Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һунарсы ҡаны үҙемдә, Һунарсы булыр балам”
“Һунарсы ҡаны үҙемдә,  Һунарсы булыр балам” Һунарсылыҡ элек-электән башҡорт халҡының төп шөғөлдәренең береһе булған. Мәшһүр эпосыбыҙ “Урал батыр”ҙа Йәнбирҙе ҡарт менән Йәнбикә ҡарсыҡтың улдарын һунарсылыҡ серҙәренә өйрәтеүе билдәле. Аулап алған йәнлегенең тиреһен ҡулланып, кейем теккән, ите менән туҡланған башҡорт борондан. Йылдар үтеү менән был шөғөл аҡрынлап үҙ асылын юғалта бара. Шулай ҙа атай-олатайҙар кәсебенә тоғро ҡалғандары ла юҡ түгел арабыҙҙа. Әбйәлил районының Амангилде ауылында йәшәгән Ғабдрахман Әбүбәкеров – тап шундайҙарҙан.

Ҡандан килә

– Атайым оҫта һунарсы булды, тип әйтә алмайым, ә бына апам (был яҡтарҙа атай-әсәйҙең ағаһына апа тип өндәшәләр. — Авт.) тирә-яҡта дан ҡаҙанғандарҙың береһе ине. Мин иҫ белә башлағандан ҡулыма мылтыҡ алдым, уны төрлөсә әйләндереп, нисек атырға кәрәклеген төшөнөп үҫтем. Апамдың төрлө мажараларын тыңларға яраттым. Йәй көнө бесәнгә барғанда ул мылтығынан атып ҡарарға рәхсәт итә торғайны. Хәтеремдә, алтынсы-етенсе кластар тирәһе булдымы икән, тәүге тапҡыр сел атып алдым. Ул саҡта нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ! Һунарсы сирҡанысын тап шул осорҙа алғанмындыр. Артабан атайым беҙҙе һуйырға алып сыҡты, — тип башланы һүҙен әңгәмәсем.
Хәҙер Ғабдрахман Зәйнулла улын Әбйәлилдә ысын һунарсы булараҡ яҡшы беләләр, уның төлкө-бүре генә түгел, хатта айыу аулағаны таныш яҡташтарына.

Һәр йәнлектең —
үҙ холҡо


Айыу алмаған кеше – ул ысын һунарсы түгел тигән лаҡап йәшәй.
— Һәр йәнлеккә һунар итеүҙең үҙ сере, үҙ хәйләһе бар. Бигерәк тә мине хайуандарҙың аҡыллылығы хайран ҡалдыра. Улар һәр саҡ уйлап эш итә. Мәҫәлән, айыуҙың кемдеңдер малын һуҡҡанын ишетәһең, шул тирәлә уны һағалап тораһың. Табышына ҡайтанан килә ул, әммә айыу шул тиклем һаҡ эш итә, хатта уның баҫҡаны ла, ағас шытырлауы ғына түгел, үләндең ҡыштырлауы ла ишетелмәй. Уны күҙәтеп ултырғанда ныҡ һиҙгер булыу талап ителә, сөнки саҡ ҡына яңылыштыңмы, тайыштабандан ҡолаҡ ҡағыуың бар. Айыуға һунарға сыҡҡанда бер ниндәй ҙә ҡурҡыу булмай, әммә уны яҡындан күргәс, тәнең бер аҙ шөрләй төшә. Йөрәк тибешең йышая, тын алыуы ауырлаша бара — организм ҡурҡыу менән шулай көрәшә. Был ваҡытта мылтығыңдың көбәген дөрөҫ тоҫҡау һәм кинәт атыу ғына ярҙам итә. Мин утыҙ биш йәштәр тирәһендә тәүге айыуҙы алдым. Үҙемде ысын һунарсы тип атай алам, — ти Ғабдрахман ағай.
Ғабдрахман Әбүбәкеров бүре аулауҙың да, ҡабан баҫтырыуҙың да, хатта сел атыуҙың да серҙәре менән уртаҡлашты. Тәү ҡарашҡа аҙ һүҙле күренгән геройымдың яратҡан шөғөлө хаҡында шул тиклем ихлас әңгәмәләшеүе, асылып китеп, төрлө мажаралары хаҡында бәйән итеүе һоҡландырҙы. Тәү ҡарамаҡҡа ябай, хәйләһеҙ күренгән ҡуян алыу ҙа байтаҡ мәшәҡәттәр тыуҙыра икән, сөнки ул һикергеләп, юл яҙҙырта, шунлыҡтан эт уның юлын юғалтып алыусан.
Әйткәндәй, һунарсыны этһеҙ күҙ алдына килтереү ҡыйын. Ул ярҙамсы ғына түгел, ә тоғро һәм ышаныслы дуҫ та. Ғабдрахман ағайҙың Алабайы бер һунарҙан да ҡалмай. Ул бигерәк тә төлкө аулауҙа ярҙам итә, тик һыуға төшөргә яратмай.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ

Ғабдрахман Зәйнулла улының майҙанда бил бирмәҫ батыр булыуын да әйтеп үтмәһәк, яҙыҡ булыр кеүек. Йәштән ул көрәш менән шөғөлләнә: төрлө ярыштарҙа, бигерәк тә һабантуйҙарҙа үҙ ауырлыҡ үлсәмендә берәүгә лә беренселекте бирмәй.
Ир-егет өсөн тәғәйен бурыстарҙы теүәл башҡарған ул: ағас ултыртҡан, йорт һалған, ул үҫтергән. Хөрмәт тә атаһы кеүек һунарсылыҡ итергә ярата, әле ейәндәре Батыр менән Тимур олаталарының мылтығын күреп, “мине лә урманға алып бар”, тип бер була. Тимәк, данлы һунарсылар тоҡомо дауам итәсәк әле.
Һунарсы шөғөлөнә килгәндә, проблемалар ҙа юҡ түгел. Бөгөн ауыл малына һөжүм иткән йәнлектәр күп. Уларға һунар итеү өсөн рөхсәт ҡағыҙы алыу мотлаҡ, тик аулаған кейектәрҙең тиреһен алыусылар юҡ. Элекке кеүек шәхси ихаталарға, халыҡҡа зыян иткән хайуандарға һунар итеүселәргә түләү яҡшыраҡ булыр ине. Мәҫәлән, төлкөләрҙе генә алһаң да, улар күп ауырыу тарата. Икенсенән, ҡайһы бер йәнлектәргә һунар итеү өсөн бер нисә генә рөхсәт ҡағыҙы була, уныһы ла “текә” һунарсыларға таратыла.
Әбйәлил уҙаманы менән әңгәмәләшкәндән һуң, бер хәҡиҡәткә төшөндөм: ысын һунарсы бер нимәгә ҡарамай яратҡан шөғөлөн дауам итә.






Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә