Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иманай мәмерйәһе – арыҫландар төйәге
Иманай мәмерйәһе – арыҫландар төйәге Табылдыҡтарҙың “йәше” 60 – 80 мең йыл тип баһалана
Күптән түгел Мәләүез районындағы Иманай мәмерйәһендә боронғо арыҫлан һөлдәләре табылғайны. Был мәғлүмәт йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Экспедиция ағзалары юлыҡҡан нөсхәләр, асыштар хаҡында Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре, тарих фәндәре кандидаты, археолог Вячеслав КОТОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Вячеслав Георгиевич, экспедиция тураһында ентекләберәк һөйләгеҙ әле.
– Иманай мәмерйәһе тураһында күптән хәбәрҙарбыҙ, әммә хатта урындағы халыҡ та унда инеү юлдарын аныҡ ҡына әйтә алмай ине. Шулай ҙа, бәхетле осраҡтыр инде, юл табылды. Көслө белгестәр – экспедиция етәксеһе, сығышы менән Мәләүез районы егете Дмитрий Ғимранов, палеозоологтар Михаил Девяшин һәм Наталья Пластеева, палеоантрополог Андрей Евтеев, археолог Михаил Румянцев, археозоолог Татьяна Лобанова, “Башҡорт­остан” милли паркының ғилми хеҙмәткәре Илдус Нурмөхәмәтов һәм бер нисә студент, ирекмәндәр менән Иманайға юл­ландыҡ.
Иманай мәмерйәһе – арыҫландар төйәгеУл Нөгөш менән Ағиҙел ара­һындағы тау һыртында урынлашҡан. Тауҙан тәгәрәгән ҡом-таш, ҡар һыуҙары менән төшкән бысраҡ ар­ҡаһында мәмерйәнең ауыҙы ябыл­ғайны. Әгәр бурһыҡ өң эшләмәһә, бәлки, уны табып та булмаҫ ине. Егерме йыл элек һунарсылар юлыҡҡан булған уға. Әммә урынды яҡшы белгән кешеләр гүр эйәһе инде, шуға мәмерйәгә юл күрһәтеүсе йәнә табылманы. Былтыр иһә Илдус Нурмөхәмәтов, мәмерйәне эҙләп табып, беҙгә хәбәр итте. Уның башланғысы менән эште йәйелдереп ебәрҙек.
Мәмерйәнең оҙонлоғо – 70 метр. Ундағы һөйәктәрҙең күплеге хайран ҡалдыра: мәмерйә арыҫландары, айыуҙар, ат, йөнлө мөгөҙморон...
Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә мә­мерйә арыҫландарының юҡҡа сығыу сәбәбе лә асыҡланыр, тип өмөт­ләнәбеҙ. Нисек кенә тимәйек, һы­уыҡҡа яраҡлашҡан был хайуандарға йәшәү өсөн барлыҡ шарттар булған. Бизон, зубр, мышы – арыҫландар аулаған хайуандарҙың күпселеге әле һаман йәшәй бит. Бары тик тарпандар ғына 200 йыл элек юҡҡа сыҡҡан. Ә бына мәмерйә арыҫланы, мамонт һәм мөгөҙморондоң ниңә бөткәнен аныҡ ҡына билдәләү мөмкин түгел.
– Ишетеүемсә, был табыштар – ҙур тарихи асыш.
Иманай мәмерйәһе – арыҫландар төйәге– Әлбиттә, шулай. Һөйәктәр бик боронғо. Күбеһе тейеү менән ыуала. Шулай ҙа мәмерйә арыҫланы һәм айыуы табылыуы – Урал тә­биғәтендә һирәк күренеш. Бәлки, был хайуандар боҙлоҡ дәүерендә ошо мәмерйәлә туҡ­талғандыр. Тышта 50 градус һыуыҡ булғанда ла мәмерйәлә йыл әйләнәһенә ете градус йылылыҡ һаҡлана. Шуға уны кешеләр ҙә үҙ иткән.
Бында боронғо неандерталецтар йәшәгән. Уларҙың көндәлек тормошта ҡулланған ҡоралдары бихисап. Ҡырғыстар коллекцияһы бик бай булып сыҡты. Эш ҡоралы итеп ҡулайлаштырылған мамонт ҡабырғаһы ла бар, орнаменттар менән биҙәлгән һөйәктәргә лә тап булдыҡ. Был кешеләр мәмерйәлә 80 мең йыл элек туҡталғандыр, бәлки, йәшәгәндер – әлеге һорауҙарға яуапты һуңғараҡ алырбыҙ, тип ышанам. Иң мөһиме – “Улар ҡайҙан килгән?” тигән һорауға яуап табыу. Беҙ юлыҡҡан ҡоралдар бик үҙенсәлекле, быға тиклем ошондай уҡ әйберҙәрҙе Кавказ һәм Ҡырымда ғына тапҡайнылар. Тирене иттән айырып алыу өсөн ҡырғыстарҙың күп булыуы бер нәмәгә ишара: ҡоралдар ҡайҙандыр килтерелгән булған. Неандерталецтар бында йә һунар итер өсөн килгән, йә һыуыҡ мәлдәрҙе имен үткәреп ебәреүгә иҫәп тотҡан.
– Быға тиклем мәмерйәлә кеше тарафынан ҡаҙыныу эштәренең алып барылмауы ла ошондай асыштар яһауға булышлыҡ иткәндер?
– Эйе. Мәмерйәнең микроклиматы тура­һында телгә алғайным инде. Һөйәктәр ҙә бик боронғо. Беҙ әллә ни тәрән ҡаҙыманыҡ. Ни бары ярты метр тәрәнлектә ерҙе “иләп” сыҡтыҡ. Шул арауыҡта ғына әллә күпме табышҡа юлығылды. Беренсе горизонтта иң аптыратҡаны ҡыҙыл буяу табыуыбыҙ булғандыр. Ул дәүерҙә йәшәгән кешеләр әле буяуҙы белмәгән, ти инек. Ә был неандерталецтар уны ниндәйҙер маҡсатта ҡулланған. Түбәнге асышта йәнә бер әлегә аңлата алмаҫлыҡ нәмәгә тарыныҡ: төптәге залдың уртаһында метр самаһы бейеклектәге ҙур таш бар. Уның эргәһендә мәмерйә айыуының тишелгән баш һөйәге табылды. Нимә ул? Ябай ғына ҡорал менән боронғо кеше бөгөнгө айыуҙарҙан күпкә ауырыраҡ, өс метрҙан ашыуыраҡ бейеклектәге йыртҡысҡа нисек һөжүм итә алған?! Әлегеһенән тыш, тап ошо ерҙә баш һөйәктәре күп ине. Фараз­лауыбыҙса, был күренеш – донъяла боронғо кешеләрҙең һунар итеүен раҫлаған беренсе дәлил. Әллә нин­дәйҙер йола атҡарып башҡарылған һунармы? Был һорауҙарға яуап әлегә юҡ. Анализдар үткәргәндән һуң, уға асыҡлыҡ индереп буласаҡ. Һөҙөм­тәлә һөйәктәрҙең бында махсус рәүештә килтерелгәнлеге асыҡланһа, Иманайҙың донъялағы беренсе ғибә­ҙәтхана булыуы хаҡында ҡурҡма­йынса әйтергә мөмкин буласаҡ.
Һеҙҙең мәғлүмәткә ҡарағанда, ҡаҙыу эштәре әллә ни ҙур күләмде алмаған. Тимәк, был мәмерйәнең тағы ла бихисап сер һаҡлауы ихтимал...
Ысынлап та, беҙ быға ниндәйҙер кимәлдә өмөтләнәбеҙ. Быйылға мәмерйәлә эштәр тамам, уларҙы икенсе йыл дауам итәсәкбеҙ. Инеү менән боронғо кешеләрҙең туҡтаған урынын ҡаҙырға ине. Был әлеге туҡталҡаның ниндәй маҡсатта файҙаланылғанын аңларға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, мәмерйәлә кеше һөйәктәрен дә табырға өмөтләнәбеҙ. Был, һис шикһеҙ, Урал тарихына яңы сағыу биҙәктәр өҫтәйәсәк, кешелек үҫешен аңларға ярҙам итәсәк. Нисек кенә булмаһын, әлегеләй бай нөсхәләр донъяла икенсе мәртәбә генә табыла! Рәсәй биләмәһендәге мәмерйәләрҙең береһендә белгестәр 200-ҙән ашыу төрлө ҡорал тапҡайны, ә Иманайҙа һигеҙ квадрат метрҙа ғына улар меңләгән булып сыҡты! Шуға ла эш дауам итәсәк.
Экспедиция Екатеринбург ғалим­дары менән берлектә үткәрелде, сөнки Свердловск өлкәһендә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур база – Рәсәй Фәндәр академияһы Урал бүлексәһенең экологияһы институты урынлашҡан. Әле табылған һөйәктәрҙең барыһы ла унда һаҡ­лана, сөнки бөтөн уңайлы шарттар булдырылған.
– Экспедиция тамам. Артабан, моғайын, иң ҡыҙығы башланалыр?
– Эйе. Табылған мәмерйә арыҫ­ланы һөлдәләренең береһе Европала иң ҙуры булмаҡсы. Хәҙер иң мөһиме – уның йәшен билдәләү. Ә был бик ҡыйбатҡа төшә. Ҡоралдар иһә неандерталецтар өсөн хас тип бил­дәләп үткәйнем инде. Уларҙың бер-береһе менән оҡшашлығын тик­шерергә кәрәк. Иманайҙа табылған мәғлүмәт нигеҙендә боронғо кеше­ләрҙең нисек Уралға килеп сыҡҡанын, оҙаҡ йәшәгәндәрме-юҡмы икәнен асыҡлай аласаҡбыҙ.
Табылған нөсхәләрҙе ентекле өйрәнгәс тә, йәмәғәтселеккә тәҡдим итәсәкбеҙ. Мәмерйә арыҫланының һөлдәһен палеозоологтар тергеҙеп ҡарарға уйлай. Әгәр эш килеп сыҡһа, был реконструкция донъяла тәүгеһе буласаҡ!





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә