Шағир Роберт Рождественский үҙенең “Барыһы ла һөйөүҙән башлана...” тигән киң билдәле шиғырында мөхәббәттең ниндәй бөйөк көскә эйә икәнлеге тураһында бик дөрөҫ әйткән. Ысын һөйөү булһа, йырып сыҡҡыһыҙ ауырлыҡтарҙы ла, бер-бер артлы осрап торған ҡаршылыҡтарҙы ла еңергә мөмкин. Фажиғәле көн ...“Рөстәм! Пас! Шайба!” – тип ҡысҡырҙы кемдер. Ул алға ынтылып сәкәне менән һуғып ебәреүгә, шайба туп-тура дәғүәсенең ҡапҡаһына барып та инде. Ныҡ арыуына ҡарамаҫтан, егет ҡәнәғәт йылмайып, каток уртаһында туҡталды. Командалаштары уны уратып алды, ә көйәрмәндәр шатланып ҡул сапты. Ләкин ҡапыл барыһы ла тынып ҡалды. Яңы ғына шатлыҡ менән балҡыған йөҙҙәрҙә ҡурҡыу һәм хәүеф тойғолары сағылды. Хоккей майҙансығы артында торғандар уны нимәлер хаҡында иҫкәртергә теләй кеүек, ләкин тауыштар ҡот осҡос гөрөлдәү аҫтында күмелеп ҡала. Рөстәм бер нәмә лә аңламай, бағана кеүек ҡатып тик тора. Ә тауыш яҡынайғандан-яҡыная. Бына нисәнсе тапҡыр инде ул ҡурҡып, һалҡын тиргә батып уянып китә. Бер үк төш уны шулай йылдар буйы эҙәрлекләй...
Рөстәм Зарипов тиҫтерҙәре кеүек йәй велосипедта йөрөй, походҡа бара, ә ҡышын хоккей уйнай. Уның тормошон селпәрәмә килтергән фажиғә 1998 йылдың 22 апрелендә була.
Яҙ һулышы бөркөлгән ҡояшлы матур көн. Кешеләр, ғәҙәттәгесә, өмәгә сыҡҡан. 148-се юл-машина станцияһы эшселәре лә коллектив менән үҙ биләмәһен сүп-сарҙан таҙарта. Улар араһында Рөстәм дә бар. Рельстар буйлап поезд яҡынлаша. Ҡапыл тәгәрмәстәр шығырлауы ҡолаҡты яра... Ул дауаханала ғына аңына килә. Нисек кенә сәйер тойолмаһын, аяҡтары юҡлығын аңлау менән: “Башҡаса конькиға баҫа алмам инде”, – тип һыҙлана.
Ул ваҡытта Рөстәмгә 30 йәш була. Яҙмышының ҡырҡа үҙгәреүен аңлап ғәмһеҙ бала сағын, Ленинград училищеһында токарлыҡҡа уҡыуын, Германияла хеҙмәт итеүен, яратҡан ҡыҙына өйләнеүен, улдары тыуыуын күҙ алдынан үткәрә.
“Бирешмә!”Был һүҙҙе ул яҡындарынан күп тапҡыр ишетә. Тап уларҙың һөйөүе һәм төрлө яҡлап ярҙам итеүе генә төшөнкөлөккә бирелеүҙән һаҡлай. Ғүмеренең иң ауыр минуттарында туғандарының һәр ваҡыт янында булыуы ғына уға көс өҫтәй. Тиҙҙән егет үҙенең иҫән ҡалғанына һөйөнөргә кәрәклеген аңлай. Ул кәрәк әле, тәү сиратта — яҡындарына. Ә бит туғандарына уға ҡарағанда ла ауырыраҡ. Тимәк, бирешмәҫкә, йәшәргә һәм ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләргә, тырышырға кәрәк.
Коляскала ултырыу менән генә тормош туҡталмай. Ғөмүмән, төрлө сирҙәр һәм башҡа ауырлыҡтар көслөләрҙең рухын нығыта ғына. “Әгәр элек ағым буйынса йөҙһәм, хәҙер инде быны эшләй алмайым һәм теләмәйем дә. Мин тормоштоң ҡәҙерен белергә, һәр яңы көнгә ҡыуанып йәшәргә, кешегә бирелгән бәхет-шатлыҡтарҙы ла, һынауҙарҙы ла баһаларға өйрәндем”, — ти Рөстәм.
Яңы тормошБорсолоуҙарын артта ҡалдырып, үҙ-үҙе менән көрәшеүҙе Рөстәм ҙур булмаған фатирында оҫтахана өсөн бүлмә булдырыуҙан башлай. Тәүҙә ул ултырғыстар, телефон аппараттары өсөн кәштәләр яһай, унан инде кухня шкафтары, өҫтәлдәр эшләй башлай. Мәктәптән үк һүрәтте яҡшы төшөргәс, эскиздарҙы ла үҙе әҙерләй.
Шулай әкренләп эше алға китә. Заказдар яуа башлағас, оҫтахананы ҙурайтырға кәрәк була. Тиҙҙән фатирын һатып, шәхси йорт алырға ҡарар итә. Бына шулай Зариповтар иркен кухняһы, бер нисә бүлмәһе, гаражы булған ҙур торлаҡҡа эйә була. Гаражды Рөстәм оҫтахана итеп үҙгәртә. Эшҡыуарҙарға дәүләт ярҙамы программаһында ҡатнашып, яңы станоктар һатып ала.
— Мин яҙмышыма зарланмайым. Киреһенсә, Хоҙай шундай һынауҙар ебәреп, үҙе ярҙам итәлер, тип уйлайым. Әлеге тормошомдан ҡәнәғәтмен. Ғаиләм — ысын мәғәнәһендә ныҡлы таянысым һәм терәгем. Мине ярты һүҙҙән аңлаған, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла һәр ваҡыт янымда булған тоғро ҡатыныма рәхмәтлемен. Беҙ һоҡланғыс өс ул үҫтерҙек. Яратҡан эшем бар. Ул аҡса ғына түгел, кешеләргә ҡыуаныс та килтерә.
Алтын ҡуллы,
яҡты уйлыАғасты семәрләп биҙәктәр яһаған Рөстәм Зариповты күптәр яҡшы белә. Оҫта заказсының күңеленә оҡшаған бөтә нәмәне – бүлмә гөлдәре өсөн һауыттарҙан алып матур биҙәкле шкафтарға тиклем яһай. Уның күңел йылыһы һалып эшләнгән, ҡабатланмаҫ үҙ стиле булған карауаттарына, өҫтәл, тумбочка һәм ишектәренә һоҡланмаған кеше юҡтыр, моғайын. Бындай йыһазды бер магазинда ла табып булмай.
Балта оҫтаһына улдары ярҙам итә. Әйткәндәй, өлкәне, 22 йәшлек Роман да, атаһы кеүек токарь һөнәрен һайлаған. Кәләш алып ҡайтып, ата-әсәһен ҡыуандырған. Йәштәр бөгөн Өфөлә йәшәй. Хәҙер инде атаһына 13 йәшлек Богдан ярҙам итә. Ә инде төпсөктәре – өс йәшлек Тамерлан – бер кемгә лә күңелһеҙләнеп ултырырға ирек бирмәй. Ул да, бәлки, атаһы юлын һайлар. Рөстәм хәҙер үҙ тимерлеген булдырыу тураһында ла хыяллана.
Хыялдар
бойомға ашаБеҙ геройыбыҙ менән күп нәмә хаҡында һөйләштек. Азатлыҡ һәм бәхет, шәфҡәтлелек һәм Хоҙай тарафынан бирелгән һынауҙар, изгелек һәм дуҫлыҡ, мөхәббәт һәм илһөйәрлек тойғолары тураһында. Рөстәм Зарипов нимә тураһында хыяллана икән? “Минең хәлдәге кеше тағы ла нимә тураһында хыяллана ала һуң? Миңә бер ғүмерҙе ике тапҡыр йәшәү өлөшө төштө. Иң ҙур теләгем — яҡын кешеләрем иҫән булһын, был минең өсөн иң мөһиме. Йортобоҙҙа һәр ваҡыт һөйөү тантана итһен. Ҡартлығымды һөйөклө тормош юлдашым янында ҡаршыларға һәм уның менән ейәндәребеҙҙе лә үҫтерешергә теләйем. Нимә етмәй? Ҡайһы ваҡыт конькиҙа шыуыуҙы, велосипедта йөрөүҙе һағынам. Йәйәү йөрөгөм, тауҙарға күтәрелгем килә” тигән һүҙҙәрҙе уҡыным мин уның күҙҙәренән.
Үҙ-үҙенә ҡул һалғас, иҫән ҡалған бер кеше: ”Бейек күперҙән ташланғанда бөтә проблемаларҙы ла хәл итеп булыуын, тик күперҙән осоуҙы ғына туҡтатып булмауын аңлайһың”, — тип бик дөрөҫ әйткән. Тормошта күп нәмәне юғалтырға мөмкин, әммә үҙ-үҙеңә хыянат итергә ярамай. Тап бына беҙҙең геройыбыҙ — ауырлыҡтарға бирешмәй ижад итеүсе, киләсәккә пландар ҡороп һәм аяҡһыҙ килеш тә дөрөҫ аҙымдар яһап, үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырырға ынтылыусы замандашыбыҙ Рөстәм Зарипов кеүек.