Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бишенсе көҙ – һинһеҙ...
Бишенсе көҙ – һинһеҙ... Мин яҙып алған хәтирәләрҙең авторы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, утты-һыуҙы кискән уҙаман Нурулла Шәйҙуллин. Уның арабыҙҙан китеүенә теүәл дүрт йыл… Үҙ Ватанының илһөйәре, ысын коммунист, донъяла барған һәр ваҡиғаға фекерен теүәл һәм аныҡ әйтеп биргән һәм алдан күрә белгән сәйәсмән ине. Илебеҙҙәге барлыҡ хәл-ваҡиғалар, үҫеп килгән йәш быуындың уй-фекерҙәре һәр саҡ ҡыҙыҡһындырҙы ветеранды. Нурулла олатайҙың һуғыш хәтирәләрен, нисә һөйләһә лә, йотлоғоп тыңлай торғайным…

…1941 йыл. Йәйҙең томра көндәренең береһе. Баҫыу эштәре ҡыҙған мәл. Ике ат егеп, һабан һөрөп йөрөгән Нурулланы ауыл кәнсәһенә саҡырталар. Һуғышҡа китергә йыйынған бер төркөм ир-егет араһында колхоз хисапсыһы Мәжитов ағай ҙа була. Ул: “Ҡустым, ауылда хәҙер иң уҡымышлыһы — һин, мә, ал, хисапсы булып ҡалаһың”, — тип егеткә асҡыстар бәйләме тоттора.
Шулай итеп, 16 йәшлек Нурулла Шәйҙуллин эштең иң ҡыҙыу, һуғыштың иң көслө мәлендә колхоз хисапсыһы булып китә. Көндөҙ көлтә алып ҡайтыу һәм башҡа бихисап мәшәҡәт менән мәшғүл булһа, төндәрен – хисапсы. Эйе, барыһы өсөн дә ауыр мәлдәрҙә иң беренсе сиратта фронтты ҡайғыртыу, илебеҙ азатлығы өсөн көрәшеүселәрҙе икмәк менән тәьмин итеү тәүге урында тора шул.
1941 йыл аҙаҡтарында ҡан ҡойғос һуғыштың афәттәре күберәк ишетелә, үлем тураһындағы хәбәрҙәр, повесткалар ҙа йышыраҡ килә башлай. Ошо йылдың декабрендә Нурулланың атаһы һуғышҡа китә. Ул Украина фронтына эләгә. 1943 йылда Киевты дошмандан азат итеү өсөн барған ҡаты алыштарҙың береһендә батырҙарса һәләк булып ҡала. 1942 йылдың авгусында Нурулланың ағаһына ла фронтҡа китергә повестка килә. Декабрҙә, ҡаты яраланып, ул тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Нурулла Шәйҙуллин әрме хеҙмәтенә 1943 йылдың 3 ғинуарында саҡырыла. Уны Аҡтүбә ҡалаһындағы хәрби-пехота училищеһына ебәрәләр. Июнгә тиклем һәр көн көсөргәнешле уҡыу-күнекмәләр менән үтә. Тиҙҙән тейешле әҙерлек алған кисәге курсанттар совет ғәскәрҙәре дошманға ҡаршы алып барған яуҙарҙың иң ҡыҙыу урынына — Курск дуғаһына — ебәрелә.
Нурулланың һуғыш юлы 362-се Байкал аръяғы артиллерия полкында башланып китә. Уларҙы Суворов орденлы 106-сы Забайкальск-Днепропетровск уҡсылар дивизияһына өҫтәмә көс булараҡ килтереп ҡушалар. “Бер фашисты ла үткәрмәҫкә!” тигән ҡаты бойороҡ менән улар июль аҙаҡтарына тиклем ҡалҡыулыҡта ныҡлы оборона тота. Аҙаҡ армия киң фронт булып Средина-Буда, Дробышево, Лемешево, Добрянка буйлап, һуңынан Белоруссияның көньяҡ өлөшөнә тиклем барып етә. Днепрҙы кисеп, Лоев ҡалаһын ала. Днепр аша сыҡҡанда күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Нурулла Шәйҙуллин тәүге наградаһына — «Батырлыҡ өсөн» миҙалына — лайыҡ була.
1943 йылдың декабрендә Заболотье ауылы эргәһендә уларҙың дивизияһы ҡамауға эләгә. Алда бер генә юл – һаҙлыҡ. Туптарҙы шартлатып, машиналарҙы яндырып, ҡулдағы ҡорал менән генә һаҙлыҡ аша сығырға тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡамауҙан имен-аман сығыу барыһына ла тәтемәй шул, кемдәрҙелер ҡәһәрле һаҙлыҡ үҙенә һурып алып ҡала…
Нурулла бабай һуғыштан һуң да был урынға бер нисә тапҡыр бара. Һаҙлыҡ хәҙер киптерелгән, унда табылған кеше һөйәктәре — тап бына ошо ҡот осҡос фажиғә дәлилдәре. Бында баш һалған йөҙәрләгән һалдаттың таш һыны бөгөн Днепрҙың ярында мәңгелек һәйкәл булып ҡалҡҡан.
Ҡамауҙан сыҡҡас, дивизия, яңы яугирҙәр менән тулыланып, хәрби юлын дауам итә. Ҡурҡыу белмәҫ һалдат артабан да күп алыштарҙа ҡатнаша. Нурулла Шәйҙуллинды яу елдәре Польша, Чехословакия, Германия, Венгрия ерҙәре аша үткәрә: Урал егете уларҙы азат итеү өсөн батырҙарса һуғыша.
Данлы Еңеүҙе һалдат Берлинда ҡаршылай. Һуғыш бөтөү менән ике тапҡыр яраланғандарҙы демобилизациялау башлана. Нурулла Шәйҙуллин, өс тапҡыр яраланһа ла, госпиталгә бер генә мәртәбә мөрәжәғәт итә. Шунлыҡтан уның яу юлы туҡталмай: хәрби хеҙмәтен дауам итеү өсөн тәүҙә Чехословакияның Раковник ҡалаһына, һуңынан Венгриялағы Ходервар ауылына ебәрелә. 1950 йылға тиклем Германиялағы Альтес лагерында, Ютербог, Луккенвальде ҡалаларында хәрби бурысын үтәй.
— Минең өсөн һуғыш 1950 йылда ғына тамамланды. Тарихта “һалҡын һуғыш” исеме менән урын алған сәйәси ваҡиғалар ҙа беҙҙең өсөн ҡыҙыу булды, — тип иҫкә ала ветеран.
1950 йылдың 20 ғинуарында СССР Министрҙар Советы 1925 йылғы яугирҙәрҙе демобилизациялау тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм Нурулла Шәйҙуллин августа тыуған Ҡалтасы районына ҡайтып төшә.
— Шулай, Башҡортостаныбыҙға ҡы­уанышып ҡайтып барабыҙ. Поезд Калининградта туҡтаны. Станцияла көнбағыш һатып ултырған әбейҙәрҙең: “Эх, балаҡайҙар, һеҙҙе тағы ла һуғышҡа алып китеп бараларҙыр инде, Корея һуғыш башлаған, тип һөйләйҙәр бит”, — тигән һүҙҙәрен ишеттек. “Әллә ысынлап та һуғышҡа алып китеп баралармы икән?” — тигән уй килде башҡа. Бәхеткә күрә, тыныс тормошҡа юлланыуыбыҙ хаҡ булды”, — тип хәтер йомғағын һүтә ине Нурулла бабай.
Нурулла Шәйҙуллин II һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры ине. Шанлы йылдар шаһиты булып, уның күкрәген шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Берлинды алған өсөн”, “Праганы азат иткән өсөн” миҙалдары биҙәне. Ә “Иң яҡшы артиллерист” билдәһен 1947 йылда алған. Ул – азат ителгән Германия ерҙәрендәге хәрби хеҙмәт иҫтәлеге.
1951 йылда һөйгән ҡыҙы Дөләгә өйләнеп, тормош ҡороп ебәрә Нурулла Шәйҙуллин. Донъяларына йәм өҫтәп, бер-бер артлы өс балалары – Зөләйха, Марат һәм Азат — донъяға килә.
Батыр яугир тыныс тормошта ла фронтовиктарса хеҙмәт итә. 1951 йылда — Бөрө кооператив училищеһын, 1957 йылда ситтән тороп Өфө кооператив техникумын тамамлай, юғары белемде КПСС Өлкә комитетының Юғары партия мәктәбендә ала.
Нурулла Шәйҙуллин үҙенең һуғыштан һуңғы хеҙмәт юлын Ҡалтасы районының сауҙа тармағында эшләй башлай. Тауар белгесе, ойошма бүлеге инструкторы, райпо рәйесе, “Востокнефтепроводстрой” тресы ОРС-ының Нефтекама бүлеге етәксеһе вазифаларын башҡарып, 1986 йылда хаҡлы ялға сыға.
Нурулла бабай хеҙмәт ветераны ине. Уға бирелгән маҡтау ҡағыҙҙары һанап бөткөһөҙ. Бындай хөрмәткә, һис шикһеҙ, Ватанын, туған халҡын ысын йөрәктән яратҡан кешенең генә өлгәшеүе мөмкин.
БДУ-ның Нефтекама филиалында үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре менән йыш осрашты ветеран. Уларға теләктәрен, аҡыллы кәңәштәрен еткереп торҙо. “Ихтыяр көсөн бер ваҡыт та юғалтмағыҙ, рухи, физик ныҡлыҡ өҫтөндә даими эшләгеҙ”, – тиер ине ул. Ҡатыны Дөлә Ғәлекәй ҡыҙы менән балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып, донъяға ҡот өҫтәп йәшәне Нурулла Шәйҙуллин. Бына бишенсе көҙҙө һинһеҙ ҡаршылаһаҡ та, изге рухың, нурлы йөҙөң беҙҙең менән, утты-һыуҙы кискән Уҙаман!

Гөлфирә БАЙБУЛАТОВА,
филология фәндәре кандидаты.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872