Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Кәләш табып ҡуйығыҙ”
“Кәләш табып ҡуйығыҙ” Мехди бынан ун йыл самаһы элек ата-әсәһе менән Ирандан Мәскәүгә күсеп килгән. Ҡәйнешем менән бергә уҡыны. Ҡәйнеш тәбиғәт күренештәрен төшөрөргә ярата, уның фотоларына ҡарап Мехди йыш ҡына: “Һеҙгә ҡунаҡҡа барғым килә”, – тип һоҡланған. Йыл һайын киләм тип йыйына торғас, быйыл ниәтләне.

Сит ил ҡунағын ҡайҙа алып барырға, нимәләр күрһәтергә тип нисә көн бәхәсләшкәнбеҙҙер! Мехди Рафеи бәхәскә үҙе нөктә ҡуйҙы: “Башҡортостандың тауҙарын күргем килә!” Тимәк, Белорет районына инде.
Башта Мехди менән Өфөгә килдек. Салауат Юлаев һәйкәлен, ете тирмәнән торған этник ауылды ҡарап сыҡты. Был проект республикала йәшәгән кешеләр өсөн яңылыҡ булмаһа ла, сит ил ҡунаҡтарына боронғо башҡорттарҙың тормошон милли йолалар, ҡаҙылма байлыҡтарыбыҙ, тарихыбыҙҙы күҙаллау өсөн әһәмиәте ҙур булыуын аңланыҡ.
– Бай төбәктә йәшәйһегеҙ икән! Шул тиклем ҡаҙылма байлығығыҙ бар тип уйламағайным: нефть, аҫылташтар! Иҫ китмәле! – тип һоҡланып сыҡты ул экскурсиянан. Өфөнөң бөхтәлеге, фонтандарҙың күплеге хайран ҡалдырҙы ҡунаҡты.
Иртәгәһенә Белорет тарафтарына юлландыҡ. Юл буйындағы мал-тыуарҙың күплегенә ғәжәп ҡылды ҡунағыбыҙ.
– Ниңә һеҙҙә ҡырағай һыйырҙар күп ул?
– Ҡайҙа күрәһең? Улар ҡырағай түгел. Иртән хужалары ҡыуып сығаралар ҙа, кисен мал үҙе ихатаға ҡайта.
– Өйҙөң адресын нисек белә ул? Урламайҙармы? Һарайҙа ғына тотоп булмаймы?
Ҡунаҡ һорау артынан һорау яуҙырҙы. Сит ил кешеһенә мал-тыуарға көтөүсе табыуы ауыр булыуын нисек аңлатаһың? Яландарҙағы бесән рулондарын күреп тә шаҡ ҡатты ул. Киптерелгән үләнде мал ашай алыуын күҙ алдына ла килтерә алмай икән Мехди.
Белоретҡа яҡынлашҡан һайын, тәбиғәттең гүзәллеге арбай барҙы ҡунаҡты. Һәр матур урында туҡтап, фотоға төштө. Ҡая-таштарҙы иңләп сыҡтыҡ. Унан Әбйәлил районына юлландыҡ. Яҡтыкүл дә онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Ял итеүселәр өсөн уңайлыҡтар булдырылған: тау башына менеп төшөр өсөн урынлаштырылған фуникулер, тау итәгендәге кафелар ҙа ялыбыҙҙы онота алмаҫлыҡ итте. Ирандан килгән дуҫыбыҙ меңләгән фото төшөрҙө һәм икенсе йыл йәнә Башҡортостанға килергә булды.
– Тик һеҙ миңә кәләш эҙләп ҡуйығыҙ. Был ерҙәргә йыл да кейәү булып ҡайтҡым килә, – тип ниәт итте Мехди.



Сит ил ҡунағын ҡайҙа сәйәхәткә алып барыр инегеҙ?

Лилиә ҒӘББӘСОВА, Өфө ҡалаһы:
– Башҡортостанда йәшәп, бер ваҡытта ла Шүлгәнташ мәмерйәһендә булғаным юҡ ине. Быйыл йәй ғаиләбеҙ менән Бөрйән тарафтарына сәйәхәт ҡылдыҡ. Бик оҡшаны! Икенсе йылға мотлаҡ Мәскәүҙә йәшәгән туғандарыбыҙҙы алып барасаҡбыҙ.

Олег ШАНДИНОВ, Дәүләкән районы:
– Йәш саҡта йыл һайын Асылыкүл буйындағы балалар лагерында вожатый булып эшләнем. Ҡатыным менән дә шунда таныштыҡ. Ҡунаҡтарҙы мотлаҡ ошо күлгә алып киләм. Уға бәйле легенданы һөйләйем. Был урындың ниндәйҙер мөғжизәһе бар һымаҡ.

Фаяз БУРАНБАЕВ, Баймаҡ районы:
– Баймаҡ – бай яҡ. Ирәндек тауҙары, Йәнгүҙәй, Талҡаҫ – һоҡланып ҡарарлыҡ урындар байтаҡ. Шулай ҙа күңелгә иң яҡыны – Ғәҙелша шарлауығы. Йыл һайын йә ғаилә, йә ҡунаҡтар менән барып ҡайтабыҙ.

Венера ЮЛДАШЕВА, Салауат районы:
– Беҙҙә күпте күргән, күпте кисергән Йүрүҙән буйҙарын иңләргә була. Бынан тыш, легендар Салауат мәмерйәһе үҙе ни тора! Бында сәйәхәт ҡылған кеше тәбиғәткә генә һоҡланып ҡалмай, Салауат рухын тойған кеүек хис итә. Тик, әлеге лә баяғы, мәҙәни кимәл тураһында әйткем килә. Мәмерйәгә килгән туристар сүп-сар ҡалдыра. Шул ғына күңелде ҡыра.

Айбулат САЛАУАТОВ, Ишембай районы:
– Башҡортостанға аяҡ баҫҡан һәр кемгә Торатауға менеп төшөргә кәңәш итер инем. Республикалағы иң хозур тәбиғәт мөғжизәләренең береһе ул.


Автор: Дилә ҒАФАРОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә