Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Юмореска
Һеҙҙә нисектер, байрамдар харап шәп үтә беҙҙең коллективта. Айырыуса юбилейҙар. Хеҙмәттәштәребеҙгә иң бәхетле кө­нөндә бүләкте лә, йылы һүҙҙе лә йәлләмәйбеҙ. Быйыл ғына өс ке­шенең алтын юбилейын гөрләттек. Иң тәүҙә директорыбыҙ Азат Ғә­биҙулла улы илле йәшен тултырҙы. Үҙегеҙ беләһегеҙ, әкәй-шөкәй дата түгел. Шуға ла байрамға зыҡ ҡубып, етәксебеҙҙең иҫендә мәңге ҡа­лыр­ҙай итеп әҙерләндек. Алдан сценарий яҙҙыҡ, ҡырҡмаһа ҡырҡ тапҡыр тигәндәй, репетиция үткәрҙек.
Тәғәйен көн килеп еткәс, эшкә ир-ат ялтлап торған костюмдарҙа, ҡа­тын-ҡыҙ ханбикәләр кейә торған ярым-шәрә күлдәктәрҙә, ҡулыбыҙға шарҙар тотоп, ихатанан етәксе­беҙ­ҙең ишеге алдына тиклем теҙелеп баҫтыҡ. Юбиля­рыбыҙ күренеү ме­нән тирә-йүнгә дәртле музыка тауышы һибелде, ә беҙ ҡаршыһына йүгереп барып, уны сәскәләр гөллә­мәһенә күмдек.
– Юбилейығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
– Һеҙ – иң шәп етәксе! Һеҙҙең менән эшләүе шул тиклем рәхәт!
– Таҙалыҡ, бәхет теләйбеҙ!
Шул саҡ директорыбыҙҙың ҡы­уан­ғанын күрһәгеҙ ине!
Нимә бүләк иттегеҙ, тиһеңме? Яҡшы телевизор! Директор һынлы директор кешегә йыйын юҡ-бар би­реп булмай бит. Дөрөҫ, әҙерәк ке­ҫәгә бәрҙе инде. Шулай ҙа дөрөҫ эшләнек, отолманыҡ тип уйлайым. Күңеле ирәбеләнеп киткән хужабыҙ ул айҙа премияны ҡутарғансы яҙҙы.
Бынан һуң әҙерәк кенә хәл алыр­ға өлгөрмәнек, баш бухгал­теры­быҙ Айгизә Мансуровнаның юбилейы ки­леп терәлде. Уныҡын да дирек­тор­ҙы­ҡынан кәм уҙғарманыҡ. Почти бер үк статустағы кешеләр бит. Тамаша алдан әҙерләнгән сцена­рий­ҙан да шәберәк килеп сыҡты. Уға ла матур-матур теләктәребеҙҙе әйтә-әйтә бүләктәребеҙҙе тапшырҙыҡ. Мин беләгенә алтын сәғәт таҡтым, Сабир нәҙек оҙон бармаҡтарына алтын балдаҡ кейҙерҙе, Рәфис муйынына алтын сылбыр элде. Ни хәл итәһең, быныһында ла кеҫә яғы әҙерәк йоҡарҙы. Шулай ҙа үкенескә түгел, ахыры, берәй нәмәне аңла­тыуын һорап инһәң, мәңге һытыҡ йөҙлө бухгалтерыбыҙҙың йөҙө кешесә була башланы, хатта ошо көндәрҙә үк теүәл берәүгә разрядымды күтәрергә вәғәҙә бирҙе.
Өсөнсөгөҙ кем булды тиһеңме ул? Өсөнсөһөмө?.. Ә уныһы ла бар ине шул. Ҡара әле, ерле иҫемдән сыҡҡан. Теге аҙнала ғына ҡотлаған һымаҡ инек үҙен. Хәҙер әйтәм, теге ней, кем булды әле ул?! Ә-ә-ә-ә, иҫе­мә төштө, төштө. Теге өйрәк кеүек туйтанлап саҡ атлап йөрөгән йыйыштырыусы Тәғзимә бит әле. Ваҡыт яғы бик-бик тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, уны ла шартына килтереп, шәп бүләкләнек. Дөрөҫ, саҡ ҡына һуңлабыраҡ, ҡабалан-ҡар­һа­ла­ныбыраҡ килеп сыҡты инде. Шу­лай ҙа нисауа ғына булды. От­крыткаға үҙенә Хоҙайҙан ике ғүмер, сәләмәт булыуын, бала­ла­рының ҡыуанысын күреп йәшәүен теләп, ҡотлау һүҙҙәрен теҙҙек, мин хатта дүртенсе класта үҙем яҙған дүрт юллыҡ шиғырымды ла уҡы­ным. Ну, шәп, көтөлгәндән дә шәп килеп сыҡты. Апайыбыҙ, ошо йәшкә етеп, бындай ҙа дәү кешенән тәүге дәү бүләк алыуым, тип эй ҡыуанды, эй шатланды. Тулҡынланыуынан хатта күҙҙәренән йәштәр килеп сыҡты.
Бына шулай юбилейҙар яман шәп үтә беҙҙә. Һәр береһенә бүлә­ген дә, йылы һүҙен дә йәлләмәйбеҙ.



Автор: В. АЙҘАРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә