Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Юҡ”, тиеү өркөтә
— Һуңғы йылдарҙа гәзит-журналға яҙылыу хаҡы артҡанлыҡтан, баҫмаларҙы алдыра алмайбыҙ. Аҡса юҡ бит. Ошондай шарттарҙа ни эшләргә, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

З. РАЙМАНОВ.
Хәйбулла районы.

—Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Раббыбыҙ әҙәм балаһын Ерҙә ғилем өйрәнеү, уны таратыу, киләһе быуындарға еткереү өсөн яралтҡан. “Һәр нәмә биреү менән кәмей, ә белем уртаҡлашҡан һайын арта ғына бара, — тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. — Мосолман ғилемле, аҡыллы, зирәк булырға тейеш”.
Бөгөн, әл-хәмдү лил-ләһ, белем туплау юлдары бихисап. Шуларҙың береһе — гәзит һәм журналдарыбыҙ. Республикабыҙ мосолмандары, әлбиттә, милли баҫмаларға өҫтөнлөк бирергә, уларҙың яҙмышына битараф ҡалмайынса, үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә тейеш. Төбә­ге­беҙҙең һулышы сағылған, тарихнамәһе яҙылған, халҡыбыҙға рух, иман, дәрт, ғәйрәт биргән, кәңәш-фекергә бай гәзит-журналдарыбыҙ һәр мосолмандың тормошонда ышаныслы юлдашҡа әйләнһен ине. Милли матбуғатыбыҙҙа туған тел, тыуған ер, милләт мәсьәләләре күтәрелеүе бурыстарыбыҙҙы тағы ла киңәйтә: быларҙың барыһын да бергәләп хәл итергә, рухи һәм матди ҡиммәттәребеҙҙе һаҡларға бурыслыбыҙ.
Гәзит-журналдарыбыҙ үҙебеҙҙә генә түгел, хатта ки төбәгебеҙҙән ситтә йәшәгән ватан­даштарыбыҙға ла таратылһа, иншаллаһ, Аллаһ Тәғәлә изге эшкә тағы ла ҙурыраҡ бәрәкәтен бирер. Битараф булмайыҡ, милләтебеҙҙе, рухы­быҙҙы, телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереүгә үҙ өлө­шөбөҙҙө индерәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр! Милли матбуғат баҫмаларына яҙылып, уларҙы, кәрәк икән, бер-беребеҙгә бүләк итеп, алынған ғилемде таратып, берҙәм йәшәргә насип ҡылһын.
“Аҡса юҡ”, — тигән ҡәрҙәшебеҙ. Уға яуап итеп бер миҫал килтерәм. Өйләнер йәштәге егет: “Эш хаҡым үҙемә лә саҡ етә, әгәр инде өйләнһәм, кәләште, унан сабыйҙы ашатырға, йорт төҙөргә кәрәк буласаҡ...” — тип оҙон-оҙаҡ уйланып йөрө­һә, ғүмер буйы яңғыҙ йәшәүе ихтимал. Уның тап­ҡанына Аллаһ Тәғәлә бәрәкәт тә бирмәйәсәк. “Ҡөрьән”дә был йәһәттән: “Өйләнегеҙ, өйлән­де­регеҙ, фәҡир икәнһегеҙ, Хоҙай һеҙҙе ярҙамынан айырмаҫ”, — тиелгән. Ошоға бәйле, аҡса юҡлыҡҡа һылтанһаҡ, “юҡ”тан уҙа алмаясаҡбыҙ. Ә инде булғанына шөкөр итеп, матди килемде дөрөҫ тотонһаҡ, Аллаһ Тәғәлә тормошобоҙға бәрәкәтен юллар. Бала донъяға килгән һайын ғаиләлә ҡот арта бит, шуның шикелле, аҡса гәзит-журналға яҙылыуға ғына түгел, башҡа кәрәк-яраҡҡа ла етер. Шунлыҡтан, “матбуғат алдырыу өсөн аҡса юҡ” тип һылтаулау урынһыҙ.
Милли баҫмаларҙы үҙебеҙ генә түгел, бала­ларыбыҙ ҙа уҡыһын ине. Элек, нисектер, ғаиләлә быуындар бәйләнеше ныҡлыраҡ була торғайны. Хәҙер быға иғтибар кәмеп барғандай: һәр кем үҙ яйына йәшәй. Ә ғаилә ағзалары һәр саҡ бергә булырға, ҡыуаныстарҙы уртаҡлашырға, күмәк­ләшеп ултырып фекер алышырға, һәр төрлө мәсьәләне уртаға һалып һөйләшергә, бер аҙ бәхәсләшеп тә алырға тейеш. Милли матбуғатты ла ошолай бергәләп уҡыһаҡ, балаларыбыҙ, иншаллаһ, илһөйәр булып үҫеп, халҡыбыҙҙың яҡты киләсәген тәьмин итәсәк.
Милләттең төп ни­геҙе – бер бөтөндө тәшкил иткән тел һәм мәҙәниәт. Иғтибар күр­һәтелә икән, улар йәшәйәсәк. Үҫһен, сәскәһе менән һөйөн­дөрһөн өсөн гөлгә һыу ҡойорға, ерен йомшар­тырға кәрәк, ә күңел ҡатмаһын тиһәң, изгелек эш­ләү, яҡшы һүҙ мөһим. Шуның шикелле телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ ҙә даими иғтибарға, хәс­тәрлеккә мохтаж. Тимәк, “Аҡса юҡ” тигән һүҙҙең ифрат ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтереүе ихтимал. Берҙәм булайыҡ, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә