Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Теләк кенә етмәй шул…
Теләк кенә етмәй шул… Яңыраҡ “Берҙәм Рәсәй” партияһының йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә депутат ярҙамына күҙ төбәп килгән әзмәүерҙәй өс ир-егеттең үтенесен ишетергә тура килде. Юлдарҙы боҙлауыҡ ҡаплаған, әсе ел үҙәккә үткән көндә уларҙы баш ҡалаға Белорет һынлы алыҫ ерҙән килергә нимә мәжбүр итте икән?
Абҙаҡ ауылы аҡһаҡалы Ғәбделмәжит Зарипов үҙе кеүек йәш быуын яҙмышына битараф ҡала алмаған милли көрәш һәм хоккей буйынса тренерҙарҙы ла эйәртеп килтергән.



— Йәштәрҙең йә ауырып, йә тормоштан төңөлөп, яман юлға баҫып, күҙ алдында һәләк булыуына йән түҙмәй. Ҡайһы бер ябай ғына сараларҙы күргәндә лә, уларҙың күбеһен насар ҡылыҡтарҙан, сирҙәрҙән йолоп алып ҡалырға булыр ине, — ти Ғәбделмәжит Бүләкбай улы. — Ауылда 400-ҙән ашыу бала бар, араларында һәләтлеләр, таһыллылар күп. Спорт ярыштарына теләп, ашҡынып йөрөйҙәр. Ә бына үҫмерҙәр менән ихлас шөғөлләнергә теләүселәр булһа ла, секция ойоштороу өсөн яраҡлы бинаһы юҡ. Табиплыҡ амбулаторияһының буш бинаһы бар ҙа, Санпин рөхсәт итмәй…
Баҡһаң, мәктәпкәсә йәштәге сабыйҙар һаны 240-ҡа етһә лә, “балалар баҡсаһы планда ҡаралған, аҡса бүленгән” тигән вәғәҙә һаман да үтәлмәгән. Ике мең кеше йәшәгән, дөйөм урта мәктәбе булған ҙур ауылда балалар баҡсаһы юҡлығы — ғәжәп хәл, әлбиттә.
“Бер кемгә бер нимә лә кәрәкмәй, “отписка” яҙалар ҙа ҡотолалар. Ә йәштәргә ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй, буш ваҡыттарында тегендә-бында бәргеләнеп ғүмер уҙғарырға ғына ҡала. Бына тағы ҡыш етте, йәштәргә шөғөлләнеү өсөн пластик хоккей майҙансығы кәрәк. Һуңғы өмөт — депутатта…”
Әмәлгә ҡалғандай, йәш бы­уын­дың яҙмышын хәстәрләп, сәләмәтлектәрен ҡайғыртып йө­рөү­се уҙамандар күтәргән мәсь­әлә менән “Йәштәргә — сә­лә­мәтлек” тип аталған “түңә­рәк өҫтәл”дә танышыу хәлдең беҙ көткәндән ҡырҡыуыраҡ, күп яҡлы икәнлеген йәнә раҫланы. Уның эшендә ҡатнашҡан эксперттар, министрлыҡ һәм ведом­ство вәкилдәре, уҡыу йорт­тары етәкселәре проектты тормошҡа ашырыуҙың тәьҫирле юлдарын эҙләне, бәхәсләште, тәҡдимдәрен индерҙе.
“Йәштәргә — сәләмәтлек” тип атал­ған социаль проекттың ниндәй маҡсатта барлыҡҡа килеүен ҡыҫҡаса ғына аңлатып үтәйек. Ул 2013 йылда республикала “Ҡатын-ҡыҙҙарҙың парламент клубы” йәмәғәт ойош­маһы (Совет рәйесе — Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты С. Мырҙабаева) тарафынан ойошторолдо һәм Өфө ҡалаһы хакимиәте, Йәштәр йәмәғәт палатаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла башланы. Маҡсат ябай, аңлайышлы — республика студенттарын сәлә­мәт тор­мош­ҡа йәлеп итеү, сирҙәрҙе ваҡы­тында иҫкәртеү. Эксперттарҙың әйтеүенсә, мәктәпте тамамлауға үҫмерҙәр­ҙең ни бары 10 проценты ғына һау-сәләмәт иҫәп­ләнә. Ә сту­дент­тарҙың яр­ты­­һының соматик сәләмәт­леге түбән кимәлдә, 25 проценты һаулыҡ торошо буйынса физкультура дәрестәре­нән азат ителгән. Сколиоз, миопия, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре… Был исемлекте тағы ла дауам итергә мөмкин. Тикшеренеү үткән йәш­тәрҙең 80 проценттан ашыуы­ның ҡуҙғыусанлығы, психологик торошоноң ҡәнәғәтлә­нерлек бул­мауы, уҡыу про­цесы­на яраҡлаша алмауы асыҡланған.
Һәр кемдең үҙ һаулығына аңлы мөнәсәбәте, сирҙәрҙе һәм тайпылыштарҙы иртә асыҡлау, иҫкәртеү саралары һөҙөмтә­һендә дөйөм үлем күрһәткес­тәрен 10 – 20 йыл эсендә ике тапҡырға ҡыҫҡартырға мөмкин, тип иҫәпләй ғалимдар. Илебеҙҙә сәләмәтлек үҙәктәре тап ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп ойошторолғайны ла. Нигеҙҙә, етди сирҙәре булмаған пациенттар уларҙа бушлай тикшеренеү үтә, табиптарҙан кәңәш ала. Ошо үҙенсәлекле үҙәктәргә баш ҡала студенттарын беркетеү, хеҙмәтләндереү, ғаилә-никах мөнәсәбәттәре тураһында мәғ­лүмәт биреү идеяһын бынан ике йыл элек күтәреп сығып, Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы беҙ көслө, йәш тип иҫәпләргә күнеккән быуынға иғтибарҙы арттырыу мөһимле­генә баҫым яһағайны. “Килә­сәктә проектҡа республиканың бөтә вуздары һәм урта профессиональ белем биреү йорттары ла ҡушылырға тейеш, бөтә көстө бергә туплағанда хәл итмәҫтәй мәсьәлә түгел. Бары теләк кәрәк”, — тип иҫәпләй проект координаторы.
“Түңәрәк өҫтәлдә” 46-сы по­ликлиниканың баш табибы Азат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, сту­денттарҙың 37 проценты хәүеф­ле төркөмгә ҡарай. Юғары уҡыу йорттары яғынан ҡыҙыҡһыныу­санлыҡ түбән булғанлыҡтан, йәштәрҙең дә дәрес ҡалдыр­ғыһы, медицина тикшеренеүе үткеһе килеп тормай. Шуға күрә студенттарҙың ни бары 1 проценты ғына быйыл тикшеренеү үткән.
“I курсҡа уҡырға килгән һәм уҡыуын тамамлау алдында торған һәр егет һәм ҡыҙ мотлаҡ медицина тикшеренеүе үтергә тейеш”, — тип иҫәпләй баш та­бип. 38-се поликлиника етәксеһе Светлана Назарова һуңғы осор­ҙа тәмәке тартыусыларҙың бер ни тиклем кәмеүен билдәләне. Йәштәрҙең һәр өсөнсөһөндә тиерлек кәүҙә ауырлығының норманан ҡайтыш булыуына бор­со­лоу белдерҙе: “Йәштәр ни өсөн үҙ сәләмәтлегенә һалҡын ҡарашта? Сөнки эш биреүсе­ләрҙең дә, вуз етәкселәренең дә үҙҙәрен өҫтәмә мәшәҡәт менән борсоғоһо килмәй. Ә бит туберкулез, яман шеш кеүек хәтәр сирҙәр йәштәр араһында ла киң тарала барғанда өнһөҙ, ҡул ҡаушырып ятыу мөмкин түгел”.
Тағы ла бер етди мәсьәлә. Студенттарҙың 98 проценты стоматология хеҙмәте ярҙамына мохтаж. Уҡыусылар өсөн генә түгел, эшләүсе халыҡ өсөн дә бик ҡиммәткә төшкән дауалауҙы нисек арзанайтырға? Ярай, Баш­ҡорт дәүләт медицина университетында белем алыусылар буш­лай дауалана ла ул, ҡалған­дарға ни эшләргә? Студент­тар­ҙы стоматология по­­ли­клини­каһын­да түләүһеҙ финанслау ҡарал­ғанмы? Ауылдан баш ҡалаға уҡырға килгән балаларҙың дө­рөҫ туҡланмау, көсөргәнеш кисе­реү һөҙөм­тәһендә һаулығы ике йыл эсендә ҡаҡшауы, тештәре боҙолоуы кү­ҙәтелә, тип борсолоу белдерҙе табиптар. Өфө ҡалаһы хакимиә­тенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты рә­йесе Илнур Әминев йәштәрҙең мәғлүмәтлелеген күтә­реү, түләү­һеҙ медицина ярҙамын ҡайҙан алыу мөмкинлеге тураһында аңлатыу эшен йәнләндереү кәрәклегенә иғтибарҙы йүнәлтте.
Бер һаулыҡ һаҡлау тарма­ғының ғына йәштәрҙең тормош сифатына, сәләмәтлегенә ҡа­ғыл­ған оло мәсьәләләрҙе хәл итә алмауы бәхәсһеҙ. Уҡыу йорттарының мөһим эшкә етди ҡарашы, лайыҡлы өлөш инде­реүе кәрәк. Үкенеслеһе шул, “түңәрәк өҫтәл”дә бер генә вуз ректоры ла күренмәне. 52 меңгә яҡын студентты ҡанаты аҫтына алған белем усаҡтары тәрбиә­ләнеүселәренең көнкүреш шарттарын, медицина тикшеренеүе үтеү өсөн уңайлы мөмкинлектәр тыуҙырасағына ниңәлер күңел ышанмай.
М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия университеты студенттарының профсоюз ойошмаһы рәйесе Зөлфәт Ишбаев 450 һум ғына стипендия алған махсус урта уҡыу йорттары уҡыусыларының ҡайҙа бушлай дауаланырға бел­мәүе, стоматология клиникаһында “түләүһеҙ хеҙмәткә лимит бөттө” тип пациенттарҙы кире бороу­ҙары, ауырыуҙарҙың икешәр аҙна табипҡа эләгә алмауҙары менән ҡәнәғәтһеҙлеген белдер­ҙе. Уның фекеренсә, студент­тарҙың һаулығына ҡағылған бөтә эреле-ваҡлы мәсьәләләр ректорат, етәкселек кимәлендә хәл ителергә тейеш. Беҙ шуның матур өлгөһөн Өфө нефть техник университеты студенттары тормошонда асыҡ күрәбеҙ. “Сәләмәтлектең ете мөғжизәһе” тип аталған видеороликта са­ғылған студенттарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәт республика­быҙҙың башҡа уҡыу йорттары өсөн дә үрнәк булырлыҡ.
“Рәсәй тимер юлдары” йәм­ғиәте Өфө станцияһы клиник да­уаханаһының баш табибы Раиса Оренбуркина үҙҙәрендә реабилитация үткән призывниктарҙың сәләмәтлегенә иң түбән билдәне ҡуйҙы.
— Һәр уҡыу йортонда ете түгел, бер генә сәләмәтлек мөғ­жизәһе тыуҙырһаҡ та, йәштә­ребеҙҙең һаулығын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә алыр инек. Йәш быуындың сәләмәтлеген яҡшыртыу бөгөн килеп тыуған мәсьәлә түгел, ә йылдар буйы хәл итеүҙе көткән “күтәрелмәгән сиҙәм”.
Ошондай ҡырҡыу мәсьәләне йәмәғәтселек иғтибарына сыға­рырға йөрьәт иткән депутаттарға оло рәхмәт. Тағы ошо маҡсатты күҙ уңында тотҡан социаль программалар кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Ни өсөн йәштәрҙең сәлә­мәтлегенә битарафбыҙ? Республикала ғына күпме бай кеше йәшәй, тик береһенең дә бушлай шөғөлләнеү өсөн спорт комплексы, фитнес клубы асҡанын ишеткәнем юҡ, — тине йәмәғәт эшмәкәре.
Ҡорҙа Абҙаҡ аҡһаҡалдары кеүек йәш быуындың яҙмышы өсөн әсенгән, идеялары менән уртаҡлашҡан, ошо йүнәлештә ең һыҙғанып эшләйәсәген белдер­гән­дәрҙең күпселеге һөйөн­дөр­ҙө, әлбиттә. Беҙҙеңсә, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре иң ҙур ҡыҙыҡһыныусанлыҡты үҙҙәре күрһәтергә, эшлекле тәҡдимдәре менән башҡаларҙы артынан эйәртергә тейеш ине. Бары бер генә студенттар по­ликлиникаһының эшмәкәрлеге, унда үткәрелгән ҡыҫҡа ғүмерле акцияларҙы һанап үтеүгә ҡорол­ған отчет ҡәнәғәтһеҙлек тойғо­һон көсәйтте генә. Иң төплө анализды, ғәҙел статистиканы йәш быуындың һаулығын хәс­тәрләргә тейешле тап ошо министрлыҡ вәкилдәре ауыҙы­нан ишетәһе ине...
Өмөт аҡланманы. Шулай ҙа йәмәғәтселек фекере, ярҙары­нан сығырҙай булып тулышҡан йылғалай, үҙ юлын табыр, ҡорҙа яңғыраған һәр тәҡдим эш менән нығытылыр, тип ышанғы килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872