Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хоҙай шуларҙан айырмаһын...
Хоҙай шуларҙан айырмаһын... Шәхси хужалыҡ алып барып ҡына етеш йәшәп буламы? Була, тиер үҙҙәре ҡош-ҡорт, мал-тыуар ҡараған, йәшелсә, еләк-емеш үҫтергәндәр. Юҡ, тип нарыҡлар ихатаһында “йүгереп” арығандар. Шуға ла “ярҙамсы хужалыҡ” бит ул, тип тә өҫтәр. Быларға иһә тағы берәүҙәр ҡушылыр, улары — “ауылда эш юҡ”, “эйе, аҡыл һатыуы еңел ул, үҙең йәшәп ҡара” тип ғүмер итеүселәр. Булмаһа, ошо һорауҙарға яуапты ике ғаилә миҫалында эҙләп ҡарайыҡ.

Эльвира менән Мәҙәрик Бикмаевтар Яңы Юл ауылында йәшәй. Эльвина, Айзилә исем­ле ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Ауыл ерендә йәшә­гәс, мал тоталар: бөгөн өс баш һыйыр, шунса уҡ башмаҡ, быҙауҙары бар. Ғаилә башлығы ҡышын ҡаҙанлыҡта оператор – балалар баҡ­саһын йылыта. Кәләше иһә, ҡала ҡыҙы булһа ла, йорт мәшәҡәттәренә сумған. Төп табыштары – шәхси ярҙамсы хужалыҡтан: ҡура ту­лы мал, 50-нән ашыу ҡаҙ тоталар, 30-лап умарталары бар. Йылына ҡарап, бал ҡорто ғаиләһе 40-ҡа ла етә икән. Был яҡтарҙа көн­бағыш күп сәселә. Уныһы яҡшы. Тик ми­ҙалдың икенсе яғы ла бар — гербицид күп ҡулланыла.
– Бала саҡтан ҡорт тоторға өйрәнеп үҫ­тем. Атайым унан һис айырылманы, – ти Мә­ҙәрик Уралбәк улы. – Өйләнеп, башҡа сыҡ­ҡас, үҙемдеке тәүҙә икәү генә ине. Яйлап арттыра килдем. Күңелгә ятҡан һөнәр бит. Ҡорттан айырылған юҡ...
Умартасы балын баҙар кәштәһе артында тороп һатмай – үҙенең “клиенттары” бар. Ке­ше аҡсаһын иҫәпләр өсөн “кеҫәһенә” тығы­лыр­ға ярамай. Шулай ҙа “ауылда эш юҡ бит” тип тик ятыусылар өсөн аҙ ғына Бикмаев­тар­ҙың “көшөлөгөн” асҡы килә. Мәҫәлән, быйыл улар 24 феләк бал алған. Ҡорттарға, үҙенә, яҡындарына күстәнәскә ҡалдырһаң да, “шәх­си хужалыҡ менән генә йәшәп булмай” ти­гәндәргә яуап әҙер түгелме? Бынан тыш, өс һыйырҙың һөтөн өҫтәргә кәрәк. Эйе, бер литр 12 һум ғына тора. Йәй айҙарында көнөнә һәр ҡайһыһынан 10-ар литр тапшыр­һаң да, был һанды 30-ға ҡабатларға кәрәк. Ауыл халҡы күпләп мал тота. Фермер Венер Хәлитов иһә ваҡытында һөт йыйып, иҫәп­лә­шеп бара. Шуға ауыл халҡы уға бик рәхмәтле.
– Иҫке булһа ла, “МТЗ-50” тракторым бар, – ти хужа. – Ҡарап йөрөтһәң, иҫкеһе лә эш­ләй инде, ҡарамаһаң, яңыһы ла тик тора. Ун ике метрлы торбанан умарта ташый торған арба эшләп алдым. Ҡайҙа ниндәй үҫемлек сәскә ата, шунда йәй буйы күсереп йөрөтәм.
Хоҙай шуларҙан айырмаһын...Бына шулай. Иҫәнлек-һаулыҡ, йорттары нигеҙенә бәрәкәт теләп, икенсе шәхси ху­жа­лыҡҡа – Ялсыҡай ауылында йәшәүсе Филүзә менән Әхмәт Йыһаншиндарға ашыҡтыҡ.
– У-у-у... Ҡайҙа ғына эшләмәнем, – тип йылмая Әхмәт, – ҡалаһы ҡалманы, Себере... Бер ваҡыт Себерҙә 45 көнгә 28 мең һум сыҡты. Шунан һуң ни, ауылда шешә онтағы йыйып тапшырһаң да, күберәк алыр инем, тинем дә күтәреп һуғып ҡайттым да киттем. Ауылда эшләмәгән кешегә генә эш юҡ бит ул. Күпме генә ситтә йөрөһәң дә, баҫылып үҙеңдә тир түкһәң, күпкә яҡшыраҡ...
Алама, аҡса түләмәҫлек эштә лә булмаған Әхмәт Себер тарафтарында: “К-700” тракторы менән “трал” йөрөткән. Ә бит шаярыу ҡатыш әйтелгән һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Мәҫәлән, Балтаста бер шәхси эшҡыуар быя­ла ватыҡтары, сепрәк, ҡағыҙ ҡалдыҡтарын халыҡтан йыйып, Өфөгә оҙата. Оҙата, сөнки үҙҙәре килеп ала. Йыһаншин иһә башҡа юлды һайлаған – ата-баба һөнәренә тотон­ған: бөгөн уның ҡураһында 20 баш һы­йыр малы аҫрала. Һауын һыйыры – дүрт баш. Бынан тыш, күпләп ҡош-ҡорт тоталар. Мал тигәндән, нәҫеле “мал йәнле” уларҙың. Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов – әсәһе Ғәтиә инәйҙең бер туған ағаһы. Атаһы Ғиндулла күпләп мал тоторға рөхсәт булмаған саҡтарҙа ла аҫрарға яйын тапҡан.
Ауыл ерендә йәшәгәс, техникаһыҙ булмай. Бигерәк тә мал менән шөғөлләнгән ке­шегә. Күпмелер үгеҙ, танаһын һатып, Әхмәт “Т-150” тракторы, һабан, башҡа тағылма ҡорамалдар алған.
– Бер ай самаһы һыуыҡта трактор аҫ­тын­да ятһам-яттым, барыбер капиталь ремонт эшләнем, – ти хужа. – Бөгөн техника фураж да тигән һүҙ. Ғөмүмән, мал “тере” банк бит. Хужалыҡтар, фермерҙар ер һөргән, эшкәрт­кән өсөн күпселектә иген, ҡатнаш аҙыҡ менән иҫәпләшә...
Хужабикәгә лә эш етерлек. Йорт алды мәж килеп тора: Филүзәне күреү менән быҙауҙар үрле-ҡырлы саба башлай – ашарға, эсергә кәрәк, тирә-яҡ ҡош-ҡорт тауышына күмелә.
– Бар бәхет – балаларҙа, – ти Филүзә. – Беҙ­ҙең үҙебеҙгә бер ни кәрәк түгел. Барыһы ла етә.
Улдары Юлай менән килендәре Гөлназ Данил исемле ул үҫтерһә, ҡыҙҙары Гөлнур, кейәүҙәре Фларистың да Данис улы “ҡул араһына” инеп бара – әле бер ергә менеп китә, икенсе нәмәне тартып төшөрә, уйын­сыҡ­тарын йәнләндерә. Балалы өй – баҙар, балаһыҙы – маҙар, тип халыҡ юҡҡа әйтмәгән. Ауыл өйөнөң йәме балаларҙа булһа, аҙбарҙыҡы – мал-тыуар менән ҡош-ҡортта. Йыһаншиндарҙың барыһы ла бар. Хоҙай шуларҙан айырмаһын...


Район: Көйөргәҙе районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә