Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һалымдар ситкә оса
Билдәле булыуынса, бөгөн күпселек ауыл советтары урындағы ҡаҙнаны тулыландырыу ысулдарын эҙләргә мәжбүр. Һәр йорттан “мөрйә (төтөн) аҡсаһы” йыямы, мал һанына ҡарап һалым туплаймы — уныһы үҙҙәренең эше. Шифахана, ял йорттары йәки ҙур сәнәғәт предприятиелары бик һирәк биләмәләргә тура килә шул. Әммә мәсьәләнең икенсе яғы ла бар.


Бөгөн ауыл кешеләренең бай­тағы, айырыуса ирҙәр, сит­кә китеп тир түгергә мәжбүр. Сер түгел, уларҙың күбеһе эш ха­ҡын конвертта ала, һөҙөм­тә­лә республика ҡаҙнаһына уның килем һалымы инмәй. Уйлап ҡараһаң, әлеге ирҙең ғаи­ләһе муниципалитетҡа бер тин фай­ҙа килтермәгән килеш ауылдың мөмкинлектәренән ҡул­лана бу­лып сыға: балалар баҡсаһы, мәк­тәп, дауахана һ.б. Етмәһә, Себерҙән йә Мәс­кәү­ҙән ялға ҡайтҡандар яҡ­таш­та­рына ауыл­да йәшәү си­фа­тының насар булыуы, ә ул эшләгән ерҙә ха­лыҡтың етеш көн итеүе, бар уңай­лыҡ­тар­ҙан файҙаланыуы ха­ҡында һөйләй. Ә ни өсөн һәр кем үҙ ғаи­ләһе йәшәгән төбәк­кә һа­лы­мын керетмәҫкә тейеш әле?!
Икенсенән, бөгөн күпселек ауылдарҙа ситтән килгәндәр, үҙ предприятиеһын асып, урын­дағы халыҡты бик түбән хаҡҡа эшләтә. Ауыл өҫтөндәге эш тип, бер кем дә уға юғары талаптар ҡуймай. Әммә, ми­ҙал ике яҡлы булғандай, бындай ойошмалар юридик яҡтан ҡайҙалыр ситтә — Мәскәүҙә, Екатеринбургта йә Силәбелә — теркәлгән. Тимәк, әлеге лә баяғы һалым килеме шул йы­раҡ ҡалалар ҡаҙнаһын тулыландыра түгелме һуң?! Мә­­ҫә­лән, Темәс ауыл биләмә­һе ҡарамағындағы бер нисә ауыл­да нисәмә йыл инде ситтән кил­гән­дәр ер аҫтын аҡтарып, ти­рә-яҡтың тәби­ғәтенә зыян килтереп, таш сығара. Ә улар­ҙың табышынан килгән һа­лымдан Темәс ауыл биләмәһе ҡаҙнаһына күпме генә инә икән?!
Ә бына Әбйәлил ра­йо­ны­ның Таштимер ауылы билә­мә­һен­дәге Магнитогорск аэро­­портын, оҙаҡ уйлап тор­ма­ғандар, май­ҙан өсөн әбйә­лил­дәргә һалым түләп тор­­ғансы тип, тотҡандар ҙа икенсе өлкә мөлкәте итергә тигән ҡарар сығартҡандар. Көслөнөкө замана булғанда, ниңә хәйерселәнеп торорға...
Һалымға бәйле ошо мәсьә­ләләр хәл ителһен ине. Ә һеҙ ни уйлайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?




Айтуған КӘРИМОВ, иҡтисад фәндәре кандидаты:
— Һалым системаһына ҡағылышлы һорауҙар бик күп. Миҫал өсөн эре сауҙа үҙәктәрен, аҙыҡ-түлек магазиндарын ғына алып ҡарайыҡ. Уларҙың бит бармаҡ менән генә һанаулыһы беҙҙә теркәлгән. Һөҙөмтәлә сит-яттың килеме лә, һалымы ла башҡа тарафтарға оса, кемдеңдер кеҫәһен ҡалынайта... Ҡунаҡ — хужаның ишәге, тиҙәр беҙҙең халыҡта. Әгәр һин ошонда килеп төпләнгәнһең икән, тимәк, төбәк мәнфәғәте өсөн дә ниндәйҙер яуаплылыҡ тойорға тейешһең. Юҡһа әкиәттәге ише килеп сыға түгелме?.. Кемдер алтын балыҡ ярҙамында байый ҙа байый, ә балыҡ — үҙебеҙҙеке...


Автор: К. ИШБУЛДИНА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә