Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөтлөкәйең һөттән айырмаһын тиһәң...
Һөтлөкәйең һөттән айырмаһын тиһәң... Һыйырҙарҙа мастит ауырыуы йыш күҙәтелә. Елен биҙенең шешеүе ул. Сир төрлө билдәләре буйынса бер нисә төркөмгә бүленә. Елен туҡымаһының ҡайһылай зарарланыуы һәм үлеүе — иң төп билдә. Шуларҙан сероз маститы менән катараль маститҡа туҡталып үтербеҙ. Сөнки ҡалған төрҙәре хужаның иғтибарһыҙлығы арҡаһында ғына ҡатмарлаша, малдың өҙлөгөүенә килтерә. Мәҫәлән, елен башында эренле һөт күренеү менән хужа кеше уға йылы массаж яһамай, ветеринарға күрһәтмәй һәм башҡалар.
Сероз маститы. Сир башланғанда имсәк башының ныҡ шешенеүе күҙәтелә. Әйткәндәй, тәүҙән үк уның ауырыу өлөшө генә шешә, сөнки сир шунда уҡ таралмай. Тора-бара был өлөш ҙурая, ҡатылана, эрен һөткә төшә. Быны һөттөң шыйыҡланыуынан, һарғайыуынан белеп була.
Сероз маститҡа йыш ҡына төрлө йәрәхәт, бәрелеп һуғылыуҙар, дөрөҫ һаумау, химик фактор (организмдың ағыуланыуы) сәбәпсе. Был төр маститтың аҙыҡ һеңдереү юлының, енес ағзаларының шешенеүенән дә булыуы мөмкин.
Сероз маститын һыуытыу юлы менән дауалайҙар, йәғни ауырыу урынды һалҡынса һыу менән йыуалар, һалҡын һыу тултырылған грелка ҡуялар, еленде ҡояш нурҙары ныҡлап йылытмаһын өсөн балсыҡҡа буяйҙар. Шулай иткәндә шеш яйлап ҡайта. Ләкин был ысул өс көндән дә артыҡ ҡулланылмай. Әгәр ҙә маститтың сәбәбе микробтар булһа, еленде һыуытыу, киреһенсә, сирҙең көсәйеүенә килтерә. Сөнки, ҡан әйләнеше насарланғас, ауырыу өлөшөндә иммунитет яйлап юғала.
Шеш өс көндән ҡайтмаһа, дүртенсеһендә еленде йылыта башлайҙар. Бының өсөн йылытҡыс майҙар ҡулланыла, имсәк башына аҫтан өҫкә табан массаж яһала. Был эш 15 — 20 минут буйы көнөнә өс тапҡыр башҡарыла. Унан һуң еленгә май һөртөлә. Былай иткәндә йылылыҡ оҙаҡ һаҡлана.
Мастит менән ауырыған мал ҡурала тотола, үткен елдәр булмаҫҡа тейеш. Микробтарға ҡаршы препараттар һөт лаборатория тикшерелеүе үткәс кенә ҡулланыла. Әгәр ҙә микробтар табылһа, һөттө эсергә лә, башҡа малдарға бирергә лә ярамай.
Катараль мастит. Был төр ауырыу, ғәҙәттә, малды дөрөҫ һаумауҙан килә. “Катараль” тигән һүҙ тиресә ҡатламының шешеүен аңлата. Был сағында инде һөт юлдары тиресәләре ҡатламы шешә.
Катараль мастит булғанда елендең эске яғында “марш”тар, йәғни төйөрҙәр барлыҡҡа килә. Был лайлалы ҡатландыҡты массаж юлы менән бөтөрөргә мөмкин. Йод, салицин, камфора майы ҡулланыла. Әгәр ҙә ауырыу өлөшө ҡатҡан булып, массаж ваҡытында төшмәһә, шунда уҡ һыйырға ярҙам күрһәтелмәһә, тик хирургик юл ғына ҡала.
Елендең ауырыу өлөшөндә микрофлораның (микроорганизм берләшмәһе) көсәйеүе эренле катараль маститҡа килтерә. Был осраҡта һауым кәмей, хатта тулыһынса юғала. Һөт әсе һәм тоҙло була, ара-тирә эрен сыға. Елен ҡыҙыл төҫкә инә, тиресә эҫеләнә, хатта малдың тән температураһы күтәрелеүе лә ихтимал.
Был сағында массажды нығыраҡ яһарға, елендән һөттө йышыраҡ һауырға кәрәк. Һөттө шунда уҡ анализға ебәреү мөһим. Уның составында ауырыу тыуҙырғыс (патоген) микробтар булһа, антибиотиктар ҡулланалар.
Мастит эренле катараль формаһына күсә башлағас та, шеш имсәкте 1-2 сәғәт һайын һауалар. Һауып бөткәс тә, имсәк башына антисептик иретмәһе һалалар. Ғәҙәттә, бының өсөн ҡуйы марганцовка иретмәһе, 1-2 процентлы ихтиол йәки стрептоцид ҡулланалар. Әйткәндәй, катараль мастит эренле стадияға күсә башлағас, йылылыҡ ярамай.
Нисек кенә булмаһын, малҡайҙың еленендә мастит билдәләре беленгәс тә, ветеринарға күрһәтергә кәңәш ителә. Һөтлөкәйҙең һаулығы һеҙҙең хәстәрлекле ҡулдарҙа икәнен һис оноторға ярамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә