Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Тәбиғәт мансылды алтынға...
Октябрь йылдың унынсы айы булһа ла, уның исеме “һигеҙенсе” тип тәржемә ителә (October – һигеҙ). Был исем Римгә нигеҙ һалған Ромулға бәйле. Беҙҙең эраға тиклемге һигеҙенсе быуат аҙағынан башлап был ай 30 көндән торған. Юлий Цезарь реформаһына ярашлы уға тағы ла бер көн өҫтәлгән.

Октябрь – ысын мәғәнәһендә “алтын”, сөнки был айҙа урман һарғылт төҫкә буяла. Тәбиғәт ҡышҡа әҙерләнә: япраҡтар ҡойола, ҡоштар йылы яҡтарға оса, айыуҙар, бур­һыҡтар һәм башҡа йәнлектәр май запасы туплап, өң ҡаҙып йоҡларға ята. Кешеләр баҡса эшен бөтөрөргә ашыға. Октябрь әкренлекте яратмай: йә ул аяҙ көндәр бүләк итә, йә көн һайын мыжыҡ ямғырҙары менән йонсота. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡояшлы көндәр булмай ҙа тиерлек, мәҫәлән, 1968 йылда Төньяҡ Атлантикала был айҙа 28 цик­лон барлыҡҡа килгән һәм уларҙың 27-һе Башҡортостанға ҡағылған. Метеорологик мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ошо йылдың октябрендә ҡояш бары һигеҙ сәғәткә генә күренгән.
Башҡа айҙарҙан айырмалы, октябрҙе ике өлөшкә бүлергә мөмкин: “алтын көҙ” һәм “7 һауа”. Алтын көҙ, ғәҙәттә, йылы була. Ҡоштар үҙҙәренә ышыҡ урын эҙләй, унда йөн, сүбәк, сепрәк киҫәктәре ташый, ҡуян­дар эңер төшөү менән ужымға сыға, тейен­дәр ағастарҙа әле тороп ҡалған сәт­лә­үек­тәрҙе йыя, ямғыр селәүсендәре тәрәнгәрәк китә. Улар йырып үткән тәрәнлек ҡышын тупраҡтың нисә сантиметрға туңыу ихтималлығын күрһәтә.
“7 һауа” өлөшө – айҙың икенсе яртыһы. Был өлөш һауаның бик тиҙ һыуыныуы менән айырыла. Ямғырҙар ҙа был ваҡытта күберәк яуа. Ә ағастар яланғасланып ҡала. Бары имән генә әле йәшел. Был оҙаҡҡа түгел – 3-5 градус һыуыҡлыҡтағы ҡырауҙар имән япрағын туңдырып, уны ергә төшөрә. Көн һайын тиерлек ер өҫтөндәге күләүектәр боҙ көҙгөһө менән ҡаплана. Ямғырҙар ҡар ҡатышҡа әйләнә. Ун йылға бер тапҡыр беҙҙең яҡта ҡыш октябрь аҙағында килә, һәм ай аҙағында ҡар ҡатламы барлыҡҡа килә. Биш йылға бер мәртәбә йылы осор ноябрь башына тиклем һуҙыла, һәм һауа температураһы 12-14 градусҡа тиклем күтәрелә. Ә бына 1966 йылда октябрь башында ул 24 градусҡа менгән, ә аҙағында 16 градус йылы булған.
Ошондай үҙгәреүсән һауа торошо октябрь айына бирелгән ҡыҫҡа ғына ҡылыҡ­һырламала сағыла: “Октябрҙең ете эше бар: сәсеү, елгәреү, өйөрөлөү, болған­дырыу, үкереү, һыу ҡойоу һәм һепереү”.
Ошоға ҡарата әйтемдәр ҙә етерлек:
lОктябрь ер өҫтөнә япраҡ һәм ҡар юрғаны яба;
lОктябрь тәгәрмәсте лә, сана табанын да яратмай;
lОктябрҙә төшкә тиклем – көҙ, төштән һуң – ҡыш;
lОктябрь ал ҡулъяулыҡты күҙ йәшенә мансый.
Ошондай хәлдәр булыуға ҡарамаҫтан, был ай күп шатлыҡтар ҙа килтерә. Бына улар:
Октябрҙән кәбеҫтә еҫе сыға;
lОктябрь ҡышты ҡаршыларға өйрәтә;
lОктябрҙә бөтә тирмәндәр ҙә көнөн-төнөн эшләй;

Ошо хәлдәр кешегә лә йоғонто яһамай ҡалмаған. Әйтәйек, элек-электән килгән халыҡ күҙәтеүҙәре буйынса ошо айҙа тыуған кешеләр уйсан, ипле һәм кешелекле булыуы менән айырыла. Улар яманлыҡты тиҙ онотоп, яҡшылыҡты иҫтә ҡалдырып, үҙҙәрен ихтирам иттерә.
Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Әгәр һеҙҙә лә ниндәйҙер ырымдар, ышаныуҙар, күҙәтеү­ҙәр булһа, беҙгә яҙып ебәрегеҙ.

Инбер ЯПАРОВ,
география фәндәре кандидаты,
БДУ доценты.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә