Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөйәрбикә шишмәһе
1970 йылдың йәйендә, топономияға арналған кандидатлыҡ диссертацияһы өсөн материалдар йыйған осорҙа, Шишмә районының Ҡараяҡуп ауылында 60 йәшлек Рабиға Латипова апайҙан күп кенә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт яҙып алдым.

“Апай, миңә һеҙҙән ауыл тарихы, әйләнә-тирәләге йыл­ға­лар, тауҙар, төбәктәрҙең исем­дәрен һорашырға ине”, — тигәс, “Беҙнең ни, йылға, тауларның исемнәре бик матур инде. Мына Ҫөйәрбикә, ҡойо тип йөрөтәбеҙ. Шишмә булып ағып ята. Элек муйыл ағаслығы, урман араҫынан ағып сыға ине”, — тип иң элек Һөйәрбикә шишмәһе тураһында һөйләп алып китте. Артабан ауыл тирә­һендәге ер-һыу атамала­рының һәр береһенең дөрөҫ әйтеле­шен, мәғәнәләрен аңлатты.
Ауылдың көнсығыш тарафын­дағы ҡомарт­ҡы — Ыръяҙы ҡулы буйында урынлашҡан Ҡалатау тигән урынды барып күреп килдем. Ә Һөйәрбикә шишмәһе тураһындағы легенда айырыуса үҙенсәлекле бер мөхәббәт ҡис­са­һы булып сыҡты. Ҡара­яҡуп­тар өсөн был шишмә башы — изге урын. Халыҡ Әүлиә ҡойоһо тип йөрөтә. Ырыуҙаштарымдың изге урындарҙы ҡәҙерләй белеүе һөйөнөслө, әлбиттә.
…Бер ҡарттың Яҡуп менән Яҡут тигән улдары булған. Береһе бик матур, икенсеһе ҡап-ҡара шаҙра битле икән. Ошо уҡ ауылда Һөйәрбикә тигән һылыу ҡыҙ ҙа булған. Яҡут менән Һөйәрбикә бәләкәйҙән бер-береһен яҡын күреп, яратышып йөрөй. Бергә уйнап үҫәләр. Бер мәлде йөҙөк һалыш уйыны ваҡытында Яҡут Һөйәрби­кәгә балдаҡ бирә. Ҡыҙға Яҡуттың ағаһы Яҡуптың да күҙе төшөп йөрөй. Ҡыҙҙар шишмәгә бара. Яҡуп килә лә Һөйәр­бикәнең сүмесенән һыу эскән була. Биҙрәһе төбөнә балдаҡ һала. Ҡыҙ Яҡуптың балдағын кеше күрмәгәндә генә шиш­мәгә ырғыта. Ҡыҙҙар тағы ла һыу алырға килә. Балдаҡҡа күҙҙәре төшә. Ҡыҙҙар Һөйәрбикәгә:
– Һин ал, һинең ҡулың еңел булыр, — тиҙәр.
Һөйәрбикә Йәүһәриәгә:
– Һин ал, әхирәтем, — ти.
Йәүһәриә, алып, балдаҡты кейә.
Яҡут менән Яҡуптың балдаҡ­та­ры бер иш була. Ҡыҙҙар, егеттәр үҫеп етә. Яҡуп, энеһенең бал­даҡ биргәнен белмәһә лә, уның Һөйәр­бикәне яратҡанын һиҙенә. Йәүһәриә лә белеп-һиҙеп йөрөй. Яҡут инәһе менән атаһына:
– Миңә өйләнергә ваҡыт, — ти.
– Юҡ, — ти инәһе, — ағайың бар әле, — ти.
– Юҡ, инәй, минең балдаҡ биргән ҡыҙыма ағайымдың күҙе төшөп йөрөй. Беҙгә тиҙерәк өйләнешергә кәрәк, — ти Яҡут.
Ағаһы ла инәләренә, миңә ҡыҙҙы алып бире­геҙ, ти. Оло улдарына ризалашып, ата-инә ҡо­ҙалаша башлай. Һөйәрбикәне Яҡупҡа алып би­рергә булалар. Ҡыҙҙар, йыйылышып, өшәнсек (туй бирнәһе) әҙерләй башлай. Иң уртала, егет менән ҡыҙҙың араһында, Йәүһәриә йөрөй. Йәү­һәриә лә Яҡутты яратҡан була. Яҡут Йәүһәриә аша Һөйәрбикәгә әйттерә: “Нишләйбеҙ, һине ағайыма бирәләр бит?” — ти. Йәүһәриә, Һөйәр­би­кәгә килеп: “Ағалы-энеле ризалашҡандар инде. Һине Яҡуп ала”, ә Яҡутҡа килеп: “Һөйәрбикә Яҡупты ярата. Уға барырға риза”, — тип һөйләй. “Ҡайғырма, һиңә бүтән ҡыҙҙар бөткәнме ни!” — ти.
Яҡуп үҙенә иптәштәр — кейәү егеттәре әҙерләй. Үҙен дә, ҡыҙҙы ла һаҡлата, күҙәттерә.
Ҡыҙ инәһенә: “Минең яратҡан егетем бар, Яҡупҡа бармайым”, — ти. Инәй кеше иртәгә туй була тигән көндә, был ҡасмаһын тип, Һөйәр­бикәне Йәүһәриә менән бергә келәткә бикләп ҡуя. Кис килеп, былар йоҡлағанмы икән тип ҡараһа, ҡыҙҙар икеһе лә йоҡлаған булып ята. Ярай, тип тынысланып, йоҙаҡты алып өйөнә кереп китә.
Йәүһәриә әйтә: “Бөгөн Яҡут килә шулай ҙа. Мин, уның янына сығып, һинең һүҙҙәрҙе әйтеп керермен”, — ти. Йәүһәриә йоҡлап китә, ә Һөйәрбикә Яҡут янына сыға. Егет менән һөйләшәләр.
Быларға ҡасып китергә бер нисек тә мөмкинлек булмай. Яҡуттың үҙенең дә дуҫ егете була. “Ярай, минең атайымдың аты бар бит, — ти иптәше. — Мин шуны егәйем дә һеҙҙе икенсе ауылға илтеп ҡуяйым”. Ҡайтып ат еккәнен Яҡуптың иптәш егеттәре күҙәтеп йөрөй. Тегенең сығыуы була:
– Һин ҡайҙа бараһың? — тип һорайҙар.
– Бына мине атайым фәлән ауылға ебәрә.
– Әйҙә, улай булһа, беҙ ҙә һинең менән, — тип ултырышып алалар. Егеттәр төн буйына бының атынан төшмәй. Таң ата. Яҡут ат артынан китә. Барһа, егет атын туғарып ҡына тора.
– Хәҙер ваҡыт үтте. Атайымдан һорамайынса, атты инде бер ҡайҙа ла алып сыҡмайым, — ти иптәше.
Йәүһәриә уянып китә. Ҡараһа, Һөйәрбикә янында юҡ. Яҡутты күрергә сығырға булыуы, шунан йоҡлап киткәнлеге иҫенә төшә. Сыҡһа, ҡапҡа төбөндә Һөйәрбикә ышыҡланыбыраҡ тора икән. Һөйәрбикә үҙенең хәлен һөйләп бирә. Йәүһәриә:
– Эй, ул һине алдап ҡына киткән. Ағаһы менән һөйләшкән инде. Яҡут алмай һине, — ти.
Һөйәрбикә, ярһып-әрнеп, йүгереп сығып китә. Дим ярына барып, бейектән упҡынға ырғый. Һыуҙа бер батып, бер ҡалҡып, балдаҡлы ҡулын юғары күтәреп:
– Йәүһәриә Яҡутты яратып, мине алдап йөрөгән икән, — тип ҡысҡыра.
Ҡырҡ саҡрымдан ҡалҡып сыға Һөйәрбикәнең кәүҙәһе. Мәсьәлә асыҡлана. Яҡуптың да иҫенә төшә. “Мин биргәс, ул балдаҡты шишмәгә ырғытҡайны”, — ти.
Һөйәрбикә үлгәс, Яҡут һәр көн кис уларҙың ҡапҡа төбөндә була. Шул арала Йәүһәриә килә. “Үлгән бит инде, беҙ бергә булайыҡ”, — ти. Егет уның менән һөйләшмәй. Әкрен генә һулый, кибә, һарғая ул. Инәләре уны төрлөсә йыуатып ҡарай: өшкөртә, күрәҙәселәрҙән ҡарата, бер файҙаһы ла булмай. Бер мәл Яҡут Һөйәр­бикәнең инәһен саҡыртып килтертә. Ул: “Уның бөтөн эс серен йән яратҡан әхирәте Йәүһәриә белә ине”, — ти.
Яҡут ике инәне лә саҡыра ла: “Мине Һөйәр­би­кә һикереп төшкән упҡынға ҡойған шиш­мәнең башына ҡуйырһығыҙ”, — ти. Һөйәр­бикәне лә, Яҡутты ла шул урында ерләйҙәр. Халыҡ зыяратты, изге күреп, кәртәләп ала. Таҫтамалдар, күкрәксәләр һалып, Һөйәрбикә менән Яҡут ятҡан ергә хәйер биреп китәләр. Шунан сыҡҡан һыуҙы Ҡараяҡуп халҡы Әүлиә ҡойоһо тип йөрөтә.



Автор: Рәшит ШӘКҮР.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә