Әҙәм балаһы өсөн әсәнән дә яғымлы, гүзәл, ҡәҙерле кеше бармы икән ер йөҙөндә? Әсә — әҙәм балаһын донъяға килтереүсе лә, йөрәгенең бөтмәҫ йылыһын биреп, бағып үҫтереүсе лә, ауыр саҡта йән өрөүсе, ҡанат ҡуйыусы ла. Быуындан быуынға ата-баба рухын, ҡан хәтерен тапшырыусы ла әсә. Юҡҡа ғына: “Әсә — өйҙөң өрлөгө, донъя тотҡаһы”, – тимәгән бит боронғолар.
Фәһем алырлыҡ яҙмыштар...Мин һәр саҡ үҙемдең өләсәйҙәремә, инәйҙәремә, әсәйемә һоҡланып ҡарай торғайным. Уларҙың моңло йырҙарын, боронғо хәл-ваҡиғалар тураһында һөйләгәндәрен тыңларға яраттым. Ошоға тиклем атай яғынан ғына төҙөлгән шәжәрәләрҙе күргәнем бар ине. Тамыр тамырға тарта, нәҫел нәҫелгә тарта, тип ейәнсәрем Гөлназ менән өләсәйҙәрҙең шәжәрәһен төҙөп ҡараныҡ, үҙебеҙ өсөн бик күп яңылыҡ астыҡ, фәһемле һабаҡтар алдыҡ.
Яҡындарым донъяны яратҡан, ауыр саҡта бөгөлөп төшмәгән, көслө рухлы, ғорур кешеләр булып күҙ алдына баҫты. Инә ҡорт ғәйрәтле булһа, умарта көслө була, тиҙәр бит. Өләсәйҙәребеҙ, инәйҙәребеҙ, әсәйҙәребеҙ көслө булғанға, күп ҡорбан килтергән дәһшәтле һуғышты, унан һуңғы ауыр йылдарҙы ла еңеп сыҡҡан халҡыбыҙ.
Ағинәйҙәрҙең донъя тураһындағы белеменең тәрәнлеге мине хайран ҡалдырҙы. Үләндәр менән дауалауҙы, халыҡ медицинаһын яҡшы белгән улар. Хәҙерге заманда халыҡ ижады әҫәрҙәрен оҫта итеп башҡарыуҙа кемдәр улар менән тиңләшә алыр ине икән?
Ошо көндәргә тиклем боронғо китаптарҙың һаҡланып ҡалыуы, уларҙың ҡәҙерләп тотолоуы өләсәйемдәрҙең ғилемгә ынтылышы, китап яратыуы тураһында һөйләй.
Мәҡәләмде яҙырҙан алда ата-бабаларыбыҙ тураһында ла бер нисә һүҙ әйтеү урынлы булыр. Һүҙҙе тарихтан башлайыҡ: әсәйемдең әсәһе яғынан боронғо ата-бабаларыбыҙ Бөрйән районының Ғәлиәкбәр ауылына Баймаҡ яҡтарынан күсеп килгән. 1850 йылғы “ревизская сказка”ла Хисаметдин олатай Ҡотлоғужинға — 53, улы Хөснитдингә 25 йәш тип күрһәтелгән. Улар бында тәүгеләрҙән булып күсеп килгән тип фекер йөрөтөргә була, сөнки ауылға исем бирҙергән Ғәлиәкбәр Ғәбделмөҡминов та беренсе булып ошо документта теркәлгән. Олатайҙарым йәшәр өсөн урынды дөрөҫ һайлай белгән. Өйҙө Аратау итәгенә һалғандар. Эргәлә генә мул һыулы, балыҡҡа бай Нөгөш йылғаһы сылтырап аға. Ҡаршыла тоғро һаҡсылар һымаҡ мөһабәт Таҡыясусаҡ ҡаялары теҙелгән.
Ата-бабаларым уҡымышлы, мөһабәт кәүҙәле, матур кешеләр булған. Малсылыҡ, һунарсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр, солоҡ ҡарағайҙарының иҫәбе-хисабы булмаған. Бәрәңге баҡсаһының тупрағы күн төҫлө булыуы ла уларҙың йылҡы малын күпләп аҫрауы тураһында һөйләй. Хөснитдин олатай Хисаметдинов тураһында әсәйемә ҡарт өләсәйемдең һөйләп ҡалдырған мәғлүмәте бик ҡыҙыҡлы. Хөснитдин олатай сәсәк ауырыуынан һуң өс йәшендә һуҡырайған. Шуға ҡарамаҫтан, заманына күрә бик уҡымышлы кеше булған, Изге Ҡөрьән сүрәләрен яттан белгән, доғалар уҡып, кешеләрҙе дауалаған. Уның Хәҙисә, Нәсихә, Рәбиға исемле ҡыҙҙары, Садиҡ исемле улы булған. Хәҙисә — Аҫҡарҙа, Нәсихә — Кәшәлелә, Рәбиғаһы Иҫке Мөсәттә донъя көткән. Үҙе төпсөгө Садиҡ менән йәшәгән.
Бер ваҡыт Хөснитдин олатай ҡатыны Йәмилә өләсәй менән Аҫҡарҙағы Хәҙисә ҡыҙына ҡунаҡҡа барырға сыҡҡан. Бер ҡырын урында санаһы менән ауғандар. Өләсәй был тиклем алпамышалай олпат кәүҙәле кешене ҡайһылай ғына итеп күтәреп ултыртайым икән, тип бик көйә. Ни мөғжизәлер: ниндәйҙер көс олатайҙы санаһы менән юлға сығарып ултырта. Ул аптырап:
— Әбей, ниндәй йомшаҡ ҡуллы кеше мине күтәреп ултыртты ул? — тип һорай. Өләсәй ни тип яуап бирергә лә белмәй.
Берҙән-бер көндә Хөснитдин олатай Садиғын эргәһенә саҡырып ала ла:
— Мин ошо йомала был яҡты донъянан китәм, һин еҙнәләреңде, апайҙарыңды саҡырып ал, — ти икән.
Ләкин Садиҡ улы бер ҙә ышанмай:
— Кит, юҡты һөйләмә. Кеше һап-һау көйө, ошолай һөйләшеп ултырып ҡына, яҡты донъя менән хушлашамы? — тип яуаплай.
Бәлки, кесе бала булараҡ, Садиҡ олатай иркә лә булғандыр. Шулай ҙа апалары, еҙнәләре саҡырған ваҡытҡа килеп етә. Хөснитдин олатай һәр балаһына иҫтәлек итеп берәр әйберен ҡалдырырға тырышҡан. Кемгәлер — сәлләһен, бәғзеһенә сапанын биргән. Садиҡ улына үҙенең китаптарын ҡалдырырға теләгән, уныһы һаман да ышанмай көлөп ултыра икән. Олатайҙың йәне көйөп киткән дә:
— Садиҡ, мә, исмаһам, таяғымды булһа ла алып ҡал, — тигән.
Ул таяҡ, быуындан быуынға тапшырылып, әлеге көнгә тиклем килеп еткән. Мин ҡайтҡан һайын шул таяҡты тотоп ҡарай торғайным. Ул шундай оҙон, олатайҙың яурын башынан ине тиҙәр. Таяҡтың оҙонлоғона ҡарап та ата-бабаларымдың ниндәй мөһабәт кәүҙәле кешеләр булыуын күҙ алдына килтерәм. Олатай өләсәйемдең әсәһенә – Нәсихә ҡыҙына:
— Ҡыҙым, һин йәшәгән ауылда бер мулла ла юҡ, һиңә үҙемдең уҡымышлылығымды, китаптарымды ҡалдырам, — тип бик күп китаптарын биреп ҡайтарған. Өләсәйҙән ҡалған китаптарҙың ҡайһы берҙәре әле лә бар.
Нәсихә өләсәй Элек Нөгөш йылғаһы буйында, иҫ киткес мөғжизәле тәбиғәт ҡосағында, Кәшәле тигән бик матур ауыл бар ине. Был ауылға Мәләүез яҡтарынан килгән кешеләр нигеҙ һалған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Кәшәле, өмөтһөҙ ауылдар исемлегенә индерелеп, юҡҡа сыҡты. Картала исеме генә ҡалды. Халҡының күбеһе Мәләүез районына, бер ни тиклем өлөшө Ғәлиәкбәр, Мәҡсүт, Үрге Нөгөш ауылдарына күсеп бөттө. (Тыуған еренә тоғролоҡ һаҡлап, Рәшит ағай Күсәпов ҡына бер үҙе оҙаҡ йылдар ауылында йәшәне).
Бына шул төбәк кешеһе Хәмзә Әсҡәр улы Аллабирҙинға тормошҡа сыҡҡан да инде Нәсихә өләсәй. Уларҙың Әбдерәхим тигән улы, Хәкимә, Аҫылбикә, Кәримә, Нәғимә исемле ҡыҙҙары тыуған. Нәсихә өләсәйем, ҙур кәүҙәле, уҡымышлы, изгелекле, ярҙамсыл, халыҡ йырҙарын яратып башҡарған кеше булараҡ, ейән-ейәнсәрҙәре (әсәйем, Фатима инәй, Мөхәмәтғәли, Миңлеғол, Шакирйән бабайҙарҙың) хәтерендә уйылып ҡалған. Ауылда олоһо ла, кесеһе лә уны хөрмәт иткән. Берәй сетерекле хәл-ваҡиға килеп тыуһа, хатта ҡарттар ҙа: “Тәүҙә Нәсихә килен менән кәңәшләшәйек әле”, — тип әйтер булған. Уның әкиәттәрҙе оҫта итеп һөйләүен әсәйем әле булһа ла һағынып иҫкә ала. Ейән-ейәнсәрҙәренә “Таһир менән Зөһрә”, “Йософ менән Зөләйха”, “Алдар менән Зөһрә”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу”, “Зыятүләк менән Һыуһылыу” һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләрен һөйләгән. Ҡыҙғаныс урындарында ейән-ейәнсәрҙәре илап ултырған. Ғөмүмән, әсәйемдең Нәсихә өләсәй тураһында хәтирәләрен тыңлаһаң, уның шундай көслө рухлы кеше, ниндәйҙер әйтеп аңлата алмаҫлыҡ тылсымлы һәләткә эйә булыуына иҫең китерлек. Бер нисә миҫал яҙып китмәксемен.
Өләсәй дарыу үләндәрен, уларҙың ауырыу кешеләргә тәьҫир көсөн яҡшы белгән. Йыш ҡына: “Андыҙ барҙа ат үлмәҫ, ирәүән барҙа ир үлмәҫ”, — тип әйтә торған булған. Өйөнән бер ваҡытта ла артыш һәм башҡа дарыу үләндәре өҙөлмәгән. Кешеләрҙе дауалағанда үҙенең “Тип” китабын ҡулланған. Ул ниндәйерәк баҫма булғандыр, белмәйем. Күп кешенән һорашып ҡараным, ләкин аныҡ ҡына яуап ала алманым. Бер тотоп ҡарарға ине шул китапты, нимә яҙылды икән? Минең өсөн асылмаған бер сер булып ҡалды ул.
Элек Кәшәле ауылында урыҫ ғаиләләре лә йәшәгән. Улар күпләп мәк сәскәһе үҫтергән. Кешеләр ул ваҡытта мәктең наркотик икәнен белмәгәндер, матурлыҡ өсөн үҫтергәндер, орлоғон тәмләткес итеп файҙаланғандыр. Ләкин өләсәй ейән-ейәнсәрҙәрен: “Мәк сәскәһенә оҙаҡ ҡарамағыҙ. Кем мәк сәскәһенә оҙаҡ ҡарай, бер ваҡытта ла ожмахҡа керә алмай”, — тип иҫкәртә торған булған. Тимәк, ул мәктең кеше организмына тәьҫирен белгән. “Урманда яңғыҙ йөрөгәндә, йүкә ағасынан таяҡ тотоп йөрөгөҙ, ул һеҙгә төрлө бәлә-ҡазанан ҡотолорға ярҙам итер”, — тигән.
Нәсихә өләсәйҙең быуындан быуынға күсеп килгән, ата-бабаларыбыҙ хаждан килтергән тип күҙ ҡараһылай ғына һаҡлап тотҡан, көрән төҫлө тауыҡ йомортҡаһындай ғына ташы булған. Ул шул ташы менән кешеләрҙе арпанан, ыйыҡтан (эйәк аҫты, урт тишелеү), һумдан (яман шеш ауырыуҙарынан) имләп, өшкөрөп дауалаған, үләнле, баллы сәйҙәрен эсергән. Таш быуындан быуынға тапшырылып, әле әсәйемдә һаҡлана.
“Нисек итеп имләй торғайны?” — тип һораным әсәйемдән. “Шеш ауырыуҙарын өләсәйем ай бөтөп килгәндә дауалай торғайны, — тип һөйләне ул. — Тәүҙә доға уҡый. Шунан унға тиклем һанай: бер, ике, өс, дүрт, биш, алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун. Ундан һуң кирегә һанай: ун — унлығың менән ҡайт, туғыҙ — туғыҙлығың менән ҡайт, һигеҙ — һигеҙлегең менән ҡайт, ете — етелегең менән ҡайт, алты — алтылығың менән ҡайт, биш — бишлегең менән ҡайт, дүрт — дүртлегең менән ҡайт, өс — өслөгөң менән ҡайт, ике — икелегең менән ҡайт, бер — берлегең менән ҡайт. Бур тоттом, йөҙөнә ҡара яҡтым. Ай ҙа ҡайтты, көн дә ҡайтты, һин дә ҡайт. Шул рәүешле һанаған һайын берәр һанға кәметеп, бергә тиклем килеп етә торғайны”.
Ғәжәп бит: кешеләр ауырыуҙарҙы ай бөтөп барғанда имләп, өшкөрөп дауаларға тырышҡан. Һандарҙы ла кәмеү тәртибендә һанаған. Тәбиғәттә бөтә нәмә бер-береһенә бәйләнгән шул. Ә бына ауырыу кеше, йыһан, бөтөп барған ай, кирегә һаналған һандар араһында ниндәй уртаҡлыҡ бар икән? Бәлки, киләсәктә быны кемдер асыҡлар.
(Аҙағы бар).Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған врачы.
Учалы районы,
Ҡәйепҡол ауылы.