Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өзләр мәл етмәнеме?
Өзләр мәл етмәнеме? Беҙҙең бөтә кисерештәр, иҫтә ҡалған, ғүмерлеккә күңелгә һеңгән тәьҫораттар кескәй саҡтан килә, минеңсә. Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Ишморат Илбәковтың сығышы аҙағында өзләп ебәреүен ғәжәпһенеп тыңланым. Бер яҡтан, ишетеп өйрәнмәгән ауаз булһа, икенсенән, әллә ниндәй бер сихри көсө, эске энергетикаһы арбай ине ошо тауыштың. Шулай уҡ халыҡ артисы, мәшһүр ҡурайсы Азат Айытҡоловтың өзләп ҡурай уйнағанын ишетеп, беләһегеҙме, иң беренсе кемде иҫкә төшөрҙөм?..

Кемдер айыу булып үкерҙе

Тыуған ауылымдағы Хәсән бабайҙы. Ошо яҙмаларҙы уҡы­ған ауылдаштарым ғәжәпләнеп, моғайын, көлөп ебәрер. Тап­ҡан­һың сағыштырыр кеше, тиеүсе­ләр ҙә табылыр. Әммә беҙ бә­ләкәй саҡта яңғыҙы йәшәгән ошо бабай менән шаярырға ярата инек. Ҡабаҡтың эсен та­ҙартабыҙ ҙа унда малайҙар ут тоҡандыра, эңер мәлендә, йә­нә­һе, бабайҙы ҡурҡытабыҙ. Беҙгә ни, бала сағаға, көлөргә генә булһын! Хәсән бабайға, күрәһең, үҙенә лә балалар ме­нән шаярыуы ҡыҙыҡ булғандыр. Үҙе беҙ­ҙе ҡыуалай, үҙе ғырыл­даған, айыу үкергән кеүек тауыш сыға­ра. Ололарҙың өзләй бит ул, тигәндәре лә хәтеремдә. Ғиззә­туллин Фәтхетдин бабайҙы ла иҫән сағында өзләй, тиҙәр ине. Хәйер, улар быны сәхнәгә сығып башҡармай ине, ә былай ғына, көндәлек тормошта төрлө ауаздар сығарып ебәрә. Ә бына Фәр­үәз бабай Латиповтың сәхнәлә йырлағанда ла төрлө тауыш сы­ғарғаны булды. Бының менән ни­мә әйтмәксемен: ауыл­дарҙа, төпкөлдәрҙә халыҡ ижа­дының, халыҡ сәнғәтенең бер төрө – өзләү, тауыш ярҙамында башҡа йән эйәләренең ауазын сығарыу – XX быуат аҙағында тере ине әле. Ошо хаҡта фекер йөрөтөп ҡарайыҡ әле!

Өзләү хаҡында беҙ нимә беләбеҙ?

Өзләр мәл етмәнеме?Башҡорт өзләүе хаҡында мәғ­лүмәт “Большая советская энциклопедия”ға ингән. Унда хат­та “ислам динен тотҡан төркиҙәр араһында башҡорт­тар­ҙа ғына өзләү бар” тип тә әйтелә. Хәйер, өзләүҙең яҙмышы, ни­лектән хал­ҡыбыҙҙың сәнғәтенән юғала барыуы сәбәптәре хаҡында ла һөйләшербеҙ. Сөнки был миңә ҡыҙыҡлы, был минән яңы эҙлә­неүҙәр талап итә.
Өзләүҙе төрлө яҡ башҡорт­та­рында төрлөсә атайҙар. Һозлау тигән атамаһы ла йәшәй халыҡ араһында. Уларҙың һәр бере­һенә хатта аңлатма ла бирелә: өзләү ул тел һәм ирендәр яр­ҙамында тауыш сығарып, юғары обертондарҙа йырлау булһа, һоз­лау – тамаҡ менән йырлау, йәғни ауаз тамаҡ тамырҙары һәм ауыҙ акустикаһы ярҙамында сыға. Был – уртаса өзләү. Ә инде түбән тауыш сығарып өзләүҙе икенсе төрлө “ҡарлығып өзләү” тип тә атайҙар. Ана шул баяғы айыу тауышы тап ошо өсөнсө төрҙө ҡулланғанда килеп сыға ла инде.
Башҡорттар Башҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә йә­шәгәнен иҫәпкә алып, унда ла күҙ һалабыҙ. Мәҫәлән, Силәбе өлкәһендә, шулай уҡ уға күрше Учалы районында был халыҡ сәнғәтен ҡайҙау тип тә атайҙар икән. Ҡауҙау, һозлау, ҡара өз­ләү, тамаҡ-ҡурай тигән атамалар ҙа бар. Әйткәндәй, тик баш­ҡорттарҙа ғына ҡурайҙа уй­наған­да өзләп ебәреү һаҡ­ланған.
Элегерәк өзләү бик киң та­рал­ған булған һәм тылсымлы кү­ре­нештәр, йола функцияһын үтә­гән, тип яҙһалар ҙа, ҡайһы бер бе­леш­мәләрҙә, минеңсә, улай ғы­на булмаған. 1997 йыл­да, килен булып төшкәс, ирем­дең олатаһы менән кү­реш­кәйнем. Ул Көйөр­гәҙе ра­йонының Таймаҫ ауылында йә­шәгән ете быуын баш­ҡорттарҙан торған боронғо сырайлы ҡарт ине. Мырҙағәле ола­тай ҡурайҙа уйнап ебәрә лә артынан өзләп тә ҡуя торғайны. Ул тыйнаҡ хо­лоҡ­ло кеше ине, шуға күрә үҙенең шөғөлөн кеше алдында күрһәтеп барғанын хә­тер­ләмәйем, әммә бер мәл ба­лыҡ­ҡа барғас та өзләгәнен ишеттем.
Бының менән мин нимә әй­тергә теләйем? Башҡорттарҙа өзләү сәхнә сығышы, йола фор­маһында ғына ҡулланылмаған, ә көндәлек тормошта ла халыҡ өзләп ебәрер булған, күрәһең. Мәғлүмәт сығанаҡтарында тағы ла шундай факттар бар: С. Юл­мөхәмәтов, М. Саламатов, Б. Сө­ләймәнова – боронғо ха­лыҡ сәнғәтен һаҡлаған күре­нек­ле вә­килдәр. Әйткәндәй, Интернет сел­тәрендә өзләү хаҡында апа­руҡ ҡына материалдар бар. “Бәй­ләнештә” социаль селтә­рен­дә “Башкирский узляу – Горловое пение” тигән төркөм дә асыл­ған. Бибизада Сөләймә­но­ваның сығышын шунда тың­ла­ным. Дөрөҫөн әйткәндә, әллә ҡа­тын-ҡыҙ, әллә ир-ат өзләй – айы­рып алыуы ла ауыр. Әммә шуныһы ҡыҙыҡлы: сығышы ме­нән Белорет районынан булған был апай – үҙе һирәк осрай тор­ған күренештәрҙең береһе. Гү­зәл зат араһында өзләүселәр ту­раһында мәғлүмәт юҡ. Бибизада – берҙән-бер! Бөгөн инде тываларҙа ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле бар. Әммә быныһы инде XXI быуат күренеше.
Өзләр мәл етмәнеме? Баяғы “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмдә замандаш өзләүселәрҙең һәр бере­һенең сығышын тыңларға ла, ҡарарға ла була. Фотолар менән дә байытылған.
Өзләү XIX быуатта С. Рыбаков яҙмаларында һүрәтләнә. Уны шулай уҡ Л. Лебединский, Х. Ихтисамов кеүек музыкант фольклорсылар өйрәнеп, нота­ларға һалған. Ғәлиә Баязитова 2013 йылда Һарытауҙа яҡлаған “Айырым башҡарыуҙың күп тауышлылығының музыкаль-акус­тик нигеҙҙәре” тип аталған кандидатлыҡ диссертацияһы тап ошо темаға бағышланған. Бәлки, киләсәктә автор менән бәйләнешкә инеп, ғилми эшенең өлөштәре менән гәзит уҡыу­сы­һын да таныштырып булыр. Әгәр “Большая Советская энциклопедия”ға башҡорт өзләүе ха­ында мәҡәлә ингән икән, тимәк, совет осороноң киң билдәле цен­зураһын үтеп тә, халыҡ ара­һында киң таралған был сәнғәт төрө хаҡында әйтмәй ҡалыу мөм­кин булмаған тигән фекергә киләм, уйҙарым менән алға ки­теп. Быға мәҡәләлә тағы әйлә­неп ҡайтырбыҙ әле.

Бөгөн кемдәр өзләй?

XXI быуаттың 15-се йылына әйләнеп ҡайтайыҡ. Заман сәх­нәһендә Роберт Заһрет­ди­нов, Рәйес Низаметдинов, Ил­һам Байбулдин, Ранис Ал­тын­баев, Артур Ғайсаров, Ринат Рама­ҙанов, Ишморат Ил­бәков, Миң­леғәфүр Зәйнет­ди­нов, Илмир Ҡоҙабаев, Вилмир Әбүбәкеров, ҡурайҙа уйнағанда булһынмы йәки думбыра менән сығыш ва­ҡытындамы өзләп ебәрә. Әйт­кәндәй, Роберт һәм Ишморат ағайҙарҙың ундай тамашалары менән үткән быуатта ла таныш инек. Асия Ғәйнуллина менән Таңсулпан Бураҡаева ла өзләү серҙәренә төшөнгән. Улар­ҙың сығыштары ла бар социаль сел­тәрҙә. Халыҡ йырҙа­рын маһир башҡарыусылар Марсель Ҡото­ев менән Филүс Ҡалмырҙин да сығыштарын өзләү менән биҙәп ебәрә. Рәйес Низаметдинов ме­нән Илһам Байбулдин ойоштороп ебәргән “Сал Урал” эт­но-төр­көмөнөң төп үҙенсәлеге шунда: ул халыҡ милли музыка ҡоралдарында уйнап ҡына ҡал­май, ә тап өзләү менән сығыш­тарын биҙәй. Биҙәй тип яҙҙым да, үҙем был һүҙҙең мәғәнәһе тулыһынса сығыштың йөкмәт­ке­һен асып бөтмәүен аң­ланым. Бөгөн халыҡ араһында этномә­ҙәниәткә ихтыяж ҙур. Халыҡ араһында тамырҙарын барлаусылар, боронғо милли музыка ҡоралдарында уйнап сығыш яһа­ғандарҙың тере моңона ылы­ғыусылар күп. Юҡҡа ғына бөгөн бөтә донъя буйлап тап этно-төркөмдәр популяр булып кит­мәне, күрәһең. Техноген юлдан киткән кешелектең химия еҫе­нән, яһалмалыҡтан арыуымы, әммә хәҙерге заман кешеһе тә­биғәткә тартыла, бигерәк тә бы­уатҡа яҡын рухи ситлектә йә­шә­гән совет кешеһе бар тереклектә үҙенең асылын эҙ­ләй. Ҡурай моңон тыңлап, йө­рәк­тәре сафланыуҙан кон­церт­тарҙан илап сығып кит­кән милләттәш­тәребеҙ генә тү­гел, башҡа халыҡ вәкилдәре лә аҙ булманы. Өзләү ҙә – ана шундай таҙарындырған, милли асы­лыңды танытҡан сәнғәт төрҙәренең береһе.

Рәйесте тыңлағаным...

Журналист һәр ижад төрөн сит­тән күҙәтеп, өйрәнеп мәҡәлә яҙа, әммә профессионалдар, ошо өлкәлә ниндәйҙер ҡаҙа­ныш­тарға өлгәшкән оҫталар менән һөйләшеү офоҡтарҙы киңәйтеп ебәргәндәй. Күп яҡлы талант эйә­һе, Ш. Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр пре­мия­һы лауреаты Рәйес Ни­за­мет­динов менән телефон аша булһа ла ошо хаҡта әңгә­мәләшәм. Өфөлә уны осратып, һөйләшеп алырға насип булмай ҙа ҡуя. Аңлап торам, ижад кеше­һенең ваҡыты тар, ә башҡараһы эштәр, яңы идеялар вулкан ке­үек ташып тора унан. Ҡайһылай килешә Рәйескә Бабич премия­һы лауреаты булыу! Маһир бе­йеүсе, ҡурайсы, бейеү һалыусы, тел­мәр оҫтаһы ла ул. Иң мөһиме – ул фекерле һәм эске яҡты ялҡынлы!
Өзләр мәл етмәнеме?Рәйес үҙе тыуған яғында өзләү­селәрҙе ишетмәгән, әммә әсәһенең бер туған ағаһы Туғыҙаҡ Йәһүҙин оҫта өзләүсе булған. Заманында ул Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыт­ҡан, уны халыҡ ижадын пропагандалаусы булараҡ маҡтап телгә алалар, ти Рәйес.
Тағы ла шуға иғтибар иттем: ҡурайсының маһирлығына өзләү яңы мәртәбә өҫтәй тип һанала икән профессионалдар ара­һын­да. Әйткәндәй, башҡорттарҙа ғына бар ҡурайға ҡушылып өзләү. Ишмулла Дилмөхәмәтов, Ишҡәле Дилмөхәмәтов кеүек арҙаҡлы ҡурайсылар ҡурай уйнағанда өзләү сығыштарына боронғолоҡ, үҙенсәлекле аһәң өҫтәп ебәргән. Бәлки, иң тәүҙә ҡурайсылар араһында популяр­лыҡ алып, был төр сәнғәт бөгөн ошо рәүешле үҫергә тейештер. Өзләүсе тәбиғәттә булмаған тауыш сығара, арбағыс көскә эйә ауаздар менән тамаша­сының иғтибарын йәлеп итә. Алда әйтеп киткәйнем инде, өзләү төрлө яҡта төрлөсә атала тип. Мәҫәлән, Ирәмәл төбө, Силәбе башҡорттарында “ҡай­ҙау” тигән атамаһы ла бар икән.
Эйе, бөгөн милләттәштәребеҙ араһында өзләүселәр һирәк, әммә юҡ түгел. Ата-бабаларҙан ҡалған был төр халыҡ сәнғәтен тергеҙергә йөрөгән егеттәр юҡ түгел бит. Мәҫәлән, Рәйес Низаметдинов менән Илһам Байбулдин Рәсәйҙең һәм Хаҡас Рес­публикаһының атҡаҙанған артисы Евгений Улугбашевтан махсус һабаҡ алып, бөгөн үҙҙәре йәштәрҙе, теләгән кешеләрҙе өйрәтә. Әлбиттә, был оҫталыҡ дәрестәре киңерәк таралһа, тағы ла һәйбәтерәк булыр ине. Мәҫәлән, З. Исмәғилев исемен­дәге Өфө дәүләт сәнғәт ака­де­мияһында өзләүселәр төркө­мөн асҡанда... Хәҙер, миңә ҡалһа, киләһе аҙымдарҙың береһе тап уҡыу йорттарында махсус төркөм асыу булырға тейеш. Яйлап, әммә алға барабыҙ.
Әйткәндәй, 2007 йыл Рәйес Низаметдинов Тыва Республи­каһында биш йылға бер үтә торған фольклор байрамында – конкурста ҡатнашҡан. Унда Тыва, Монголия, Хаҡас, Алтай, Ҡалмык республикаларынан, Ҡаҙағстандан, Япониянан, Финляндиянан, Вьетнамдан, Норвегиянан, АҠШ-тан вәкилдәр бул­ған. Шуларҙың һәр береһе өзләү менән тәрән ҡыҙыҡһына, милли музыка ҡоралдарында уйнай.

Кем ул Евгений Улугбашев?

Профессионалдар араһында уның исеме бөтәһенә лә яҡшы таныш. Виртуоз өзләүсе, музыкант, уны хатта Хаҡас Республи­каһының тере йөҙө тип тә атай­ҙар. Бейеүсегә һүҙ әйтмәгеҙ, бейей-бейей оҫтара тигән һы­маҡ, халыҡ ижадына мөкиббән был егет хаҡастарҙың фольклоры менән бөтөн донъяны таныштырып сыҡты, тиһәк тә хата булмаҫ. Уны донъяның ҡайһы илдәре генә тыңлап, хайран ҡалманы икән! Олимпиада асыу тантанаһы булһынмы, мәҙәниәт көндәре билдәләнһенме – ул Рәсәй халыҡтары йөҙөн милли сәнғәт аша донъяға таныта. Йыл дауамында замандашыбыҙ бик күп илдәрҙә, ҡитғаларҙа сығыш яһай һәм, үҙе бер әңгәмәһендә әйтеүенсә, боронғо милли моң аша XXI быуатта йәндәре тәбиғәттән ситләшкән кешеләрҙең асылына им һала.
Әйткәндәй, Е. Улугбашевта Баш­ҡортостандан 25 кеше дәрес алған. Бер-ике көн эсендә ике төр өзләүҙе алып киткәндәр кү­беһе, әммә бөгөн барыбер киң масштабта был жанр менән шө­ғөлләнгәндәр аҙыраҡ. Өзләү­ҙең бер сәғәт дәресе 800 һум икән.

Республика халыҡ ижады үҙәге ниҙәр башҡара?

Беҙҙә әле үрҙә һанап үтелгән исемдәр йөҙөндә генә йәшәп килә был жанр. Ә, мәҫәлән, Тыва филармонияһында “хомейжи” тигән вакансия бар, йәғни һөнәр. Ул башҡа төр сәнғәт әһелдәре кеүек үк эш хаҡы алып, штатта тороп эшләй. Үреләһе үрҙәр бар әле беҙгә лә. Өйрәнәһе нәмәләр ҙә күп. Өзләүгә ҡағылышлы норматив-хоҡуҡи акттар ҙа булды­рылмаған, хатта ошо тема ме­нән етди шөғөлләнгән ғалим­дарыбыҙ ҙа юҡ иҫәбендә. Ә бит кәрәк был эшкә тотонорға. Эйе, бер нисә алыҫ кешебеҙ йөҙөндә был төр халыҡ сәнғәте тергеҙелә генә әле, шуға күрә өзләүселәр союзын ойоштороу тураһында һөйләү, бәлки, иртәрәктер, әммә ниәт итеп ҡуйыу һис ҡамасауламаҫ ине.
Шулай ҙа эштәр бөтөнләй атҡарылмай тип тә булмай. Әй­тә­йек, Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан бына инде 10 йыл рәттән өзләү буйынса оҫта­лыҡ дәрестәре үткә­релә. Баш­ҡортостандың Мә­ҙә­ниәт ми­нистр­лығы, Республика ха­лыҡ ижады үҙәге, Мәсетле райо­ны хакимиәте тарафынан 2005 йылдан алып ике йылға бер Мә­сетле районында уҙғарылып кил­гән төбәк-ара ҡу­мыҙ­сылар һәм өзләүселәр конкурсы яңы исемдәр ҙә асты, башҡа тараф­тарҙан данлыҡлы ҡунаҡтарҙы йыйҙы. Быйыл да апрель башында осрашты ха­лыҡ ижадын тергеҙеүселәр Оло Ыҡтамаҡ ауылында. Һәр кеме­беҙ аңлап тора: был сараның төп маҡсаты – ҡумыҙсылар, өзләүселәр ижадын һаҡлау, пропагандалау, яңы исемдәр асыу, йәштәрҙе ошо төр халыҡ ижадына йәлеп итеү, күп милләтле Рәсәй халыҡтары мәҙәниәте һәм йолалары менән танышыу, үҙ-ара ижади бәйлә­неш­тәр булдырыу, яңы фести­вал­дәргә нигеҙ һалыу, халыҡ ара­һындағы сығыштарға әҙерлек.
Ҡумыҙсыларҙың һәм өзләү­селәрҙең Башҡортостанда үткән төбәк-ара конкурсында әлегә тиклем Пермдән, Мәскәү­ҙән, Алтай, Татарстан республикаларынан, Силәбе, Ҡурған, Һамар, Һарытау һәм Свердлов өлкә­ләренән 400-ҙән ашыу музыкант ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә яңы исем­дәр асылған, төр­көмдәр барлыҡҡа килгән. Хатта исем­дәре киң билдәле йырсылар, өзләүселәрҙән дәрестәр алып, бөгөн халыҡ араһына яңы шөғө­лө менән сыға. Үҙенсә­лекле моң байрамы, әлбиттә, юҡҡа ғына Мәсетле районында ойошторолмай – был төбәк үҙе­нең фольклорсылары, ҡумыҙ­сы­лары, башҡорт инс­тру­мен­та­лис­тары ме­нән дан тота. Тап ошо ерлектә скрип­каның атаһы ҡыл-ҡумыҙ табыл­ған, мандолинала, скрипкала һәм тимер ҡумыҙҙа уйнау­ҙың иң шәп яҙмалары ла Мә­сетлелә яҙҙырылған. Виртуоз ҡумыҙ­сылар ҙа ошо төбәктән бит инде – Роберт Заһретдинов менән Миңлеғәфүр Зәйнет­диновты хәҙер республикала ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә яҡшы беләләр. Улар – донъя­ның виртуоз ҡу­мыҙсыһы исе­менә лайыҡ булған шәхестәр. Мәсетле ерендә йы­йыл­ған конкурсанттарҙың сығы­шын тап улар баһаланы ла инде. Жюри ағзалары составына шу­лай уҡ Башҡортостандың атҡа­ҙанған артисы, 2009 йылда Тө­бәк-ара ҡумыҙсылар һәм өз­ләүселәр конкурсында Гран-при яулаусы Илһам Байбулдин, фольклор буйынса белгес, өз­ләү­се, сәсәниә Асия Ғәйнуллина, Алтай Республикаһының атҡа­ҙан­ған артисы, “Тандак” халыҡ һәм өлгөлө ансамбле етәксеһе Роман Саланханов баһаланы. Быйыл ҡумыҙсылар араһында Гран-приға Мәсетле районының “Мираҫ” ансамбле лайыҡ булды, етәксеһе – Зөфәр Зәйнетдинов. Әйткәндәй, был ансамбль составында 25 кеше сығыш яһай! Күҙ алдығыҙға килтерәһегеҙме: нин­дәй ҡеүәт һәм тере моң! Етмәһә, улар, беҙ күберәк тә булыр инек, ҡайһы бер туғандарыбыҙ көтөл­мәгән сәбәптәр арҡаһында килә алманы, тиҙәр. Ә инде өзләү­се­ләр араһында I урынға Пермдән килгән “Сал Урал” төркөмө ла­йыҡ булды, етәксеһе – Радик Ғарипов. Бына шундай эштәр атҡарыла бөгөн Республика халыҡ ижады үҙәге тарафынан өзләүселәрҙе ҡеүәтләү, үҫтереү маҡсатында.

Тывалар өсөн нимә ул өзләү?

Тывалар өсөн өзләү ул был халыҡтың шамандары тарафынан бынан меңәр йыл элек бар­лыҡҡа килтерелгән тауыш аша дауаланыу һәм камиллашыу ҡо­ралы икән. Улар бөгөн дә баш­ҡаларға айырым дәрестәр бирә. Тывалар өсөн өзләүҙең бер нисә төрө генә түгел, ә был жанрҙың үҙ нигеҙе бар, уны башҡарыуҙы өйрәнеү системаға һалынған. Теория, йола, тантана, техниканы үҙ эсенә ала был алым. Төрлө фильмдарҙа, документаль кадрҙарҙа ла күргәнегеҙ барҙыр, бәлки, ана нисек шамандар өзләү аша Йыһан менән бәйләнешкә инә, ата-бабала­ры­ның рухы менән осраша. Баш­ҡорттарҙа был күренеш бул­дымы икән, юҡмы, уныһын аныҡ ҡына әйтеүе ауыр, сөнки Ислам динен ҡабул иткән, шул уҡ ваҡытта фанаттарса табын­маған башҡорттар Аллаһ той­ғо­һон йөрәгендә йөрөтөүҙе артыҡ күргән. Быны ни өсөн яҙам, сөнки өзләү аша нин­дәй­ҙер йолалар башҡарыу күпселек ос­раҡта тәғәйен бер дингә килгән халыҡтарҙа күҙә­телмәй. Тәңре­селек осоронда, бәлки, башҡорт­тар ҙа өзләү аша медитация ме­нән шөғөлләнгәндер, әммә был хаҡта мәғлүмәт бик аҙ. Алда әйткәнемсә, өйрәнәһе нәмәләр бик күп әле был жанр тура­һында.
Тываның шамандары хомус, бубендар аша тән һәм йәндең балансына ирешеү менән дә шөғөлләнә. Тын юлдарын да улар ошо рәүешле таҙарта. Ныҡ­лы ғаилә булдырыу өсөн дә аҡыл асылырға һәм тән әҙер булырға тейеш тип иҫәпләгән был халыҡ вәкилдәре өзләүҙе, әлеге лә баяғы, бубен менән хомусты ошо маҡсатта ла файҙа­лана. Кешеләрҙе эс бошоу, йән әрнеү ауырыуҙарынан да, негатив эмоцияларға бирелеүҙән дә улар ошо юл менән дауалай. Бик ҡыҙыҡ, шулай бит. Әйтәйек, баш­ҡорттарҙа, эс бошҡанда тау­ға менергә кәрәк, хәлеңде һыуға һөйлә, утҡа әйт, ти­гәндәрен ишет­кәнем бар, хатта юҡ менән бу­лып йөрөмә, ана эшлә, хәҙер хә­лең яҡшырыр, тип тә ебәрә өлкәндәр.
Уларҙа өзләүҙең өс төрө бар: харига (түбән), хоомой (урта), эсхэрээ (һыҙғырып өзләү).

Алтайҙа нисек өзләйҙәр?

Уларҙа ла өзләү кеүек халыҡ сәнғәтенә тәрән ихтирам менән ҡарайҙар. Ҡатын-ҡыҙҙар ара­һын­да ла өзләүселәр күп. Традицион алтай халыҡ йыр­ҙары тап өзләү менән оҙатыла. Йыраусыларын улар “ҡайғы” тип атай. Улар Алтай халыҡ ри­үәйәттәрен, эпостарҙы башҡара. Хатта ошо төр ижад менән шөғөлләнгән төркөм иң оҙаҡ итеп өзләгәне өсөн 2003 йылда “Гиннестың рекордтар китабы”­на ингән. Алтай өзләүселәре шулай уҡ 2000 йылда Мәскәүҙә “Дельфий уйындары”нда, 2005 йылда Улан-Удэла “Ер һулышы” халыҡ-ара өзләү фестивалендә алтын миҙалға лайыҡ булған.
Алтайҙа өзләү ярҙамында кешенең үпкәләре таҙара, нығы­на, ҡабырғалары көс туп­лай, күк­рәге киңәйә, тауышы ҡеүәт­ләнә тип иҫәпләйҙәр. Хәйер, бы­ның менән замандаш өзләү­се­ләр барыһы ла килешер, моғайын.
Бөгөн монгол, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, ҡарағалпаҡ, хатта немецтар ҙа өзләй. Мәғлүмәткә бай Интернет донъяһы ярҙамында кемдәрҙең генә ауазын тыңламаным, хайран ҡалырлыҡ. Өзләү тураһында һүҙ сыҡҡанда, бөгөн Ислам ди­нен тотҡан төркиҙәр араһынан тик башҡорттарҙа ғына һаҡ­ланған был жанр, тигәнгә ҡаршы ҡаҙаҡ бауырҙаштарыбыҙ яуап фекерҙәр яҙа. Эйе, хәҙерге көн­дә был сәнғәт төрө бик күп халыҡтарҙа тергеҙелә, хатта киң ҡолас ала бара. Үрнәк алайыҡ!

Мәҡәләнең һуңғы һүҙе – өзләү тураһында һөйләшеүҙең башы

Алда әйтеп киткәйнем инде, “Бәйләнештә” социаль селтәрен­дә өзләүселәр махсус төркөм ас­ҡан, тип. Бына ошо мәҡәләне яҙыр алдынан бер нисә көн туҡ­тау­һыҙ уларҙың сығышын тың­ла­ным. Унда башҡа мил­ләт­тәр­ҙең яҙмалары ла бар. Ҡай­һы­лай оҫтарған беҙҙең егет­тә­ре­беҙ! “Сал Урал” төркө­мөнөң сығышы инде күңелгә ятты. Юҡ­ҡа ғына “Комсомольская прав­да”­ның төбәктәге сығарылышы уларҙың Ҡазан­дағы еңеүен ҡала яулауға тиңләмәгән, күрәһең. Рәйес менән Илһамдың оҫта­лығы шунда ла сағыла: улар һәр төр өзләүҙе айырым билдәләп, тыңлаусыларға аңлатып та китә.
Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы тинек бит әле Сә­йет­ба­баны. “Мин бала саҡта тү­бәнге өзләү менән шөғөлләнгән ба­байҙар бар ине”, – тип хә­терләй ошо ауыл егете Илһам Байбулдин. Юғары һәм урта өзләү беҙҙең халыҡта киң ҡулла­ныл­ған, күрәһең, шунда уҡ таныш моң­дарҙы ишеткәндәй булаһың. Ә бына ҡарлығып өзләү күберәк тап тыва, хаҡас халыҡтарын хә­терләтә. Хәйер, Хәсән бабай ҙа шулай эшләй торғайны бит әле!..
Ни өсөн өзләү, ҡыл-ҡумыҙҙа уйнау кеүек халыҡ сәнғәте төр­ҙәре беҙҙең халыҡта юғалыу сигенә етте икән, тигән уй килде башҡа. Шул уҡ мандолина, киреһенсә, бик популяр ине бит һуң! Хатта һәр бер башҡорт ауылында тиерлек мандолинала уйнарға өйрәткән махсус түңә­рәктәр асылған. Әлеге лә баяғы, Европаға ынтылыштың бер кү­ре­нешелер был тағы ла. Беҙҙең ауылда ғына тотош мәктәп уҡыу­сыларын мандолинала уйнарға өйрәткәндәр. Фотолары ла һаҡ­лана ине әле. Яңыраҡ “Бәйлә­нештә” социаль селтәрендә шағирә, йәмәғәт эшмәкәре Гүзәл Ситдиҡованың төркөмөндә лә күреп ҡалдым шундай уҡ фотоны (өҫкө һүрәттә). Шул уҡ мандолина урынында – думбы­ра, скрипка урынында ҡыл-ҡу­мыҙ була ала ине лә инде. Юҡ, совет осоронда ҡурай, ҡыл-ҡу­мыҙ, думбыра, шул иҫәптән өз­ләү ҙә иҫкелек ҡалдығы иҫәпләнгән һәм Көнбайыш илдә­ренән килгән музыка ҡорал­дарына өҫтөнлөк би­релгән. Әгәр ҡурайҙы Ғата Сө­ләймәнов, Ишмулла Дил­мө­хә­мәтов кеүек ағай­ҙар һаҡлап алып ҡалмаһа, бел­мәйем, бөгөн милли сәнғә­тебеҙ ниндәй юғал­ыу кисергәнен хатта аңлай алыр инекме икән? Ҡурай менән бергә тегендә-бында өзләүҙең төрлө формалары ла һаҡланып ҡал­ған. Әле генә ул һәр кем ҡурай уйнағанға, конкурстар үтеп тор­ғанға беҙгә барыһы ла еңел хәл ителгән төҫлө. Тамырҙарға, ру­хы­быҙға тоғролоҡ һәр көн көрәш менән иҫбатланырға тейешлеген иҫбатлаған түгелме мәшһүр ҡурайсыларыбыҙ? Бөгөн өзләү­се егеттәребеҙ ҙә ошондай уҡ эште башҡара. Бөгөн “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө егеттәре лә сәх­нәгә алып менде өзләүҙе, айы­рым ижадсылар ҙа ҡыҙыҡ­һы­на. Тимәк, боҙ ҡуҙғал­ған ғына түгел, Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә йәнле эш алып барыла. Фестивалдәр үтә, конкурс ойошторола, мастер-клас­тар бирелә, төркөмдәр бар­лыҡҡа килә.
Әйткәндәй, Рәйес менән Ил­һам яңыраҡ Әбйәлил районы­ның Буранғол ауылында оҫ­та­лыҡ дәресе биргән. Башта балалар ғәжәпһенеп ҡараған һымаҡ итһә лә, шунда уҡ көйҙө отоп алып, уйнай башлауҙары, беләһегеҙме нимә хаҡында һөйләй? Ҡан хәте­ре тураһында бит был отҡорлоҡ. Әгәр һинең тамырҙарыңда ошо шөғөлдө таныған, шул моңдо ишеткән бөртөк кенә булһа ла ҡан аға икән, был ауаз, был сән­ғәт төрө һиңә ят түгел. Малай­ҙар­ҙың тиҙ арала көйҙө, шөғөл­дө отоп алыуын шулай аңлатам!
Беҙҙә киләһе аҙым ниндәй булырға тейеш? Юғары уҡыу йор­тонда айырым төркөм асыу, филармонияла штат булды­рыу... Әйткәндәй, тыва халҡы өзләүҙе һаулыҡ өсөн файҙа­ланһа ла, уның тамаҡ биҙҙәре, тамырҙары өсөн зыяны ла юҡ түгел. Шуға күрә ул республикала өзләүсенең эше ауыр­ҙарҙан һанала, һәм ул пенсияға башҡаларға ҡарағанда иртәрәк сыға икән! Һәр төр ижад кеүек, өзләү ҙә иҫеңә төшкәндә генә шөғөлләнгәнде яратмай. Рәйес Низаметдиновтың әйтеүенә ҡа­ра­ғанда, шөғөлләнмәй баш­ла­һаң, тауыштың сифаты боҙо­ла. Эйе, өзләүсе көн дә сығыш яһап, тәүлегенә бер нисә концерт биреп йөрөй алмай, табиптар, ысынлап та, был төр ижад­тың сәләмәтлеккә, бигерәк тә тамаҡ биҙҙәренә зыяны барлығын иҫ­батлаған. Әммә айына бер ха­лыҡ араһына сығыу өзләүсенең тауышын камиллаштыра, ижадын үҫтерә. Һәр аралашыу үҙе үк тамашасы менән тура бәй­ләнешкә индерә, энергия менән алмашыу мәле яңы көс бирә!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872