Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өс дуҫтың концерты
Өс дуҫтың концертыТиҙҙән республикабыҙҙа үтәсәк концертты ошолай атар инем. Дөрөҫөрәге, “Каруанһарай” фольклор-эстрада төркөмө, “Ялла” вокаль-инструменталь ансамбле һәм “Салауат” йыр театры
башҡортостандар өсөн күңелле ял сәғәттәре әҙерләй.
Әйткәндәй, улар ойошторасаҡ концерт 29 февралдә һәм 1 мартта “Нефтсе” мәҙәниәт һарайында, ә 2 мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһының мәҙәниәт һарайында була.
Әҙ генә тарихҡа күҙ йүгертәйек. Бынан 20 йыл элек, йәғни 1992 йылда “Каруанһарай” һәм “Ялла” йырсылары “Азия тауышы” тигән халыҡ-ара музыкаль конкурста таныша, шунан бирле ике аралағы дуҫлыҡ ошо көнгәсә дауам итә. Шунда улар берлектә күңелле кисә үткәреү хаҡында һүҙ ҡуйыша. Мәҫәлән, 1998 йылда Фәррух Закиров ижадташ дуҫтарын Үзбәкстанға саҡырҙы, Сәмәрҡәндтә мосолмандар башҡорт йырҙарын тыңлап кинәнде. Алты йылдан һуң “Ялла” егеттәре Өфөгә килде. Унда уларға Татарстандан Салауат Фәтхетдинов та ҡушылды.
Ошо дуҫлыҡтың дауамы булараҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Татарстандың халыҡ артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған йырсы Салауат Фәтхетдинов “Йәйғор – дуҫлыҡ күпере” проектын тәҡдим итте. Шул көндән башлап, был өсәүҙең дуҫлыҡ ептәре нығынғандан-нығына.
Өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн әҙерләнгән концертта “Каруанһарай” төркөмө тәүге составында сығыш яһаясаҡ. Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әмир Тойғонов, Вилдан Яруллин, Мәхмүт Нәҙершин, элеккеләренән тыш, яңы йырҙарын да башҡарасаҡ. Ә бына “Ялла”ла 33 йыл инде шул уҡ йырсылар йырлап йөрөй. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан республикаларының халыҡ артисы Фәррух Закиров, шулай уҡ Аббос Алиев, Джавлон Тахтаев һәм Алишер Түләгәнов “Өс ҡоҙоҡ”, “Шахрисабз”, “Джиннуни” йырҙарын яңғыратасаҡ. Салауат Фәтхетдиновтың да һәр сығышы һоҡланғыс.
Үрҙә телгә алынған йырсылар халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыу йәһәтенән өлгө ул!
Әлфинә Ҡарағужина.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә