Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Янып-ярһып йәшәне, һоҡланып туйманы...
Янып-ярһып йәшәне, һоҡланып туйманы... Кеше ҙур бейеклек-артылыштар яулаһа, уның тормош юлында гел генә уңайлы шарттар тыуып торғандыр, тип уйлаусылар булғылай. Рәсимә һабаҡташыбыҙҙың, алсаҡ әхирәтебеҙҙең ғүмере, тормошо, бигерәк тә ижад юлы һәр төрлө ҡаршылыҡтарға осрай торҙо, әммә ул мөхитебеҙ кәртәләрен гел генә еңергә тырышты, һәм еңде лә!

Ҡуйған маҡсаттарына, теләктәренә иреш­мәйенсә ҡалманы. Ныҡыш та, еңмеш тә булды: Р. Ғарипов исемендәге гимназия-интернат, Башҡорт дәүләт университеты, “Шоңҡар” әҙәби түңәрәге, Сибай ҡа­лаһында билдәле архитектор, йәшлек мөхәббәте Урал Ураҡсин менән ҡорған ғаи­лә тормошо, педучилищела уҡы­тыу­сы­лыҡ эшмәкәрлеге, халыҡ театры, са­бый­ҙары Салауат һәм Гөлназды алып йөрөп үткәргән йәйге гастролдәр, Өфөгә күсеү, ҡайнап торған әҙәби тормош һәм мәғри­фәтселек, китаптар яҙыу, нәшерләү, балалар фольклоры өҫтөндә эшләү (2 томы донъя күрҙе), дәреслектәр, әсбаптар төҙөү, кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләү һәм яҡлау, балаларын вуздарҙа уҡытыу, ғаилә тормоштарын, туйҙарын ойоштороу, Мәс­кәүҙә биш йылға һуҙылған үтә лә тынғыһыҙ һәм яуаплы педагогик хеҙмәт, талантлы “щепкинсылар”ҙы әҙерләп, береһен дә юғалтмай (27 студент) республиканың башҡорт театрҙарына ҡайтарыу (бөгөн инде улар — тамашасыларға билдәле артистар) һәм башҡа бихисап саралар, конкурстар, әкиәттәр донъяһы (“Һаумы, һаумы, әкиәт”)...
Быларҙың уртаһында ҡайнаған, тормош һәм ижад дилбегәһен ҡулынан ысҡын­дыр­маған Рәсимәбеҙ гел ашыҡты. Ул баш­ҡарған хеҙмәттәрҙең иге-сиге күренмәне: янып-ярһып, алҡынып йәшәне, һоҡланып туйманы. Көткән донъяһын шау сәскәләргә күмде, һәр көнөнән шатлыҡ, бәхет эҙләне.
Ҡәҙерлебеҙ мәңге шулай йәшәр, гел беҙҙең эргәлә булыр кеүек ине. Рәсимә Ураҡсинаһыҙ йәшәүгә күнегеп булмай. Ул сираттағы ижади командировкаға киткән кеүек, бына-бына алсаҡ йылмайып ҡайтып инер һәм “Ни хәл, батшабикә?” тип “мо­билдән” шылтыратыр төҫлө. Балаларым, ейәндәрем менән бергә ҙур ғаилә булып йәшәгәнгә шулай шаярта торғайны.
Әммә ысынбарлыҡ аяуһыҙ! “Хәбәр бир­мәгәненә” лә 40 көн тулып бара. Ихлас, алсаҡ, мул ҡуллы һабаҡташыбыҙ моңло, талғын йырҙарын, бихисап ижади проект­тарын, балалар өсөн яҙыласаҡ һәм нәшер ителәсәк китаптарын, фәнни хеҙмәттәрен, әллә күпме уй-хыялдарын, һөйөклө ғаилә­һен, уҡыусыларын, дуҫтарын, шау сәскә донъяһын ҡалдырып, йәйғор нурҙарына табан китте лә барҙы. Һис көтмәгәндә! Уны һағынып көтөп ҡалған дуҫтары, туғандары, Уралы, балалары, ейәндәре зәңгәр күккә ҡараһа, Рәсимәбеҙҙең ҡояштай йылмайған йөҙөн күрер, моғайын. Йәнең йәннәттә булһын, ҡәҙерле әхирәтебеҙ, һабаҡта­шыбыҙ, Рәсимәкәй!

Барлыҡ һабаҡташтары исеменән Ғәлиә ҒӘЛИМОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә