Бурыстан ҡотолдороу мәсьәләһенә бәйле мутлыҡтар хаҡында
уҙған быуатта Һәҙиә Дәүләтшина ла иҫкәрткән“Өс йыл элек банктан ауыл хужалығы ҡорамалдарына тип алынған 126 мең һумды кире ҡайтарыр мәл яҡынланы. Уны проценттар менән түләй башлаһаҡ, үҙеңә мәғлүм, быға тиклем булған аҙаптар юҡҡа сығасаҡ. Байтаҡ ерҙе лә ҡулдан ысҡындырырға тура киләсәк. Шуның өсөн уны хәҙергә бөтөнләй түләмәҫкә кәрәк... Минең быға тиклем һөйләшкән, килешкән һәм алған ерҙәрҙе йыйғанда, үҙебеҙҙең башҡорттарҙан вечныйға алынған ер – мең ярым дисәтинә, һинең алғандарың ике меңгә яҡынлай. Бөтәһен дә дүрткә иҫәпләйек. Хөкүмәт хаҡы менән мең һум торһа, мин уны мал-тыуар, сәй-шәкәр кеүек нәмәләр менән өләшеп, ике йөҙ һум самаһына ҡалдырҙым... Икенсе бер өлкән эш – әлеге банк мәсьәләһе. Малдың яртыһын һатылған итеп күрһәтеп, ҡура-кәртәләр менән Расторгуев исеменә яҙҙырҙым... Мине оҙаҡламай, түләү срогы етеү менән, банкрот тип иғлан итәсәктәр. Түләрлек хәлем булмағанлығы раҫланғас, ҡулда булған байлыҡты яҙырға тейештәр. Ә һеҙгә бүлеп бирелеп бөткәс, байлыҡ минеке кеүек күренмәй, һәм уға тейә лә алмаясаҡтар... Бер-ике ай төрмә менән 126 мең кеҫәнән сыҡмай. Судтан һуң дисәтинәһенә бер һум урынына 13-әр тин генә түләргә ҡала. Закон, тиһең. Шул законға таянып эш итәм дә инде мин. Закон ни ул беҙҙең өсөн генә ҡоролған. Уны файҙалана белергә генә кәрәк...” (Текст бер аҙ ҡыҫҡартып алынды).
Был өҙөк Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романынан. Ныязғол бай улы Имай менән законды нисек урап үтеп, аҡсаны үҙ кеҫәһендә ҡалдырыу тураһында һөйләшә. Әҫәрҙең ҡайһы бер урындары бөгөнгө көнгә лә ауаздаш. XX быуат башын сағылдырған “Ырғыҙ” геройҙарын да бөлгөнлөк мәсьәләһе борсоған икән!
Әйткәндәй, Европа дәүләттәренең күбеһендә ниндәйҙер кимәлдә финанс яғынан хәлһеҙләнеү мәсьәләһен көйләгән закондар XIII – XVI быуаттарҙа уҡ барлыҡҡа килә. Рәсәйҙә иһә уға ихтыяж XVII быуатта арта. Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙә үҫеш стратегияһы бөтөнләй башҡа була, Совет заманында иһә банкротлыҡ мәсьәләһе берәүҙе лә борсомай. Дөрөҫөн әйткәндә, уның кәрәге лә булмай. Рәсәйҙең Яңы тарихына килгәндә, “Ойошмаларҙың бөлгөнлөккә төшөүе” тураһында закон 1992 йылда ҡабул ителә һәм 1998 йылға тиклем уңышлы эшләй. XXI быуат башында сит ил белгестәре менән берлектә махсус комиссия яңы закон эшләргә тотона, әммә ул көтөлгән һөҙөмтәне бирмәй. 2002 йылда иҡтисад белгестәре был мәсьәләгә йәнә керешеп ҡарай, тик был юлы ла әллә ни ҡыйрата алмай. Банкротлыҡ тураһындағы әле ғәмәлгә ингән законды иһә ун йыл элек әҙерләй башлағандар.
Ниһайәт, быйыл 1 октябрҙән Рәсәйҙә физик берәмектәрҙең банкротлығы тураһында закон ғәмәлгә ингәс, йәмғиәттә был мәсьәләгә ҡағылышлы имеш-мимеш ҡуйырҙы, законды хуплаусылар һәм инҡар итеүселәр әүҙемләште. Төрлө мәғлүмәт сараларында үҙ фекерен белдереп сығыш яһаған белгестәр аҡлы-ҡаралы мәғлүмәт болотон һис тарата алмай әлегә. Ә халыҡта һорауҙар күбәйгәндән-күбәйә: “Банкротлыҡ институты бурыслылар өсөн “авариянан ҡотолоу урыны” буласаҡмы?”, “Банкрот тип иғлан ителгән кешене нимә көтә?”, “Кредит ойошмаларының күҙаллауҙары нисегерәк?”
Һуңғы ун йылда рәсәйҙәрҙең күбеһе кредит ҡолона әйләнде. Совет заманында етешмәгән техника магазиндарҙа тулып ята – бар ҙа үтескә ал! Элек йылдар буйы сират тороп саҡ “тимер ат”лы булған халыҡҡа юл асылды – салонға бараһың да кредитҡа машина алаһың! Ғүмер буйы дөйөм ятаҡта интегеп йәшәгәндәр ҙә еңел һуланы: ипотека бар бит хәҙер. Уңайлыҡтарҙы бөгөн файҙаланырға кәрәк, күпме тыйылып йәшәргә була, тип фараз итте күптәр. Тап ошо “уңайлыҡтар” өсөн ике-өс тапҡырға арттырып түләйһең дә инде!
Банктар ҙа кредиттарҙы уңлы-һуллы тарата ине. Ямғырҙан һуң үҫеп сыҡҡан бәшмәк кеүек улар артҡандан-арта барҙы. Иҡтисади көрсөк һөҙөмтәһендә күпселек ваҡ банктар һабын ҡыуығы ише шартлап бөттө, килем кәмене, ҡайһы берәүҙәр эшһеҙ тороп ҡалды. Һөҙөмтә булараҡ, кредиттар ҙа кире ҡайтарылманы.
Белгестәр фаразлауынса, әле телгә алынған федераль закон ғәмәлгә инеү менән илебеҙҙә 200 меңгә яҡын бурыслы граждандың үҙен судта банкрот тип раҫлатыуы ихтимал. Мөрәжәғәттәрҙең артыуын иҫәпкә алып, Арбитраж суд судьялар һанын – меңгә, ә уларҙың ярҙамсыларын ике мең ярымға тиклем арттырыу тәҡдиме менән Хөкүмәткә мөрәжәғәт иткән дә инде. Төрлө фаразлауҙарға күҙ һалһаң, йыл дауамында ярты миллиондан ашыу ватандашыбыҙҙың банкрот булыуы ихтимал.
Ҡыҫҡаса әйткәндә, 500 мең һумдан ашыу күләмдә кредит алынған осраҡта, өс ай дауамында уны түләй алмайһың икән, үҙеңде банкрот тип иғлан итергә була. Әгәр ипотекаға алынған фатир өсөн аҡса тапмаһағыҙ, уны һатырға тура киләсәк. Банкрот тип танылған кешегә биш йыл дауамында кредит бирмәйәсәктәр. Судтан һуң ул өс йыл етәксе вазифаһын биләй алмаясаҡ, башҡарыу производствоһы бар икән, сит илгә лә сығармаясаҡтар.
Закондың йомшағыраҡ һәм күптәр өсөн ылыҡтырғыс булып күренгән яғы ла бар: ул – бурысты реструктуризациялау. Был схема кредит тарихын боҙмай, мөлкәтте һаҡлап ҡалыу шарты менән бурыс һаҙлығынан сығырға ярҙам итә. Шуға ла ҡайһы бер белгестәр банкроттарҙың әҙ буласағын фаразлай. Бурысты реструктуризациялау юлын банктар ҙа хуплар, моғайын, сөнки был осраҡта кредит алыусы, яйлап булһа ла, бурысын түләп бөтөрәсәк.
Закон ҡабул ителде һәм эшләй башланы, әммә финанс белгестәре, банктар һәм халыҡ албырғап ҡалды. Рәсәй халҡы бер законды урап үтеү өсөн йөҙ юл уйлап сығарыусан. Әлеге лә баяғы Ныязғол бай ишеләр бөгөн йәмғиәттә күберәк шикелле. Шуға ла мутлашыусыларҙың төрлө юл менән эш итә башлауы ихтимал. Мәҫәлән, кемдер үҙен банкрот тип иғлан итеүҙе һорап судҡа ғариза яҙыр алдынан бар мөлкәтен туғандарына яҙҙырып маташасаҡ. Кемдәрҙер үҙ-ара ялған кредит килешеүҙәре төҙөп, төрлө схемалар аша байырға ла ынтылыр. Кем-кем, ә бына коллектор компаниялары сәпәкәй һуғалыр. Улар бурыслыларҙан аҡса таптырып өйрәнде, хәҙер банкроттарға тотонорға күп һорамаҫтар.
Финанс белгестәре закондың әлегә “сей” булыуына ишаралай. Ысынлап та, ҡайһы бер мөһим шарттар иҫәпкә алынмаған. Мәҫәлән, ир менән ҡатындың уртаҡ мөлкәтенә ҡағылышлы мәсьәләне хәл итеү, ғаилә бюджетының килем өлөшөн һәм сығымдарын һанау нисек башҡарыласаҡ? Ата-әсәләре банкрот тип таныла ҡалһа, балаларҙың хоҡуҡтары боҙола. Был мәсьәләгә лә аныҡлыҡ индерелмәгән. Унан тыш, арбитраж суд системаһы бурыслыларҙың мөлкәтен һатыу кеүек эште атҡарып сыға алырмы? Быға уның вәкәләттәре етерме? Әлеге мәсьәләгә айырыуса иғтибар бүленергә тейеш, сөнки мөлкәтте һатҡанда уны бик осһоҙға баһалау осраҡтары йышаясаҡ.
Кеше ни өсөн кредит ала? Күпселек осраҡта тормош шарттарын яҡшыртыуға. Балалар замансараҡ телефон, компьютер һорағанға кредит юллайбыҙ. Яҡшыраҡ машинала йөрөгө килә, иркенерәк фатирҙа йә йортта йәшәргә хыялланабыҙ. Тик ҡайһы саҡ үҙ көсөбөҙҙө баһалап бөтмәйбеҙ шул. Был йәһәттән башҡорттоң шәп әйтеме бар: аяғыңды юрғаныңа ҡарап һуҙырға кәрәк...
Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы рәйесе
Сергей Нарышкин:– Әлеге мәлдә ил буйынса алынған кредиттарҙың дөйөм күләме 7 миллиард һумға барып баҫа. Ә граждандың дефолтҡа тарыған мәле ҡануниәт тарафынан бер нисек тә яҡланмаған. Закон проекты әлеге етешһеҙлекте һәм был өлкәлә барлыҡҡа килгән социаль көсөргәнеште бөтөрәсәк. Йыш ҡына төрлө сәбәптәр арҡаһында кредиттарын түләй алмаған граждандар ауыр хәлдә тороп ҡала. Был уларҙы уйланылмаған аҙымдарға этәрә.