Айырым тармаҡтар үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнаһа, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итмәһә, дөйөм үҫеш туҡтап ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөнгө тормошта бындай осраҡтар бихисап. Әйтәйек, ойошма-предприятиелар араһында бер-береһен уҙырға тырышып, “тапап китергә” әҙерҙәр бар. Шул уҡ ваҡытта битарафлыҡ та көслө. Мәҫәлән, ҡайһы бер ҡеүәтле предприятиелар етәкселәре араһында бөгөнгө юғары уҡыу йорттарының эшмәкәрлеге менән бөтөнләй ҡыҙыҡһынмағандар бар. Ә уларҙың киләсәген кем тәьмин итер? Уңышлы эшләгән предприятие үҫештән туҡтап ҡалмаҫмы? Был ил, төбәк сәнәғәтенә нисек йоғонто яһар?
Мәғлүм булыуынса, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов сәнәғәтселәр менән ректорҙар араһында һөйләшеү ойоштороп, уларҙың күбеһенең уртаҡ маҡсатҡа йүнәлтелгән эшмәкәрлек алып бармауына ризаһыҙлыҡ белдергәйне. Бындай хеҙмәт өлгөһө ниндәй булырға тейеш? Предприятиелар мәғариф учреждениелары менән бәйләнешкә ынтыламы? Өфөлә төҙөләсәк технополистың әһәмиәте ниҙә? Ошо һәм башҡа мәсьәләләргә бәйле фекерҙәре менән – Башҡорт дәүләт университеты ректоры Николай МОРОЗКИН.– Һөйләшеүҙе тура шул һорауҙан башлайыҡ: бөгөнгө юғары уҡыу йорттары технополисҡа ысынлап та ҙур ихтыяж кисерәме, Николай Данилович?
– Эйе, бындай майҙансыҡтың юҡлығы үҙен ныҡ һиҙҙерә. Айырыуса һуңғы йылдарҙа. Әйтәйек, беҙҙең университетта бер нисә ғилми лаборатория асылды. Улар донъяуи кимәлдә. Тәүгеһен 2011 йылда уҡ 120 миллион һумлыҡ грант иҫәбенә булдырғайныҡ. Был аҡсаны нефтте һыуҙан айырыу технологияһы проектын эшләп алдыҡ. Уға сит илдәрҙән өс профессор етәкселек итте. Икәүһе – элекке хеҙмәттәштәребеҙ Искәндәр Әхәтов менән Наил Ғүмәров. Улар уҙған быуат аҙағында Америкаға күскәйне, шунда эшләйҙәр. Ғилми етәкселәрҙең өсөнсөһө иһә Сингапурҙан булды.
Бына ошо профессорҙар ярҙамында нефтте һыуҙан айырыу технологияһын булдырҙыҡ. Хатта лаборатория ҡулайламаһын да эшләнек. Һөҙөмтә шул: нефткә ҡушылған 30 процент һыуҙың бер проценты ғына ҡала. Был бик һәйбәт. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, технологияны сәнәғәткә индерә алмайбыҙ. Ни өсөн тигәндә, ундағы өлгөләрҙе, шарттарҙы белмәйбеҙ. Нефтселәр килә лә: “Шәп эшләгәнһегеҙ!” – тип маҡтап китә. Ә үҙҙәренә алып ҡулланыу тураһында һүҙ юҡ. Ҡайһы берҙәренә тәҡдим итеп ҡарағайныҡ, кире яуап яңғыраны. “Технологияғыҙ бит балалар уйынсығы кеүек, – тинеләр. – Сәнәғәт өсөн өлгөһө бармы уның? Юҡ? Тимәк, ғәфү итегеҙ...”
Әгәр технополис булһа, ошондай аңлашылмаусанлыҡтар тыумаҫ ине. Унда дәүләт, ҡыҙыҡһыныу белдергән предприятие вәкилдәре ярҙамында был технологияның сәнәғәт өлгөһөн эшләп, киң ҡулланылышҡа тапшыра алыр инек. Проектты төҙөгәндә бит үҙебеҙҙең йәш белгестәр, студенттар профессорҙарҙан күп нәмәгә өйрәнде, сит илдәрҙә тәжрибә туплап ҡайтты. Улар, һис шикһеҙ, технологияны тейешле кимәлгә еткереүгә тос өлөш индерә аласаҡ. Әлеге етешһеҙ шарттарҙа иһә ошо белгестәребеҙҙе лә юғалтыуыбыҙ ихтимал.
Эйе, беҙҙең уҡыу йортонда технопарк бар. Ләкин унда технологияларҙың сәнәғәт өлгөләрен булдырыу өсөн ҙур сығым талап ителә, ә беҙҙә ундай мөмкинлек юҡ. Шул уҡ ваҡытта урын да самалы. Технополиста иһә был мәсьәләләр уртаҡ хәл ителер, этәргес көс табылыр ине. Әйткәндәй, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә, мәҫәлән, Түбәнге Новгородта, ресурс үҙәктәре бар. Унда эшмәкәрлек өсөн аҡсаның яртыһын – предприятие, ҡалған өлөшөн дәүләт түләй. Технополис иһә күпкә ҡеүәтлерәк. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың бындай ғилми-ғәмәли майҙансыҡ булдырыу тәҡдиме төбәктең иҡтисади көсөн арттырыуға ныҡлы булышлыҡ итәсәк. Беҙгә эште һуҙмау, “иртәгә”гә ҡалдырмау бурысы йөкмәтелә.
– Технополисты нисегерәк төҙөү йәһәтенән тәҡдимдәрегеҙ ҙә барҙыр?
– Эйе, уларҙы күптән әҙерләнек. Технополиста “Нефтте сығарыу, эшкәртеү һәм ташыуҙа термогидродинамик процестар” тип аталған күрһәтеү-тикшеренеү үҙәге булырға тейеш. Уның өсөн дүрт ҡулайламабыҙ әҙер тип әйтергә мөмкин. Араларында береһе – эйәрсән нефть газын утилләштереүгә тотороҡло һыу-газ берләшмәһе алыу өсөн көслө ҡушылдырғыс өлгөһө. Белеүегеҙсә, элек бындай нефть газы яндырыла торғайны. Хәҙер иһә был ысул тыйылды. Тимәк, эйәрсән газды башҡаса юл аша бөтөрөргә кәрәк. Ә нисек? Бына ошо йәһәттән махсус ҡулайлама яһаныҡ. Һөҙөмтәһе – юғары, экология таҙа буласаҡ. Технополиста, һис шикһеҙ, скважиналар ҙа эшләү мөмкинлеге тыуыр.
Ғилми-ғәмәли майҙансыҡта “Нефттән сығарыуы ауыр запастарҙы эшкәртеүгә геофизик контроль” тигән үҙәк тә булырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ. Унда уҡыу һәм ғилми-тикшеренеү өсөн төрлө категориялағы скважиналар полигоны, үҙйөрөшлө каротаж станция һәм башҡа ҡоролмалар яһау зарур. Был йүнәлеш буйынса университеттың геофизика кафедраһы ныҡлы шөғөлләнә. Сит ил компаниялары менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Улар биргән мәғлүмәттәр кафедрала беҙҙең программаларға ярашлы эшкәртелә һәм артабан файҙаланыуға тапшырыла.
Технополисҡа тәҡдим иткән өсөнсө үҙәк – “Молекуляр медицина”. Беҙҙең университетта биотехнология, генетика буйынса әүҙем эш алып барыла. Мәҫәлән, “Генетик паспорт” тигән лаборатория асырға йыйынабыҙ. Уның өсөн кәрәкле ҡорамалдар алынған, махсус урын бар. Лицензия ғына кәрәк.
Һүҙ ҙә юҡ, һәр кем өсөн генетик паспорт ҙур әһәмиәткә эйә. Әйтәйек, ана ҡарынындағы ике аҙналыҡ сабыйға ҡандан күскән сирҙәрҙе билдәләп, уларҙы шунда уҡ дауалай башларға мөмкин. Төҙөләсәк лабораторияның төп маҡсаты тап шул: ауырыуҙарҙы ваҡытында “ауыҙлыҡлау”, йәмғиәттең именлеген хәстәрләү. Был эште технополис ярҙамында үҫтергәндә, республика халҡына ҙур ярҙам күрһәтелер ине. Планлаштырыуыбыҙса, үҙәктә һәр кемгә анализ тапшырып, генетик паспорт алыу мөмкинлеге асыла. Бындай хеҙмәт, әлбиттә, ҙурыраҡ ҡалаларҙа ла күрһәтелә. Ләкин ундағы күрһәткестәрҙең дөрөҫ булмауы ихтимал, сөнки генетика тыуған ергә ныҡ бәйле. Тимәк, Башҡортостанда ошондай үҙәк асыуҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
Технополиста шулай уҡ “Репродуктив биология һәм үҫемлектәрҙе клонлау” лаборато- рияһы кәрәк тигән фекерҙәбеҙ. Был йүнәлештәр буйынса ла уртаҡлашыр тәжрибәбеҙ бар. Мәҫәлән, биология факультетында нанотоксикология лабораторияһын булдырҙыҡ. Уның бурысы ниҙә? Белеүегеҙсә, хәҙер һәр урында тиерлек нанотехнологиялар киң йәйелдерелә. Заманса алым тип, әйтәйек, төҙөлөш материалдарына, буяуҙарға нимә генә ҡушылмай? Ә был ҡатышмаларҙың организмға нисек тәьҫир иткәнен тикшереүсе бармы? Санитария-эпидемиология талаптарының үтәлеше контролдә тотоламы? Юҡ. Нимә теләһәк, шуны ҡушабыҙ ҙа “нано” тип тәҡдим итәбеҙ.
“Биологик ҡушымталы” тигән эсемлектәр ҙә киң таралыу алды. Улар ысынлап та файҙалымы һуң? Организмды боҙмайҙармы? Нанотоксикология лабораторияһында тап ошо мәсьәләләр тикшерелеп, халыҡҡа дөрөҫлөк асып һалынасаҡ.
Университеттың химия факультетында ла ҡыҙыҡлы заманса эшләнмәләр бар. Мәҫәлән, яңы пластырь уйлап сығарҙылар. Мәғлүм булыуынса, тәндең янған өлөшө тиҙ генә уңалмай. Иң ҡыйыны – пластырҙы алмаштырам тиһәң, яраға яңынан зарар килә. Ошоно күҙ уңында тотоп, беҙҙекеләр яңыһын булдырҙы. Был пластырь йәрәхәткә бер ҡуйыла ла алынмай, аҙаҡ тәнгә һеңә.
Асфальтты һәйбәт килеш һаҡлау маҡсатында бер эшләнмә бар. Был күренеш һәр кемгә таныш: яңы һалынған ҡаты, тигеҙ юлдың, ҡар асылһа, ярылып бөткәнен күрәбеҙ. Уны нисек һаҡларға? Ошо маҡсатта химия факультетында һыу һеңдермәй торған буяу кеүек махсус ҡулланма булдырылды. Уны башҡа төҙөлөш материалдарын һаҡлау өсөн дә файҙаланырға мөмкин.
Ә инженерия факультетында нанокерамика йүнәлеше буйынса әүҙем эш алып барыла. Был йәһәттән беҙҙең биш проект “Роснано” компанияһының грантын яулауға өлгәште. Нанокерамика буйынса тәжрибә эштәре БДУ-ның Бөрө филиалындағы цехта уҙғарыла. Факультет шулай уҡ Ҡытайҙағы бер университет менән тығыҙ бәйләнеш булдырған, был уҡыу йортоноң керамика заводы бар.
Үҫемлектәрҙе клонлауға килгәндә, был эш күберәк импортҡа алмаш менән бәйле. Белеүегеҙсә, быға ҡәҙәр йәшелсә-емештең күбеһен – Польшанан, сәскәне Нидерландтарҙан килтерә торғайнылар. Хәҙер был йәһәттән сикләү индерелде. Беҙҙең лабораторияла иһә төрлө үҫемлек (араларында юғалыу хәленә еткән, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгәндәр ҙә бар), хатта поляк алмаларын да үҫтерәбеҙ. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пробиркаларҙа ғына. Үҫемлектәрҙе теплицаға күсереп, аҙаҡ һата башлаһаҡ, күпме файҙа булыр ине! Был маҡсатты, һис шикһеҙ, технополиста тулы кимәлдә тормошҡа ашырырға мөмкин.
Ғөмүмән, университеттың һәр факультетында заманса ғилми-ғәмәли тикшеренеү эштәре алып барыла. Уларҙы камиллаштырыу, киң ҡулланылышҡа индереү, предприятиелар менән уҡыу йорттары араһындағы бәйләнеште нығытыу йәһәтенән технополистың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ буласаҡ.
– Мәғариф һәм сәнәғәт учреждениеларының хеҙмәттәшлегенә килгәндә, был мәсьәләгә сит илдәрҙә ҙур иғтибар бүленгәнлеге мәғлүм.
– Ысынлап та, шулай. Университеттағы геофизика кафедраһы, мәҫәлән, Америка, Франция фирмалары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып бара. Эштәренән күренеүенсә, улар студенттарҙы әҙерләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, компания белгестәре уҡыу йортона үҙҙәре үк килә лә өлкән курс студенттарын, магистрҙарҙы тест, айырым һөйләшеү һөҙөмтәһендә һайлап ала. Һынауҙы үткән йәштәрҙе “стажер” тип атап, фирмала эшләү өсөн әҙерләй башлайҙар. Өҫтәүенә уларға 500 доллар өҫтәмә стипендия түләнә. Шул уҡ ваҡытта был йәштәр менән айырым шөғөлләнгән уҡытыусылар ҙа матди йәһәттән ҡәнәғәтләндерелә – төрлө грант ала. Һөҙөмтәлә бер кем дә дөйөм эшкә ҡарата битарафлыҡ күрһәтмәй, ә тырышып хеҙмәт итә, даими эҙләнә, камиллыҡҡа ынтыла.
Беҙҙәге “ӨфөНИПИнефть” компанияһы ла әлеге сит ил ойошмаларының өлгөһөндә яңыса эш башланы. Уларҙың белгестәре университетҡа килеп, 12-13 студентты үҙҙәренә эшкә әҙерләү өсөн һайлап алды. Предприятиела лабораториялар ҙа булдырҙылар. Студенттарға өс мең һум тирәһе өҫтәмә стипендия түләйҙәр, уҡытыусыларға иһә грант ҡаралған.
Йәнә бер шатлыҡлы күренеш – “Газпром нефть” предприятиеһы ла беҙҙең менән шундай уҡ схема буйынса эш башланы. Быйыл тәүге тапҡыр һигеҙ магистрҙы һайлап алдылар. Уларҙың уҡыуы өсөн тулыһынса түләйҙәр. Нефть компаниялары менән бәйләнеш шулай нығый бара.
Әйткәндәй, инженерҙарҙың квалификацияһын күтәреү буйынса дәүләт программаһына ярашлы уҙғарылған конкурста йыл да ҡатнашабыҙ. Унда дүрт йыл рәттән еңеү яуланыҡ. Һөҙөмтәлә сәнәғәт предприятиеларында кафедралар асабыҙ, уларҙың һаны хәҙер 15-кә етте. Был майҙансыҡтарҙа теория ла, ғәмәли эш тә алып барыла. Уларға дистанцияла уҡытыу ҙа индерелә. Һөҙөмтәлә предприятиелар белем биреү учреждениелары менән хеҙмәттәшлек итеүҙе ыңғай баһалай, үҙҙәре үк төрлө тәҡдим яһай башланы.
Шул уҡ ваҡытта фән кандидаттарын әҙерләүебеҙҙе лә һорайҙар. Мәҫәлән, “Туймазыхиммаш” йәмғиәтенең төп акционеры шундай тәҡдим яһаны. Уның әйтеүенсә, хәҙерге предприятиелағы заманса технологик процестың нигеҙенә төшөнөп, дөрөҫ эшмәкәрлек ойоштороу өсөн ябай инженерҙар түгел, ә ғалимдар талап ителә.
Әйткәндәй, күптән түгел Дәүләт Думаһына “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Законға үҙгәреш индереү тәҡдиме менән сыҡтылар. Асылы шул: уҡытыуҙы предприятиеларҙағы базалы кафедраларҙа ойоштороуға рөхсәт алыу. Әгәр ошо тәҡдим ыңғай хәл ителһә, студенттарҙы эш урынында яңынан әҙерләү кәрәкмәҫ, улар етештереү процесына шунда уҡ инеп китер ине. Был, әлбиттә, ике яҡтың да сығымдарын ҡыҫҡартыуға килтерәсәк.
– Предприятие етәкселәренә ниндәй теләктәрегеҙ бар, Николай Данилович?
– Рөстәм Зәки улы әйтмешләй, Совет осоронда һәр аспирант үҙ идеяһы менән ойошманың генераль директорына тиклем барып етә ала ине. Етәкселәр бер тәҡдимгә лә битараф ҡалманы, бар хәленсә ярҙам итергә тырышты. Хәҙер иһә уҡыу йорттары әҙер эшләнмәләр, етештереү өлгөләре тәҡдим итә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡайһы бер предприятиелар етәкселәре беҙгә ҡарата бөтөнләй битараф. Ә үҙҙәре: “Юғары уҡыу йорттары эшкә яраҡһыҙ белгестәр әҙерләй”, – тип яр һалырға белә. Бер-беребеҙҙән айырым йәшәгәс, кәңәш ҡормағас, уңышҡа өлгәшеү мөмкинме һуң? Ошо хәҡиҡәткә таянып, хеҙмәттәшлекте нығытыуға ынтылһаҡ ине.
Д. ТӘЛҒӘТОВА әңгәмәләште.