Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәш кешегә шәфҡәт ит, уҙаманды хөрмәт ит
Тормоштоң ошо ҡағиҙәһе йәмғиәтте күтәрә
Тормош кәйеф-сафанан йә ҡайғы-хәсрәттән генә тормай. Уның кешеләр яҙмышына һалған кисерештәрен, хистәрен, төҫтәрен аңлатырлыҡ һүҙ, һүрәтләрлек буяу табыу мөмкин түгел. Был донъяға килгән һәр кем, тормошҡа аяҡ баҫҡан һәр быуын үҙ ҡарашы, үҙ хыялы, үҙ идеалдары менән йәшәй. Гете әйтмешләй, “донъя, ғөмүмән алғанда, алға табан барһа ла, йәштәргә һәр ваҡыт бөтәһен дә яңынан башларға тура килә”.


Уйлай китһәң, бының шулай икән­ле­ге­нә ышаныу ауыр тү­гел. Беҙ, ололар, үҙебеҙҙең ата-әсәлек бурысына тоғро­лоҡ һаҡлап, балаларыбыҙ, ейән­дәребеҙ ғүмер юлын баш­ла­ғанда туңмаһын-янмаһын өсөн йәнебеҙҙе фиҙа ҡылырға әҙер­беҙ. Һәм был генетик логика ҡанундарына яуап бирә. Шул уҡ ваҡытта беҙҙең ошо хәсрәт-хәстәрҙәр, башҡарған эштә­ре­беҙ, ғөмүмән, донъяға ҡа­ра­шыбыҙ йәштәр тарафынан ҡабул ителмәүе лә ихтимал. Сөнки тыуғанда уҡ улар бүтәнсәрәк донъяға аяҡ баҫты. Ауырлыҡ менән булһа ла быны аңларға тырышырға тура килә.
Таҡташтың “Мөхәббәт тәү­бә­һендәге” тиле йәшлек кеүек романтик хистәр тураһында хәҙерге заманда һүҙ алып барыу урынлымы икән? Минең ҡарашҡа, бөгөнгө быуын йәш­тәрендә рациональ аҡыл да, йүн­селлек тә, яманлыҡты яҡ­шы итеп күрергә тырышыу ҙа — күп һыҙаттар бергә уҡ­ма­шып йөрөй. Бәлки, ундай хәл элек тә булғандыр, беҙ йәштәр тураһында ололарса ҡәтғилек менән хөкөм йөрөтәбеҙҙер, әммә хәҙерге ҡырыҫ заманда йәштәр иңенә гражданлыҡ яуаплылығы иртәрәк төшә, ил яҙмышында уларҙың урыны арта бара, шулай булғас, йәштәр проблемалары йәм­ғиәт алдына дәүләттең оло мәсьәләһе булып килеп баҫа.
Йәштәр сәйәсәте хәҙер, шау-шыулы кампанияларҙан арына алмаһа ла, эшлеклерәк һәм тормош ысынбарлығына яҡыныраҡ төҫ ала. Мине, ҡа­сандыр юғары уҡыу йортон та­мамлаған кешене, студенттар төҙөлөш отрядтарының яңы­нан тергеҙелеүе ифрат шат­ландырҙы. Эшсе ҡулдар етеш­мәгән осорҙа хужа­лыҡ­тар, төҙөлөш ойошмалары етәк­се­ләре әллә ниндәй “ша­баш­никтарға” түгел, ә көсө та­шып торған, тәртипле, эш­ләргә һәм хеҙмәт хаҡы алыр­ға ынтылған студент йәш­тәргә мөрәжәғәт итә. Бының социаль эҙем­тәләре баһалап бөткөһөҙ.
“Йәштәргә — эш” тип атал­ған, даими төҫ алған саралар эш таба алмай йөрөгән егет­тәр һәм ҡыҙҙарға ярҙам йө­ҙө­нән бик әһәмиәтле. Ошо ак­ция­лар ваҡытында ғына өс меңдән күберәк йәш кеше эш­кә урын­лашҡан. Йә бул­маһа, йәш­тәрҙең нарко­тик­тарға, ара­ҡыға, тәмәке тар­тыуға ҡаршы әүҙем генә сы­ғыш яһауы өмөт уята. Ләкин был йәһәттән йәштәрҙе дәүләт тә, бөтә йәмәғәтселек тә дәрт­ләндерергә тейеш. Нар­ко­тик­тарға, тәмәкегә, биге­рәк тә ха­фаға һалған һыраға ҡар­шы көрәштә йәштәрҙең генә көсө етмәүе лә ихтимал. Ҡәт­ғи закондар һәм уларҙы шундай уҡ ҡәтғилек менән үтәү ҙә кәрәк. Әлегә иһә дәүләт тә, йә­мә­ғәтселек тә ғәфү ител­мәҫлек вайымһыҙлыҡ күрһәтә.
Билдәле булыуынса, Баш­ҡорт­ос­тан­да күп балалы ғаи­ләләрҙе генә түгел, йәш ғаи­лә­ләрҙе ҡурсалау буйынса ла закондар ҡабул ителгән. Күп балалы, ауыл ерендә йәшәүсе ғаиләләрҙе яҡлау про­грам­ма­һында сабыйы булған студент ғаиләләре тураһында хәстәр­лек күреү ҙә күҙ уңында тотола, уларға өҫтәмә пособие түләнә.
Бөйөк Ватан һуғышы алыҫ тарих булып барһа ла, Советтар Союзы, унан һуң — Рәсәй һил генә шарттарҙа, үлем-залимһыҙ йәшәй алманы. Афғанстан сүллектәрендә, Төньяҡ Кавказ тауҙарында, “Курск” һыу аҫты атом крейсерында баштарын һалған яҡ­таштарыбыҙҙың ғүмере ысын­дан да илебеҙ мән­фә­ғәттәрен һаҡлау өсөн кәрәк булдымы? Һыҙланһаҡ та, беҙ был һорауҙы хатта бер-бе­ребеҙгә лә бирмәйбеҙ. Сөнки йөрәк фронтһыҙ фронтта юғал­ған ҡорбандар менән ки­лешә алмай. Ниндәй генә ваҡыт булмаһын, ҡоралды иң тәүҙә ҡулға йәштәр ала. Тимәк, беренсе булып улар һәләк була. Өфөнөң Еңеү паркында асылған мемориаль комплекс, әлбиттә, һәләк булғандар ха­ҡында хәтеребеҙгә һүре­лергә ирек бирмәһә лә, ил күрке булырлыҡ егеттәребеҙҙе илгә ҡайтара алмаҫ.
Йәмғиәттең өлгөргәнлеге уның ололарға һәм сабый­ҙар­ға мөнәсәбәте менән билдә­ләнә тип раҫлау хаҡ булған кеүек, донъя яҙмышының да йәштәр ҡулында булыуы шик тыуҙырмай. Бала иртәгә — үҫмер, үҫмер артабан ир бу­лып етер. Кемдең йөрәгендә эйәрле-йүгәнле ат ятҡанын төҫмөрләү өсөн беҙгә, өлкән­дәргә, шул йәштәрҙең тормошо менән бер мөхиттә йә­шәргә кәрәктер. Халыҡ рәхмәтен яуларлыҡ та, илгә зәхмәт булырлыҡ та шәхестәр үҙебеҙҙең арала үҫә.
“Йәш кешеләр үҙенең алдында — үр­ҙәр, ә ҡарттар тик тауҙар ғына күрә”, тигән бо­ронғо бер аҡыл эйәһе. Быйыл, республика көнөн байрам иткән мәл­дәрҙә, бер нисә йәш кешегә Баш­ҡорт­ос­тан Хөкү­мәтенең Шәйехзада Бабич һәм Шәһит Хоҙайбирҙин исе­мендәге премиялары тапшырылды. Был йәштәр — әле морон төрткән бөрө һымаҡ ҡына. Һәләттәре ҙур талант булып балҡып китһен өсөн уларға әсе тир диңгеҙен ки­сергә, энә менән ҡоҙоҡ ҡа­ҙырға тура киләсәк. Бөтәһе лә үҙҙәренең ҡулында. Иң мө­һиме шул: республикабыҙҙа та­лантлы йәштәрҙе күрә, таба, күтәрә беләләр. Тимәк, улар­ҙың киләсәге хаҡында уй­лайҙар.
…Йәшлек ут менән бер: көндәр, айҙар, йылдар ошо ут­та янып көлгә әйләнмәһен, ки­реһенсә, уның ялҡыны бөгөнгө тормошобоҙҙо, илебеҙ һәм хал­ҡыбыҙҙың киләсәген йы­лытһын.



Автор: Ихсан ҒАРИФУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә