Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Егеттәре күкһел Уралдың барыр алға, алға, Еңеүгә”
Алайғыр ауылын таң ҡалырлыҡ матур болондар, көмөштәй ялтырап ятҡан күлдәр, икһеҙ-сикһеҙ урмандар уратып алған. Бейек урында урынлашҡанға күрә, йорттары ла алыҫтан уҡ күренеп, һине сәләмләп тора. Был — минең атайым Нурислам Нәзировтың тыуған төйәге.

Ошо ауылда атайымдың бала саҡ йылдары уҙған. Уның бер туғандары Саҙ­рислам, Минислам, Әсҡәт, Әһе­лис­лам, Кашаф Нәзировтар ҙа шунда тәпәй баҫҡан, үҫкән, уҡыған, йәшәгән. Заманында атайым ике мәҙрәсә тамамлаған. Уның һөйләүе буйынса, ғәрәп, фар­сы һәм төрөк телдәрен яҡшы белгән. Балалар уҡытҡан. Партия сафына ингән. Үтәгән ауылының Хөббиямал исемле ҡыҙына өй­лә­неп, матур һәм оҙон ғүмер кисер­гәндәр. 67 йыл бергә татыу йә­шәп, алты бала тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Тыныс тормошта йәшәп ятҡан­да ҡәһәрле Бөйөк Ватан һу­ғышы башланып китә. Ил өҫтөнә ауыр ҡайғы килә. 1941 йылда атайым­ды башҡа ауылдаштары менән һуғышҡа алып китәләр. Ә 1942 йылда ҡарлы Волхов урмандарында аяғы ҡаты яралана. Гос­питалдән һуң уны өйгә ҡай­та­- ра­лар.
Төйәгенә әйләнеп ҡайтыуына ҡыуанырға ла өлгөрмәй, улдары (ағайымдар) Барый һәм Рауил үҙ теләктәре менән фронтҡа китә. Береһе – пулеметсы, икенсеһе бүлексә командиры (десантсы) бу­ла. Уларҙың, дошман­дар­ҙы пулеметтан “бесән сапҡан” кеүек са­ба­быҙ, фашисты үҙ өңөндә дө­мөк­төрәсәкбеҙ, көтөп алған Еңеүгә лә күп ҡалманы, тигән ышаныс менән һуғарылған өс мөйөшлө хаттары бер-бер артлы килеп тора. (Һарғайып бөткән шул хаттарҙы әсәйем һаҡлаған). Йыл һайын 9 Майҙа уларҙы ағайым­дарҙың фотоһүрәттәре менән йә­нәшә ҡуя торғайны. 1945 йылдың сағыу ҡояшлы марты бер-бер артлы ике ҡот осҡос хәбәр — “ҡара ҡағыҙ”ҙар алып килә: “Улығыҙ Совет иле азатлығы һәм бойон­дороҡ­һоҙлоғо өсөн көрәштә батырҙарса һәләк булды”.
Германия ерендә иҫәпһеҙ-һанһыҙ һалдат ҡәберлектәре эргәһендә тағы ла ике ҡалҡыулыҡ үҫеп сыға... Ул саҡта атайыма һәм әсәйемә нисек ауыр булғанын хәҙер аңлайым.
Атайымдың туғаны Минислам һуғышҡа тиклем Мәскәү өлкәһенә ҡараған Ры­бин­скиҙағы хәрби заводта подполковник дәрәжәһендә хеҙмәт итә. Немецтар Мәскәүгә яҡынлашҡас, хөкүмәт ҡарары менән был заводты тиҙ арала баш ҡалабыҙ Өфөгә эшелондар менән эвакуа­циялайҙар. Станоктарҙы асыҡ һа­уала монтажлайҙар. Улар фронт өсөн кәрәкле деталдәрҙе сығара башлай.
Саҙрислам 1899 йылда тыуған. Һуғышҡа тиклем Фатима исемле ҡыҙға өйләнә. Ул яуҙа 8-се кавалерия дивизияһында һуғыша. 1943 йылдың 9 сентябрендә Смоленск өлкәһенең Старые Луки ауылы янындағы алышта герой­ҙарса һәләк була.
Атайымдың тағы бер ҡустыһы Әсҡәт Башҡортостанда Дим стан­цияһында ойошторолған Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын­да командир була. Ул һуғышҡа китер алдынан командованиенан рөхсәт алып, аты менән Алай­ғырға ҡайта. Урам ҡапҡаһынан атын һикертеп кенә инә. Һуңынан хушлашып, шулай уҡ китеп тә бара.
Ватаныбыҙҙың азатлығы өсөн ҡанлы алыш башлана. Эскадрон командиры, дошманды ҡурҡытыу ғына етмәй, уны юҡ итергә кәрәк, ти. Шул ваҡытта ағастар ара­һынан өлкән лейтенант Әсҡәт Нәзиров килеп сыға. Ул артиллерия разведкаһы яһап йөрөгән була. Күптәнге дуҫы Низамовҡа ҡул биреп: “Беҙ хәҙер һеҙгә юл асасаҡбыҙ”, — тип әйтә лә ағас­лыҡтар араһына инеп китә. Күп тә үтмәй ҡапыл ер һелкенеп ҡуя, артиллерия-миномет дивизионы үҙ эшен башлай. Был һуғышта кавалеристар, Тыуған илебеҙҙең биш километр ерен дошмандан яулап алып, бер ҙур ауыл халҡын ҡоллоҡтан ҡотҡара.
— Әсҡәт! Әсҡәт! – Политрук Низамов йығылған иптәшенең баш осона килеп битен һыйпай, әммә уның тәне һыуынған була.
Хәрби заданиены үтәгәндә геройҙарса һәләк булған артиллеристы ҙур хөрмәт менән ерләйҙәр. Ул хәрби белемле, уңған һәм бик сос була. 1937 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә.
Мәрхүмде ерләгән көндә политрук комсомолдар менән осраша, уларға Нәзировтың көндәлегендә яҙылғандарҙы уҡый. Унда эпиграф урынына түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙған: “Туғандар, бер аҙым да артҡа сигенмәҫкә. Һуңғы тамсы ҡан һәм һуңғы патрон ҡалғансы көрәшергә!”
— Шулай итеп, иптәштәр, һеҙҙе пат­риот коммунистың йөрәк һүҙҙә­ре менән таныштырырға уйланым. Кисә уны һуғыш яланында күрҙегеҙ. Ул артиллеристарға коор­­динаттарҙы теүәл күрһәтте. Аҙаҡ беҙҙең менән дошманға ҡаршы һөжүмгә ташланды, өс фашист этен дөмөктөрҙө, бер пулеметты баҫып алды. Мин, Ҡыҙыл Армияла өс йыл бергә хеҙмәт иткән дуҫымдың һүҙҙәрен ҡабат­лап, шуны ғына әйтәм: башҡорт атлыһы бар ерҙә дошман булыр ҡәберҙә.
Мәрхүмдең көндәлегендә ши­ғыр­ҙар яҙылған:

Илебеҙҙең, Тыуған еребеҙҙең
Һәр ҡоласы өсөн көрәшеп,
Үлербеҙ беҙ, ләкин
сигенмәбеҙ,
Фашист пуляһына бирешеп.

Егеттәре күкһел Уралдың
Барыр алға, алға, Еңеүгә.
Улар ҡайтыр бөйөк дан менән
Башҡортостан — изге еренә!



Артабан мәҡәлдәр бирел­гән.

Башҡорт атлыһы бар ерҙә,
Дошман булыр ҡәберҙә.

Һин ҡылысты ныҡ тотһаң,
Фашист башын күп ҡырҡһаң,
Илең “маладис” тиер,
Бисәң нығыраҡ һөйөр...

Унан һуң йырҙар дауам иткән.

Ебәк тә генә билбау, ай,
бил күрке,
Батыр ҙа ғына егет ил күрке.
Батыр ҙа ғына егет,
ай, булмағас,
Ерҙә йәшәүеңдең ни күрке?

Әһелислам — атайымдың бишенсе туғаны. Ул 1921 йылда тыуған. Күҙгә зәғиф, һуҡыр була. Үҫеп еткәс, уны Ефремкин ауылында урынлашҡан һуҡырҙар йәмғиәтенә урынлаштыралар. Ул бында һарыҡ йөнөнән быйма баҫыу, шул уҡ ваҡытта аттарға ябыу өсөн йүкәнән септә һуғыу һөнәренә өйрәнә. Үҙ продукцияларын 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына ебәрәләр. Һуғыш бөткәс, шул йәмғиәтте Стәрле­та­маҡ ҡалаһына күсерәләр. Әһелислам шунда эшләй, өйләнә.
Ағайым Кашаф иһә 1929 йылда тыуған. Бала сағы һәм йәшлеге ауыр һуғыш йылдарына тура килеүенә ҡарамаҫтан, сәнғәт училищеһын тамамлап, Ауырғазы колхоз-совхоз театрында эшләй. Артабан ғүмеренең аҙағына тиклем үҙен М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына бағышлай, “Башҡор­тостандың халыҡ артисы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола

Баймаҡ районында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале ойошторола 20.08.2025 // Йәмғиәт

6 сентябрҙә Баймаҡ районының Граф күле янында дүртенсе тапҡыр «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 16

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 16

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда, ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, йылы һауа торошо фаразлана, тип хәбәр итә Башгидромет...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды...

Тотош уҡырға 22

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 25

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола...

Тотош уҡырға 34

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне 18.08.2025 // Йәмғиәт

Вәзит Рәжәпов – совет сауҙаһы отличнигы, Жуков миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән....

Тотош уҡырға 22

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған...

Тотош уҡырға 23

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 36

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 44