Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Газ өсөн түләү уңайлашты
Өйҙәрендә “зәңгәр яғыулыҡ”ты ҡулланып та, уның өсөн түләмәгәндәр юҡ түгел. Быйыл 1 сентябргә халыҡтың газ өсөн бурысы 760 миллион һум самаһы тәшкил иткән. Туғыҙ мең кешегә ҡарата киҫкен сара күрелгән. Әлеге мәҡәләлә газ хаҡын, йыйылған бурысты түләү, газ приборы күрһәткестәрен теркәү алымдары хаҡында һүҙ алып барырбыҙ.
Бөгөн “зәңгәр яғыулыҡ” өсөн Рәсәй почтаһы һәм банк бүлексәләре (банкоматтар, хеҙмәтләндереү кассалары) аша ҡулаҡса менән, шулай уҡ Интернет селтәрендәге онлайн-түләүҙәр ярҙамында иҫәпләшергә мөмкин. Шуларҙың ҡайһы берҙәренә туҡталып китәйек.

Бурысты һәм түләүҙәрҙе онлайн күсереү

“Газпром межрегионгаз Өфө” йәм­ғиәте­нең сайтында был ғәмәлде шәхси кабинет аша һәм унда теркәлмәйенсә башҡарырға мөмкин. Тәүге алым түләүҙе Интернет аша даими күсерергә теләгән кешеләр өсөн уңайлы. Бының өсөн теркәлеү формаһын тултырырға һәм пароль-серле һүҙ уйлап табырға кәрәк. Системаға ингәндә логин рәүешендә шәхси иҫәптең номеры ҡулланыла. Ләкин шуны онотмағыҙ: онлайн аҡса күсергәндә ҡулығыҙҙа “Уралсиб”, “Һаҡлыҡ банкы”, “Газпромбанк” йәмғиәттәренең, “Рәсәй” банкының карталары, шулай уҡ иҫәп-хисап приборҙарының (счетчиктарҙың) күрһәтмәләре булырға тейеш.
Әгәр “Һаҡлыҡ банкы” картаһын файҙаланһағыҙ, һеҙҙең өсөн “Автотүләү” хеҙмәте уңайлы булыр. Ул ай һайын билдәләнгән көндә газ өсөн түләүҙе раҫлап смс-хәбәр ебәрер.
Терминал аша ҡулаҡса менән иҫәпләшеү

“Газпром межрегионгаз Өфө” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте офиста­рын­дағы хеҙмәт­ләндереү терминалдары аша ла газ өсөн түләргә мөмкин. Республикала бындай терми­налдарҙың урынлаш­ҡан ере:

nӨфө ҡалаһы, Ленин урамы, 5/4;
nӨфө ҡалаһы, Рәсәй урамы, 108/1;
nКушнаренко ауылы, Большевиктар урамы, 36;
nШишмә ҡасабаһы, Киров урамы, 11;
nИглин ҡасабаһы, Горький урамы, 27/1;
nБишбүләк ауылы, Үҙәк урам, 66;
nРаевка ауылы, Ленин урамы, 85;
nПриют ҡасабаһы, К. Маркс урамы, 30-5;
nНефтекама ҡалаһы, Парк урамы, 6;
nУчалы ҡалаһы, Тәүге төҙөүселәр урамы, 4-2;
nБелорет ҡалаһы, Киров урамы, 48;
nАсҡар ауылы, Ленин урамы, 37;
nСибай ҡалаһы, Цеткин урамы, 2;
nАҡъяр ауылы, Юбилей урамы, 1;
nБаймаҡ ҡалаһы, Әлибаев урамы, 51;
nТалбазы ауылы, Ленин урамы, 109;
nҠырғыҙ-Миәкә ауылы, Ғөбәйҙуллин урамы, 101;
nБүздәк ауылы, Ленин урамы, 34;
nМәсәғүт ауылы, Тыныслыҡ урамы, 16.
Терминалдан файҙаланыу ҡыйын түгел. Башта “физик берәмектәр” тигән ҡушымтаны һайлап, яңы тәҙрәлә шәхси иҫәп һандарын (һигеҙ һан) йыйырға һәм махсус урынға (купюра алғысҡа) ҡу­лаҡсаны һалырға кәрәк. Онотмағыҙ: терминал сдача бирмәй.
Ҡулланылған газ өсөн “Уралсиб”, “Һаҡлыҡ банкы” һәм башҡаларҙың банкоматтары һәм терминалдары аша үҙаллы түләү мөмкинлеге бар. Хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыуҙы күҙ уңында тотоп, “Газпром межрегионгаз Өфө” яуап­лы­лығы сикләнгән йәмғиәте түләүҙәрҙе үҙенең стационар кассаларында, терминалдарында һәм роs-терминалдарында ла ҡабул итә. Абонент участкаларының адресы һәм уларҙың эш ваҡыты түләү документтарында күрһәтелгән.

Күрһәткестәрҙе –
электрон почта аша


“Газпром межрегионгаз Өфө” физик берәмектәргә иҫәп-белдереү ҡағыҙҙарын ай һайын электрон почтаға ебәрергә тәҡдим итә. Бының өсөн абонент участкаһына ғариза бирергә кәрәк. Үҙегеҙ менән шәхес таныҡлығын (паспорт) алыуығыҙ һорала.
Газ счетчигының күрһәткесен электрон почта йәки кеҫә телефоны аша смс-хәбәр итеп ебәрергә мөмкин. Тәүге осраҡта тейешле бүлексә исеменә ебәрелгән хатта (электрон почта адрестарының исемлеге – “Газпром межрегионгаз Өфө” сайтында, “Бәйләнештә” селтәрендәге ҡушымта – http://www.bashgaz.ru/kontakts) абонент­тың шәхси иҫәбен, исем-шәрифен, адресын, счетчиктың номерын һәм ағымдағы күрһәткестәрҙе яҙырға кәрәк. Шәхси иҫәп­тә бер нисә иҫәп-хисап приборы күрһә­телһә, һәр береһенең номерын һәм күр­һәткестәрен яҙыу шарт.
МТС абоненттары – 4938 (түләүһеҙ), башҡа операторҙарҙыҡы – +79857707575 һандарына (хаҡы – оператор тарифына ярашлы) счетчик күрһәткестәрен смс-хәбәр рәүешендә лә ебәрә ала. Шәхси иҫәптә бер генә иҫәп приборы күрһә­тел­һә, МРГУФА тигән код һүҙен (латин хә­реф­тәре менән – MRGUFA), шәхси иҫәп­тең номерын (һигеҙ һан), счетчиктың күрһәткесен йыйығыҙ. Мәҫәлән: МРГУФА 12345678 123. Әгәр бер нисә приборығыҙ бар икән, МРГУФА тигән код һүҙен (латин хәрефтәрен ҡулланырға мөмкин: MRGUFA), иҫәп приборының кодын (квитанцияла күрһәтелгән, 11 символ), күрһәткесте йыйығыҙ. Был осраҡта һәр приборға айырым смс ебәрергә кәрәк. Мәҫәлән: МРГУФА 12000123456 123.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә