Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Туҙып бөткән өскөл хаттар...
Дүртенсе хат

“Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.
Ҡәҙерле һәм хөрмәтле әсәйем! Һиңә һәм Сәбилә, Сәмсиниса ҡарындаштарыма, Ҡотлоғәлләм ағай менән еңгәйгә һәм дә Маһинур еңгәйемә, уларҙың тотош өй эсенә айырмайынса күп сәләм. Мин, әсәй, һеҙҙең 13 сентябрҙә яҙған хатығыҙҙы алып уҡып, бик ҡыуандым. Хәлегеҙҙе белгәс, үҙегеҙҙе күреп һөйләшкән кеүек булдым. Сәбилә ҡарындаш калдаущик булып эшләй тип яҙғанһығыҙ. Ул унда нисек эшләй? Булдыра алырмы икән? Ярай, тырышһын. Ҡотлоғәлләм ағайым ҡайһылай ранен булып ҡайтҡан? Күп буламы ҡайтҡанына? Шуны айырып яҙығыҙ. Әсәй, мах бирмәй донъя көтөргә тырышығыҙ. Минең теләк шул. Картуфығыҙ уңдымы? Бер ҡаҙағын да һатмағыҙ, йәме, үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр бит. Шул минең яҙа торған һүҙ.
Инде минең хәлгә күсәйек. Уйын ҡаты. Саңғынан төшмәй йөрөйбөҙ, ҡара ерҙә өйрәтәләр. Мин үҙем автоматсы. Ун көн уйнайбыҙ ҙа 50 — 80 километрға поход. Йоҡо юҡ. Бында беҙ декабрь аҙаҡтарына тиклем торорбоҙ, тиҙәр. Минең өсөн ҡайғырмағыҙ, һау булһам, бер ҡайтырмын әле. Хуш, хуш, һау булығыҙ. Улың Сәмей. Хуш, Ҡотлоғәлләм ағай, хуш.
Ҡазан ҡалаһы, п/я 925/10.
1942 йыл, 22 сентябрь”.
Хаттың бер мөйөшөнә “Просмотрено военной цензурой. Казань, 72” тигән штамп баҫылған. Тимәк, цензура бик ҡаты булған, хатта латин хәрефе менән яҙылған хаттарҙы ла уҡығандар. Шуға күрә лә олатайым армия тормошо тураһында бик яҙып бармағандыр.

Бишенсе хат

“Хат башы, яҙығыҙ ҡаршы.
Ҡәҙерле әсәй! Һине һағынып, бер ҡайтып күрергә зар-интизар булып, күптән-күп сәләмдәр ебәреп ҡалыусы улың Сәмей. Ике ҡарындашыма, Сәрбиямал апайыма бик күп сәләм. Нурфәйез менән Салауатты ҡайтып күреп, тупылдатып бер һөйөргә ине. Ҡотлоғәлләм ағайыма, уның ғаиләһенә, Маһинур еңгәйгә күп сәләм. Сәләм һуңында, әсәй, һеҙҙең хәлгә күсәйек. Шәп кенә тораһығыҙмы әле? Ашау-эсеү яғы нисек? Калхуз әҙерәк кенә булһа ла ярҙам итә аламы? Иген уңмаһа, бик ҡыйындыр инде ашау яғы. Сәбилә ҡарындаш һаман да калдаущик булып эшләйме? Бик насар урында эшләй икән, әсәй. Йәш бит әле. Бик опасный урын. Икенсе эш юҡмы ни?
Әсәй, һыйырығыҙ бармы? Уны ашатырға бесән саба алмағанһығыҙҙыр инде. Апайым (Сәрбиямал) ауырымаймы? Ул нимә эшләй? Еҙнәйемдән хат бармы, ул нисек?
Әсәй, һеҙҙең имен-һау йәшәүегеҙҙе теләп, үҙемдең хәлде белдерәм. Мин үҙем бик шәп кенә йөрөп ятам әле, ауырып-һыҙланғаным юҡ. Һаман да уйнайбыҙ. Көнө-төнө саңғыла, покой юҡ. Йоҡо тигән нәмәне оноттоҡ. Тулы хәрби обмундированиела поход та поход. Көнөн дә, төнөн дә. Бик ҡыйын. Ҡыйын булһа ҡалайтаһың, йөрөйһөң инде. Яңы йылды билдәләгән булдыҡ. Лекция уҡынылар. Ун километрға ярыштыҡ. Мин алда килдем. Бүләк итеп ҡулъяулыҡ биргән булдылар. Әсәй, беҙҙе оҙаҡлатмаҫтар инде. Мине уйлап ҡайғырма, мин дә, һау булһам, бер әйләнеп ҡайтырмын әле, һаулыҡ кәрәк. Белмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
Имен-һау тороуығыҙҙы теләп, һүҙемде бөтөрәм. Хуш-һау булығыҙ. Хуш, хуш, әсәй. Әсәй, ҡустылар һәм ҡарындаштар!
Һорау: Мифтах ҡустынан хат бармы? Кемдәр ҡайтты, кемдәр... юҡ. Шуны яҙығыҙ.
Мисәт: ТАССР, Ҡазан.
1943 йыл, 2 ғинуар.”
Бер асылып китеп һөйләшеп ултырғанда мин Сәбилә апайыма олатайым ҡуйған һорауҙы бирҙем: “Башҡа эш юҡ инеме ни?”
– Беҙҙән кем генә һорап торһон. Берсиҙәтел әйткәс, әсәйем дә, ауыр эш түгел, бар, тигәс, эшләнем дә киттем. Тик ултырған икән был тип уйламағыҙ, колхоздың бөтә ауыр эшенә лә йөрөнөм. Өҫтөмә өҫтәлмә ауыр яуаплылыҡ ҡына алғанмын. Аҙаҡ ҡына белдем: ул эшкә бер кем дә риза булмаған икән. Бәлки, кулак ҡыҙы тип, мине юрамал ҡушҡандарҙыр.
– Нисек булды һуң ул?
– Келәт булған нәмәнең нигеҙе юҡ, дүрт мөйөшөнә түңгәк кенә ултыртып буралған алама ине. Аслыҡ йылында ни, берәүһе аҫтан шыуып инеп, иҙән булған нәмәне бырау менән тишкән дә ағыҙып урлап тик йөрөгән. Яҙ үлсәп ҡараһаҡ, орлоҡ етмәй. Ун йылға хөкөм иттеләр. Колымала ултырҙым... Берсиҙәтел, ҡыҙыңды миңә бирһәң, ҡотҡарырмын, тип сөсө телләнгәс, әсәйем ҡушып та ҡараны, ярҙамы теймәне. Ярҙам итә алмаҫын белгәндер, уңай ваҡыттан файҙаланып ҡалырға уйлағандыр, тип уйлайым.
– Колыманың ҡайһы тирәһендә ултырҙығыҙ?
– Магадан өлкәһе, Ягодный районының Спорный исемле ҡасабаһында. Ул ҡасаба хәҙер бөткән.
– Коля менән Валяның атаһы менән дә шунда таныштығыҙмы?
– Шунда. Һөйләһәң — һүҙ... Ярай, һөйләйем инде. Беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһенә ҡаршы ғына ирҙәр төрмәһе бар ине. Тәртип ҡаты булды, осрашырға ирек бирмәнеләр. Бер ваҡыт беҙҙе төрмә биләмәһенән сығарып уҡ теҙеп ҡуйҙылар ҙа... ирҙәр төрмәһен асты ла ҡуйҙылар. Ни уйлап улай ҡыланғандарҙыр, мин хәҙер ҙә аңламайым. Йылдар буйы ҡатын-ҡыҙ наҙы күрмәй ғазап сиккән ирҙәр, яу һалып, беҙгә ташланмаһынмы... Эш хөрт икәнен һиҙгәс (ҡайҙа ҡасаһың — ҡасып ҡотолорлоҡ ер юҡ), мин ниңәлер:
– Кто из Башкирии? Есть кто из Башкирии? — тип ҡысҡырып өлгөрҙөм. Павел мине ҡосаҡлап алды ла берәүгә лә бирмәне. Миәкә сыуашы булып сыҡты.
– Шунан?
– Шунан 1947 йылда — Коля, 1950 йылда Валя тыуҙы. Матур, татыу йәшәнек. Павел өлкәнерәк ине. Ҡайтҡас, Миәкәгә барып балаларымды күреп киләм, Өфө тирәһендә эш тапҡас, һине килеп алырмын, тип сығып китте лә юғалды. Көттөм-көттөм дә киттем Миәкәгә эҙләргә. Балалары күп булған икән. Әбейе өйөнә индермәне, Павелды һөйләшергә лә сығарманы.

***
Был Сәмиғулла олатайымдың һуңғы хаты булды. Шунан уның менән элемтә бөтөнләйгә өҙөлә. Нимә булғанын бер кем дә белмәй. “Сәмиғулла Хөснитдин улы Әхмәров, 1919 йылғы, 1943 йылдың март айында хәбәрһеҙ юғалды”, тигән кеше күтәргеһеҙ ауыр хәбәре генә килә. Шулай итеп, Сәмиғулла олатайым Ҡотлоғәлләм ағаһының һуғышта I төркөм инвалиды булып ярым үлек хәлдә ҡайтып йығылғанын да, Мифтах ҡустыһының 1942 йылда уҡ хәбәрһеҙ юғалғанын да, 16 йәше лә тулмаған Сәбилә ҡарындашының ҙур бәләгә тарығанын да ишетмәй...
Егет үҙе үлһә лә, һүҙе ҡала, тиҙәр. Шуны раҫлар өсөн миллиондарса ҡорбан араһында юғалып ҡалған яугир олатайымдың яу яланынан яҙған хаттарын, йылдар төпкөлөнән сыҡҡан бер ауаз булһын тип, һүҙмә-һүҙ тигәндәй күсереп һеҙгә еткерҙем.





(Аҙағы. Башы 184-се һанда).


Автор: Фәрит ӘХМӘРОВ. Район: Йылайыр районы, Аралбай ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде 21.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана 21.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы аҙна аҙағына тиклем һаҡлана...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты 20.09.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә 101 йәшлек фронтовик Герман Федин һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән

Өфөлә башҡорт телендә бюллетендәр етмәгән 19.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡаланың Совет районындағы 414-се участка һайлау комиссияһында был проблема тиҙ арала хәл ......

Тотош уҡырға 2

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ

Топорниндар йорто «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек» маршрутының бер өлөшө буласаҡ 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 19 сентябрҙә Кушнаренко районы буйлап эш сәфәре барышында ......

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ишле ғаилә һайлауҙа ҡатнашты...

Тотош уҡырға 2

Республикала иң йәш һәм иң оло күҙәтеүсенең йәше билдәле булды
Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә 19.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Ташкентта йәшәүселәр тауыш бирә...

Тотош уҡырға 2

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны һайлауға ҡыҙы менән килде...

Тотош уҡырға 1

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана 19.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала «Рәхмәт» акцияһы һайлаусылар араһында популярлыҡ менән файҙалана...

Тотош уҡырға 3

Радий Хәбиров Ленин исемендәге паркта фонтандарҙың ниндәй булырын күрһәтте
Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай 18.09.2026 // Йәмғиәт

Республикала киләһе йылдан герой әсәләргә 1 миллион һум аҡса түләнә башлай...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә