Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рәхмәт инде санкцияға
Рәхмәт инде санкцияға йәки ТЕЛӘҺӘК, БУЛДЫРАБЫҘ ҘА БАҺА...
Бынан бер нисә йыл элек эш сәфәре менән республика райондарының береһендә булырға тура килде. Юл ыңғайында урындағы ауыл хужалығы кооперативына ла туҡталдыҡ. Шул саҡта әлеге хужалыҡтың рәйесе күпләп мал үрсетеп тә мандый алмауҙары, Башҡортостанда ит баҙарының башлыса айырым бер төркөм өсөн генә эшләүе, шуға ла һуғымды Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан яҡтарына оҙатырға мәжбүр булыуҙары хаҡында бик әсенеп һөйләгәйне:
— Экологик яҡтан таҙа, көр малдарҙы сит тарафтарға оҙатабыҙ ҙа үҙебеҙ ете яттан килгән ризыҡҡа риза булып йәшәйбеҙ. Магазин кәштәләрендә бөгөн ниндәй генә төрлө ит юҡ! Ә уның ҡайҙа, ниндәй шарттарҙа әҙерләнеүе, ҡасан етештерелеүе, ғөмүмән, санитария талаптарына яуап биреү-бирмәүе берәүгә лә ҡыҙыҡ түгел. Уның ҡарауы, беҙ етештергән продукциябыҙҙы ҡайҙа ҡуйырға белмәй баш ватабыҙ. Ошонан һуң ниндәй үҫеш хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин...
Дөрөҫ һүҙгә яуап юҡ тигәндәй, хужа кешене ул саҡта бер ни тип тә йыуата алмағайным.


Күрше хаҡы —
тәңре хаҡы...


Былтыр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Көнбайыш илдәренең сәйә­сә­тенә “яуап” итеп АҠШ-тан, Австралиянан, Канаданан, Европа союзы илдәренән аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы тыйыу тура­һын­да указ сығарыуы халыҡҡа, бигерәк тә эшҡыуарҙарға туннель осондағы яҡ­ты­лыҡ кеүек тәьҫир итте. “Күршеләр” үҙҙәре лә һиҙмәҫтән беҙгә яңы мөм­кинлектәр, яңы киңлектәр асты... Һуң ул ҡомло Израиль картуфын, Ҡытай һуғаны менән Мысыр һарымһағын күпме ашарға бу­ла? Ниңә, әллә беҙҙә картуф үҫмәйме? Йәки һуған менән һарымһаҡты ултырта белмәй­беҙ­ме? Ҡайҙа Иглин һуғаны?.. Бөрө алмалары... Ҡырмыҫҡалының шәкәр сөгөл­дөрө... Ит, һөт ризыҡтары хаҡында әйтеп тораһы түгел. Йыл һайын, хатта һауа шарттары ҡыуандырмағанда ла, миллионлаған тонна иген урабыҙ, меңәр килограмм һөт һауылды тип маҡтанабыҙ, ауыҙ тултырып һыйыр малын барлайбыҙ... Белмәйем, әлеге указ булмаһа, һаман шулай маһайыуҙан ары китә алмай, үҙебеҙҙекен маҡтап, башҡаларҙыҡын һайлап йәшәр инекме икән? Һәр хәлдә, ил етәксе­һенең урынлы һәм бик ваҡытлы ҡарары күп нәмәгә күҙебеҙҙе асты. Иң мөһиме — үҫешкә этәргес булды. Бындай ҡарар, бәлки, күптән кәрәк булғандыр ҙа бит... Ни хәл итәһең, шағир әйтмешләй, “булмағандан яҡшы — булғаны”... Һәр хәлдә, уҙған быуат аҙағында колхоз-сов­хоздарҙы тамырынан ҡырып-һепергәндә, барлыҡ системаны бөлдөрөргә маташ­ҡанда ул саҡтағы хужаларҙың башына йылдар үтеү менән Мысыр картуфын, Ҡытай һуғанын ашап йәшәрбеҙ тигән уй инеп сыҡтымы икән?.. Юҡтыр. Ете ятып, бер төштәренә инһә лә, ул тиклем ҙур “яңылыҡҡа” баҙнат итмәҫтәр ине. Ә барҙы юҡ итеү өсөн әллә ни баш та кәрәкмәй шул. Юҡһа, коллективлаштырыу заманында көслө хужалыҡтар төҙөтөп, уларҙы тракторҙар, башҡа техника менән тәьмин итеп, аҙыҡ-тү­лек етештереүҙе ҡырҡа арттыра алғандарҙың хеҙмәтен күҙ асып йомған арала юҡҡа сыға­рыуҙы нисек аңларға?.. Һуғыш ваҡытында ете миллион­лыҡ армияны ашатып, фашизмды еңеүгә өлгәшкән ил бит әле беҙ. Ә ауыл хужа­лығына тейешле иғтибар булмаһа, еңә алыр инекме икән? Һәм бөгөн килеп тағы шул бер тырма башына баҫабыҙ... Дөрө­ҫөрәге, саҡ баҫмай ҡалдыҡ. Ярай әле “күршеләр” һәйбәт булып сыҡты.

Һигеҙ һумға йыялар, илле һумға һаталар

Әлбиттә, импортты алмаштырыу бер көн эсендә генә тормошҡа ашырырлыҡ бурыс түгел. Бының өсөн тәү сиратта ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу кәрәк. Ярай, Башҡортостанда, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, хәлдәр күпкә яҡшыраҡ та, ти. Ә бит ил буйынса сәсел­мәгән баҫыуҙар, ҡарағура баҫҡан ялан-ҡырҙар миллионлап гектар... Нигеҙенә тиклем һүтелеп, ташылып бөткән биналар хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Унан һуң... беҙҙә әле булһа ауыл хужалығы продукцияһын етештереүселәр менән аралашсылар араһында финанс яҡтан төплө килешеү юҡ. Әйтәйек, бөгөн бойҙайҙың килоһын 5 һумға һаталар, һөттө халыҡтан литрын 8-12 һум менән йыялар. Магазинда иһә һөттөң литры 40-50 һумға етә, икмәкте килолап иҫәпләһәң, 70-100 һум тәшкил итә...
Уйлап ҡараһаң, ҡыҙыҡ та инде был тормош. Хәтерегеҙҙәлер, бер нисә йыл элек “сусҡа киҙеүе”нә һылтанып (әллә ысын булды, әллә юҡ), барлыҡ дуңғыҙ фермаларын юҡ иттек... Күп тә үтмәне, әлеге “ғәрәсәт” ҡош-ҡортто ла аяманы... Һәм бөгөн килеп нисек итеп тиҙ арала мал һанын арттырыу, күпләп ҡош-ҡорт үрсетеү тураһында баш ватабыҙ. Дөрөҫ, тергеҙеү барҙы юҡҡа сығарыу ише генә түгел... Шул уҡ хәл һыйыр малына ла ҡағыла. Әйтәйек, үткән быуаттың 90-сы йылдарында Рәсәйҙә 20 миллиондан ашыу һыйыр иҫәпләнһә, әле ни бары 8 миллион тороп ҡалған... Был осраҡта бөтә бәләне әлеге киҙеүгә генә япһарыу ҙа дөрөҫ булмаҫ. Ғөмүмән, бөгөн шәхси хужа­лыҡтарҙа ғына түгел, фермаларҙа ла мал-тыуар үрсетеү бик ҡиммәткә төшә.
Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, ауыл ерендә әле был, әле теге мәшәҡәте лә етер­лек. Шул уҡ ер хаҡында ҡануниәт һаман камиллашыу өҫтөндә. Малды махсус урындарҙа ғына һуйырға рөхсәт итеү тураһындағы ҡарар ҙа аяҙ көндө йәшен атҡандай булды. Һыйырын һуйып баҙарҙа һатыр өсөн төпкөл ауылда йәшәгән кеше йөҙәр саҡрымда ятҡан район үҙәгенә ки­лергә, юл сығымдарын түләргә, вете­ри­нарҙан белешмә тип йәнә аҡса сығарырға тейеш була. Хәҙер килеп, мал-тыуарҙы паспортлы итеү хаҡында һүҙ йөрөй.
Ҡыҫҡаһы, ауыл кешеһенә тыныс йә­шәргә түгел инде... Һәм ошо шарттарҙа импортты алмаштырыу хаҡында хыял­ланабыҙ. Әлбиттә, сит ил тауарҙарын сикләү — үҙебеҙҙекен үҫтереү йәһәтенән ҙур мөмкинлек, тик был мөмкинлеккә лә уңай шарттар булдырыу шарт...

Аҡса иҫәп ярата

Мәсьәләнең тағы бер яғы бар. Хәҙер беҙгә нисек тә баҙарҙы яуларға өйрәнергә кәрәк. Был иһә — икеләтә, өсләтә ауы­рыраҡ та, яуаплыраҡ та бурыс. Йәшерен-батырын түгел, беҙҙең халыҡтың алып-һатыуға әллә ни барымы юҡ. Ҡайһы берәүҙәр хатта булғанын да аҡсаға әйләндерә алмай. Бер генә миҫал. Бөрйәндә йәшәгән танышым умартасылыҡ менән шөғөлләнә башлағайны. Быйыл әҙме-күпме табышын һатыуға ла алып сыҡты. Аҡмаһа ла, тама тигәндәй, тауары яйлап үтә. Шул уҡ ваҡытта әлеге тәмлекәсте Шишмә, Нуриман яҡтарынан осһоҙға йыйып, ялтыр-йолтор сувенир һауыттарға тултырып, “Баш­ҡорт балы” тип Себер яҡтарында һин дә мин һатып ятҡан “эшҡыуар”ҙы ла беләм... Һорау: кем ота ла кем отола һуң был осраҡта? “Им­портты алмаштырыу хаҡында һүҙ йөрөт­кәндә, балдың ни ҡыҫылышы?” тиер ҡайһы берәүҙәр. Эш шунда: был осраҡта беҙгә бер төрлөлөктән ҡасыу фарыз. Аҡса эшләргә өйрәнергә ваҡыт. Эйе, тап аҡса эшләргә... Реклама, маркетинг алымдарын файҙа­ла­нырға, кәрәк икән, хатта менеджер, иҡтисадсы һөнәрен үҙләштерергә, закондарҙы камил бе­лергә... Әйтәйек, һеҙгә ялтыр ҡурғашҡа һәм ябай ҡағыҙ киҫәгенә төрөлгән кәнфит һуҙҙылар, ти. Ҡайһыныһын һайлаясаҡһығыҙ? Әлбиттә, күҙҙең яуын алып торғанын. Импортты алмаштырыуҙа ла шулай уҡ. Тикше­ренеүҙәрҙән күренеүенсә, һатып алыусы тауарҙың хаҡынан, хатта сифатынан да бигерәк тышҡы йөҙөнә иғтибарлы.
Импортты алмаштырыу бер ауыл хужа­лығы тармағына ғына ҡағылманы. Ошо ук хәл сәнәғәттә, оборона комплексында, фармацевтикала, юл хужалығында ла күҙәтелә. Тик, нисек кенә булмаһын, ауыл тормошо беҙгә күпкә яҡыныраҡ. Ергә ерегеп үҫкәнгәме, әллә булмышыбыҙ, киләсәгебеҙ ергә бәйләнгәнлектәнме... Һәр хәлдә, санкциялар ана шул ерлектең эсенә үтеп инергә форсат бирҙе, проблемаларҙы асып һалды, киҫкен мәсьәләләргә күҙебеҙҙе асты... Уларҙы нисек, күпме ваҡытта, ниндәй юлдар менән хәл итергә — уныһы инде беҙҙең бурыс. Мөҡәддәс бурыс...
Р.S. Үткән ял көндәрендә баҙарға сыҡтым. Йәнең теләгән ризыҡ бар. Әлбиттә, Ҡытай һуғанынан, Израиль картуфынан, Мысыр һарымһағынан, Польша алмаһынан башҡа... Күңелгә йылы булып китте. Теләһәк, булдырабыҙ ҙа баһа...





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873