Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » 80 йәшендә хәтирәләр яҙмаҡсы
Абҙанда йәшәүсе Ғәли Сәлихов Әселе буйы халҡына яҡшы таныш. Ул Әлебай ауылында колхозсы ғаиләһендә үҫә, бик иртә атайһыҙ ҡала. “Һуғыш башланғанда туғыҙ йәштә инем, ун йәштән колхозда төрлө эштә йөрөнөм, аҙаҡ тимерсе булдым”, — тип хәтерләй Ғәли Байрамғол улы.
1946 йылғы ҡоролоҡ халыҡтың былай ҙа ауыр тормошон үҙәккә үтерлек итә, шуға ла бер төркөм балалар каникулға ҡайтҡан ерҙән мәктәпкә ҡабат бармай — ашарға юҡ, хәл самалы. Икенсе йылына Ғәли уҡыуын дауам итә. Класташы Басир Мәһәҙиев менән лозунг яҙыу оҫтаһы булып танылалар. Улар теш порошогын һөткә бутап яһаған аҡ буяу менән ҡыҙыл туҡыма ҡуллана. Оҫта үҫмерҙәргә йыш ҡына райкомдан мөрәжәғәт итәләр.
IX класта Ғәли Сәлиховҡа мәктәптең “За учебу” тигән стена гәзитен сығарыу бурысын йөкмәтәләр. Ижади ҡомарын уятыуға яҡшы этәргес була был. “Сталинсы” район гәзите мөхәррире Карам Сафин да унан мәҡәләләр һорап алып тора, һуңынан яуаплы секретарь итеп эшкә саҡыра. Мәктәп директоры ла риза була, тик үҫмергә дәрестәргә килеп йөрөргә ҡуша. Әммә партия район комитетының беренсе секретары Ҡыям Мостафин фатихаһын бирмәй, мөхәррирҙе шелтәләй: “Беҙ йәштәрҙе белем алыуға йүнәлтергә тейешбеҙ! Уҡыуын тамамлаһын, шунан килер редакцияға”. Етәксе мәктәп директорынан Ғәлигә 600 һум аҡса бүлеүен, колхоз рәйесенән ай һайын 20 килограмм ашлыҡ биреүен һорай. Класташтары менән бер хушлашып киткәс, кире ҡайтырға ғәрләнгән Ғәли ярҙам аҡсаһын да, ашлығын да алмай, уҡыуын ташлай. Кәңәшләшер ине — атай юҡ. Колхозға эшкә бара. “Техника” — үгеҙ, көн дә шуны егеп, ылауҙа йөрөй.
1952 йылда егет армияға алына. Сәйәсәттә тәрән йөҙгәне, картаны яҡшы белгәне өсөн уға “профессор” ҡушаматын тағалар, пропагандист ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр, сержант званиеһы бирелә. Киске мәктәптә уҡырға, артабан институтҡа барырға ниәтләй ул. Шулай ҙа тыуған төйәген ташлап китә алмай.
— Колхоз рәйесе Сәлих Сарбаев: “Электрлаштырыу, радиолаштырыу эштәрен башларға кәрәк, бәлки, ҡалырһың”, — тип өгөтләне. Электр эшен үҙемсә өйрәндем: VI класта уҡығанда “Комсомольская правда” гәзитендәге схема буйынса радиоалғыс яһағайным, — ти Ғәли Байрамғол улы.
Булдыҡлы егет, бригада ойоштороп, электр үткәреү эшенә тотона. Ун көндә 80 бағана әҙерләнә. Ғәли сымдар табып алып ҡайта, егеттәрҙе өйрәтә. Яңы йылға Әлебайҙың һәр өйөндә электр уты балҡый. Районда электрлаштырыу эшен улар беренселәрҙән булып башлай, ә 1956 йылда радио үткәрәләр. Үҙен оҫта ойоштороусы итеп танытҡан 24 йәшлек егетте ауыл Советы рәйесе итеп һайлайҙар. Тик был эшкә күңеле ятмай, шуға күрә унан баш тарта.
Аҙаҡ Ғәли Байрамғол улы колхозда парторг, район гәзите редакцияһында бүлек мөдире булып эшләй.
Ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп, матур ғына йәшәп ятҡанда ҡатыны йәшләй мәрхүмә була. Ғаилә башлығы өс бала менән яңғыҙ ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иң кесе ҡыҙы, педучилищены тамамлағандан һуң, фажиғәле вафат була. Ике балаһы юғары белемгә эйә, тормошта лайыҡлы урын табып, бәхетле ғаилә ҡороп йәшәй. Ғәли ағай ғүмер буйы әсәһенә ҡулынан килгәнсә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтте.
Ҡатынының вафатынан һуң Ғәли Байрамғол улы Абҙанға күсергә ҡарар итә. Унда төҙөлөш эштәренең уртаһында ҡайнай, иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Уҡыған сағында бер сменала 1000 центнер орлоҡ ағыулай торған ҡорамал яһай.
Донъя көтөргә әүәҫ ағайыбыҙ Әселе буйында беренсе булып телевизор һатып ала, 10 метрлыҡ вышка эшләп ултырта, антенна йүнләй. Оҫтаның тағы бер яратҡан һөнәре — фотоға төшөрөү. Уның һүрәттәре ауыл тарихын мәңгеләштерә. Ғөмүмән, хеҙмәт һәм тыл ветераны яҡташтары араһында бик һәләтле, абруйлы кеше булып танылды.
Йәш сағында уҡ гәзит эше менән ҡыҙыҡһынған Ғәли Сәлихов һәр ваҡыт асылына тоғро ҡалды. Республика гәзиттәренә генә түгел, үҙәк баҫмаларға ла мәҡәләләр яҙа. Үҙенсәлекле оло ғүмер юлы үткән ветеран бөгөн дә сәйәсәт һәм донъя яңылыҡтарын ҡыҙыҡһынып күҙәтә, 80 йәшендә мемуар яҙа башларға ниәтләй.
Әнисә БИКТАШЕВА.
Ейәнсура районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә