Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Имен-аман торайыҡ!
Имен-аман торайыҡ! “Юлдаш” радиоһының ижтимағи-сәйәси программалар бүлеге етәксеһе Рәсүл Сәғитовтың тапшырыуҙарына һәр мәсьәләне тәрәнтен төшөнөргә тырышыу, уны төрлө яҡлап ҡарау, үҙенсәлекле фекерҙәр белдереү, бәхәс ҡороу, унда ҡатнашырға өндәү һәм һығымталар яһау хас. Бөгөн беҙ уның һуңғы аралағы эфирҙарынан инеш һүҙҙәрҙе бер урынға йыйҙыҡ.

НАСАР НӘМӘ ЯҘЫЛМАҪ

Бөгөн китап тураһында һөйләшмәк­се­беҙ. Мәсьәлә көнүҙәкме? Әллә хәҙер уның ҡайғыһы төштән һуңмы? Бәлки, ил һәм, ғө­мү­мән, донъя иҡтисады алға бара алма­ғанда, был өлкә ситтәрәк тороп тор­­һон­дор? Сөнки уны сығарыуҙың байтаҡ хаҡҡа төшкәне лә билдәле бит. Етмәһә, донъя күр­гәндәренең дә бер өлөшө китап­ха­на­ларҙа өр-яңы, тото­нолмаған килеш һаҡлана.
Үҙебеҙ ошо һорауҙы бирҙек, үҙебеҙ мәсьәләнең былай ҡуйылыуы менән риза түгелбеҙ, сөнки башта бит, беләбеҙ, ҙур өндәр менән әйтәбеҙ, эре хәрефтәр ме­нән яҙабыҙ, тәү башта ҺҮҘ булған. Етмә­һә, иҡтисадтың әллә ни йылдам алға бармауын, ҙурҙан алғанда, китап һүҙе етешмәүгә лә бәйләп була ла баһа. Эйе-эйе, иҫкесә фекерләү тип ҡабул ҡылын­маһын, ысынлап та, шулай – әҙәби әҫәр­ҙәрҙең заманында шул иҫәптән хеҙмәт батырлығын данлағанын, уға өндәгәнен, кеше алдамайса, гел генә алыпһатарлыҡ менән булышмайса, үҙ көсөң менән йәшәргә саҡырғанын онотмайыҡ.
Китаптың кеше, йәмғиәт өсөн ни дәрә­жәлә мөһимлеге күп тапҡыр әйтелгәне бар. Әйтелер ҙә тибеҙ, сөнки тамсының ташты тама-тама тишкәне билдәле, сөнки уның бәҫен тағы ла күтәрергә лә күтә­рер­гә кәрәк әле беҙгә. Сөнки китапҡа насар нәмә яҙылмаҫ. Тормоштағы, эйе, кәрәк, әммә барыбер ҙә бәләкәй, ваҡ-төйәктәр араһында юғалып ҡалмаһын ине ул. Киләсәктә үҙебеҙҙең дә ваҡлан­мауыбыҙ өсөн юғалмаһын. Ҙур, шул иҫәптән әхла­ҡи ҙа мәсьәләләрҙе әләм итеп күтәрһен өсөн. Юғары һүҙ, тимәгеҙ, уйлаған-тойғанымды белдерҙем. Һәм бының хаҡлығын киләсәк, хатта яҡындағы йылдар ҙа күрһәтер, тигән ышаныстамын. Яңы тарихыбыҙҙа матди тормоштоң рухи хазиналарҙы бер ни дәрә­жәлә күләгәлә ҡалдырып, бының бөгөн килеп дөрөҫ булмағанын аңлауыбыҙға, быға дәүләттең дә иғтибарын көсәйт­кәненә таянып белдерәм. Бөтәһен дә теҙеп тормайым, әле илдә Әҙәбиәт йылы барғанлығын ғына өҫтәйем.
Мәғлүмәт заманында йәшәйбеҙ. Заманында ғынамы, эсендә, уртаһында, ҡойо­нон­да, ҡуйынында. Сәйәсәт, фән, фи­нанс, эшҡыуарлыҡ, техника, төҙөлөш, ауыл хужалығы (уйға ҡапыл нимә килә, шуны ғына атайым) — бер өлкә лә мәғлүмәтһеҙ тора алмай. Уны эҙләйбеҙ, табабыҙ, һаҡ­лайбыҙ, ҡурсалайбыҙ, тапшырабыҙ, күсе­реп алабыҙ, юҡҡа сыға­рабыҙ. Шулай ти­гәс, күҙ алдына компьютер баҫҡандыр, эйе бит? Шулайҙыр, сөнки дәүерҙең ху­жаһы ла, эшсеһе лә, ҡоралы ла — ул. Ошо әйтелгәндәр ҙә, бына, компьютерһыҙ ғына тормошҡа ашмай. Шуға күрә уны оло­лау­ҙы, ҙур мәртәбә итеп күреүҙе аңларға ла булалыр, әммә… Был хаҡта шулай йом­шар­тыбыраҡ белдерәбеҙ, сөнки уның телә­гәнсә үк ышаныслы булмағанын беләбеҙ. Әле “эҙләйбеҙ”, “тапшырабыҙ” тип байтаҡ ҡылымды теҙеп алып киткәндә лә “һаҡлайбыҙ”, “ҡурсалайбыҙ” тигәндәре бигүк ҡаты әйтелмәне бит, “юҡҡа сығыу” мәғәнәһендәге һуңғыһында ҡатылыҡ күберәк булманымы икән әле?.. Был раҫлауҙа ла дөрөҫлөк юҡ түгел бит, компьютер белгестәре ошо проблема буйынса ана күпме конференция уҙғара.
Шуға күрә иң ышаныслы мәғлүмәт сы­ға­нағы булып китап ҡала ла шул. Йәш бы­уын ҡағыҙ китапты ни саҡлы ғына иҫкелек ҡалдығы тип ҡарамаһын, ә уға бит күпме — ике мең ярым йыл, тарих саңына әйләнмәй әле ул, әйләнмәй. Ул ғынамы, китап бөгөн дә — донъя күләмендәге ҙур-ҙур саралар уртаһында. Мәскәүҙә быйыл яҙ тотош Ҡыҙыл майҙанды тигәндәй тул­тыр­ҙы, унда өс көн буйы “Рәсәй китаптары” фестивале барҙы. Бынан ҡағыҙ китаптың оҙон ғүмерле булыры тура­һында һығымта яһарға баҙнат итәбеҙ. Ә ул инде Ватаныбыҙҙың, халҡыбыҙҙың да килә­сә­ген нығыта бит. Юғары һүҙҙәр, китап һүҙе тип ҡабул итмәгеҙ, сөнки китабы булһа, уҡыусыһы табылыр тигән уйҙабыҙ. Эйе-эйе, бөгөн йыш ҡына бының киреһен — уҡыусы юҡлығын ише­тергә тура килһә лә, шулай раҫлайбыҙ. Китаптың һүҙ, тел икәненә ишаралана бында, ул теркәй, тота, һаҡлай, ҡурсалай, тапшыра һәм баш­ҡалар (баяғы ҡылымдарҙы иҫкә төшөрәйек). Ә һүҙле, телле халыҡтың, илдең киләсәге бар. Билдәле иҡтисади законды боҙоп, тәҡдим булһа, ихтыяж да булыр, тимәксебеҙ.
Компьютерҙың китапты мәңге алмаш­тырмаҫын әйтеп тормайыҡ. Китапты теләһәң — уҡыйһың, теләмәһәң — юҡ, ә телевизорҙың мәғлүмәтте көсләп таҡҡанын да өҫтәп белдермәйек.
Йомғаҡ шул: заман шул иҫәптән был тармаҡҡа ла ауырлыҡтарын ҡуйыуға ҡарамаҫтан, улар аша алға барыла һәм барылырға тейеш тә – шул иҫәптән, бәлки, яраҡлашып та. Ләкин баҙар һорай тип кенә әҙәбилек-нәфислек-әхлаҡи­лыҡтан ситләшергә һис ярамай.

ЭЙЕЛЕП ӨҘ ГЕНӘ…

Ауыл хужалығы тураһында һөйләшеү ил күләмендә лә, республика кимәлендә лә кәрәк. Был йәһәттән билдәле бер һәйбәт һандар булһа ла, дөйөм хәлде камил тип һис әйтеп булмай әле.
Мәҫәлән, элек эшкәртелгән ерҙең бөгөн ташлап ҡуйылыуын нисек аңларға? Тау-таш араһында, йәғни быны атҡарыу бик ҡатмарлы урындарҙа, эйе, кәрәкмәйҙер, унда, әйҙә, мал көтөлһөн, райком ҡушыу­ҙары әйләнеп ҡайтмаһын, ләкин арыу тигеҙ­лектәрҙә лә бит тракторҙар гөрөл­дәмәй. Гөрөлдәгәнендә лә иген ҡотороп уңмай. Ҡоролоҡ ғәйеплеме? Улар ҙа гөнаһһыҙ түгел. Ләкин бөтөнләй ямғыр күрмәгән тигәндәй илдәрҙең, әйтәйек, Израилдең, кемгә, беҙгә (!) ошоғаса картуф, ҡыяр һатып ятҡанын беләбеҙ ҙәһә.
Эш нимәлә?
Эш ни тиклем генә аптыратҡыс, бәлки, бер ҡатлы булып тойолмаһын, илһө­йәрлек хисебеҙҙең әллә юҡлығында, әллә оялып төпкә йәшеренеүендә кеүек. Юғиһә, осһоҙ тип, тупраҡты бөтөнләй күрмәгән, быяла һауытта тигәндәй үҫкән тап-таҙа ҡыярҙы алмаҫ инек. Юғиһә ерҙе минераль, исмаһам да, органик ашламалар менән ашлар инек. Юғиһә… күп инде улар, һәр береһен теҙеп тормайыҡ.
Ашлама тигәндән, улар Германияла 1850 йылда уҡ ҡулланыла башлаған икән. Ә Советтар Союзында — шунан йөҙ йыл уҙғас ҡына. Бөгөн немецтар уны гектарында 670 килограмм индерә шикелле, Рәсәй — 7, Башҡортостанда — күберәк.
Ә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың күҙгә күре­неп артыуы ергә, ауыл хужалығына мөнә­сәбәтебеҙ менән бәйлеме ул? Һорау, тәү ҡарашҡа, урынһыҙҙай, эйе, тип яуаплана һы­маҡ. Әҙ етештерелгәс, ба­ҙарҙа тәҡдим дә наҡыҫ булғас, хаҡы юғары — ябай ғына иҡтисади ҡанун. Лә­кин хәл дә, сә­бәп­тәр ҙә, ысынында, ҡатмарлыраҡ, әлбит­тә, бында ана шул ҡанундарҙың боҙо­лоуы ла бар: үҙенән-үҙе лә, сау­ҙа­ха­налар тарафынан да. Мәҫәлән, бер үк төрлө алма бер урында — 100, икен­се­һендә 60 һум булып ҡуя. Иң күбе йәшелсә ҡыйбатлана, йәнә лә — емеш­тәр, шәкәр, һөт аҙыҡтары, йомортҡа, балыҡ. Ҡыш бит, тип аңлатыла, миҙгел үҙенсәлеге.
Тағы ла — икмәк. Быны быныһы — етдиерәк, әлбиттә, сөнки уның ниндәй ҙә ҙур әһәмиәткә эйәлеген беләбеҙ. Ҡара­бойҙайһыҙ йәшәп булалыр, ватандаш­тарыбыҙҙың бер өлөшө уға бөтөнләй битараф та, ә бына икмәктең ҡиммәт­ләнеүе ҡыуандырмай. Һатыусылар, бәлки, шулай итәлер, бәлки, бынан әллә ни файҙа ла күрмәҫ, сараһыҙҙан был аҙымға баралыр, ә беҙ, ҡулланыусылар — юҡ, әлбиттә. Икмәк бит Рәсәйҙә — ризыҡ ҡына түгел, ул — символ, ул — үлсәгес, ул — изге төшөнсә.
Икмәккә хаҡ артыуға игенсе һөйөнәме икән? Йәғни беҙҙең арттырып түләгәнебеҙ, сылбыр буйлап, кире йүнәлештә, уға барып етәме? Етһә, аңлашылыр ине, ризаһыҙлыҡ кәмер ине, бәлки, һөйөнөлөр ҙә ине…
Шулай ҙа илдә, һәр хәлдә беҙҙең республикала, фермермы, башҡаса атал­ғанмы хужалыҡтарға мал аҙығы әҙер­ләнеүен, иген урылыуын үҙеңдеке, йәмғиәттеке тип ҡарау, һәйбәт баҫыуға ҡарап һөйөнөү, сүплеһенә көйөнөү тойғоһо бар әле. Булырға тейештер ҙә, алдағы быуындарҙа быны үҫтереү ҙә кәрәктер, сөнки илһөйәрлек кенә лә түгел был, ә аҙыҡ-түлек именлеге лә.

ЭСЕРГӘ МИКӘН, ЭСМӘҪКӘ МИКӘН?..

Көйгә әллә ни һалынмай, эйе бит? Шулай, яҡшы билдәле йыр һүҙҙәрен үҙгәртеберәк алһаҡ та, саф һөйөү хистәре тураһындағылары килешә, ә былар — юҡ, сөнки төп нөсхәлә тартыныу бар, оялыу бар, уңайһыҙланыу бар. Ә әл-ҡөһөлдө күп һемергән кешелә был сифаттар ни дәрәжәлә генә һаҡланалыр инде…
Ҡыҫҡаһы, йәмғиәт эскелек һаҙлығына һаман бата бара. Мәсьәләне беҙ тулҡын-тулҡын ошоғаса ла күтәрә килдек, әммә был юлы киңерәк итеп алырға булдыҡ, сөнки, тәжрибә күрһәтеүенсә, эсмә, тип өн­дәү генә әҙ, бының өсөн әҙәм балаһының күңелендә, мейеһендә, ҡыҫҡаһы, күңе­лендә, әл-ҡөһөлдө бөтөнләй инҡар итеү генә лә түгел, хатта уның тураһында һис уйламау тойғоһо булырға тейештер.
Тыяйыҡмы? Тыябыҙ беҙ. Дәүләт тә, йәм­ғиәт тә эскелеккә ҡаршы төрлө ысулдар менән көрәшә, әммә һаҙлыҡты киптереп булмай әле. “Ҡоро закондар” ҙа әллә нисә мәртәбә индерелеп ҡаралды, ләкин көтөлгәнгә үк өлгәшелмәне. СССР етәксе­һе Горбачев та 80-се йылдар уртаһындағы был кампанияның хата булғанын бөгөн килеп таныны бит, быны яйлап тормошҡа ашырырға кәрәклеген белдерҙе. Хәйер, яйларға әллә ни ваҡыт та ҡалмаған була бит ул саҡта илдә: йән башына 17-шәр литр араҡы тура килә. Күптәр 50-гә лә етмәй үлеп ҡала. Әйткәндәй, кампания Горбачевҡа бәйләнелһә лә, уның үҙенең әйтеүенсә, әҙерлек Брежнев заманында уҡ башланған. Андропов, Черненко дауам итте. Йәмғиәт ҡоро законды бигүк өнәмәне.
Шулай ҙа, статистикаға ышанһаҡ инде, “ҡоро” 1985-1988 йылдарҙа баяғы 17 литр 5 литрҙан әҙерәккә тиклем төшә. Үлем кәмей, тыуым арта. Ә енәйәтселек, иғти­бар ителһен, 70 процентҡа ҡыҫҡара. Һаҡ­лыҡ кассаларына аҡса 45 миллиард һумға күберәк һалына. Һөттө күберәк эсә баш­лайҙар. Шуның менән бергә, уның ҡарауы, сифатһыҙ “йәшел йылан”дан ағыу­ла­ныу­ҙар күбәйә. Шулай шул… Ғөмүмән, элек эселгәнсә эселгән, тигән фекер ҙә бар, тик яһалмаға күселгән генә. Шәкәрҙең күпләп алына башлауы ла шуға ишаралай.
Ә бөгөн һуң? Илдә 2006 йылдан бирле йәнә араҡы эсеүгә ҡаршы кампания алып барыла. Рәсәйҙә араҡы эсеү йән башына биш йыл элек 18-әр литрҙан тура килгән, бөгөн 13 ярымғаса төшкән, тиелә. Әммә быға ышанмаусылар ҙа бар, сөнки контрафакт иҫәпкә алынмай. Ә контрафакт ҡулланыуҙың, моғайын, төп сәбәбе — ха­ҡы. Сифатлы этил спиртының литры акцизы 500 һум тора. Бер шешә араҡының үҙҡиммәте — сама менән 160 һум. Ә Ҡа­ҙағстанда акциз биш тапҡыр тирәһенә әҙерәк. Шуға күрә уның 70 һум самаһына һатылыуы ла тәбиғи. Һөҙөмтәлә, берен­сенән, бюджетҡа килем кәмене, икенсе­нән, бының менән мауығыусыларҙың һаулығына зыян килә.
Артабан ни эшләргә? Ғөмүмән, эсергә микән, эсмәҫкә микән, тип һорауҙы дөрөҫ ҡуябыҙмы ул? Мәсьәләне йомшаҡ билдә­ләп, икеләнеүгә урын ҡалдырабыҙ түгел­ме? Ҡалдырмаһаҡ, сама белгән­дәрҙең хоҡуғын ҡыҫмайбыҙмы?
Һығымта яһауы бик ҡатмарлы, шулай ҙа бер нәмә асыҡ: тыйыуһыҙ булмай, ғаиләнән башлап, йәмәғәт урындарынаса. Тәртипте тыйыу аша булдырыу еңе­лерәктер: ана, юл йөрөү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн яуаплылыҡтың көсәйтелеүе фажиғәле статистиканы кәметте ләһә. Тәртип йәһәтенән беҙгә өлгө итеп ҡуйылған ҡайһы бер сит илдәрҙә лә быға быуаттар дауамындағы тыйыуҙар арҡаһында киленгән бит. Артабан инде өйрәнелгән, күнегелгән, күнелгән.

ҺАНЫ КӘМЕҺЕН

Етем балалар, уларҙың яҙмышы тураһында һөйләшеп алайыҡ. «Яҙмыш” һүҙе алдынан “әсе” тип өҫтәге килә, әммә әйтелмәне, сөнки ул һәр осраҡҡа ла тура килмәйҙер: бәлки, әйткәс әйтәйек, бәғзе атай менән әсәйҙең булғандан булмағаны яҡшыраҡтыр, был бурысты дәүләт үтәһә, һәйбәтерәктер. Әллә дәүләт түгел, ә туғандар, нәҫел-затмы?
Ана шулай дөрөҫөрәктер ул. Юғиһә йыш ҡына был яҡлап Кавказ республикаларын маҡтап телгә алалар, унда бер генә балалар йорто ла юҡ, бер кем дә етемде тапшырмай тип. Әхлаҡи яҡлап беҙ уларҙан кәмме ни? Юҡ, әлбиттә, юҡ, күңелдәребеҙ саф, йөрәктәребеҙ миһыр­банлы, әммә ысынында етемдәр, дәүләт ҡараған балалар бик күп. Улар кәмеүен-кәмегән, балалар йорттары ябылған, шулай ҙа камиллыҡҡа иртәрәк әле.
Дәүләттең ярҙамы кәрәк, ләкин шул иҫәптән ошо өлкәлә лә уға артыҡ һалынып киттек түгелме? Тормошта төрлө хәлдәр булып тора, уныһы бар, әммә ата-әсәнең “көн дә байрам, көн дә туй — һәр ваҡыт шул уй” булып йәшәүе, һаман көн­күрешенә зарланыуы, аҡса эшләмәйенсә, хөкүмәткә ҡарап, ғаиләм ҙур тип, унан фатир даулап ятыуы хаҡ түгел дәһә… Хаҡ түгел, әммә бындай миҫалдар ифрат күп. Ә дәүләт тә уларҙы гел аҫрай алмай, алһа ла, балаларға ғаиләлә яҡшыраҡ.
Бала бәлиғ булғансы дәүләттең тулы аҫрауында йәшәй ҙә ул, ә унан һуң уртаҡ, әммә йылы, туҡ йорттан тормош диңге­ҙенә сыға. Һәм, шул диңгеҙҙең һалҡын тулҡындары ныҡ ҡаҡмаһын өсөн, хөкүмәт торлаҡ менән тәьмин итеү сараһын да күрә. Ә торлаҡ мәсьәләһенең илдә гел, һәр ваҡыт киҫкен торғаны билдәле. Йылдан-йыл күберәк һалына бара, әммә ул көс етерлек хаҡҡа төшкәнсе был ғына әҙ әле. Һөҙөмтәлә бушлай алырға хоҡуҡлылар ҙа көтөп торорға мәжбүр.
Бына шулай, тормоштарындағы киҫкен боролоштар арҡаһында, йәки ата-әсә­ләренең бала, ғөмүмән, йәмғиәт алдында бурыстарын өлөшләтә йә бөтөнләй үтә­мәүҙәре арҡаһында, проблемалар уның артабанғы ғүмеренә лә күсә бара. Юғиһә, атай менән әсәй йәки туғандар, нәҫел-нәсәбе балаларҙы тейешенсә ҡараһа, йәнтәслимгә тигәндәй тырышып уҡытһа, кеше итһә, һаулығын хәстәрләһә, торлаҡ алып бирһәме, ярҙамлашһамы, хәл икенсе булыр ине. Йәнә лә бит бының бүтән, әхлаҡи яғы ла бар. Кеше ғүмере буйы туйлап йәшәй, эшкә йөрөмәй, балаларын тартып алалар, аҙаҡ уға торлаҡ бирәләр һәм башҡалар, ә намыҫлы йәшәгән-эшләгән замандаштарыбыҙҙың балалары дәүләттең бындай хәстәр­легенән мәхрүм. Мәсьәлә был, һүҙ ыңғайында әйтелһә лә – мәсьәлә…
Балалар йорттары кәрәк, әммә уларҙың һаман кәмей барып, бер көндө бөтөнләй юҡҡа сығыуы дөрөҫ. Һәм бының сәбәбе дәүләт ҡаҙнаһының шул хәтлем үк наҡыҫланыуы түгел, ә балаларҙың яҡшы, хәстәрлекле атай-әсәй, туған-тыумаса янында йәшәүе булһын.
http://papapizza-ufa.ru/japan/rolli/




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Имя
    Имя от 02.10.2015, 12:04
    Китап, уға тиклем ташҡа уйып яҙыу, әлеге ваҡытта "болот технологиялары" ("йыһан боло" тип атар инем) - улар барыһы ла, Рәсүл ҡорҙаш әйткәнсә, мәғлүмәтте эҙләү, табау, һаҡ­лау, ҡурсалау, тапшырыу, күсе­реп алыу, юҡҡа сыға­рыу ҡоралдары. Ә шул ҡоралдың хужаһы һәм эшсеһе булыуы кешенең үҙенән тора. Берәүҙәр ҡоралды төҙөү өсөн тотонһа, икенселәр емереү өсөн ҡуллана.
    Мәғлүмәт ҡоралдарының ниндәй дәүерҙәр менән бермә-бер тап килеүенә иғтибар итегеҙ. Улар бер кешенән бер кешегә, бер кешенән күп кешегә, күп кешенән күп кешегә мәғлүмәт таратыу ысулдары өҫтөнлөк иткән дәүерҙәр.






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516