Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡортлоҡто ҡала йотамы?..
Башҡортлоҡто ҡала йотамы?.. Күрше йәшәгән һуғыш ветеранына әлеге лә баяғы Магнит ҡалаһынан фронтташ дуҫы килгән. Был юлы ейәнсәре лә күренә. Асыҡ зәңгәр күҙле, ҡояштай һары, бәпембәләй ҡабарынҡы сәсле, аҡ борсаҡтар төшөрөлгән зәңгәр күлдәкле биш йәштәр самаһындағы ҡыҙ бала көн буйы рәхәтләнеп ҙур туп менән уйнай.

Һәр саҡ ялан аяҡлап йәйҙе йәй­ләгән ҡыҙҙарҙы ғәжәпләндергәне – уның аяҡ кейеме. Сандали тип атала икән ул. Әремдән үрелгән һикер­гестәр, ҡоҙоҡ төбөнән һөҙөп алған төҫлө таштар, олатайҙары һыйыр баҡтаһынан әүәләгән туптар менән уйнаған ауыл балаһы ҡыҙыҡайҙың ҡыҙыл-йәшелле тубын һикертеп уйна­ғыһы килеп тилмерҙе, ил сигендә һаҡта торған һалдат һымаҡ, өс көн буйы ҡойма ярығы аша күҙәтеп, хәле бөттө. Фронтовик урыҫтың ҡыҙы бер ҙә генә ихатала уйнамай, һәр саҡ урамға сығып, тубын ҡаҡлыҡтырып, донъяһын онота. Уларға, исмаһам, бер генә тапҡыр күҙ һирпеп тә ҡарамай. Әйтерһең дә, сит илдән килгән. Ҡараңғы Уралтау буйында мәрйә күрмәгән башҡорт балаһы уның менән аралаша алмай интегә.
– Беҙ, Мөслимә, Мәстүрә һәм баш­ҡа балалар, арба юлынан ҡоҙоҡҡа һыуға китеп барабыҙ. Силос ташый­ҙар. “Ана, урыҫ!” – тип Кинйәбикә ҡапыл шофёрға төртөп ҡысҡырҙы. Көйәнтәне ташлап, өйҙәребеҙгә һы­пырт­тыҡ. Уларҙың кафырлығы беҙгә йоғамы ни! – Кеткелдәп көлдө металлургтар ҡалаһынан әхирәтенә ҡунаҡҡа килгән Заһира.
– Ҡуй инде. Йөрөйөм хәҙер урыҫтарға ҡоҙағый булып, – тине, йөҙөн ситкә бороп, Сафия әхирәте. – Үҙ милләтеңә етмәй инде. Ундай­ҙарҙың балалары матур, аҡыллы тигән булалар. Барыбер нимәһелер етешмәй кеүек... – Уңайһыҙлан­ғандай булып, күҙҙәрен аҫҡа төбәп, нимә тип әйтер икән тип яуап көттө үҙе.
– Бөтәһе лә ҡалала йәшәйме әллә? Шунда тыуа бит ҡатнаш никахтар.
– Шулай шул. Яҙмыштарҙан уҙ­мыш юҡ, тиҙәрме, ҡала йотто инде балаларымдың башҡортлоғон... – Хатта бала саҡ дуҫы алдында аҡланғандай булып шымыңҡырап та китте. Уныһы:
– Әлләллә... Әлләсе, бер ҙә ҡа­лала йәшәйем тип торманымсы. Ике улымды ла мосолман ҡыҙҙарына өйләндерҙем. Баштан, мәрйәне өйгә индермәйем, тип ҡаты һөйләштем. Үҙебеҙҙең милли йолаларҙы ла башҡарҙым. Ейәндәрем өйҙә үҙ телебеҙҙә һөйләшә. Ә инде баҡсала, әлбиттә, урыҫса аралаша. Нисек йәшәй һуң ҡыҙҙарың?
– Береһе айырылып та ҡуйҙы. Никита етем ҡалды. – Күҙҙәрен дымландырып, әсә һыҙланыулы ҡарашын әңгәмәсеһенә төбәне.
– Яҙмышты ямап булмай, тигәнде лә ишеткәнем бар. Ҡалайтаң инде, булыры булған, буяуы уңған, тиҙәр ҙә... Яйланыр әле, йәштән үҙ милләтеңә бар, тип өйрәтеп ултырмағанһыңдыр. Кисә генә радио, йән ҡайғыһы ҡайғы түгел, ил ҡайғыһы булмаһын, тип йырлай ине. Баш һау булһын. – Дуҫҡа­йының ғәҙәттәге яратҡан әйтемен ҡыҫтырмайынса күңеле булмай.
– Етмәһә, мәрйә ҡоҙағыйҙарым йәнемде көйҙөрөп, өй түренә тәреле иконаһын ҡуйҙы. – Ауылдашы шымып ҡалды.
– Бөттө инде, ейәндәрең урыҫҡа әйләнде тигән һүҙ. Мосолман түгел улар: христиан булып суҡына ла баш­ларҙар, урыҫса ғына һөйләшерҙәр. Мәрхүм булһаң, аят-маятын да уҡытып ыҙаламаҫтар, – тине лә, ситкә ҡарап, әстәғәфирулла, нимә һөйләйем мин тигәндәй, тиҙ генә унда-бында төкөргөләп тә алды. – Онот­ҡанда бер, йөҙҙәрен сирылтып, ҡасандыр минең ата-бабаларым шул милләттән булған, тип әйтһә әйтерҙәр. Ә, бәлки, йәшерерҙәр ҙә. Нәҫел-нәсәбен дә барламаҫтар. Ҡулына башҡортто тотторһаң, мәрйә короле­ваға әйләнә. Һыуын да ташыта, иҙәнен дә йыуҙыра. Иҙәнен генә йыуҙырһа ярар... Керенә тиклем таҙарттырырға ҡуша. Сепрәк тотҡан ир кем була инде? Башмаҡ! Һы­йырҙың артынан гелән эйәреп йөрөгән тиле башмаҡ! – Ҡунаҡ әхирәте бармағын өҫкә күтәрҙе. – Күпме ер гиҙеп, ҡайҙарҙа ғына булманым, әйкәйем, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының урыҫ ирҙәре менән уңып йәшәгәнен күргәнем булманы. Бер туған апайымдың урыҫ кейәүе ҡыҙын биш балаһы менән ташлап, үҙ милләтенә өйләнде. Былай ҙа бөткән башҡортоңдо тағы ла әҙ һанлыға әйләндерҙең...
Күптән күрешмәгән бала саҡ әхи­рәте, тулаған йөрәген нығыраҡ тулатып, әллә нисегерәк итеп өндәште. Ҡайҙан саҡырҙым, бындай хәбәрҙе тыңлап ултырмаҫ инем, тыуған тупрағында төпләнеп, ауылынан ситкә сығып өйрәнмәгән Сафия эстән көйәләнһә лә, һиҙҙермәҫкә тырышты. Эс майы һыҙып, күңелендәге төйөрҙәрҙе бушатырға теләгәйне лә ул...
Сафия элекке олатай-өләсәй­ҙәр­ҙең ҡанунына буйһоноп, милләтенең рухы һүнмәһен тип тырышманымы ни?! Сусҡа ите ашаманы, ураҙа тотто. Ҡыҙҙарына дин ғәйеттәрендә ситсанан булһа ла ҡыршаулап күлдәк тегеп кейҙерҙе. Ырыҫлы, ҡотло булһын тип, ваҡ тәңкәләрҙе тишеп, түштәренә таҡты. Ураҙа ғәйеттәрендә өйөнөң стеналарын кәсәр бысаҡ менән әҙ ҡырманы башҡорт ҡатыны. Уның тыуған ауылында ҡайын суғырт­мағылай ҡарағусҡыл йөҙлө ауылдаштары араһында берҙән-бер аҡ йөҙлө сит милләт ҡатынын айырғандарын иҫенә төшөрөп, аптырап та ҡуя. Яратмай, гелән милләтенә төрттөр­гән­дәрен хәтеренә төшөрҙө. Кемдә ғәйеп? Өләсәһе мәрхүмә олоғайғансы сәсен эркет һыуына йыуып, оҙон ҡамыш шикелле толомдарына әбей батша тәңкәләре биҙәгән сулпыһын ҡушып үрер булды. Ҡыҫҡа сәсле ҡатын-ҡыҙҙы күрмәне лә. Ҡыҙҙары ҡалаға барҙы ла мәрйәгә әйләнде. Тәүҙә толомдарын ҡырҡтырҙылар. Хатта берәүһенең ебәк кеүек йылҡылдаған ҡалын толомон урыҫ ҡатыны күлдәклек тауарға ла алмаштырған. Ҡатындарҙың сәсе оҙон – аҡылы ҡыҫҡа, тип үҙенең ҡыҙҙарына ҡарата әйтһәң дә була.
Уны аңлағандай, Заһира:
– Мәҙрәсәлә уҡытып булмаһа ла, башланғыс кластан дингә өйрәтер кәрәк, – тип, сиселмәгән мәсьәләгә яуап тапҡандай, уға ҡарап, бармағын тағы ла өҫкә сөйөп шартлатты.
– Шунан, мәрйә ҡыҙының тубын уйната алдығыҙмы? – Күңелһеҙ уйҙарын икенсе юҫыҡҡа борорға тырышып, Сафия һағынған ауылдашына өндәште.
– Анау Мәҫкүрәне беләһеңдер. Әсәһе бер тауыҡҡа алмаштырып алып ҡалған да башты ғына әйләндерҙе бит әй! Һаранлығығыҙға баш була алмай тауығығыҙҙы йәлләп тиме шунда, мейене серетте. Әллә нимәләр уйлап табып, нисек тә булһа уйнатмаҫҡа ине маҡсаты – тәки тупты беҙгә бирмәне. Әлеге лә баяғы шул атай мәрхүмдәрҙең һыйыры баҡтаһын ҡоя башлаһа, йоҙроҡ дәүмәлендәй йомарланған тупты уйнаттыҡ.
– Бөйөк комбинатор булған икән Мәҫкүрә! – тине Сафия, ҡыҙҙарының һүҙлегенән отоп алған һүҙҙе ҡабатлап, нимәне аңлатҡанын да белмәйенсә.
...Ә хәҙер... Бала-саға урамға сыҡмай ҙа тиерлек. Үҙҙәренән дә ҙурыраҡ ҡурсаҡ, резина туп менән дә һирәк-һаяғы ғына күренгеләй. Табандары ергә теймәгәс, уның йылыһын да тоймайҙар, ҡаты ташлы тигән булалар. Заһираның быуыны майлы йомшаҡ ерҙә йүгереп күнеккән бит. – Заһира әбей, урам буйлап тыҡ-тыҡ атлап үткән ҡыҙҙар аяғына ҡарап, үҙенең әлмисағын иҫләп хайран ҡала.
Сафия әхирәтен оҙатҡас, йәш­никтән “Башҡортостан ҡыҙы” журналын алды. Икенсе битендә “Беҙ күпме?” тигән һорау ҡуйылған. Сафия башҡорт илкәйендә дүрт миллиондан ашыу халыҡ йәшәп, бер миллиондан ашыуырағының үҙ милләтенән булыуын белеп аһ итте. Күҙ алдынан елән, ҡама бүрек кейгән олатаһының тау түбәһенә менеп ҡурай һыҙғыртыуы, йәй буйы сыуалда ҡорот ҡайнатыуҙан бушамаған аҡ яулығын йәйеп ябынған бөтмөр өләсәһе, ҡайны-ҡәйнәһенән йөҙөн йәшереп, һүҙ ҡушырға ла ҡурҡып торған, тәңкәле камзулын өҫтөнән төшөрмәгән әсәһе, талдан үрелгән ситәндәре, ҡоротло ылашы, урман ситендә уйнаҡлаған ҡолон­дары, һандыҡтарында таҫма менән урап бәйләнгән беше туҡымаға сигелгән шәжәрә ағасын күҙ алдына килтереп, һулҡылдап илап ебәрҙе. Ете быуын олатаһы кантон Абдулла, әүлиә Хәсән бабайы, әруахтар алдындағы төҙәтелмәҫлек хаталарын танып, күҙ йәштәренә быуылды. Их, тормош, тормош! Ете ятып, ете торһа ла, донъя ҡыуып, ата-бабаларының рухиәтенә балта сапҡанын һиҙмәгән дә! Эй, Хоҙайым! Сафия үҙен башҡорт ҡатыны – милләт әсәһемен тип әйтә алмай! “Ысынлап та, әҙәйткәнмен икән шул үҙ милләтемде. Ата-ба­баларымдың тамырын ҡоротҡанмын бит”. Үҙ башҡортоңа етмәй шул. Башҡа халыҡтан тыуған балалар бер ҙә генә үҙеңдең милләтеңә оҡшамаған шул! Ауылдарында әллә күпме балалар араһынан таный ул башҡорт ҡаны аҡҡандарын. Ҡуңыр йөҙлө, ҡара ҡашлы, ҡара сәсле, уйсан ҡарашлы, тилбер хәрәкәтле, итәғәтле, тыныс холоҡло бит улар!
Мулланың аҙан ҡысҡырғаны ишетелде. Өләсәй ейән-ейәнсәрҙәренә тәсбих, доғалыҡтар алырға яйлап баҫып мәсеткә йүнәлде...







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873