Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Саҡырылмаған ҡунаҡтар йәки “Импортный” хеҙмәт көсө
Саҡырылмаған ҡунаҡтар йәки   “Импортный” хеҙмәт көсө — Ни өсөн беҙҙә мигранттар күп?
— Эш бар.
— Улайһа, ниңә ир-егеттәребеҙ Себергә китә...
— Тимәк, беҙҙәге хеҙмәт хаҡы мигранттарҙы ғына ҡәнәғәтләндерә.
— Статистиканан күренеүенсә, бөгөн һәр икенсебеҙ эш хаҡының артыуы хаҡында хыяллана... Унан һуң хәҙерге заманда ниндәй юғары иҡтисади күрһәткестәр хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин?
— Уныһы шулай. Тик был осраҡта эш биреүселәрҙә мигранттарға ихтыяж ҙур булыуын да оноторға ярамай...
— Тимәк, беҙ уларға мохтаж булып сығабыҙ...
— Нәҡ шулай!
— Ә был мохтажлыҡ нимәгә бәйле һуң?
— ...
— Ялҡаулыҡҡа, тимә тағы..



Беҙ — уларға,
улар — беҙгә...


Республика райондарының береһендә теплица хужалығы асҡан эшҡыуарҙы беләм. Йә­шерен-батырыны юҡ, унда мәш­ғүлдәрҙең барыһы ла тиерлек — Урта Азия халҡы. “Ә ниңә үҙе­беҙҙекеләрҙе йәлеп итмәйһегеҙ?” — тигән һорауыма ла фермер ҡаты ғына итеп: “Йәлеп иттем инде. Тәүге эш хаҡын алыу менән юҡҡа сыҡтылар. Миңә туғандаш халыҡтар менән эшләүе күпкә еңелерәк. Эшкә һуңлап кил­мәйҙәр, аҙып-туҙып йөрө­мәйҙәр, яуаплылар”, — тине. Ә бит дөрөҫлөк бар. Бөгөн эш юҡ тип яр һалһаҡ та, берәү ҙә аяҡ кейеме йүнәтеүсе йә булмаһа төҙөлөштә цемент ташыусы булып барырға ашҡынып тормай. Беҙҙекеләргә эштең таҙаһын, еңелен, етмәһә, аҡсалыһын ғына бир. Ә мигранттар? Уларға сатлама һыуыҡ та, йәйге селлә лә ҡаршылыҡ түгел. Кемдәр төҙөй? Мигранттар. Кемдәр юл һала? Мигранттар. Кемдәр һатыу итә? Мигранттар. Ә беҙҙекеләр ҡайҙа һуң? Оҙон аҡса артынан Себергә сығып киткән... Үҙ баһаһын күтәреп, бер ойошманан икенсеһенә йөрөп эш эҙләй... Эшһеҙлеккә һылтанып, ауылда ҡатыны, әсәһе елкәһендә ята... Ҡыҙғаныс, әммә ысын­барлыҡ бөгөн ошолайыраҡ.
Ғөмүмән, бөгөн урындағы ха­лыҡтың ғына түгел, етәкселектең дә мигранттарға ҡарата саманан тыш толерантлыҡ күрһәтеүе аңлашылып етмәй. Әйтәйек, ошо көндәрҙә республика Хөкүмәте миграция ҡеүәһен арттырыу тураһында Концепция ҡабул итте. 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән документта халыҡтың ситкә китеүен кәметеүгә һәм фәнни-техник, интеллектуаль, ижади ҡеүәтен һаҡлап ҡалыуға уңайлы шарттар булдырыу күҙ уңында тотола.
— Хеҙмәт баҙарына кәрәкле һөнәргә эйә булған мигранттар ағымы менән эшләү һәм уларҙың хеҙмәт эшмәкәрлеге өсөн бар шарттар булдырыу ҙа планлаштырыла, — тип хәбәр итә республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау ми­нистрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ирекһеҙҙән һорау тыуа: ошондай уҡ лайыҡлы шарттарҙы үҙебеҙҙекеләр өсөн булдырғанда яҡшыраҡ түгелме икән? Ни өсөн беҙ һәр ваҡыт башҡаларға ымһынып йәшәйбеҙ? Үҙебеҙҙә бөткәнме ни юғары квалификациялы белгестәр? Юҡһа, беҙ — уларға, улар — беҙгә...

Рәхәтлектән ҡасып килмәйҙәр

Берәй заман Рәсәй мигранттар ағымын тейешле кимәлдә көйләй алырмы икән? Һәр хәлдә, бөгөн был мәсьәлә асыҡ ҡала. Илебеҙгә сит яҡтарҙан эшләргә күпме кеше килә? Уларҙың ниндәй өлөшө закон нигеҙендә, ә күпмеһе закон­һыҙ? Ошо сәбәпле ҡаҙна ни тиклем зыян күрә? Был һорауҙарға бер кем дә аныҡ ҡына яуап бирә алмай. Әле яңыраҡ ҡына Иглин районында йәшәгән 66 йәшлек ирҙең йортонда 22 (!) мигрант теркәлгәне билдәле булды. Ә бит бындай “резина” йорттарҙы беренсе тапҡыр асыҡламайҙар.
Әлбиттә, Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Баш­ҡорт­остан буйынса идаралығы республикала миграция ҡануниәтен боҙғандар менән даими эш алып бара. Статистика мәғлү­мәт­тәренән күренеүенсә, быйыл йыл башынан, суд ҡарарына ярашлы, 400-ҙән ашыу кеше тыуған яҡтарына мәжбүри оҙатылған. Ундайҙар иҫәбенә, нигеҙҙә, Үзбәкстан, Тажикстан, Азербайжан, Төркмәнстан, Әрмәнстан һәм башҡа дәүләттәрҙән килеүселәр инә. Шул уҡ ваҡытта 16 меңдән ашыу тапҡыр миграция ҡануниәтен боҙоу осрағы теркәлеүе, 246 сит ил эшсеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылыуы ла был проблеманың ни тиклем киҫкенләшә барыуына асыҡ дәлил. Элек мигранттарҙы башлыса яңғыҙаҡтар тәшкил итһә, һуңғы йылдарҙа ғаиләләре менән күсеп килеүселәр арта. Ә был хәлде икеләтә ҡатмарлаштыра.
2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән законға ярашлы, Рәсәйҙә йәшәргә теләгән сит ил граждандары урыҫ теле, Рәсәй тарихы һәм төп закондар буйынса имтихан тапшырырға тейеш. Ҡануниәттең күптәр өсөн оло бер проблемаға әүерелеүен дә билдәләмәй булмай. Сөнки, йәшерен-батырыны юҡ, Рәсәйгә эшкә килеүселәрҙең күбеһе ил тарихын ғына түгел, хатта бындағы дәүләт телендә һөйләшә лә белмәй. Шуға күрә уларға ябай ғына тест һорауҙарына ла яуап биреүе ауыр. Әйтәйек, “Көн һыуыҡ, шуға ла...” тигән һөйләм тапҡырына күптәр “Йылыраҡ кейенергә кәрәк” тип түгел, ә “Аҙыҡ-түлек һатып алырға кәрәк”, “Үҙем менән паспорт алырға кәрәк” тигәнерәк һөйләмдәрҙе билдәләй икән. Тимәк, паспорт, аҙыҡ-түлек мигранттар өсөн йылы кейемдән дә мөһимерәк булып сыға түгелме? Әйтергә кәрәк, тап ошо закон арҡаһында бик күп сит ил граждандарына Рәсәйгә юл ябылды, күптәр сик буйынан кире әйләнеп ҡайтып китергә мәжбүр булды.
Мәсьәләнең икенсе яғы ла бар — мигранттарҙың бер өлөшө законһыҙ эшләй. Республика ҡаҙнаһына бындай хеҙмәткәр­ҙәр­ҙән һалым инмәй, бөтә тап­ҡанын мигрант тыуған яғына ебәреп тора. Унан һуң улар түбән эш хаҡына ла ризалаша. Был иһә эш биреүселәр өсөн файҙаға ғына. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡ зыян күрә: ул тиклем бәләкәй хеҙмәт хаҡына беҙҙекеләр эшләргә риза түгел. Тимәк, йә эшһеҙлек “сәскә ата”, йә талантлы йәштәр ҙур аҡса юллап Себер тарафтарына, башҡа төбәктәргә сығып китә. Демографик хәл хөртәйә, ситтә эшләгән кешенән республика ҡаҙнаһына һалым килмәй...
Әлбиттә, бөтә бәләне мигрант­тарға ғына япһарыу ҙа дөрөҫ булмаҫ. Был осраҡта тәү сиратта сит ил граждандарының хеҙмәткә хоҡуҡтары тупаҫ боҙолоуын танырға кәрәк: улар тейешле сәғәттәрҙән күберәк эшләргә мәжбүр ителә, социаль ташла­ма­ларҙан, түләүле ялдарҙан, “больничный”ҙан файҙа­лан­майҙар, аҡсаһыҙ эшләтеү факттары ла юҡ түгел. Мут бизнесмендар төрлө һылтау менән мигранттарҙың шәхесен раҫ­лаусы документтарын һорап ала, был иһә уларҙы тағы ла бәйлерәк итә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә хатта мигранттарҙы ҡол урынына тотоу, хатта һатып ебәреү осраҡтары ла теркәлгән. “Үҙҙәре ғәйепле. Уларҙы берәү ҙә бында саҡыр­маған”, — тиеүселәр булыр, бәлки. Ләкин улар ҙа бит рәхәт тормоштан ҡасып килмәгән.
Ҡыҙыҡ, әммә, дөйөм алғанда, улар — беҙһеҙ, беҙ уларһыҙ йәшәй алмайбыҙ кеүегерәк килеп сыға түгелме? Йәшәргә өйрәнергә ваҡыт, йәмәғәт...

Р.S. Белгестәр Башҡорт­останды мигранттарға ҡарата иң толерант төбәк тип атаған. Был маҡтау һүҙеме, әллә...



Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә