Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҫемлектең йәне бармы?
Һуңғы осорҙа ғалимдар серле донъяның бығаса бигүк телгә алырға ярамаған хикмәтле яҡтарын үҙҙәре үк таный башланы. Әлбиттә, был ҡыуаныслы хәл.
Ошоға бәйле минең дә оҙаҡ йылдар йәнемә тынғылыҡ бирмәгән бер мәсьәләне күтәргем килә.
Үҫемлектәрҙең йәне бармы? Улар уйларға, кисерергә һәләтлеме? Тәү ҡарамаҡҡа, әлеге һорау көлкө кеүек тә тойолалыр. Нисәмә быуаттар йәнһеҙ, телһеҙ, хис-тойғоһоҙ иҫәпләнеп килгән сәскә-үлән ҡайһылайтып бошонһон, ҡайғырһын, һағынһын, ти...
1986 йылда беҙҙең ғаилә Сибайға күсте. Минең элекке эш бүлмәмдә ваҡ ҡына аҡ сәскәле, сәнскеле гөл тороп ҡалды. Командировкала оҙағыраҡ йөрөп ҡайтһам, йә булмаһа һыу һибергә онотһам, эргәһенән үтеп барғанда гөл ҡапыл ғына берәй ботағын минең яҡҡа ташлай ҙа ҡулымды сәнсеп ала торғайны. Был хаҡта мин кемгә лә булһа өндәшергә ҡыйманым, беҙ бит ғәҙәти булмаған хәл-ваҡиға хаҡында һөйләргә ҡурҡабыҙ: йә тиле тип белерҙәр, йәнәһе.
Шулай, ярты йыл самаһы ваҡыт үткәс, бер килгәнемдә редакцияға индем. Бүлмәлә теге гөл юҡ ине.
— Һин күсенеп, бер аҙна ла үтмәне, гөлөң үҙенән-үҙе шиңә башланы, — тип һөйләне миңә ул саҡта район гәзитендә корректор булып эшләгән Надежда Детинина. — Һыу ҙа һиптем, төбөн дә йомшарттым. Һине юҡһынып һулыны шикелле ул...
Тағы ун йыл ваҡыт үткәс, тағы шуға оҡшаш хәлгә шаһит булдым. Әсәйем гөл яратты. Айырыуса рауза гөлөн. Хәтеремдә, ҙур ағас йәшниктә ике метр бейеклектә сәй раузаһы үҫеп ултыра торғайны. Ул йыл әйләнәһенә ҡып-ҡыҙыл сәскәгә күмелер ине. Һыуыҡ ғинуар башында әсәйем мәрхүмә булып ҡалғас, гөл кинәт япраҡтарын һәлендерҙе, сәскәләрен ҡойҙо. Һәм бер нисә көн эсендә юҡҡа сыҡты.
Бер таныш ҡатын һөйләгәндәрҙән.
— Миңә йәшәү урынын алмаштырырға тура килде: кейәүгә сыҡтым. Күсенгәндә тиҫтәләгән гөлөмдө лә ҡалдырманым, — тигәйне ул. — Элек тәпәшәк кенә ҡараңғыраҡ өйҙә йәшәй инем, шуға ҡарамаҫтан гөлдәрем матур булып үҫте. Яңы йортта яҡтыраҡ та, иркенерәк тә ине. Ләкин гөлдәр берәм-берәм ҡорой башланы. Нисек кенә тырышһам да, береһен дә ҡотҡарып ҡала алманым. Беләһеңме, улар бит ғаилә ыҙғышынан шулай юҡҡа сыҡҡан, сөнки ирем менән һис кенә лә татыулығыбыҙ булманы, тынышып йәшәй алманыҡ...
Хәҙер ғалимдар сәскә-гөлдәрҙең торлаҡты саңдан, насар һауанан таҙартыуын ғына түгел, бәлки, алама уй-кисерештәрҙән дә арынырға ярҙам итеүен таный. Баҡтиһәң, гөлдәр ҡысҡырыныуҙы, ыҙғышты, алдаҡты күтәрә алмай икән.
Талғын, моңло көй аҫтында ағас ҡыуаҡлығының да һәйбәт үҫеүен, ярһыулы рок музыканан, киреһенсә, әлһерәүен, үҫә алмауын да беләбеҙ.
Киләсәктә үҫемлектәрҙең дә беҙ белмәгән серле үҙенсәнлектәре асылыр әле.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә