Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хоҙай бүләгенә ҡул һуҙма
Көндәлек тормошобоҙҙо йәмһеҙләгән, күңелдәребеҙҙе әрнеткән күренештәр тураһында йыш уйланырға тура килә. Уларҙың сәбәбе ниҙә һуң? Әҙәм балаһы ни өсөн ҡыҫҡа ғүмерен эскелеккә әрәм итә, наркотик ҡаҙап алйый, үҙенә ҡул һала? Дин әһеле, Баймаҡ районының имам-мөхтәсибе Хөрмәтулла хәҙрәт БУРАНБАЕВ ошо һорауҙарыбыҙға яуап бирҙе:
— Хәҙер ҡартайыу йәки ауырыу сәбәпле вафат булыу осрағы һирәгәйә. Күбеһенсә, эсеп үлгән йәки үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип ишетәһең. Үҙҙәрен мосолман һанаған милләттәштәремдең был донъянан иманһыҙ рәүештә китеүе аяныслы. Күңелдәрҙе бушлыҡ, рух төшөнкөлөгө биләп алған.
Ислам дине кеше ғүмерен ҡағылғыһыҙ һәм изге тип билдәләй. Уны ҡыйыу гонаһы — Аллаһы Тәғәләне танымау гонаһынан ҡала икенсе урында. Ҡөрьәндә: “...Әгәр кемдер кеше үлтереүсенән һәм золом итеүсенән башҡаны үлтерһә, ул бөтә кешелекте үлтергән кеүек булыр”, — тиелә.
Кешелек — берҙәм һәм ҙур ғаилә. Уның бер ағзаһын юҡ итеү ҡалғандарының ғүмерен ҡыйыуға бәрәбәр. Иҫерткес эсемлек менән наркотик һатыусылар ҙа, кешене ағыулап, әкрен үлемгә дусар итә. Ҡарындағы баланы алдырыу һәм алыу тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Аллаһы Тәғәләнең барлығына ихлас инанған кеше үлтерелһә, енәйәт гонаһының ауырлығы бермә-бер арта. Ҡөрьәндә: “Әгәр бер кеше иман килтергән берәүҙе алдан уйлап үлтерһә, уның язаһы — тамуҡ! Ул унда мәңгегә ҡалыр. Уға Аллаһы Тәғәлә асыуланды, уны ләғнәтләне, уға оло ғазап әҙерләне!” — тиелгән.
Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу кешелеккә зыян килтереүгә тиң, сөнки был осраҡта ла әҙәм балаһының ғүмере ҡыйыла. Ғүмер кешенең шәхси милке түгел, ә Аллаһы Тәғәлә тарафынан һаҡлауға бирелгән бер аманат. Берәү ҙә үҙен барлыҡҡа килтермәгән, берәй ағзаһын йәки күҙәнәген булһа ла бар итмәгән. Шуға күрә бер кемгә лә уларҙы юҡҡа сығарыу хоҡуғы бирелмәгән. Уны ҡыҫҡартырға, зарарларға ла ярамай. Был хоҡуҡ бар ғаләмде бар иткән Аллаһы Тәғәләгә генә бирелгән. “Һәр йән Аллаһының рөхсәте менән яҙмыш китабына яҙылған билдәле ваҡытта үлә”, — тиелгән изге китапта.
Ислам тәрбиәһе мосолмандан юлындағы һынауҙарҙы ҡыйыу үтеп сығыуҙы талап итә. Иңеңә ауырлыҡ төшкәндә йәки өмөттәрең юҡҡа сыҡҡанда тормоштан ваз кисергә ярамай. Мосолмандың тормош ҡаршылыҡтарын үтергә ярҙам итеүсе һынатмаҫ ҡоралы һәм бөтмәҫ кәрәк-ярағы бар. Ҡоралы — ҡаҡшамаҫ иманы, кәрәк-ярағы — күтәренке рухы. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙ-үҙеңде үлтереү кеүек имәнес енәйәт ҡылған һәр йәндең ожмахта Аллаһы рәхмәтен юғалтасағы, тамуҡта Аллаһы асыуына дусар буласағы тураһында иҫкәртә килгән. Уның хәҙисендә: “Һеҙ булмаған осорҙа бер кеше һуғышта ҡаты яралана. Һыҙланыуға түҙмәй, хәнйәр менән тамырҙарын ҡырҡа һәм күп ҡан юғалтыуҙан үлә. Был хаҡта Аллаһы Тәғәлә әйтте: “Минең ҡолом ғүмерен өҙөргә ашығып, үҙен ожмахтан мәхрүм итте”.
Һыҙланыуҙан үҙен үлтергән кеше ожмахтан мәхрүм булған икән, сауҙаһы алға бармаған, имтихан тапшыра алмаған йәки һөйгәне ташлаған өсөн йәнен әрәм итеүселәр тураһында ни әйтербеҙ?
Төрлө һынау алдында баҙап ҡалыусылар, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең түбәндәге хәҙисенә ҡолаҡ һалығыҙ: “Кем ҡаянан ташланып үҙ-үҙен үлтерә, шул мәңге тамуҡта ғазап сигер. Кем ағыу эсеп үҙ-үҙен үлтерә, шул мәңге ҡулында ыу тотоп, үҙен ғазаплар”.
Боронғоларҙың үҙ-үҙенә ҡул һалғандарға ни өсөн йыназа уҡымауы, уларҙы зыяраттан ситтә ерләүе яҡшы аңлашыла. Мәңгелек тамуҡ ғазабына дусар ителгәндәрҙе йыназа, Ҡөрьән аяттары бағышлау, хәйер-саҙаҡа ла ҡотҡармай. Тереләр, ғибрәт алығыҙ! Үҙ-үҙеңде үлтереү кеүек енәйәткә юл ҡуймағыҙ.
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА
яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә