Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөрөләр беренсе “бөрөләнә”
Бөрөләр беренсе “бөрөләнә” Республикала һуңғы йылдарҙа юл төҙөлөшөнә етди иғтибар бирелә. Төбәктең юл төҙөлөшө комплексын үҫтереүгә Бөрө юл төҙөү-ремонтлау идаралығы ла лайыҡлы өлөш индерә. Шуны ла әйтәйек: район республиканың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш төбәген баш ҡала менән тоташтыра. Шуға ла биләмә аша үткән юлдарға талаптар айырыуса юғары.

Юл төҙөү-ремонтлау идаралы­ғы хеҙ­мәткәрҙәре үҙҙәренә йөкмә­тел­гән бурысты ҙур яуаплылыҡ менән башҡара. Коллектив оҙаҡ йылдар дауамында “Башкиравтодор” асыҡ акционерҙар йәмғиә­тендә алдынғы филиалдарҙың береһе һанала. Предприятие эш­сән­дәре үҙҙәре ҡарамағындағы дөйөм файҙаланылыш­тағы 322,2 километр, шул иҫәптән 46,5 километр республика әһәмиәтендәге юл­дар­ҙы йыл әйләнәһендә ҡарау­лы тота, ремонт эштәре һәм яңы төҙөлөш башҡара.
Идаралыҡты башҡаларҙан айыр­малы иткән бер үҙенсәлекте билдәләп китеү урынлы. Респуб­ликаның юл хужалығы өсөн әһәмиәтле яңы башланғыстар, ал­дынғы технологиялар йыш ҡына ошонда тыуа. Әйтәйек, Бөрө ида­ралығы 2007 йылда республикала беренсе булып “Уралдортранс” проектлаусылары һәм Өфө дәүләт нефть техник университеты ғалимдары менән берлектә Бөрө — Яңы Биктимер автомобиль юлында, заманса конструкциялар ҡулланып, аркалы күпер төҙөп файҙаланыуға тапшырҙы. Артабан Өфө — Бөрө — Яңауыл автомобиль юлы төҙөлөшөндә тәүге­ләрҙән булып “стеклонит” заманса геотекстиль материалын уңышлы ҡулланыуға ирештеләр. Иртә яҙҙан ремонт эштәрендә һалҡын асфальт-бетон ҡатнашма­һы ҡулланыу технологияһы ла Бө­рө юлдарында баш­лан­ғыс алды. Бер нисә йыл элек Өфө — Бөрө — Яңауыл трассаһының Мишкә районы биләмәһе аша үткән өлөшөн­дә йәнә бер яңылыҡ уңышлы һы­налды: асфальт-бетон ҡатнаш­ма­һы составында яңы материал — махсус “ПАН сүсе” ҡулланып, тәжрибә үткәрҙеләр. 2012 йылда Борай — Иҫке Балтас — Ҡуйыҙа автомобиль юлында ла ремонт эштәрен яңы технология буйынса башҡарҙылар. Йәғни япма­ның тулы киңлегенә “техпол” туҡыл­ма­ған синтетик материалын файҙа­ландылар. Бөрө идаралығы тәү­ге­ләрҙән булып һынаған яңы технологик алымдар юлдар­ҙың сифатын яҡшыртыуға, уларҙың хеҙ­мәт итеү ваҡытын оҙайтырға булышлыҡ итә, иҡтисади яҡтан отошло.
Идаралыҡ хеҙмәткәрҙәре һәр заказды ҙур яуаплылыҡ менән ҡа­бул итеп, еренә еткереп башҡара. Улар рәтендә тиҫтәләр­сә кило­метр­ға һуҙылған яңы юлдар иҫәп­ләнә. Ағиҙел йылғаһы аша Бөрө районы менән ҡалаһын тоташтыр­ған күпергә кереү юлдарын да улар һалды. Был ҡала менән район араһында өҙлөкһөҙ юл хәрә­кәтен тәьмин итә.
Идаралыҡ тораҡ пункттарында юлдар төҙөү һәм ремонтлау буйынса ҡоласлы эш алып бара. Был йәһәттән һуңғы ваҡытта Иҫке Бурны, Иҫке Баҙан, Питяков, Калинники, Ҡуҙы ауылдарында байтаҡ юл яңыртылған. Булдыҡлы коллектив яҡын-тирәләге Тәтеш­ле, Асҡын, Борай, Мишкә, Нуриман, Ҡариҙел райондарында һәм баш ҡалабыҙ Өфөлә лә юл төҙө­лөшөндә күләмле эштәр башҡара.
Ағымдағы йылдың туғыҙ айын­да идаралыҡ 139,4 миллион һумлыҡ төҙөлөш-монтаж эштәре башҡарған. Өфө — Бөрө — Яңауыл трассаһында күләмле ремонт эштәре ғәмәлгә ашырылған.
Әлбиттә, коллективтың төп ғорурлығы — ауыр ҙа, маҡтаулы ла һөнәрҙе үҙ иткән булдыҡлы эшсәндәре. Предприятие үҙенең абруйлы хеҙмәт династиялары менән дан тота. Улар иҫәбендә — Абдуллиндар, Айдыбаевтар, Власовтар, Клоиминдар, Якимовтар, Хәтмуллиндар, Ря­бовтар, Стариковтар... Водитель Баш­ҡортостан­дың атҡаҙанған транспорт хеҙ­мәт­- кәре Александр Климин, машинист Александр Самойлов, Рәсәйҙең транспорт министрының Рәхмәт хатына лайыҡ Сергей Стариков, Башҡортостандың Маҡтау грамо­таһы менән бүләкләнгән Сергей Айдыбаев, баш хисапсы Фәнисә Ғилфанова, производство-техник бүлеге етәксеһе Светлана Дойникова күптәргә үрнәк булып тора.
Етәкселәрҙән дә уңған коллектив. Идаралыҡҡа байтаҡ йылдар идара иткән, уны “Башкиравтодор” системаһында әй­ҙәүселәр иҫәбенә сығарған Фаат Хәлитов ике йыл элек етәкселек вазифаһын Данис Шакировҡа тапшырған. Данис Ға­риф улы был коллективта 36 йыл эшләп, мас­тер­ҙан етәксе дәрәжә­һенә күтәрелгән. Хеҙмәт уңыш­тары өсөн Башҡортостан Респуб­­ликаһының Почет гра­мо­таһы менән бүләкләнгән. Ул коллективтың күркәм традицияларын ышаныслы дауам итә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә