Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өлгәшелгәндәр сик түгел
Өлгәшелгәндәр  сик түгел Ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре һөнәри байрамын ниндәй кәйеф һәм уңыштар менән ҡаршылай? Ғәҙәттә, атҡарылған эштәрҙең һөҙөмтәһе барлана, алдағы көндәр күҙаллана. Шөкөр, урып йыйыу эштәре тамамланып, иген бураларға һалынды, мал-тыуар ҙа йылы ҡураларға индерелде. Тимәк, өлгәшкән уңыштар хаҡында һүҙ алып барырға мөмкин. Шул маҡсатта Краснокама районы хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге начальнигы Динис БИКОВҠА мөрәжәғәт иттек.


— Динис Хәмис улы, һүҙҙе быйылғы урып йы­йыу эш­тәренән башла­йыҡ әле. Ра­йон ху­­жа­лыҡ- ­тары был мө­­һим кампанияны нисек атҡар­ҙы, һынатманымы?
— Белеүегеҙсә, игенсе­нең кәйефе һауа торошона ла бәйле. Үҫтерелгән уңыш­ты йыйып алыу мә­лен­дә ямғыр ныҡ ҡамасау­ланы. Ярай әле, һуңғараҡ көндәр аяҙытты. Һө­ҙөм­тәлә иген культураларынан ярайһы уҡ яҡшы уңыш йыйып алынды. Мәҫәлән, 25 мең гектар са­маһы майҙандан 45,5 мең тонна ашлыҡ һуғылды. Гектар ҡеүәте уртаса 18,3 центнер тәшкил итте.
Форсаттан файҙаланып, юға­ры уңы­шы менән һө­йөндөргән “Заря” хужалығын (гектарынан 23 центнер), “Агро-Мен” йәмғиәтен (гектар ҡеүәте — 22 центнер) телгә алып үтке килә. Был хужалыҡтарҙың ҡайһы бер ба­ҫыу­ҙарында уртаса күрһәткестән күберәк тә урып һуғылды.
Шулай уҡ быйыл “Нур”, “Восход”, “Раздолье”, “Кама” хужа­лыҡтары айырылып торҙо. Ғөмүмән, орлоҡ өсөн дә, мал аҙығына ла етерлек иген үҫтереп ҡыуандырҙылар.
— Әле һеҙ әйтеп үткән һандар артында иң элек хужалыҡтарҙың хеҙмәте тора. Мәҫәлән, механи­заторҙарҙы ғына алайыҡ. Моғайын, урып йыйыу барышында, ужым сәскәндә араларында өлгө алырҙайҙары ла булғандыр?
— Әлбиттә. Районыбыҙ меха­ни­за­тор­­ҙары көҙгө ҡыҙыу осорҙа ныҡыш­мал да, түҙемле лә бу­лыуҙарын йәнә раҫланы. Уларға һауа торошоноң “графигына” ҡу­лайлашырға тура килә. Бөтөнөһө 40 берәмек комбайн иңләне баҫыуҙарҙы. Улар, һис һүҙһеҙ, үҙ эше­нең оҫталары ҡулында булды. Мәҫә­лән, “Заря” хужалы­ғынан Юрий Юк­чубаев 17 600 центнер ашлыҡ һуҡты. Виктор Ғәзизов унан саҡ ҡына ҡалышты: иҫәбендә — 17 400 центнер. “Раз­долье” хужалығынан йәш комбайнсы Илмир Нурлыев 12 мең центнерҙан ашыу игенде бураларға һалды.
Ер кешеһенең мәшәҡәте бөтәме ни?! Механизаторҙар киләһе йыл уңышы хаҡында ла хәстәрлек күрҙе — ҡышҡы культуралар 12 мең гектар майҙанда сәселде. “Мир” ху­жа­лы­ғы­нан Эрик Ильясов мең гек­тар­ҙы иңләп сыҡһа, “Надежда”нан Станислав Ат­на­шев һәм “Колос”тан Владимир Сәй­фуллин унан аҙ ғына ҡалышты. Ә ер эш­кәртеү буйынса ал­дын­ғы­лар иҫә­бендә — Ми­хаил Михайлов (“Заря”­­нан), Аль­берт Әх­мәҙишин (“Раз­долье”­нан).
— Ҡыш ишек ҡаға. Ху­жалыҡтар был миҙ­гелгә нисек әҙерләнде? Бил­дә­ләнгән пландарын үтәй алдылармы?
— Һүҙ юҡ, был йүнә­леш­кә лә етди ҡара­нылар. Мал аҙығы мул тупланды, йыл ярымға етерлек. Быға ошо күрһәткес буйынса республикала алдынғы урын билә­үебеҙ ҙә дәлил.
— Тимәк, хужалыҡ­тар мал-тыуарҙы имен-аман ҡыш­латасаҡ. Әле төп мә­шәҡәттәре нин­дәй?
– Әйтеүемсә, һәр ­ҡай­­һы­һы был осорҙоң мө­һим­­леген аңлап эш итте. Аҙыҡ мул, фермалар төҙөк­лән­дерелде. Әле малсы­ларыбыҙ алдында һөт етеш­тереү күләмен кәмет­мәү бурысы тора.
— Краснокама мал­сы­­лары һөнәри бай­рам­­дарын ниндәй күр­­­һәт­­- кес­­­тәр менән ҡаршы­лай?
— Һөҙөмтәләр һөйөн­дөрә. Быйылғы туғыҙ айҙа 1 миллиард 58 миллион һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештерелде. Шуныһы ҡыуа­ныслы: был былтырғы кимәлдән 27 про­центҡа күберәк. Һөт һауып алыу иһә 20 процентҡа артты. Мал һаны былтырғы кимәлдә һаҡлан­ды. Әле һанап үтелгән ыңғай күр­һәт­кестәргә барлыҡ мал­сы­лар- ­ҙың фи­ҙа­кәр хеҙмәте менән өлгәшелде. Бигерәк тә “Племзавод-Алға”, “Восход”, “Агрофирма-Маяҡ” һәм “Колос” хужалыҡ­та- рының берҙәм коллективтарын билдәләге килә.
Ғөмүмән, бәрәкәтле Краснокама ерендә йәшәгән һәм төбәктең йылъяҙ­маһына сағыу бит­тәр өҫтәгән барлыҡ хеҙмәт­сәндәргә лә еңел булмаған эштәрендә уңыштар насип бул­һын.

.



Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә