Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Һин яратырға өйрәттең һәр бер биҙәген ерҙең”
“Һин яратырға өйрәттең һәр бер биҙәген ерҙең” Теләгән бер кеше уҡытыусы була алмай. Һәр саҡ йәш быуын мәнфәғәтендә хеҙмәт итеү, киләсәкте ҡайғыртыу, камиллыҡҡа ынтылыу, ныҡышмалылыҡ, үҙ-үҙеңә, башҡаларға талапсанлыҡ... Остаздарыбыҙға хас ошо сифаттар – тормошобоҙҙоң төп терәге.

Баш ҡалабыҙҙағы башҡорт гимназиялары эшмәкәрлеген байҡағанда, был белем усаҡтарын күпселек осраҡ­та республикабыҙҙың алыҫ ауылдарынан сыҡҡан милләттәштәребеҙ тотоп торғанына инанабыҙ. Остаздарҙы ту­ған телгә сикһеҙ һөйөү, уның киләсәге өсөн янып көйөү берләштерә. Араларында 140-сы башҡорт гимназияһы­нан Миләүшә Мәжитова ла бар. Әбйәлил районы ҡыҙы бында 20 йылға яҡын башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта.
– Ишле ғаиләлә өлкән бала булғас, бәләкәйҙән туғандарым өсөн ҙур яуап­лылыҡ тойоп үҫтем, – ти педагог. – Шул саҡта уҡ етдилегем, талапсан­лығым күренгәндер инде, “Уҡытыусы булырһың һин”, – ти торғайны өлкән­дәр. Әйткәндәре раҫ килде.
Миләүшә ауыл мәктәбенән һуң Баш­ҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Уҡыған сағында уҡ төҙөгән дәрес программалары педагогтар тарафынан юғары баһалана, ҡайһы бер хеҙмәттәре ил кимәлендәге конкурстарҙа тәүге урынға лайыҡ була. Уңған, булдыҡлы студентты остазда­ры үҙ янында ҡалдырырға тырышһа ла, Миләүшә Рафиҡ ҡыҙының мәктәп­тә уҡытыу теләге еңеп сыға. Шул мәл­дән алып бөгөнгә ҡәҙәр гимназияла арымай-талмай хеҙмәт күрһәтә ул. Намыҫлы эше өсөн бихисап маҡтау ҡағыҙына, грамоталарға лайыҡ уҡы­тыу­сы һәр саҡ баҫалҡылыҡ, ҙур тырышлыҡ менән изге бурысын үтәүҙе дауам итә.
– Заман балалары башҡараҡ, күп нәмәгә битараф, тип зарланыуҙы өл­кән быуын вәкилдәренән, хатта ҡайһы бер педагогтарҙан ишетергә тура килә, – ти Миләүшә Рафиҡ ҡыҙы. – Был фе­кер менән килешә алмайым. Бөгөнгө балалар бит ҡайҙандыр ситтән килмә­гән, ә үҙебеҙҙеке. Уларҙың күңел тө­бөн­дә нимә ятҡанын аңларға ты­ры­шырға, йышыраҡ һөйләшергә, иң мөһиме – яратыуыбыҙҙы белдереп, раҫлап торорға тейешбеҙ. Бала үтә һиҙгер: ихлас хәстәрлекте тиҙ тоя һәм ата-әсәһенә, уҡытыусыһына, йәм­ғиәт­кә шундай уҡ мөнәсәбәт менән яуап бирә.
Минеңсә, алған ғилеме уҡыусыға файҙа килтерергә тейеш. Ә беҙ­ҙең эшмәкәрлек республикала баш­ҡорт теленең ҡулланылыу даирәһенә туранан-тура бәйле. Әлегә хеҙмәтебеҙ күп осраҡта мәктәп менән генә сикләнә кеүек. Башҡорт телен дәүләт ста­тусын­да уҡытыу колледждар, юғары уҡыу йорттары программаларына ла индерелһә, уҡыусыларыбыҙ дәресте ихласыраҡ өйрәнер, ҡаҙаныштарыбыҙ артыр ине.

.


Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә