Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Үҙеңде ҡорбан итергә кәрәкме?
Үҙеңде ҡорбан итергә кәрәкме? Замана үҙгәрә — заң үҙгәрә. Йәшәү рәүешебеҙ замандан ҡалышмай алға бара. Борон беҙҙең халыҡта ҡатын-ҡыҙ ир һүҙенән сыҡмай, ситләтеүгә, йәберләүгә лә түҙеп, уныңса ғына йәшәһә, бөгөн иһә ғаилә дилбегәһен үҙ ҡулына алды. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа эскесе ирҙәренән туҡмалып йәшәгән ҡатын-ҡыҙ ҙа бар. Хатта ире эскән, унан йәберләнгәндәрҙең яҙмыштары бер-береһенә үтә лә ныҡ оҡшаған, бер төрлө һымаҡ...
Бер генә бирелгән ғүмерҙә маҡсатһыҙ йәшәгән, ялҡау ирҙәргә үҙеңде ҡорбан итергә кәрәкме икән? Улар барыбер һинең ҡәҙер-хөрмәтеңде аңламай ҙа, һанға ла һуҡмай. Ә ҡатын-ҡыҙ шул арҡала төрлө ауырыуҙарға дусар була.
«Балаға атай кәрәк бит», – тип эскесе иренән ғүмер буйы туҡмалып йәшәгән ҡатындар бихисап. Әммә был — хаталы фекер, сөнки эскесе атайҙың әсәһен туҡмауын, уны йәберләүен күргән балаларҙың психикаһы боҙола, ул тәүҙә атаһын, һуңынан үҙен шундай шарт­тарҙа көн иттергән әсәһен күрә алмай башлаясаҡ.
Әлбиттә, элекке быуын кешеләре ҡыҙҙарын һәр саҡ баш баҫып, түҙеп йәшәргә кәрәк тип тәрбиәләгән. Әммә бәләкәйҙән күңелгә һеңдерелгән, иҫкер­гән ҡанундарҙан сыға алмай йәшлеген, һаулығын ҡорбан иткән сабыр ҡатындар шул тиклем йәл...
Беҙҙең заманда ҡатындар көслө булырға тейеш тигән фекер барлыҡҡа килде. Бәлки, был ҡараш, йүнһеҙ ирҙәренән ҡотолоп, ниһайәт, тормоштоң матурлығын, ирһеҙ ҙә бынамын итеп йәшәп булыуын аңлаған ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙан сыҡҡандыр, сөнки үҙемә лә туҡмаған ирҙәренән ҡотолған ҡатын­дарҙан ошондай хәбәрҙе йыш ишетергә тура килә.
Бер мәл полиция лейтенанты булып эшләп йөрөгән ҡатын менән танышып, һөйләшеп киттек. Һүҙ артынан һүҙ ҡуйырып, шәхси тормошона төшөп китте Зөлфиә. Ҡарап тороуға мөләйем генә наҙлы ҡатындың иренән ҡыйырһытылып йәшәүе тетрәндерҙе.
— Буласаҡ ирем менән апайымдың туйында таныштыҡ. Ул ваҡытта мин Х класс уҡыусыһы ғына, ә Роберт армиянан ҡайтҡан ҡарағайҙай кәүҙәле, үткер ҡарашлы, шаян егет ине. Бер һирпелеп ҡарауынан уға ғашиҡ булдым. Тиҙҙән дуҫлашып киттек. Итәғәтле, минең өсөн өҙөлөп торған егет күңелемде яуланы. ХI класта уҡығанда ауырға ҡалдым. Быны белгән атай-әсәйем йәһәтләп, уҡыуымды бөтөр-бөтмәҫтән кейәүгә бирҙе.
Беҙ ҡәйнәмдең иҫке өйөндә йәшәй башланыҡ. Улыбыҙ тыуҙы, ә Робертты алмаштырҙылармы ни! Көн һайын клубҡа сығып, иҫерек ҡайта ла мине туҡмай. Бер мәл әсәйемә шылтыраттым, зинһар, килеп алығыҙ, тип. Әммә ирем атай-әсәйемде өйгә индермәне. Шул көндән тормошом бөтөнләй тамуҡҡа әйләнде. Мине өйҙә бикләп сығып китә лә ике-өс көн юғалып тора, ҡайтып инеү менән үсе ҡанғансы типкеләй. Ә меҫкен улы­быҙҙы, исмаһам, бер генә тапҡыр ҡулына алһасы... Йоҡоһоҙ төндәремдә шул хәтлем ыҙалатҡансы, йәнемде алсы, тип Хоҙай Тәғәләгә ялбара инем. Иремдең вәхшилеге шул хәтлемгә барып етте: ҡыҙҙар алып ҡайтып, күҙ алдында ятып йоҡлайҙар ине.
Көсөм бөттө, рухым һынды, үҙ-үҙемә ҡул һалырға ҡарар иттем. Сабыйымды туйғансы ашаттым, матур итеп кейендереп, хат яҙып ҡуйынына һалдым да соланға сығып аҫылындым... Дауаханала аңыма килдем, эргәмдә илауҙан күҙҙәре шешенгән әсәйем ултыра ине. Хәлем яҡшырғас, улар мине үҙҙәренә алып ҡайтты. Әммә бының менән тынысланманы Роберт. Мине кире алып ҡайтырға маташты, килеп сыҡмағас, йортто яндырыу менән янаны, хатта тәҙрә быялаларын яра һуғып, атайымды туҡмап киткән саҡтары ла булды. Урындағы участ­ковыйға бер нисә мәртәбә мөрәжәғәт иттек. Тик ул иремдең ике туған ағаһы ине, мыҫҡыллы йылмайҙы ғына.
Ҡасырға мәжбүр булдым, сөнки баш­ҡаса ҡотолоу сараһы юҡ ине. Күрше өлкәлә йәшәгән апайыма барып төп­ләндем. Тормоштоң шул тиклем тигеҙһеҙлеген, ғәҙелһеҙлеген татып, ир йоҙроғонан йәберһетелеп, кешеләр­гә ышанысым бөткәс, был донъяла кемдер тәртип урынлаштырырға тейештер бит, тигән уй менән полиция эшенә барырға булдым. Ситтән тороп уҡырға индем. Тәү тикшереүсе булып киттем. Әлбиттә, тән йәрәхәттәре уңалды, әммә күңел яраларым мәңге­леккә уйылып ҡалды. Хәҙер үҙем ғәҙеллек өсөн көрәшәм, ә инде ҡатын-ҡыҙға үҙ көсөнә ышана белеү иң кәрәкле сифаттыр тип уйлайым, — тине Зөлфиә. Әммә уның күҙҙәрендә бер аҙ моңһоулыҡ та, хәсрәт тә сағылды.
Зөлфиә йыртҡыс иренән имен-һау ҡотолоп яңы тормош башлаған. Ә бына туҡмалыу арҡаһында ауырыу булып ҡалған, зәғифләнгән, хатта үлгән ҡатындар ҙа бар бит...
Рәйсә менән Өфөнән бер таксиҙа ҡайтырға тура килде. Был ҡатындың һағыш һәм хәсрәт тулы күҙҙәренә шунда уҡ иғтибар иткәйнем. Бөтөнләй ят кеше тип ҡарап торманы, миңә эс серен бушатты.
— Дауахананан ҡайтып барам, — тип һүҙен башланы ул, йәшләнгән күҙҙәрен һөртөп, — балаҡайҙарымды һағындым. Улар бит мине ике ай күрмәне. Нисек кенә йәшәнеләр икән?! Атайҙары эсә. Өлкән ҡыҙыбыҙға — 12, уртансыһына — 8, кесеһенә 5 кенә йәш. Табиптарҙан да, балаларым хаҡы­на ғүмеремде әҙ генә булһа ла оҙайтығыҙ инде, тип ялбарып яттым. Түшемдә шеш таптылар. Операция яһатып, ҡайтып барам. Табиптар, иртәрәк килмәгәнһең, тип тиргәй. Ҡай­ҙан инде, анау эскән иргә бала­ларҙы нисек ышанып ҡалдыраһың? Хәлем насарайғас, апайым етәкләп тигәндәй дауаханаға алып китте. Шеш, тинеләр... Ниңә был сиргә тарыуыма ла аптырамайым, ирем эсеп ҡайтҡан һайын түшемде төйөп туҡмар ине. Диагноз ҡуйғастар ҙа, ышанмай маташты, һөйәреңә китергә булдыңмы, тип ғауғаланы. Әле лә йөрәгем тыныс түгел, ҡайтһам, тағы ла ҡул күтәрмәһә ярар ине тип ҡурҡып торам. Ҡайтмай торор ҙа инем, балаҡайҙарым көтә бит...
Меҫкен ҡатындың артабанғы яҙмышы нисек булғандыр, уныһын белмәйем, әммә был ваҡиға күңелемдән оҙаҡ китмәне. Ә инде икенсе бер танышым нисек итеп ире ҡатынын туҡмап үлтереүенә шаһит булыуын һөйләп, шаҡ ҡатырҙы...
— Ситтән тороп уҡып йөрөйөм. Бикәсемә фатирға төштөм. Ул бер йыл элек кейәүгә сыҡҡайны, ай ярым­лыҡ ҡына сабыйҙары бар ине. Ара­ларыбыҙ йыраҡ булғас, һирәк кү­реш­тек. Шуға күрә кейәүҙең шул тиклем ҡыҙыу булыуын, эсергә яратҡанын да яҡшылап белмәнем. Тәүге көндә үк аралары һалҡынлығын тойҙом. Әллә кейәү минең килгәнемде яратманымы икән тип тә уңайһыҙландым. Сығып китергә лә уйлағайным, бикәсем туҡтатты. “Еңгә, ҡал инде. Миңә тынысыраҡ булыр. Морат ныҡ туҡмай бит. Әле һин килгәнгә тыйылып тора. Нимә эшләргә лә белмәйем, сығып китер инем, унһыҙ йәшәй алмаҫмын һымаҡ, үҙен яратам бит”, — тип күҙ йәштәрен түгеп иланы. Ҡалыуым менәнме ни, яҡлай алманым шул бикәсемде. Шул көндә Морат иҫереп ҡайтты. Ишектән ингәс тә насар һүҙҙәр менән мине битәрләп ҡыуа башланы. Өндәшмәй генә сабыйын имеҙеп ултырған бикәсем түҙмәне, улын урынына һалды ла, арабыҙға килеп баҫып, ирен тынысландырырға иткәйне, шуны ғына көтөп торған Морат ҡатынын елтерәтеп, туҡмай башламаһынмы... Бындай аяныс күренештең тәүге тапҡыр шаһиты булдым. Ауырты­ныу­ҙан ҡысҡырған әсәһенең тауышынан ҡурҡыпмы, 40 көнлөк кенә сабыйҙары туҡтауһыҙ илағас, уны алып ҡуйыныма ҡыҫтым. Ә ярһыған үгеҙ кеүек күҙе аларған Морат туҡтарға йыйынманы. Бер мәл бикәсем ҡысҡырыуҙан да, һаҡланырға тырышыуҙан да туҡтаны. Йәнһеҙ ятҡан кәүҙәһен күреп, һушым­дан яҙҙым. Бер килке иҫем инәле-сығалы булды. Бикәсемде лә, мине лә дауаханаға алып киттеләр. Минең өс айлыҡ ауырым бар ине, төштө... Бикәсем иртәгәһенә гүр эйәһе булды. Моратты 10 йылға хөкөм иттеләр. Уларҙың сабыйын ирем менән уллыҡҡа алдыҡ. Ошонан һуң мин башҡаса бала таба алманым... — тип ҡатын аһ-зарын һөйләне.
Эйе, бына ошондай аяныслы яҙмыш­лы ҡатындар осрай. Күпме яҙабыҙ, һөйләйбеҙ, әммә ҡайһы бер көслө зат бер үк хаталарҙы ҡабатлай, ниңәлер ғибрәт алырға, тәүбәгә килергә ашыҡ­май...






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840