Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алишер Усмановтың кеҫәһе төпһөҙмө, йәки Рәсәй көрсөктән нисек сыға?
Алишер Усмановтың  кеҫәһе төпһөҙмө, йәки Рәсәй көрсөктән нисек сыға? Беҙ барыбыҙ ҙа төрлө-төрлө. Кемдер иртәгәһен ишәк ҡайғыртһын, булһа – бүреләй, булмаһа – сүреләй тип йәшәһә, бәғзеләр юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ, инереңдән алда сығырыңды уйла тиеүҙе хуп күрә. Берәүҙәр бөгөн йәшәп ҡалырға тырышһа, икенселәр “ҡара көн”гә мал йыя. Ә бит ошондай иҡтисади тотороҡһоҙ заманда хәүефһеҙ, бойондороҡһоҙ киләсәгеңде ҡайғыртыуҙы көн талабы тиергә була.

Ғәҙәттән тыш хәлдә кеше бөтә нәмәнән ваз ки­сер­гә мөмкин. Бары ризыҡ­һыҙ ғына йәшәй алмай. Ә бер француз ашнаҡсыһы әйтмеш­ләй, “милләттәрҙең яҙмышы нисек туҡланыуҙарынан тора”. Был мәсьәлә, аҙыҡ-түлек етеш­тереү, уны һатыу-һатып алыу, халҡының асығамы-юҡмы икән­ле­генә ҡарамаҫтан, тотош дәү­ләттәрҙе борсой. Һәр төрлө сә­йәси һәм иҡтисади хәл-торош аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге тура­һында етди уйланырға мәжбүр итә.
Былтырҙан бирле Рәсәй ҙә ошо өлкәгә ныҡлы иғтибар бирә. Санкциялар был юҫыҡтағы үҙгә­рештәргә бер этәргес кенә бул­ды. Сит илдән килтерелгән ризыҡҡа күҙ терәп йәшәгән ил көслө була алмай. Уны донъя баҙарында хаҡтарҙы көйләү юлы менән йәһәт теҙ сүктерергә мөмкин. Ҡулланған аҙыҡ-түлек­тең өстән бер өлөшө импорт икән, тимәк, һинең бойондо­роҡһоҙлоғоңа хәүеф янай тигән һүҙ. Беҙҙә иһә бығаса ул һан 35 процентты ла үтеп киткәйне. Атап әйткәндә, ит һәм һөт ри­зыҡтарының 45 проценты ситтән килтерелһә, орлоҡтоң – 75 проценты. Беҙ бит тулыһынса тиерлек кемгәлер бәйлебеҙ! Ә ҡолдоң ҡасан абруйы булғаны бар?.. Сағыштырып ҡына ҡара­ғыҙ: Америка Ҡушма Штаттары менән Франция үҙҙәрен аҙыҡ-түлек менән тулыһынса тәьмин итә, Ҡытай – 97, Германия – 93, Италия – 78, уңдырышһыҙ туп­раҡлы Япония – 50 процентҡа!
Бәхеткә күрә, санкциялар беҙҙе теҙ сүктерә алманы. Бөгөн илдә импорт күләме 70 про­центҡа кәмегән. Шуның 60 проценты үҙебеҙҙә етештерелгән тауарға, 40-ы санкция иғлан ителмәгән дәүләттәр өлөшөнә тура килә. Әлбиттә, тиҙ генә арала импорттан тулыһынса ҡотолоп булмаҫ. Бер көнлөк эш түгел был. Мәҫәлән, емеш-еләк һәм йәшелсәселектә быға ике – дүрт, ит һәм балыҡ етештереүҙә – өс – ете, аҙыҡ-түлек сәнә­ғәтендә дүрт – һигеҙ йыл китәсәк тип күҙаллана. Ләкин иң мөһиме – аң үҙгәрҙе, дәүләт тә үҙ етештереүсеһенә йөҙө менән боролдо. Иҡтисади көрсөк осоронда барлыҡ тармаҡтарҙа ла финанслау ҡыҫҡартылһа, ауыл хужалығына был ҡағылманы. Быйыл уны үҫтереүгә 202,7 миллиард һум бүленде. Әлбиттә, был сумманың ниндәй өлөшө файҙаға китерен, күпмеһенең әрәм-шәрәм ителерен киләсәк күрһәтер. Крәҫтиән дәүләт ярҙа­мының етерлек булмауына, яр­ҙам алыуҙың ауырлығына зар­ланһа, ҡаршы яҡ, үҙ сиратында, бүленгән аҡсаның маҡсатһыҙ йә башҡа мәнфәғәттә файҙаланғанына ишаралай.
Шуныһы бәхәсһеҙ: ҡаҙнанан иҡтисадты үҫтереүгә кредит бир­һен тип банктарға йүнәлтелгән миллиардтар башлыса шунда ҡала ла. Мәҫәлән, июлдә 1 триллион һумлыҡ дәүләт ярҙамының 307,4 миллиарды ВТБ-ға эләкте. Шуны ғына көткәндәй, уның баш­лығы Андрей Костин: “Рәсәйҙә көрсөк юҡ. Беҙ быны һиҙмәйбеҙ”, – тип ебәрҙе. Әммә яңыраҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа кредит биреүҙән фәтүә юҡлыҡты белдерҙе. Бына һиңә мә, мил­лиардтарҙы кеҫәңә һал да улар тәғәйенләнгән кешегә йоҙроҡ еҫкәт әле! Ә бит башҡа илдәрҙә иҡтисадты шул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ күтәреп тора. Былай ҙа беренсе ярты йыл­лыҡта беҙҙең йүнселдәр, дөйөм алғанда, 2,5 триллион ғына кредит юллай алған. Былтырғы менән сағыштырғанда был 36 процентҡа кәмерәк.
Ярай, импортты алмаштырыу темаһына әйлә­неп ҡайтайыҡ. Яңыраҡ үҙебеҙ шаһит булдыҡ: һәр хәлдә бер өлкәлә, ни хәтлем ҡыҙыҡ күренмәһен – футболда, был мәсьәлә ыңғай хәл ителде. Донъяла легионерҙарһыҙ – сит ил вәкилдәренән тыш – көн иткән бер генә спорт төрө лә юҡ шикелле. Миҫалға хоккейҙы ғына алайыҡ. Ватандаштарыбыҙ океан аръяғында Милли хоккей лигаһында, ә чехтар, шведтар, финдар һәм башҡалар күпләп беҙҙең Континенталь хоккей лигаһында уйнай. Шул тиклем күләмдә булмаһа ла, футбол, баскетбол, волейболда ла шу­лай. Әммә һуңғы ваҡытта беҙҙә ситтән тағы белгестәрҙе, тре­нер­ҙарҙы ла эшкә саҡырыу модаға инеп китте. Уларҙың ҡайһы берҙәре коллективтары менән ҙур ғына уңыштарға ла өлгәште. Мәҫәлән, француз Себастьян Крос шорт-тректа Олимпия чемпиондарын тәрбиәләне, американ-йәһүд Дэвид Блатт – баскетбол, швейцар Томас Липс керлинг буйынса Рәсәй йыйылма командаһын Европа чемпионы итте, Канаданан Майк Кинэн Магнитогорскиҙың “Металлург”ы менән хоккейҙа Гагарин кубогын яуланы...
Ләкин иң йыш импорт тренер саҡырыу күренеше футболда тамырланып алды. Был өлкәлә, белеүебеҙсә, беҙҙең күптән шәп уйынсылар, иҫ китерлек еңеүҙәр юҡ. Иң ҙур уңышыбыҙҙың да төҫө тоноҡланды: ил йыйылма командаһы алыҫ 1960 йылда Европа чемпионы булғайны. Күп­селек төбәктәрҙәге спорт мәк­тәптәре матди йәһәттән, кадрҙар мәсьәләһендә ҡыйын­лыҡ кисерә. Ошо балалар, үҫмерҙәр спортын үҫтереү урынына, етәкселек анһат юл тапты. Күп аҡса түләп, сит илдән бил­дәле белгестәрҙе саҡырырға тотондолар. Йәнәһе, абруйлы оҫта ил йыйылма командаһын йәһәт кенә чемпион яһай ҙа ҡуя.
Бөтәһе лә 2005 йылда башланды. Ватандаштарыбыҙ Георгий Ярцев менән Юрий Се­мин­дан һуң баш тренер вазифаһына Голландиянан Гус Хиддинк килде. Рәсәй футбол союзының уның менән төҙөгән килешеүе шунда уҡ йәмә­ғәтселекте шаңҡытты... Футбол­сыларыбыҙҙы 2004 йылғы кон­тинент беренселе­гендә етәк­ләгән Ярцев йылына 240 000 доллар тирәһе эш хаҡы алһа, Хиддинк ете миллион евроға ялланды! Тик 2008 йылғы Европа чемпионаты һөҙөмтә­ләре был ризаһыҙлыҡты юҡҡа сығарҙы. Шулай булмай, көйәрмән бер еңеү өсөн күпте ғәфү итергә әҙер. Ә ул ваҡытта командабыҙ оло турнирҙа бронза миҙал яуланы. Хиддинк менән бергә быға лайыҡлы өлөш индергән уйынсылар Аршавин, Кержаков, Торбинскийҙы күтәреп тигәндәй йөрөттөләр.
Әммә Гус әфәнденең футбол­сыларға етди, талапсан булмауы бәләгә тарытты. Хәл иткес матчтар алдынан уйынсылары­быҙҙың иркенләп кәйеф-сафа ҡороп йөрөүе эҙһеҙ үтмәне: 2010 йылғы донъя чемпионатына юл ябылды. Һөҙөмтәлә был йылдарҙа кеҫәһен арыу уҡ ҡалынайтҡан Хиддинк эшенән китергә мәжбүр булды.
Артабан команданы тағы бер голланд кешеһе Дик Адвокатҡа ышанып тапшырҙылар. Уның да хеҙмәт хаҡы ватандашыны­ҡы­нан кәм түгел ине. Һалым тү­ләүгә бәйле буталсыҡтар килеп сығыу арҡаһында хатта күберәк тә булды. Яңы тренерҙың ҡул аҫтында Рәсәй командаһы 2012 йылғы Европа чемпионатына юллама яулай алды. Ләкин унда төркөмдәге осрашыуҙар кәртә­һен дә үтә алманылар. Адвокат та, банк иҫәбен байтаҡҡа тулыландырып, Амстердамына ҡай­тып китте.
Хәҙер ил футболына яңы етәк­се кәрәк. Кемде тәғәйен­ләр­ҙәр? Ә ниңә данлыҡлы итальян тренеры Фабио Капеллоны са­ҡыр­маҫҡа?! Спорт министры Виталий Мутко: “Был атаҡлы белгескә сат йәбешергә кәрәк”, – тине. Һөҙөмтәлә 2018 йылға тиклем килешеү төҙөлдө. Ысынлап та, футболсыларыбыҙ 2014 йыл­ғы Бразилиялағы планета бе­ренселегенә эләгә алды. Ет­мәһә, 2018 йылда илебеҙ донъя чемпионатын ҡабул итә­сәк. Унда командабыҙ йөҙ ҡыҙартырға тейеш түгел бит инде. Тик Латин Америкаһына сәфәр ҡыҫҡа булды – төр­көмдәге уйындарҙан һуң турнир менән хушлашырға тура килде. Капелло ғына йылы урындан китергә теләмәне. Мутко ла уны ҡеүәтләп: “Баш тренерҙың оҫ­талығы шик тыуҙырмай. ­Ҡайһы берәүҙәр, башҡа йәш белгесте һынап ҡарарға кәрәк, ти. Юҡ, йыйылма командала тәжрибә үткә­рергә ярамай”, – тине. Бындай яҡлауҙың әтнәкәһе ниҙә икән­леге аҙаҡ беленәсәк...
Шулай ҙа Капелло ышанысты аҡлай алманы. Бер йыл эсендә ил йыйылма командаһы туғыҙ рәсми матчтың берәүһендә генә еңде. Уныһында ла көсһөҙ генә коллективты – кәрлә дәүләт Лихтенштейн вәкилдәрен. Хәҙер инде 2016 йылғы Европа берен­селегенә лә эләкмәү ҡурҡынысы тыуҙы. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, илгә көрсөк килде, ҡаҙна бушаны. Капеллоның һи­геҙ ай алынмаған эш хаҡы йыйылып китте. Рәсәй футбол сою­зының быға аҡсаһы юҡлығы асыҡланды.
Ни эшләргә? Ярай әле мил­ли­ар­­дер Алишер Усманов мәрхә­мәт­­­лек күрһәтте. Кире ҡай­­­­тарыу­ҙа­рын талап итмә­йенсә, 400 миллион һумлыҡ бурыс­ты ҡапланы. Йә­мә­ғәт­селектең ризаһыҙлығы, теге мөйөштән дә, быныһынан да: “Капеллоны ҡыуырға!” – тигән тауыштар йышыраҡ яң­ғырай башланы. Шунда Мут­коның итальян тренерын яҡлау сәбәбе беленде. Журналистар ике яҡлы килешеү ҡағыҙҙарын табып, кәртте асып һалды. Унда Капеллоның йылына ете миллион евро хеҙмәт хаҡы алыуы ғына түгел, ә вазифаһынан ва­ҡытынан алда ебәрелгән ос­раҡта РФС-тың ҙур суммала неустойка түләйәсәге лә яҙыл­ғайны. Тимәк, бөгөнгө иҡтисади хәлдә уны ебәреп тә булмай! Әлеге лә баяғы Усманов ярҙамға килде: тәғәйен сумманы биреп торҙо. Аптыраҡ, Рәсәйҙә генә кеше башҡаса эшләмәһен өсөн аҡса түләнә...
Миллиардерҙың аҡсаһы күп, өҫтәүенә уны беҙҙең байлыҡтан туплаған, тиеүселәргә шуны әйтә алам: мәҫәлән, Алишер Усманов яңыраҡ Ҡорбан байрамы алдынан Мәскәүҙә асылған Европалағы иң мөһабәт мәсетте төҙөүҙе лә финансланы. Ләкин ул иман йорто быуаттар буйына халыҡҡа хеҙмәт итәсәк, ә Капеллоның аҡсаһы үҙе менән бергә сит илгә, ят иҡтисадты үҫтереү өсөн “осто”...
Илебеҙ халҡы хеҙмәт хаҡы алмаһа, ни ҡыла? Дөрөҫ, эшләүен дауам итә. Футболда ла шундай хәл тыуҙы: сит илдән белгес саҡырып булмай – ҡаҙнала миллиондар бөттө. Беҙҙекеләрҙән кем бушлай тир түгергә риза булыр икән һуң? Табылды ундай кеше. ЦСКА футбол клубының баш тренеры Леонид Слуцкий милли командала ла эшләп торорға ризалашты. Бер тинһеҙ! Уны һайлап алыу турнирының ҡалған дүрт уйынына ғына баш тренер итеп ҡуйып торҙолар. Ышаныуы ауыр булһа ла, бәлки, Капелло ҡылғанды төҙәтеп, киләһе йыл Францияла үтәсәк чемпионатҡа юллама яулар, ә?
Өмөтһөҙ – шайтан. Ниһайәт, дүрт уйында ла еңеү яулап, команда бурысты үтәне. Афарин, Леонид Викторович! Бәлки, баштан уҡ донъя буйлап импорт тренер артынан сапҡансы, яҡшылабыраҡ Рәсәй төпкөлөнән – шул Волгоградтан эҙләргә кәрәк булғандыр?.. Шулай ҙа был ҡыуаныс артында йәнә бер мәсьәлә әлегә хәл ителмәйерәк ҡалды. Европа беренселегенә эләккән осраҡта Фабио Капелло бер миллион евро премия алыр ине. Леонид Слуцкийҙың рәсми килешеүе булмағас, уға ошо сумма тәтерме һуң? Рәсәй футбол союзы президенты һәм илдең спорт министры Виталий Мутконың был турала һис һөйләгеһе килмәй. Ә журналис­тар асыҡлауынса, баш тре­нерға 250-300 мең евро тирәһе генә түләргә йыйыналар. Өҫтә­үенә чемпионатҡа эләккән өсөн УЕФА (Европа футбол ассоциациялары союзы) һәр милли федерацияға 12-шәр миллион евро бүләсәк. Тимәк, Леонид Слуцкий РФС-ҡа премияларҙа экономияларға ғына ярҙам итеп ҡалманы, ә 12 миллион евро эшләргә лә булышлыҡ итте.
Ҡыҫҡаһы, ни генә тиһәң дә, мажараның аҙағы көтөлгәндән яҡшыраҡ килеп сыҡты. Ә Рәсәй футболының һуңғы тиҫтә йыл­лыҡ тарихынан күренеүенсә, берҙән, импорт тауар күпкә ҡыйбатыраҡ, икенсенән, сифатына бер кем гарантия бирә алмай. Үҙебеҙҙекен һайларға ғына ҡала, үҙебеҙҙекен... Леонид Слуцкий – әлегә импортты алмаштырыуҙың иң сағыу ми­ҫалы.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873