Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кредит һәм бурыс Һаҡ булығыҙ: коллектор!
Бөгөн кредит алмаған кеше бик һирәктер. Көндөҙ сыра яндырып эҙләп кенә банкка бурысһыҙҙы табырға булалыр, тип әйтһәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Арабыҙҙа төрлө кешеләр бар: намыҫлылар, тоғролар, выжданһыҙҙар, әҙәпһеҙҙәр, мутлашырға яратҡандар. Күптәр ай һайын ҡайтарырға тейешле кредиттың түләү ваҡытын иғтибарҙа тотмай.

Әммә заемсының аҡсаһы үҙ ваҡытында банк иҫәбенә килеп инмәһә, шул көндән, хатта сәғәтенән башлап кредиттың тотош суммаһына штраф проценттары өҫтәлә. Әгәр кредит түләүсенең аҡсаһы бер нисә тапҡыр һуңлаһа, бурысының икеләтә артыуы ихтимал. Ә инде түләүҙәр оҙаҡ тотҡарланһа, йыш ҡына банк бурысты коллекторға һата. Бына шунан килеп сыға ла инде бурыслыларҙы эҙәрлекләү, тәүлек әйләнәһенә шылтыратып, нервыларын “ашау”, кешенән төрлө юлдар менән аҡса талап итеү.
Еңел юл менән аҡса эшләргә теләүселәр, коллектор агентлығы булдырып, банктарҙан кешеләрҙең бурысын һатып ала ла янау, ҡурҡытыу, психик баҫым ярҙамында бурыслынан бирәсәген икеләтә арттырып түләтеп ала. Шулай итеп, һуңғы ваҡытта коллекторҙар арҡаһында фатирһыҙ, мөлкәтһеҙ тороп ҡалыусылар артҡандан-арта. Мәҫәлән, күптән түгел бер танышым (исемен атамауҙы үтенде) редакцияға илап килеп инде. Баҡтиһәң, банк фатирын тартып алырға маташа икән. Ҡатынды тынысландырып, хәл-әхүәлен һораша башлағас, асылып һөйләп китте.
Ире — күптән гүр эйәһе. Яңғыҙы ике балаһын тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙы башлы-күҙле булып, ҡырҙа йәшәй. Улы Магнитогорск дәүләт техник университетының Белорет филиалында уҡып йөрөгәндә өйләнә. Ғаилә ишәйгәс, йәштәр менән бер бүлмәле фатирҙа йәшәүе ҡыйыныраҡҡа тура килә. Ҡатын, банктан кредит юллап, фатирҙы ике бүлмәлегә алмаштыра. Әйткәндәй, улы эшләп уҡығас, ғаиләлә килем етерлек була. Шуға күрә кредитты ла ваҡытында түләп баралар. Егет уҡыуын тамамлауға армия сафына саҡырыу ала. Тиҙҙән уны хәрби хеҙмәткә оҙаталар. Бына шунан башлана ла инде кредит проблемаһы. Килене — студент, яңғыҙының аҡсаһы кредитты ҡапларға етмәй башлай. Түләй алмауына ярты йылдан ашыуға, банктан (һуңынан асыҡланыуынса, ул коллектор агентлығы булып сыға) янап шылтыратыуҙар башлана.
Бер аҙҙан шылтыратыусы ишек тупһаһында пәйҙә була һәм фатирҙың документтарын таптыра, бурыс өсөн фатирҙы тартып аласағын белдерә. Шулай итеп, ҡайҙа барып, кемдән яҡлау табырға белмәгән ҡатын беҙгә мөрәжәғәт итте. Ошондай уҡ хәлдә ҡалған беҙ белмәгән, ишетмәгән кешеләр күпме? Ә бит коллекторҙарҙың был ҡыланышы бөтөнләй законһыҙ. Улар, кеше хоҡуҡтарын боҙоп, әхлаҡи яҡтан быуа. Шуға күрә уларға бирешмәү һәм үҙ хоҡуҡтарыңды яҡлау тураһында кәңәштәр менән уртаҡлашмаҡсыбыҙ. Коллектор банктан бурыс һатып алһа ла, уның ҡурҡытыу эштәре законға ярашлы түгел. Баҫым яһағаны, ҡурҡытҡаны, янағаны өсөн һәр кем коллекторҙы судҡа бирергә хоҡуҡлы. Әгәр үҙегеҙ йөрөргә баҙнат ҡылмаһағыҙ, адвокатҡа мөрәжәғәт итергә була.
Ғөмүмән, коллекторҙар банк иҫәбенә йәки банк структураһында эшләй. Уларҙың законлы һәм законһыҙ булыуын белеү өсөн шәхесен дәлилләгән танытмаһын һәм нимәгә таянып эш итеүен һорарға кәрәк. Быйыл коллекторҙар хеҙмәте тураһында закон ҡабул ителде. Улар төн уртаһында кеше ишеген ҡағып йәки шылтыратып, бурысын ҡайтарыуҙы талап итә алмай.
Коллектор бер нисә этапта эшләй: тәүҙә телефон аша мөрәжәғәт итә, икенсеһендә эшкә шылтырата, артабан судҡа биреү, төрмәгә ултыртыу менән янап, түләүҙе талап итеп, өйгә килә. Әлбиттә, кеше бурысын ваҡытында ҡайтарырға тейеш. Бурыс банктың рейтингын төшөрә, шуға күрә ул коллекторҙарға мөрәжәғәт итә. Әммә коллекторҙың ҡурҡытып, янап йөрөргә хаҡы юҡ. Әгәр банк алдында бурысығыҙ булып, уны түләргә мөмкинлегегеҙ юҡ икән, үҙегеҙҙең бөлгөнлөккә төшөүегеҙҙе раҫлауҙарын, йәғни банкрот тип таныуҙарын һорап арбитраж судҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.




Автор: Нурия ШӘРИПОВА. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә