Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Кем нисек булдыра ала...
Туризмдан алынған саф табыш донъяла нефть сәнәғәтенән килгән төшөмгә тиңләшә яҙа. Ер йөҙөндә йылына 1 миллиард самаһы сәйәхәт ҡылына. Донъя күрергә теләүселәр башлыса Европа, Азия, Америка илдәрен һайлай.

Һуңғы йылдарҙа туризм, уның үҫеше тураһында күп һөйләйбеҙ. Башҡортостанға ла туристар йы­шы­раҡ килә башланы. Ғөмүмән, элек беҙҙең өсөн урманда гитара тотоп, кисен усаҡ янында ултырған кеше турист булһа, бөгөн был һүҙҙең төшөнсәһе киңәйә төштө. Уның төрҙәрен байҡап сығайыҡ.
Сәләмәтләнеү (рекреация) туризмы. Иң тос өлөш ошо йүнәлешкә тура килә. Үҙ эсенә медицина һәм ял итеү йүнәлештәрен ала. Был йәһәттән маҡтана алабыҙ – рес­публикабыҙҙа шифаханалар бихисап.
Әҙәби, тарихи, ғилми һәм кинотуризм. Әҫәр сюжетында һүрәт­ләнгән урындарға алып баралар, унда телгә алынған аш-һыу менән һыйлайҙар. Был йүнәлештә «Ирә­мәл» тәбиғәт паркы хеҙмәткәр­ҙәренең «Урал батыр» эпосын ҡулланыуҙарын билдәләргә кәрәк.
Эшлекле туризм. Берәй семи­нарға, күргәҙмәгә йә кәңәшмәгә ситтән кеше саҡырыла икән, шул эшлекле туризм тип атала. Өфөгә командировкаға килеүселәр ҡала­ның уңайлы булыуын, матур урын­дарҙың күбәйеүен, ҡаланың бөхтәлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала.
Агротуризм. Испания, Италия, Францияла ныҡ үҫешкән. Турист күпмелер ваҡытҡа ысын ауыл кешеһенә әйләнә. Урындағы йолалар һәм тарих, ғөрөф-ғәҙәт менән танышыу, ябай аҙыҡ-түлек ашау, үҙеңде физик эштә һынап ҡарау, тәбиғәткә яҡыныраҡ йәшәү һәм ҡала ритмынан арынып тороу мөмкин­леге күп заман кешеләрен әүрәтә икән.
Агротуризмдың төрө джайлоо-туризм йәйләү һүҙенән алынған икән! Туристар тирмәлә, тәбиғәт ҡоса­ғында йәшәй, һыбай йөрөй, ҡымыҙ бешеп эсә, милли йыр-бейеүҙәргә өйрәнә. Йәйләү туризмы беҙҙең шарттар өсөн бигерәк ҡулайлы.
Экотуризм. Төп асылы – тәбиғәт ҡосағында ял итеү. Күп осраҡта тәбиғи мөхиткә яҡыныраҡ булыу һәм уға мөмкин тиклем аҙыраҡ зарар килтереү өсөн йәйәү йөрөйҙәр, цивилизация уңайлыҡтарының күбе­һе­­нән баш тарталар. Рәсәйҙә, мәҫә­лән, Байкал тирәләй йәйәү йө­рөү популяр. Йүнле юл һәм ҡунаҡ­ханалар булмағас, Ирәмәлгә ба­рыу­ҙы ла ирекһеҙҙән ошо йү­нәлешкә индерергә мөмкиндер. Экотуризм Лаос, Кения, Эквадор, Не­пал, ЮАР кеүек илдәрҙә таралған. Европа илдәрендә тәбиғәт ҡурсаулыҡтарына һәм милли парктарға сәйәхәт ҡылалар.
Нью-Эйдж туризм. Төрлө дини секта ағзалары, мистика-хөрәфәткә бирелеүселәрҙең даими рәүештә «көс урындарына» йыйылыуҙары. Ирәмәлгә, Ахундағы мен-гирҙарға йә Арҡайымға кем генә килмәй бит… Ә Һиндостан йә Тибетта ундайҙар быуа быуырлыҡ. Билдәле Саи Бабаға килеүселәрҙең яртыһы – Рәсәйҙән.
Фестиваль туризмы. Ситтән күп кешенең ниндәйҙер мәҙәни сараға йыйылыуы.
Экстремаль туризм. Теге йәки был кимәлдә тәүәккәллек, ниндәй­ҙер ҡаршы­лыҡтар аша үтеүҙе талап итә. Төрҙәре бихисап, шул иҫәптән:
l“иҫән ҡаламмы-юҡмы”. Бы­саҡ һәм шырпы (саҡматаш) менән генә ҡоралланған кеше ҡырағай тәбиғәттә йәшәй, үҙен ризыҡ һәм йоҡо урыны менән тәьмин итә;
lавтомобиль туриз­мы. Серҙә­рен аңлатып торорға ла кәрәкмәй­­­ҙ­ер. Иң популяр маршруттар: диңгеҙ буйҙары, Алтай крайы, Карелия, Рәсәйҙең боронғо ҡалалары ҡул­саһы;
lальпинизм һәм тау туриз­мы. Беренсеһендә төп маҡсат итеп аныҡ бейеклеккә күтәрелеү мәсьә­ләһе ҡуйылһа, икенсеһендә үрҙән-үргә үрмәләп кинәнәләр;
lджиппинг. Юлһыҙ ерҙәрҙән махсус автомобилдәрҙә сәйәхәт ҡылыу. Кавказда, Алтайҙа, Ҡара диңгеҙ буйында киң таралған;
lиндустриаль туризм. Ташлан­дыҡ, әлеге мәлдә ҡулланылмаған иҡтисад йә хәрби объекттарға барыу. Донъяла иң популяр объект – Чернобыль атом станцияһы һәм бушап ҡалған Припять ҡалаһы. Экскурсия хаҡы – 90 доллар, йәғни өс мең һум тирәһе. 2012 йылда 88 дәүләттән туристар килгән була. Фукусима станцияһындағы авариянан һуң бында япондар күп күренә башлаған, ти;
lһыу туризмы. Шул иҫәптән дайвинг (һыуға сумып йөҙөү өсөн ҡайҙалыр барыу), каякинг (бәләкәй кәмә), рафтинг (тын тултырмалы кәмә) – тау йылғаларынан йөҙөп төшөү, һалда сәйәхәт итеү;
lйәйәүле туризм. Был да исеменән аңлашыла. Модаға инә барған яңы төр, турист үҙе менән бик аҙ йөк ала, мәҫәлән, палатка күтәрмәҫ өсөн урманда ҡыуыш ҡороп ҡуна. Францияның йәйәүле туристары Соня менән Александр Пуссендар өс йыл да өс айҙа Африкала 14 мең километр юл үткән;
lавтостоп. Юл ыңғайы осраған транспортта сәйәхәттә йөрөү. Төп шарт – водителдең тәғәйен урынға бушлай илтеүе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә