҡ символы булған. Освальд Шпенглер “Европа шәфәғе” (“Закат Европы”) тигән хеҙмәтендә һигеҙ бөйөк мәҙәниәтте айырып билдәләгән. Уларҙың һәр береһе йәшлек, сәскә атыуҙан алып тарҡалыуға тиклем үҫеш юлы үткән. Авторҙың күҙаллауына ҡара­ғанда, һуңғыһы булған Евро­паның киләсәге лә шат­ландырмай – ул йә сит ил баҫҡынсылары ҡулынан һәләк буласаҡ, йә ҡороған ағас ише әкренләп юҡҡа сығасаҡ. Хәҙер баҫҡын­сылар ҡорал менән түгел, ә төйөнсөк, артмаҡтар менән ябырыла. Әммә улар әүәлгесә асыулы һәм йәшәйеш өсөн көрәшеү теләге менән яна. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, 2015 йылда ғына Африканан һәм Яҡын Көнсығыштан Европа илдәренә йүнәлгән ҡасаҡтар һаны 750 меңдән артҡан. Киләсәктә уларҙың 5 миллиондан ашып китеүе фаразлана.
Тарҡала башлаған Көнба­йыш­тың һәләкәтен күптән юрай­ҙар ине. Әлеге шарттарҙа бының ҡотолғоһоҙлоғо тағы ла асы­ғыраҡ күренә. Вавилонға ярлы­ҡау юҡ, тигәндәй... “Бат­­ша­лыҡтың гүзәллеген, Хал­дей­ҙарҙың ғорурлығын тәшкил иткән Вавилон, Содом һәм Гоморра кеүек, Хоҙай Тәғәлә тарафынан ҡолатылыр, быуындар уны төйәк итмәҫ...”



P.S. “Был мәсьәләләр беҙгә нимәгә кәрәк булды әле?” – тиеүселәр ҙә булыр. Бөйөк глобализация һәм интеграция шарттарында бер төбәк тә, бер кем дә дөйөм һәләкәттән ситтә ҡалмаясаҡ.


Автор: Рауил ХӨСӘЙЕНОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


  1. Миһран
    Миһран от 13.11.2015, 03:11
    Авторҙың әйтергә теләгән фекере : Америка, Көнбайыш илдәре - насар! Ә шул илдәрҙә булып ҡайтҡандарҙың юлъяҙмаһын уҡыһаң, бөтөнләй башҡа фекер: унда эш хаҡы ,пенсия ҙур,кешеләр әҙәпле,тормош кимәле юғары һ.б.Мәҫәлән,Рауил Бикбаевтың АҠШ юлъяҙмаһын ғына алып ҡарағыҙ.АҠШ,Европа сәйәсмәндәренең ҡанһыҙлығы арҡаһында бөтә халыҡты бер епкә теҙеү яраған эш түгел." Авантюристар, ялҡауҙар, енәйәтселәр, ҡыҫ­ҡаһы, океан аръяғына бәхет эҙ­ләп юлланған йыйын әтрәғәләм...","...әммә был дәүләттең рухи һәм әхлаҡи ярлылығы ла, үҙенең хәүефле йоғон­тоһон, маҡсатҡа ярашлы, бөтөн донъяға таратырға тырышыуы ла күптән инде сер түгел". Американың 300 миллион кешеһе ялҡау, әтрәгәләм,авантюристмы? Улар бөтәһе лә рухи һәм әхләҡи яҡтан ярлымы? 300 миллион кешене рухи ярлылыҡта нисек ғәйепләмәк кәрәк? Унда ла,Европала ла тыныслыҡ яҡлы,эш һөйөүсән халыҡ йәшәйҙер. Донъяны олигархтар,сәйәсмәндәр бутай,автор иптәш !

  2. Рустам
    Рустам от 13.11.2015, 18:12
    "Әлбиттә, Америка халҡының ҡаҙаныштарын бөтөнләй юҡҡа сығарыу ҙа дөрөҫ булмаҫ. Улар араһында танылған шәхестәр, яҙыусылар, ғалим­дар, дәүләт эшмәкәрҙәре лә аҙ түгел..." - тигән бит мәҡәлә авторы. Ул барыһын да тәнҡитләмәй. Америка, Европа тигәндә дәүләт етәкселәре, сәйәсмәндәр күҙ уңында тотола.

  3. Рияз
    Рияз от 16.11.2015, 15:37
    Рустам, беҙҙең ил етәкселәре һәм Көнбайыш илдәре етәкселәре араһында ни айырма бар? АҠШ һәм Европа етәкселәре үҙ халҡы өсөн башҡа илдәрҙе талай, ә беҙҙең етәкселәр үҙ халҡын талай, үҙҙәрен байытыу өсөн. Мин, мәҫәлән, үҙ илемде, үҙ халҡымды яратам, ләкин етәкселәрен түгел!

  4. Илшат
    Илшат от 17.11.2015, 12:31
    Етәкселәрҙе бер кем дә, бер заманда ла яратмай. Улар властан киткәс йәки үлгәс кенә ҡәҙерҙәре беленә.

Комментарий өҫтәргә