— Сәләмәтлеге лә юҡ. Йәлләйем...
— Башында бар тигәнеңә бик ышанмай инем дә... Күреп-һынап йөрөйөм, бар һымаҡ шул...
Алсәсәк аш бүлмәһенә шым ғына килеп инде лә әсәһе ҡойған ҡоймаҡты ҡаймаҡҡа манып һыпыртырға тотондо:
— Сәй эсермәйһегеҙме ни?
Әсәһе һикереп тора һалып сәй яһап, Алсәсәктең алдына ултыртайым тигәйне, сынаяғы ҡулынан төшөп китте.
— Нишләйһең ул? — Алсәсәк әсәһенә екерә башланы. — Мине сәйнәгәндә бик шәп инегеҙ бит, сынаяҡ тоторға ла эшкинмәй берәү!
— Сәйнәмәнексе!..
— Сәйнәмәнексе-е-е! Ике ғәйбәтсе. Минең башты тикшергәнсе, үҙегеҙҙең тауыҡ башығыҙҙы һәрмәп ҡарағыҙ, йәме! Һыпыртығыҙ бынан! — Әсәһе менән Фатима апай шым ғына кейенешә башланы. Ишек төбөнә еткәс, Фатима, аш бүлмәһе яғына боролоп:
— Әсәйеңдән ғәфү үтен, балам, улай ярамай бит, — тип шелтәле ҡараш ташланы.
Улар сығып киткәс, күңеле лә, кәйефе лә бермә-бер күтәрелде Алсәсәктең. Йәтеш итте әле ҡыуып ебәреп. Шулай еңмәһәң уларҙы! Тапҡандар ауырыу кешене. Бер осор әсәһе, кешене доғалар дауалай ул, тип мәсеткә йөрөтөргә маташты. Улай булғас, ни өсөн үҙе һауығып китмәй?! Муллалар белгәнде Алсәсәк белмәй ти ине. Эстон табибы, эзотерик Луулу Вильманы уҡый ул. Унда бөтәһе лә яҙылған. Ауырыһаң, сиреңдән ғәфү үтенергә кәрәк, ти Вильма. Бер ҙә асыуыңды килтергән кешенән ғәфү үтен, тимәй бит. Хәҙер, көтөгөҙ ана!
Алсәсәктең ерҙәге бурысы бар. Ул замандаштарын тиҙҙән ергә киләсәк алтынсы раса кешеләренең йәшәү ҡағиҙәләренә өйрәтергә тейеш. Фекерҙәштәр кәрәк уға. Уның яҙғандары менән виртуаль бәйләнештәге бер егет ҡыҙыҡһынып китте. Индиголар, Лимурия хаҡында яҙғандарын уҡып һорауҙар бирә. Эзотериктар Тере Этика-Агния-Йога аша кешелек яңыса йәшәү формаһына, эволюцияға өлгәшә, тип бара. Донъяның уртаһында ерҙә йәшәгән һәр тереклеккә, кешелеккә йәшәү көсө биреүсе сығанаҡ бар икән. Ул сығанаҡ йыһан ҡөҙрәте менән туҡлана, шул сығанаҡҡа йыһандан мәғлүмәт төшөрөлә. Ул мәғлүмәт ҡоҙоҡ кеүек бәйләнеш аша килә. “Шамбала” йәмғиәте ағзалары был ҡоҙоҡ Ер шарының төрлө-төрлө урындарын да һайлай, Башҡортостанда ла мәғлүмәт төшә торған урын бар, тигән фекерҙә. Алсәсәктәрҙең ауылы янындағы болонда ул, моғайын да, сөнки Барҫты физруктың ҡотҡоһонан кемдер атып киткәс, Алсәсәккә нәҡ шул болонда ләлә сәскәләре араһында уйнап йөрөгән этен, тимәк, уның йәненең кәүҙәләнешен күрһәттеләр ҙә баһа. Ул хаҡта, балалығына барып, әсәһенә лә, табиптарға ла һөйләп маташты, стресс арҡаһында күҙеңә күренгән, үтә ул, тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Артабан да күргеләне ул ундай картиналарҙы, бер ауыҙы бешкәс, берәүгә лә белдермәне генә. Сөнки ғүмере буйы юлында гел һатлыҡ йәндәр осрап торҙо.
Мәскәүҙә университетта уҡыған осоронда ла бер һатлыҡ бәндә менән осраштырҙы уны яҙмышы. Вадим исемле егет менән дуҫлашып киткәйне. Беләҙегенә ҡыҙыл еп бәйләп алған. Вадимдың хыялы — каббаланы үҙләштереү. Тик уҡытыусы таба алмай. Икеһенең дә ҡыҙыҡһыныуҙары үҙенсәлекле булыу уларҙы яҡынайтты.
Интернет бәйләнешендәге егеттең исеме Рөстәм икән. Ул Алсәсәктең Агни-Йога хаҡында яҙғандарына хайран ҡала. “Кешелекте, — тип яҙып ебәрҙе ул уға, Рерихтың китабынан алып, — изгелек менән яуызлыҡ араһындағы көрәштә тик мөхәббәт кенә ҡотҡарасаҡ. Тик мөхәббәт кенә кешеләрҙе ярлыҡарға өйрәтә. Яҡтылыҡ менән Ҡараңғылыҡ араһында бәүелеүсе, хәрәкәт итеүсе донъяла тик саф мөхәббәт аша ғына камиллыҡҡа өлгәшеп була. Серле эзотерика, әхлаҡи тәжрибә, медитация кешенең күңелен рухлы итә. Был юлда Уҡытыусы табыу мөһим”.
Рөстәм Алсәсәккә: “Һин — минең Уҡытыусым”, — тип яҙа башланы. Алсәсәк уға Рерихтың “Балҡышлы Шамбала” китабын табып уҡырға ҡушты. Китап Рөстәмде бик ныҡ тулҡынландырҙы. Аңлап бөтмәгән ерен һорашты. Ул Шамбаланы эҙләргә теләүе, унан алда Алсәсәк менән күрешкеһе килеүен белдерҙе.
Алсәсәк Рөстәм менән хатлашыуынан, уны Рөстәмдең Уҡытыусы тип ҡабул итеүенән ҡәнәғәт ине. Аңлауға мохтаж күңеленә университетта уҡыған сағындағы кисерештәре эркелгән кеүек тә була. Ә теге саҡ ул Вадимға ысынлап ғашиҡ ине бит. Дөрөҫ, шул кисерештәренән һуң ул ғашиҡ булыуҙан ҡурҡа. Ҡурҡырһың да... Ул мөхәббәтенең аҙағы, йәнендә ҡалдырған яраһы уңалмаған әле.
Рязань өлкәһендәге Ҡасим ҡалаһы егете ине Вадим. Йәйге каникулдарҙың береһендә ул Алсәсәкте үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайтты. Ата-әсәһе үҙҙәре һалып ингән йортта йәшәй. Баҡсалары бар. Ишек алдары кәртәле, тыныс. Вадимдың ата-әсәһе — табиптар. Атаһы — фән докторы. Өлгөрҙәр. Эштән ҡайтҡас баҡса, йорт мәшәҡәттәре менән булалар. Алсәсәк ергә лә ылыҡмай, йорт эшен дә яратмай. Вадим менән Окаға төшөп һыу инәләр. Баҡсалағы гамакта ҡыҙына, туйғансы йоҡлап рәхәтләнә. Тороуына ашарға әҙер. Әсәһе бик оҫта бешеренә. Улын әллә ниндәй ризыҡтар менән һыйларҙай булып өҙөлөп тора.
Бер шулай хистәргә бирелеп, ағастар араһындағы гамакта ятһа, Вадим менән әсәһенең һөйләшкәне ҡолағына салынды:
— Вадим, һөйләшеп алаһы һүҙ бар ине һинең менән.
— Һөйләшәйек һуң...
— Ҡара әле, улым, атайың менән беҙ бик борсолабыҙ һинең өсөн.
— Нишләп?..
— Бынау ҡыҙыҡайың бигерәк сәйер. Ҡайтҡанығыҙға аҙна. Аш-һыу бүлмәһенә инеп тә сыҡҡаны юҡ. Ҡатын-ҡыҙ хужабикәгә булышырға тейеш тә баһа. Бешерәм-төшөрәм, һауыт-һабаны йыйыштырышмай, йыуырға ярҙам итмәй.
— Ял да инде, әсәй... Ҡунаҡ бит...
— Килешкән эш түгел. Нисек тормош ҡорорһоң да нисек донъя көтөрһөң һуң? Атайың менән беҙ һиңә күҙ терәп торабыҙ. Ғорурланабыҙ. Беҙгә сәләмәт ейәндәр табып биреп ҡыуандырырһың, тип өмөтләнәбеҙ. Сәләмәтме ул?
— Һеҙ инде... Бөтә кешеләр ҙә һеҙҙең пациент булып күренә...
— Бер мәл төн уртаһында ишек алдында ултыра. “Нишләп йоҡламайһың, Алсәсәк?” — тим. Беләһеңме нимә тип яуап бирҙе? “Мин йыһандағы планетамдан хәбәр көтәм, Ер кешеһе түгел мин”, — ти. Ә беҙ бит, Вадим, ер кешеләре. Нәҫелебеҙҙең ҡанын боҙорға баҙнат итмәҫһең бит.
— Романтик бит ул, әсәй!
— Мине ишетмәйһең, улым. Атайыңа шулай тип әйтермен...
Алсәсәктең быларҙы ишетеүҙән асыуы килмәне. Тарихҡа күсәһе быуын. Вадим уның яҡлы, ул уны аңлай.
Каникулдың ҡалған яғын Алсәсәк әсәһе янында уҙғарҙы. Китаптар уҡыны. Тыуған ауылындағы туғандарына барып килде. Вадимды һағынып бер булды. Тиҙҙән осрашасаҡтар. Тик... Ҡанатланып Мәскәүгә килеп төшһә, Вадим — юҡ! Тегеләй бәрелде, былай һуғылды, айышын белә алмай йөҙәне. Деканаттан белешергә булды.
— Вадим Рутберг? Документтарын алды. Уҡыуын Оксфордта дауам итәсәк, — тип яуап бирҙеләр.
Һатлыҡ йән. Хәбәр ҙә итмәйенсә һыпыртҡан. Әсәләренең улы. Шуларҙың һүҙенән сыға алмаған инде... Оҙаҡ ғазапланды Алсәсәктең йәне, Вадимды һағынып. Бер нәмәгә лә күңеле төшмәй ыҙаланды. Шул мөхәббәтенән ҡалған яраһы йөрәгендә уңалмаҫлыҡ йөй ҙә ҡалдырҙы булһа кәрәк.
Ана шунан һуң Алсәсәк бүтән ғашиҡ булмаҫҡа тырышты. Зиһенен изге Шамбала хаҡындағы уй биләне. Шамбала иленә барып эләккәндәр бәхетле була. Унда хөрриәт. Тән теләктәренән азат йәндәр рухиәтле, мәшәҡәтһеҙ даирәлә мәңгелек рәхәткә тарый. Рәхәтте кем яратмаһын? Әммә Шамбала һәр берәүҙе үҙ ҡосағына алмай, һәр кемгә ишектәрен асмай икән. Унда тик һайландыҡтар ғына барып инә ала. Ә һайланған бәндәнең ҡолағына “Калагийя! Калагийя! Калагийя! Шамбалаға кил!” тигән саҡырыу ишетелергә тейеш. Ул шул саҡырыуҙы көтә. Йога күнегеүҙәре эшләй. Былар тураһында ул Рөстәмгә лә һөйләргә булды.
“Йыһан эсендәге һәр бер планетаның да үҙ Әсәһе һәм үҙенең Апаһы була. Ер Сулпан йондоҙо тарафынан уллыҡҡа, ҡурсалауға алынған. Ерҙең Әсәһе — Ай. Сулпандан Ергә фекер, аҡыл ебәрелеп тора. Сулпанда йәшәүселәр үҫеше яғынан ерҙәгеләрҙән бер баҫҡысҡа юғарыраҡ. Сулпан йондоҙо — Ерҙең рух сығанағы. Ерҙә йәшәгән яҡты күңелле кешеләр шул йондоҙҙан ебәрелгән. Улар беҙҙең арала йәшәй һәм Уҡытыусы ролен үтәй. Илаһи Аҡыл беҙгә Сулпан йондоҙо, Шамбала аша эволюция юлын күрһәтә”.
Рөстәмде был һүҙҙәр таң ҡалдырҙы. “Беҙгә осрашырға кәрәк!” тигән хәбәрен ҡабат-ҡабат ебәрә башланы. Тимәк, Юғары Аҡыл Алсәсәккә Уҡытыусы булырға ҡуша. Юғиһә Рөстәмде ни өсөн алдына сығарып ҡуйһын, ти. Тимәк, Рөстәм — үҙе лә йыһандың һайландыҡ кешеһе.