Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Фәрештәңдән алда елдермә...
Автомобиль яҙмышы кешенеке кеүек: ул тыуа, йәшәй һәм үлә. Ә тормошо, әҙәм ғүмерендәй, бик еңелдән түгел, сөнки мотор-йөрәген туҙҙырырға ла, төрлө “сирҙәр” менән автосервисҡа барып эләгергә лә, юлдағы көсөргәнешлеккә түҙергә лә тура килә. Уның хәүеф-хәтәр тулы юлдан ҡот осҡос тиҙлектә сабыуын да йыш күрәһең, сөнки хужаның әмеренә буйһонмай булмай. Һәм кеше тәҡдиренә оҡшаш тағы бер яғы бар: ул йәшәгән мөхиттең шарттары даими үҙгәреп тора. Бөгөн һүҙ – автомобиль тормошондағы яңылыҡтар тураһында.

Ымһындырма
беҙҙе, тиҙлек!


“Фәрештәңдән дә алда елдермә, тиҙлегеңде самалап арттыр...” тип торһалар ҙа, елдәй елеп йөрөйһө килә лә тора. Тик бында шуныһы бар: шәберәк барған һайын маневр яһау өсөн ваҡыт та, мөмкинлек тә аҙая. Тиҙлекте арттырыу ғүмер өсөн генә хәүефле түгел, ә кеҫә яғын да таҡырайта. Ләкин күп кенә водителдәр, хатта стажы оҙайлы булғандары ла, ҡалала тиҙлек сикләмәһен белмәй. Теләһә ниндәй тораҡ пунктында ла автомобиль сәғәтенә 60 километрҙан да шәберәк бара алмай! Ә айырым урамдарҙа ул тағы ла нығыраҡ сикләнгән, был турала юл билдәләре мотлаҡ хәбәр итеп тора.
Рөхсәт ителгәндән тиҙерәк барған өсөн хәҙер ошондай штрафтар янай:
* Тиҙлекте сәғәтенә 0-19 километрға арттырыу – яза бирелмәй.
* 20-40 километрға арттырыу – 500 һум штраф.
* 40-60 километрға арттырыу – 1000 — 1500 һум штраф. Ҡабат шундай күрһәткес менән тотолһаң – 2000 — 2500 һум.
* 60-80 километрға арттырыу – 2000 — 2500 һум штраф. Ҡабат шундай күрһәткес менән тотолһаң – бер йылға йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итәләр.
* 80 километрға һәм унан да күберәккә арттырыу – 5000 һум штраф йәки йөрөтөү хоҡуғынан алты айға мәхрүм итеү. Ҡабат шундай күрһәткес менән тотолһаң, йөрөтөү хоҡуғынан бер йылға мәхрүм итәләр.

Таныҡлығыңды
алып танытырҙар


Юл ҡағиҙәләрен боҙған өсөн водитель таныҡлығынан мәхрүм итеүҙәре тураһында йыш ишетәбеҙ. Ләкин уны һәр бер осраҡта ла тартып алып булмай, бының өсөн етерлек хоҡуҡи нигеҙ кәрәк. Был таныҡлыҡтан түбәндәге сәбәптәр арҡаһында ғына ҡолаҡ ҡағырға мөмкин:
– автомобилгә ялған дәүләт теркәү номерҙары ҡуйыу;
– үҙ машинаңа законһыҙ приборҙар йәки ҡулайламалар урынлаштырыу;
– алкоголь йәки наркотик саралар тәьҫире аҫтында йөрөтөү, автомобилде иҫерек кешегә идара итергә тапшырыу, медицина тикшереүенән баш тартыу, юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәндән һуң алкоголле эсемлек ҡабул итеү;
– автомобилдә ҡаршы яҡ хәрәкәт һыҙаты буйлап барыу.

Йәйәү барһаң да – штраф...

Быйылғы 1 ғинуарҙан алып төнөн ауыл йәки ҡаланан ситтә юл ҡыры буйлап барған йәки юлды аша сығыусы йәйәүленең кейемендә яҡтылыҡты сағылдырған элементтар булырға тейешле. Бындай сағылдырғыс юҡ икән, 1 июлдән алып беҙҙе 500 һум штраф һағалай. Был закон автомобилдәрҙең төнөн юлдағы йәйәүлеләрҙе тапатыуы йышайыу сәбәпле ҡабул ителде. Хәтерләйһегеҙме: биш йыл элек Өфө эргәһендә Булгаков ауылынан Бекетовҡа барған юлда төнгө сәғәт 2-лә һалдаттар колоннаһына ҙур тиҙлектә автомобиль барып менде. Ике йәш һалдаттың ғүмере өҙөлдө, бер нисә кеше госпиталгә эләкте. Тимәк, һәр закон тормош талабынан сығып барлыҡҡа килә.

ОСАГО: тағы
үҙгәргән сағы


Автогражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалау шарттары һуңғы осорҙа этап­лап үҙгәртелде: 2014 йылда – августа, сентябрҙә һәм октябрҙә, быйыл – апрелдә һәм июлдә. Һуңғы этап быйыл октябрҙә көтөлә.
Яңылыҡтарҙың күп өлөшө ғәмәлгә инде лә инде:
* Страховка полисы буйынса түләүҙе алыу өсөн хәҙер фәҡәт үҙ компанияңа ғына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
* Европротокол (юл ваҡиғаһын дәүләт автоинспекторҙарын саҡырмай ғына теркәү буйынса иң күп түләү күләме элек 25 мең һум менән сикләнһә, хәҙер 50 мең һумға саҡлы.
* Зыян күргән автомобиль хужаһы страховка полисы буйынса үҙ сығымдарын ҡаплатыу өсөн ике юл һайлай ала: 1) аҡсалата түләтеү; 2) техник хеҙмәтләндереү станцияһындағы ремонт хаҡын түләттереү. Страховка компаниялары автомобилдәрҙе полис буйынса ремонтлау тураһында килешеү төҙөлгән автосервистар исемлеген үҙ сайттарында күрһәтергә бурыслы.
* Быға саҡлы страховкалаусы зыян күргән автомобилде ремонтлау өсөн 30 көн эсендә түләргә бурыслы булһа, хәҙер был осор 20 көн генә тәшкил итә.
* Страховка компанияһының үҙ бурысын үтәү кимәленә риза булмаһа, зыян күреүсе был компанияға яҙма рәүештә дәғүә белдерә ала. Страховкалаусы уны биш көн эсендә ҡарарға һәм яуап бирергә тейеш. Судҡа бирергә тура килгән осраҡта зыян күреүсегә дәғүә ебәреүен иҫбатларға тура киләсәк, шунһыҙ суд был эште ҡарамаясаҡ.
* Страховкалаусы агенттарҙың һәм брокерҙарҙың намыҫһыҙ эшмәкәрлеге өсөн хәҙер страховка компанияһы яуап бирә.
* ОСАГО страховкаһы өсөн түләүҙәрҙең лимиты ла үҙгәрҙе. Хәҙер мөлкәткә килтерелгән зыян өсөн иң ҙур түләү 400 мең һум менән сикләнә.
* Страховка өсөн түләгәндә деталдәрҙең туҙыу кимәлен билдәләү ҙә үҙгәрҙе. Боҙолған деталь өсөн хәҙер уның хаҡының кәмендә 50 процентын түләү ҡаралған, элегерәк был күрһәткес 20 процент ине.
* Йыл башынан алып зыянды билдәләүҙең берҙәм методикаһы ҡулланыуға индерелде. Был страховкалаусы менән клиент араһында автомобилде йүнәтеү хаҡы буйынса бәхәсте булдырмау өсөн эшләнә. Деталдәр һәм ремонт хаҡын хәҙер электрон каталог аша асыҡлайҙар.
* Һаулыҡҡа зыян килтерелгәндә яңы ҡағиҙәләр иң ҙур түләү күләмен 500 мең һум менән сикләй.
* ОСАГО полистарын хәҙер интернет аша ла һатып алырға мөмкин, был страховка компанияһында сиратта ултырып ваҡыт әрәм итмәү форсатын бирә.

Иҫерек шофер –
иң яуапһыҙ әҙәм


Былтыр декабрҙә эскән килеш рулдә ултырған өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү тураһында федераль кимәлдә закон ҡабул ителгәйне, ул быйыл 1 июлдән ғәмәлгә инде.
Хәҙер закон алкоголдең организмда 0,16 промилле кимәленә хәтлем булыуын ғына рөхсәт итә. Әммә был күрһәткес приборҙың яңылышыуына юл ҡуймаҫ өсөн генә ҡулланыла, һис кенә лә рулдә ултырыусыға саҡ ҡына эсергә мөмкин тигәнде аңлатмай.
Иҫерек хәлдә хатта беренсе тапҡыр ғына тотолған водителде лә түбәндәге яза көтә:
* йөрөтөүсе таныҡлығынан 1,5 йылдан алып ике йылға саҡлы мәхрүм ителеү;
* 30 мең һум штраф.
Транспортты икенсе иҫерек шоферға йө­рө­төргә биреп ҡуйған хәлдә лә был ав­томобилдең хужаһына ҡарата яза үҙгәрмәй – шулай уҡ 30 мең һум. Таныҡлыҡты ҡабаттан алыу өсөн ул дәүләт автомобиль инспек­цияһында имтихан тапшырырға һәм штрафты тулыһынса түләргә тейеш.
Ә иҫерек хәлдә тағы рулдә тотолған ке­шегә яза йәнә лә ҡатыраҡ: әгәр ҙә ул быға тиклем дә ошондай ҡылығы өсөн йәки эс­кәнме-юҡмы икәнлегенә медицина тик­шереүе үтеүҙән баш тартыуы һөҙөмтәһендә административ яза алған икән, был юлы уға 200 мең һумдан 300 мең һумға саҡлы штраф йәки ике йылға саҡлы мәжбүри эштәргә йәлеп ителеү янай. Суд уны хатта ике йылға саҡлы иркенән мәхрүм итергә, өс йылға хәтлем билдәле бер вазифаларҙы биләүҙе тыйырға ла мөмкин.
Рулгә эскән килеш ултырыуға ҡаршы көрәштә Белоруссия һәм Латвия тәжрибәһен ҡулланырға тәҡдим итеүселәр ҙә бар: был илдәрҙә иҫерек килеш тотолған шоферҙың автомобилен конфискациялайҙар һәм уны һатыуҙан килгән аҡсаны юлда ошо водитель арҡаһында зарар күргән кешегә түләйҙәр икән. Ҡатымы? Һәр хәлдә – ғәҙел.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872