Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Океан ярында ла башҡорт гәзитен уҡыным
Һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең гәзит-журнал уҡымауына зарланырға әүәҫләнеп алдыҡ. Сәбәбе лә тиҙ асыҡланды: телевизор, Интернет ғәйепле икән дә баһа! Уларға алданып, балаларыбыҙҙың уҡырға ваҡыты ҡалмай...
Минең фекер иһә башҡаса. Балаларыбыҙҙың баҫма мәғлүмәткә битараф булыуында үҙебеҙ ғәйепле. Мәҫәлән, “Йәншишмә” гәзитенең тиражы менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы? Һеҙҙең ауылда уны нисә кеше алдырып уҡый? Дөрөҫ, бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ә заманында был гәзит тиҫтәләгән мең дана тираж менән сыға торғайны. Уны ярышып уҡыныҡ. Өйөндә гәзит тотоп ҡарамаған бала күңелендә китапҡа һөйөү тәрбиәләү мөмкин түгел.
Атайым мин ижекләп уҡырға өйрәнер-өйрәнмәҫтән “Башҡортостан пионеры”на яҙылды. Гәзитте туплап барыу өсөн фанеранан урын да эшләп бирҙе. Ҡайһы бер мәҡәләләрҙе үҙе уҡып ишеттерә торғайны. Тора-бара “Пионер” журналын да алдыра башланыҡ. Баҫма матбуғатҡа ҡыҙыҡһыныуым шулай һөйөүгә әйләнде. Хәҙер ҙә гәзит-журналһыҙ йәшәүҙе күҙ алдына килтерә алмайым.
Иҫемдә, бер мәл ниндәйҙер ҡыҙҙың биш минут эсендә ҙур майҙандағы иҙәнде йыуа алыуы тураһында мәҡәләһе сыҡты. Ниңә сәмемә тейгәндер инде, өйҙә бер кем дә юҡ саҡта мин дә был эшкә өйрәнә башланым. Йәнәһе, рекорд ҡуйған теге ҡыҙҙы ҡыуып үткәс, мәҡәлә яҙып ебәрәсәкмен. Теләк ҙур булһа, һөҙөмтәгә тиҙ өлгәшәһең шул. Мин дә иҙән йыуырға йәһәт өйрәндем. Ә бына мәҡәлә яҙылмай ҡалды. Шулай ҙа теге ҡыҙға ла, уның яҙмаһын баҫтырып сығарған гәзиткә лә ҙур рәхмәтлемен. Иҙән йыуа белеүем миңә интернатта ла, студент саҡта ла ярҙам итте, әле лә ярап ҡала.
Мәктәпте тамамлағас, Мәскәүҙә таусы һөнәренә уҡыным, унан Амур буйында, Чукоткала, Баймаҡта алтын йыуҙым. Ҡайҙа йөрөһәм дә, милли баҫмаларыбыҙҙан айырылманым. Улар миңә һәр ерҙә юлдаш, серҙәш булды.
Ниңәлер, элек “Совет Башҡортостаны” гәзите Бөтә Союз каталогына индерелмәгәйне. Чукоткала эшләп йөрөйөм, үҙебеҙҙәге яңылыҡтарҙы белге килә. Ни эшләргә? Ялға ҡайтҡан саҡта Өфөләге Үҙәк почтамтҡа индем. Гәзит-журналға яҙылыу бүлегендә мине шатландыра алманылар. Икенсе көндә тағы барҙым. Аптыраған бер апай, мине йәлләнеме икән, хеҙмәттәштәре менән кәңәшләште лә:
– Һеҙ ҡайһы райондан? – тип һораны.
– Йылайырҙан.
– Ошолай итеп ҡарайыҡ: гәзитте Йылайыр районындағы адресығыҙға яҙҙырығыҙ ҙа, иртәгә килеп, Чукоткаға күсертерһегеҙ. Килеп сығырмы-юҡмы, хәл итеү юлын табырға тырышырбыҙ.
Шулай эшләнек тә. Хәйләбеҙ килеп сыҡты. Һөҙөмтәлә Чукоткала йәшәп, бер йыл буйы рәхәтләнеп туған баҫмабыҙҙы уҡыныҡ. Аҙна һайын биш гәзитте бергә төрөп, бандероль итеп ебәрә инеләр. Шаштырыңҡырап әйткәндә, “Совет Башҡортостаны”н Төньяҡ Боҙло океан ярында Аляскаға ҡарап ултырып та уҡығаным булды, тип маҡтанырға хаҡым бар. Почта хеҙмәтенең ул осорҙағы яуаплылығына, теүәллегенә һаман да хайран ҡалам. Ҡайным әйтмешләй, Ер сигендә йәшәп тә, башҡорт гәзитен бер аҙнаға ғына һуңлап ала торғайныҡ. Хәҙер иһә Йылайырға ете көнгә һуңлап килһә лә, аптырамайбыҙ.
Бер нисә йыл элек ҡулыма “Шоңҡар” исемле йәштәр журналы килеп эләкте. Уны тиҙ генә уҡып сыҡтым, шул ҡәҙәр оҡшаны. Журналды почта аша алдыра башланым. Йәштәр ҙә уҡыһын тигән теләктә аҙаҡ уны һеңлеләремдең ҡыҙҙарына өсәр айға яҙҙырҙым. Артабан үҙҙәре алдыра башлар тип ышандым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар журнал менән бәйләнеште дауам итергә “онотто”. Ошо ваҡиға иҫемә төшә лә йәштәр өсөн йөрәгем әрней...
Хәтерегеҙҙәлер, ил етәксеһе Владимир Путин БРИКС һәм ШОС саммиттарын ойошторғаны өсөн Башҡортостанға рәхмәт белдерҙе һәм рәсәйҙәргә рус, башҡорт телдәрен өйрәнергә тәҡдим итте. Уның был һүҙҙәре милли республикала йәшәгән төп халыҡҡа төбәлгән тип ҡабул иттем. “Рухи ҡиммәтегеҙҙе онотмағыҙ, уны балаларығыҙға ла өйрәтегеҙ”, – тине, минеңсә, Президент. Ә гәзит-журналһыҙ, китапһыҙ телгә, милләтеңә, Ватаныңа һөйөү тәрбиәләү мөмкин түгел. Йәш быуынды милли матбуғат баҫмаларынан мәхрүм итмәһәксе, йәмәғәт.







Автор: Фәрит ӘХМӘРОВ. Район: Йылайыр районы, Аралбай ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә