Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ял итке килә лә ул...
Ял итке килә лә ул... Шифаханалар эшмәкәрлеге ыңғай яҡҡа үҙгәреш кисерә
Халыҡ менән осрашыу барышында йыш ҡына өлкәндәр депутатҡа ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт итә: “Миңә врач шифаханаға барырға йүнәлтмә бирмәй”, “Ни өсөн бушлай путевкаларҙы бөтөрҙөләр?”, “Нисәмә йыл инде ауырыйым, минең дә кешесә курортта дауаланғым, һауыҡҡым килә”...
Ысынлап та, күптәрҙе уйландырған, аптыратҡан тема, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге иң “ауыртҡан” урындарҙың береһе был. Совет осоронда профсоюз ойошмаһы хеҙмәтсәндәрҙе бушлай путевкалар менән даими тәьмин итеп торһа, хәҙер урта хәллеләр өсөн дә курортта ял итеү — хыял ғына. Ә үткән быуаттың аҙағына тиклем беҙҙәге шифахана-курорт системаһына бөтә донъяның көнләшеп тә, ҡыҙығып та туймағанын һағынып иҫләргә генә ҡала.
Рәсәйҙә реабилитация ярҙамы күрһәтеү мәсьәләләренең юғары власть даирәләрендә ҡуҙғатылыуы һәм уның тәү тапҡыр беренсел, махсус медицина ярҙамының алыштырғыһыҙ этабы булараҡ билдәләнеүе күңелдә бер ни тиклем өмөт тойғоларын уятты-уятыуын. Дәүләт Думаһы депутаты, “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Тормош сифаты” проекты рәйестәше Сәлиә МЫРҘАБАЕВАға ошо хаҡта аңлатма биреүен һорап мөрәжәғәт иттек.

— Быйыл шифаханаларҙың һауыҡтырыу эшмәкәрлегенә арналған I Халыҡ-ара конгреста һаулыҡ һаҡлау тармағы алдына һәр төбәктә тәьҫирле медицина реабилитацияһын ойоштороу, стационарҙа дауаланған һәм артабан да табип ярҙамына мохтаж пациенттарҙың кәм тигәндә 25 процентын реабилитациялау бурысы ҡуйылды.
Илдә инвалидтарҙы шифаханаларҙа һауыҡтырыу буйынса маҡсатлы эш алып барылһа ла, инвалид статусына эйә булмаған хроник сирлеләрҙең һаулығын хәстәрләү тейешле кимәлдә түгел. Үкенескә ҡаршы, шифахана-курорт ярҙамы инвалидтарҙың бөтә категорияларына ла ҡаралмаған, өс йәшкә тиклемге инвалидтарҙы реабилитациялау мәсьәләһе лә хәл итеүҙе көтә.
— Яңы ғына донъяға килгән сабыйҙар ҙа реабилитация ярҙамына мохтажмы?
— Кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген тыуған көндән алып күҙәтеү, уны инвалидлыҡҡа алып барып еткермәү — иң төп бурыс.
Һауыҡтырыу учреждениелары шарттарында дауаланған балаларҙың сәләмәтлеге күҙгә күренеп яҡшырыуына шаһитмын. Әммә әлегә реабилитациялау өсөн стационар учреждениеларҙың ҡеүәте етеңкерәмәй. Медицина ярҙамының был төрөнә ихтыяжды ҡәнәғәтләндереү өсөн хоҡуҡи нигеҙҙәрҙе арттырыу ҙа кәрәк.
Йыл һайын сабыйҙарҙың 35 проценты сирле тыуа йәки ауырыуға юлыға. Ә үҫмерҙәрҙең 70 проценты сәләмәтлек торошо менән маҡтана алмай, төрлө тайпылыштарға, хроник сирҙәргә дусар. Ваҡытында комплекслы реабилитация сараларын үткәргәндә йәш организм, һис шикһеҙ, тиҙерәк һауығасаҡ. Бөгөн дауалауға мохтаждарҙың ни бары яртыһының ғына ошо хеҙмәттән файҙалана алыуы күңелде ҡыра. Мәсьәләне хәл итеүҙең бер юлы — сәләмәтлекте тергеҙеү осоронда урындағы шифаханаларҙы файҙаланыу. Был йәһәттән Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы сабыйҙарҙы бер йәштән алып һауыҡтырған “Нур” шифаханаһы үрнәк булып тора.
Тын алыу ағзалары сирҙәренән яфаланған кескәйҙәрҙе дауалаусы Мәсетле шифаханаһын хәҙер алыҫ төбәктәрҙән эҙләп киләләр. Үкенескә ҡаршы, шифахана-курортта дауаланыу медицина эшмәкәрлегенә индерелмәгәнлектән, һалым льготалары ҡаралмаған. Бындай норма һаулыҡ һаҡлау тураһындағы закон менән ярашмай. Сығымдарҙың артыуы путевкаларҙың ҡиммәтләнеүенә, ярҙам күләменең кәмеүенә килтерә. Ошо мөһим мәсьәләне яйға һалыу өсөн закон проекты өҫтөндә эшләргә тура килде. Һалым кодексына үҙгәреш индереүҙе депутаттарҙың күпселеге хуплап сығыр, өҫтәмә сығымдарҙы пациенттар мәнфәғәтендә файҙаланырға мөмкинлек бирер, тип ышанам.
— Ни өсөн вәғәҙә ителгән путевкаларҙы бөтә кеше лә ала алмай?
— Ысынлап та, түләүһеҙ путевкаға хоҡуҡлыларҙың ни бары 30 проценты ғына тәьмин ителә. Өҫтәүенә законда кешенең йыл да путевка алыуға хоҡуғы нығытылмаған. Закон ни бары путевка алыуға сиратҡа баҫыу мөмкинлеген генә гарантиялай, әммә ул ҡасан бирелер — өс йылданмы, бишме — ул хаҡта һүҙ юҡ. Был мәсьәлә күптән инде халыҡҡа тынғылыҡ бирмәй.
Шуға күрә шифаханаларҙы файҙаланыу системаһын камиллаштырыу кәрәклеге көн кеүек асыҡ. Быйыл Мәскәүҙә ошо мәсьәләгә арналған I Халыҡ-ара конгрестың үтеүе был тармаҡты үҫтереүгә этәргес бирер тигән өмөт бар.
— Бөтә шифаханаларҙың да исеме есеменә тап киләме?
— Был исемде, һис һүҙһеҙ, аҡларға кәрәк. Танылған бер курорттың сайтында: “Беҙҙәге минераль һыуҙың сауҙа маркаһын башҡа пансионаттарҙа файҙаланыу законлы түгел, сөнки эсемлек башҡа учреждениеларға ебәрелмәй, ул бары беҙҙә генә”, — тигән дәғүәле һүҙҙәрен күрҙем. Шулай итеп, тарихта тәрән эҙ ҡалдырған “аҡһаҡал” үҙенең изге исемен баҙнатһыҙ, “йомшаҡ” ҡына булһа ла яҡларға тырышҡан. Элек “бальнеологик курорт” тигән данлы исемде алыу бик һирәктәргә эләкһә, хәҙер йылғырҙар уны йәһәт кенә үҙләштерә һала. Ҡайһы ваҡыт статусы юғары булған шифаханаларҙағы дауаланыу базаһының мөшкөл хәлен күреп аптырашта ҡалаһың. Шуға күрә дауа базаһы массаж өҫтәленән һәм ароматерапия кабинетынан торған учреждение башҡаса “шифахана” тип аталмаясаҡ.
Закон был критерийҙары асыҡ билдәләйәсәк.
— Путевкаларға ниндәйҙер ташлама буласаҡмы?
— Үкенескә ҡаршы, совет осорондағы кеүек бушлай йәки ташламалы путевкалар алыу мөмкинлеге ҡаралмаған. Граждандарҙың бер нисә категорияһы ғына арзан хаҡҡа ял итә ала. Ә эшкә һәләтле йәштәгеләргә ярҙам бөтөнләй ҡағылмай тиерлек.
— Ташламаға хоҡуҡлылар исемлегендә кемдәр һуң?
— Һуғыш ветерандары, хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡандар, “Блокадалағы Ленинградта йәшәүсе” билдәһе менән бүләкләнгәндәр, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда төрлө хәрби объекттарҙа эшләгән граждандар, һуғышта һәм хәрби хәрәкәттә һәләк булған ветерандарҙың ғаилә ағзалары, инвалидтар, зәғиф балалар. Путевканы медицина күрһәтмәһе булған осраҡта ғына бирәләр. Льготаға эйә булған кеше социаль яҡлау органына ғариза менән бергә поликлиниканан алған белешмәне лә теркәй. Был документтың “ғүмере” ҡыҫҡа — алты ай ғына. Путевка ҡулға килеп эләккәнсе, уны яңыртырға тура килеүе лә ихтимал. Әгәр ҙә табип медицина күрһәтмәһе бирмәй йонсота икән (был шифаханаға йүнәлтмә биреүгә тиң), по­ликлиниканың клиник-эксперт комиссияһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
— Ни өсөн реабилитацияны тап үҙебеҙҙең шифаханаларҙа үткәреүҙе иң һөҙөмтәле ысул тип баһалайһығыҙ?
— Һуңғы йылдарҙа үҙебеҙҙең һауыҡтырыу учреждениеларын һайлаусылар артты. Дауалау моделе лә үҙгәреш кисерә. Әгәр элек сир һөҙөмтәһендә килгән зыянды нисек тә кәметеү күҙ уңында тотолһа, хәҙер сәләмәтлек ресурсын күтәреүгә, юғалтылған функцияны тергеҙеүгә көс һалына. Реабилитацияның маҡсаты – инвалидтың һаулығын өҙлөкһөҙ хәстәрләү түгел, ә инвалидлыҡты булдырмау өсөн тырышлыҡ һалыу. Шифаханала табиптар ғына дауаламай бит, саф һауа, шифалы һыу, яҡшы мөнәсәбәт сәләмәтлекте нығытыуға булыша. Өҫтәүенә яңы аппараттар, заманса технологиялар һөйөндөрә пациенттарҙы.
Рәсәй курортологияһы, ғөмүмән, сит ил­дәрҙекенән һис тә ҡалышмай. Махсус дауаланыу үткәндәрҙе реабилитациялау өсөн ши­фа­ханаларҙы ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк. 2020 йылға медицина ярҙамының ошо төрөнә мохтажлыҡ кисергән пациенттар һанын 45 процентҡа (бөгөн был күрһәткес 10 процент тәшкил итә) еткереү күҙаллана.
Беҙҙең республикала реабилитация ярҙамы системаһын үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар. Шифаханалар селтәре уңышлы эшләй, үҙенсәлекле тәбиғәт факторҙары Рәсәйҙә иң яҡшыларҙан һанала, ойоштороу, һауыҡтырыу технологиялары буйынса ҙур тәжрибә мәктәбе булып тора. Мәҫәлән, йөклө ҡатындарҙы, армия хеҙмәтенә саҡырыу йәшендәге үҫмерҙәрҙе, нәҫелдән килгән сирҙәргә дусар балаларҙы дауалау буйынса ул күптәргә өлгө. Шуға күрә был системаны үҫтереү, ресурстарын халҡыбыҙ сәләмәтлеген һаҡлау мәнфәғәтендә ҡулланыу ҙур әһәмиәткә эйә.
Быйылдан башлап дәүләт пациенттарҙы курорттарҙа реабилитациялауҙы финанслау мәсьәләһен тулыһынса үҙ өҫтөнә ала. Түләүһеҙ медицина ярҙамы мотлаҡ медицина стра­ховкаһы иҫәбенә башҡарыла. Балалар шифаханаларында ғаилә ағзалары бергәләп ял итһен өсөн ҡунаҡханалар төҙөү идеяһы ла хуплауға лайыҡ. Һауыҡтырыу учреждениеларында ауырыуҙарҙың ҡайһы бер категорияларына дауаланыуҙың ҡәтғи тыйылыуын беләһегеҙҙер. Һис һүҙһеҙ, был исемлек тә яңыртыласаҡ.

Д. ҒӘБДРӘХИМОВА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 696

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 177

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872