Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт һәм яза
Етешһеҙлектәр кәмемәй

“Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл ведомство белгестәре хоҡуҡ һаҡлау органдарына ялған документтарға ҡағылышлы 35 материал ебәргән.

Был документтарҙың 17-һе — ергә хужа булыу һәм уны даими файҙаланыу хоҡуғына, өсәүһе хужалыҡ кенәгәһенән өҙөмтәләргә, икәүһе мөлкәтте кире ҡайтарыу тураһындағы пристав ҡарарына, икәүһе архивтан өҙөмтәгә, өсәүһе техник планға, берәүһе суд ҡарарына ҡағыла.
Былтыр иһә идаралыҡ көс структураларына мутлашыу буйынса 19 материал ебәргән. Әле документтар буйынса тикшереү бара. Етешһеҙлек асыҡланған осраҡта енәйәт эше ҡуҙғатыласаҡ.

Төҙөлөш туҡтатылған

Баш ҡалабыҙҙың Ленин районында суд приставтары күп ҡатлы йорт төҙөлөшөн 60 тәүлеккә туҡтатты.

Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты, 10-сы төҙөлөш идаралығын административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап Башҡортостандың Арбитраж судына мөрәжәғәт итте. Асыҡланыуынса, ойошма 22 ҡатлыҡ торлаҡ йортто рөхсәтһеҙ һалған. Өҫтәүенә эш барышында ҡала төҙөлөшө ҡануниәтен боҙоуға ла юл ҡуйған.
Суд төҙөлөш идаралығын ғәйепле тип таныны һәм уның эшмәкәрлеген туҡтатып торорға ҡарар итте.

Наркотик менән тотолған

Күптән түгел суд 23 йәшлек егетте иркенән мәхрүм итте.

2013 йылда Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре уны почта аша Санкт-Петербургтан әйбер алып торғанда ҡулға ала. Бандеролдә 97 грамм нәшә йәшерелгән була. Егет уны бүлеп һатырға ниәтләгән. Суд уны 12 йылға ҡаты режимлы колонияға ябырға ҡарар итте.

Дүрт йәшлек бала
ағыуланған


Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы Өфөләге Дәүләт циркы буфетында бер баланың ағыуланыуына бәйле енәйәт эше ҡуҙғатты.

Сентябрҙә атай кеше дүрт йәшлек ҡыҙын циркка алып килә. Буфетта уға минераль һыу һатып ала. Һыуҙы тәмләү менән баланың хәле ҡырҡа насарая. Уны дауаханаға оҙаталар.
Цирк буфетынан алынған 1 665 шешә минераль һыу экспертизаға ебәрелә, әле тикшереү бара.

Тыйылған һигеҙ сайт асыҡланған

Дәүләкән районы прокуратураһы һигеҙ сайтта экстремистик материалдарҙы асыҡланы һәм уларҙы ябыуҙы талап итте.

Был сайттарҙа Рәсәйҙә тыйылған “Ислам азат­лы­ғы партияһы” – “Хизб ут-Тахрир әл-Ислами” тарихы тураһындағы видео ла бар. Ә ул Силәбе суды ҡарары менән 2012 йылда уҡ экстремистик яҙма тип танылған. Республика прокуратураһынан хәбәр итеүҙәренсә, был сайттар тураһындағы мәғлүмәт “Роскомнадзор”ҙың Берҙәм домен исемдәре реестрына индереләсәк һәм уларҙан файҙаланыу ты­йыласаҡ.

Вәхшилектең
сиге бармы?


Бәләбәй ҡалаһында әсә яңы тыуған сабыйын үлтергән.

25 йәшлек ҡатын дөйөм ятаҡта йәшәгән таныштарына ҡунаҡҡа бара. Табында ултырғанда сирләй башлай. Бәҙрәфкә инеп, иҫерек килеш бала таба һәм сабыйын бишенсе ҡаттағы тәҙрәнән ташлай.
Әле енәйәт эше судҡа тапшырылған. Ҡатын биш йылға иркенән мәхрүм ителәсәк йәки мәжбүри эшкә ебәреләсәк.

Пенсионерҙар,
абай булығыҙ!


Полиция социаль хеҙмәткәр рәүешендә пенсионерҙарҙы алдап йөрөгән кешене эҙләй.

Был әҙәм медицина аппараттарын ҙур ташлама менән һатҡан, төрлө льготалар вәғәҙә иткән. Ҡарттарҙың ышанысын яулап, фатирҙа аҡса барлығын асыҡлаған һәм уны урлап ҡасҡан.
Әле Өфөлә һәм башҡа ҡала, райондарҙа поли­цияға 20-ләп ғариза яҙылған. Енәйәтсе хаҡында хәбәрҙар булғандарҙың (347) 279-35-81, 8-937-159-91-92 телефондары аша шылтыратыуы һорала.

Бензин менән алдайҙар

Башҡортостанда техник көйләү тураһындағы законға ярашлылыҡты тикшереү дауам итә.

Күптән түгел прокуратура “АЗС-КПД” яуаплы­лы­ғы сикләнгән йәмғиәтенең яғыулыҡ ҡойоу стан­ция­һына штраф һалды. Мәғлүмәттәргә ярашлы, “Ре­гуляр-92” һәм “Евро” маркалы бензинда көкөрт миҡ­дары норманан 4 – 10 тапҡырға күберәк булған. Арбитраж суд фирманан 100 мең һум штраф түләтте.

Башҡортостан Прокуратураһы, Эске эштәр министрлығы һәм Тәфтиш идаралығы мәғлүмәттәре буйынса әҙерләнде.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә