Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ер ҡәҙерен игенсе белә
Ғафури районының “Восход-СТ” предприятиеһы эшсәндәре ергә йәбешеп ятып тигәндәй эшләй. Шуға баҫыуҙары мул уңыш менән ҡыуандыра.
Һәр хужалыҡтың үҙ тарихы була. “Восход-СТ”-ның да тыуған йылы, аяҡ­ҡа баҫыу осоро бар. Благовар егете Руслан Бакиров Ғафури яҡта­рына килеп төпләнә лә 2010 йылда ошо предприятиены асып ебәрә. Ул райондың һөрөлмәй, ҡаралмай етем­һерәп ятҡан ерҙәрен үҙ ҡара­ма­ғына ала. Шулай итеп, Антонов­ка, Игенйылға, Ҡотлоғужа, Та­тар Һаҫыҡкүле, Цапаловка, Дубров­ка, Яңы Ҡарамыш ауылдары тирә­һендәге буш баҫыуҙарға йән керә.
Был ауылдар халҡына ла ерҙе эшкәртерлек кеше табылыуы бик ҡулай булып сыға. Пайҙар файҙа килтерә башлаған — предприятие ҡуртым өсөн тейешенсә иҫәпләшеп бара. Мәҫәлән, быйыл Антоновка ауылы пайсыларына 2-шәр центнер арпа менән бойҙай, ә Иген­йылғаныҡыларға өсәр тоҡ арыш менән бойҙай тейгән. Кемгә нимә эләгеүе уның еренә нимә сәселеүгә бәйле.
Халыҡҡа эшле булыу мөм­кин­леге лә бик ҡиммәт. Әле хужалыҡта 42 кеше мәшғүл. Етәксе уларҙы ҡыш та эшле итеү мөм­кинлектәрен ҡарай. Уртаса хеҙмәт хаҡы 18-20 мең һум тәшкил итә.
– Ғәҙәттә, ураҡ осоронда эш ха­ҡы бөтә ерҙә лә юғары була. Һеҙҙә лә шулайҙыр? – тип ҡыҙыҡһындыҡ.
– Әлбиттә, ул осорҙа 130 – 150 мең һумға тиклем хеҙмәт хаҡы алыусылар була. Аҡса һәр кемдең банк картаһына күсерелә. Йыл аҙағында премия рәүешендә шәкәр, иген би­релә. Бесән, һаламды ла хеҙ­мәтсәндәргә бушлай тара­табыҙ, – тип яуап бирҙе Руслан Зәки улы.
Хужалыҡта техника етерлек. Ун трактор, кәрәк тиклем сәскес, баш­ҡа төр тағылма инвентарь бар, ете комбайндың барыһы ла тиерлек яңы. Уңышты ваҡытында йыйып ал­ғандар. Арпаның гектар ҡеүәте 32,5 центнер булһа, ужым арышы – 31, бойҙай 34 центнер уңыш биргән.
Хужалыҡтың иген культуралары сәсеүлектәре 2010 йыл­да 350 гектар булған. Ә хәҙер инде 3500 гектар баҫыуҙары бар. Бакиров ошо йылдар эсендә халыҡтың ыша­нысын яулап өлгөргән. Былтырлы-быйыллы Игенйылға ауылы халҡы ғына ла 2000 гектар пай ерен уның ҡарамағына тап­шырған.
Йәш етәксе Ғафури тупра­ғын үҙ иткән культураларҙы ғына сәсә. Көн­бағыш, бойҙай, люпин, арыш, ар­па игәләр. Хужалыҡта шәкәр сө­гөл­дөрөн дә бик ҡулай культура тип тапҡандар. Уны 110 гектарҙан баш­ла­ғандар, йылдан-йыл арттыра барып, киләһе йыл 600 – 650 гек­тар­ҙа үҫтерергә йыйыналар. Һәр гек­тарҙан 330 – 350-шәр центнер уңыш йыйып алғандар. Сөгөлдөрҙө тура Мәләүез шәкәр заводына ташы­ғандар. Люпин — был төбәк өсөн бөтөнләй яңы үҫемлек. Ул бик табышлы культура, етмәһә, ерҙе азотҡа байыта.
— Үҫемлекселектә тех­но­логи­ялар йылдан-йыл ка­милла­ша бара, игенселәргә яңы­лыҡ артынан яңы­лыҡ тәҡдим ителә. Дәрт итһәң, төр­лө­һөн һынап, тикшереп ҡа­рар­­ға, оҡ­шағанын, та­­быш­лы- һын артабан ҡулла­нып алып китергә була, – ти Руслан Бакиров. – Ерҙе һөр­мәйен­сә, туранан-тура сәсеү ысулын файҙа­ланабыҙ. Был технологияны районда беренсе булып беҙ баш­ланыҡ. Ул дым һаҡлауға булышлыҡ итә. Ерҙе ашлап, тәрбиәләп тора­быҙ, шунһыҙ юғары уңыш алып булмай.
Баҫыуҙар ғына түгел, иркен ялан­дар, көтөүлек, сабын­лыҡтар ҙа етерлек бында. Шундай урында мал аҫрамай буламы? “Восход-СТ” һарыҡ үрсетә. Әле улары 300-ләп башҡа еткән. Һарыҡтарҙы ҡыш­ла­тыу өсөн Игенйыл­ғаның элекке фер­ма бинаһын ремонтлап алған­дар. Артабан инде етәксенең эре малға тотоноу ниәте лә бар.
Район хакимиәте башлығы Рә­мил Бохаров йәш етәксене бушҡа маҡ­тамаған икән. Ысын­лап та, ға­фу­риҙар Бакировтан уңған. Ер ҡә­ҙерен белгән, халыҡ ышанысын яу­лаған, пайсыларҙың күҙ терәр өмө­төнә әйләнгән эшлекле етәк­селәр төбәктәрҙе уңыш­лы, етеш тормошҡа әйҙәргә һәләтле.



Автор: Г. СӘХИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республикала ишле ғаилә дүртенсе балаһының тәүге документын алды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостан туризм буйынса федераль рейтингта 13-сө урынға күтәрелде
Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы 15.06.2026 // Йәмғиәт

Республика Башлығы журналистарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 2

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфө сәйәхәтселәре мәмерйәлә мамонт тешен тапҡан...

Тотош уҡырға 0

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы

«Башинформ» агентлығы – Башҡортостандың иң күп өҙөмтә килтерелә торған мәғлүмәт сараһы 15.06.2026 // Йәмғиәт

«Медиалогия» компанияһы 2026 йылдың I кварталы өсөн Башҡортостан медиаресурстары рейтингын ......

Тотош уҡырға 1

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла 15.06.2026 // Йәмғиәт

Өфөнән Истанбулға рейстар асыла...

Тотош уҡырға 0

11 июндә республикала ҡыҫҡа эш көнө көтөлә
Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла

Өфөнән Истанбулға рейстар һаны арттырыла 10.06.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы Өфөнән Истанбулға осош программаһы асылыуы хаҡында иғлан итте....

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты

Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе....

Тотош уҡырға 2

Эливия, Рэм һәм Эрлан: Башҡортостанда үҙенсәлекле исемдәр рейтингы
Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй

Байрам көндәрендә республика поликлиникалары нисек эшләй 10.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 12 июндән 14-нә тиклем медицина учреждениеларының эш ......

Тотош уҡырға 3

Синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртте

Комментарий өҫтәргә