Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Иртәнән кискә ҡәҙәре яңғырай хеҙмәт йыры
Иртәнән кискә ҡәҙәре яңғырай хеҙмәт йыры – Әйҙәгеҙ, беҙҙең игенселәр менән яҡындан танышып ҡайтайыҡ, – тип машинаһына әйҙүкләне
М. Гәрәев исемендәге кооператив рәйесе Әнис Ғарипов. – Бына көн аяҙытып ебәргәс, дәртләнеп эшкә тотондолар, берәүҙәре ашлыҡ һуға, икенселәре бушап ҡалған баҫыуҙарҙы йәнә сәсеүгә әҙерләй. Шулай үтә инде колхоз кешеһенең көнө, йыл әйләнәһенә эштән туҡтаған юҡ.
Хужалыҡ үҙәге Бишҡурайҙа урынлашҡан, ул өс бригаданан тора. Барлығы 4 мең 400 гектар һөрөнтө еребеҙ бар.


Иртәнән кискә ҡәҙәре яңғырай хеҙмәт йырыЙәшәй белә илештәр! Буш ятҡан, ҡый үләндәре ҡаплаған ташландыҡ баҫыуҙарҙы күрмәҫһең бында. Эшләгәс, донъялары ла матур. Район етәкселәре хеҙмәт кешеһенең ҡәҙерен белә. Мәҫәлән, ураҡ осоронда бығаса бер төбәктә лә махсус гәзит сығарған­дарын күргән юҡ ине. Бында иһә әле “Мәғлүмәти бюллетень” баҫмаһының алты һаны донъя күргән. Унда республика, район яңылыҡтары баҫылған, ашлыҡты яҫмаларға һалыу, һуғыу, ташыу, ужым культураларын сәсеү буйынса алдынғыларҙың исемлеге бирелгән. Гәзиттең иң аҙағында “Хөрмәтле игенсе! Көҙгө баҫыу эштәрен уңышлы башҡарып сығыу һеҙҙең тырышлыҡҡа, оҫталыҡҡа, намыҫығыҙ­ға бәйле. Алда торған бурысты үтәү өсөн барлыҡ көсөгөҙҙө һалырһығыҙ һәм илебеҙ алдында йөҙө­бөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәҫһегеҙ, тип ышанабыҙ! Ныҡлы сәләмәтлек, һаулыҡ һеҙгә” тигән юлдарҙы уҡығас, кемдең эшкә дәрте уянмаһын инде! Булдыра бит илештәр! Совет осорондағы хеҙмәт кешеһенә булған ихтирам, хөрмәт бында тулыһынса һаҡланып ҡалған.
Иртәнән кискә ҡәҙәре яңғырай хеҙмәт йыры– Һеҙҙә тап элеккесә! – тип һоҡланыуыбыҙҙы белдерәбеҙ.
– Әтеү! Иген үҫтереүсе әүәл-әүәлдән ауыр, маҡтаулы һөнәр булған, – тип һүҙен дауам итә Әнис Әхмәтнәғим улы. – Тәбиғәттең көйһөҙлөгө менән көрәшә-көрәшә ашлыҡ үҫтерә ул. Заманалар үҙгәрҙе, башҡа ерҙә улай түгел тип, ниңә әле беҙ матур йолаларҙы оноторға тейеш? Игенселәр алдында концерттар ҡуябыҙ, алдынғыларҙы даими билдәләйбеҙ, вымпел тапшырабыҙ, конвертҡа һалып премия бирәбеҙ, урындағы телевидение аша күрһәтәбеҙ.
Ул арала “Беларусь” тракторында һалам төргәкләнгән ба­ҫыуға килеп туҡтаныҡ. Эште Ришат Моратов башҡара икән. Хужалыҡтағы һәр кемдең хеҙ­мәт юлын биш бармағындай белгән Әнис Әхмәтнәғим улы уның менән:
– Утыҙ һигеҙенсе йыл механизатор булып тир түгә, шәп егет, – тип таныштырҙы. – Көнө­нә 100 төргәк яһарға тигән бурыс ҡуйғайныҡ, шуны арттырып үтәй, хатта ҡайһы ваҡыт 150-гә еткерә. Берәүһе өсөн 12 һум 50 тин түләйбеҙ. Һәр кем нормаһын яҙып бара, шулай булғас, эш хаҡының күпме буласағын тоҫмаллап, дәртлә­неп эшләй.
Хужалыҡ етәксеһе Ришаттан:
– Былтыр йәй күпме аҡса эшләнең әле? – тип һораны.
– 90 мең һум! – тип яуапланы ҡыуанысы йөҙөнә яҙылған тракторсы.
Быйылғы һауа торошо ауыл эшсәндәре өсөн үҙе бер һынау булды. Игенсегә аяҙ көндөң һәр минуты ҡәҙерле. Тракторы яғы­на ҡарап-ҡарап алған, йәнә эшкә тотонорға әҙер торған Ришат менән һаубуллашып, юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
– Колхозсылар күңел һалып, бирелеп эшләһен өсөн иң тәүҙә уларҙың үҙен хәстәрләргә кәрәк, – ти Әнис Әхмәтнәғим улы. – Малыма аҙығым юҡ, нисек ҡышлар икән, тип үртәлеп йөрө­гән кешенән ниндәй һөҙөмтә көтәһең? Шуға ла төргәкле һаламды, бесәнде уңғандарҙың ихатаһына уҡ илтеп ҡуябыҙ.
Иртәнән кискә ҡәҙәре яңғырай хеҙмәт йырыЮлыбыҙ ужым баҫыуы аша бара. Һуңғы ямғырҙарҙан һуң ул йәм-йәшел булып ята. Етәксе былтыр ужымдың күпләп һәләк булғанына әсенеп алды. Ә инде көнбағышты февралдә йыйыуҙары тураһында ғәжәп итеп һөйләне:
– Көҙ ямғыр туҡтамау сәбәп­ле, баҫыуға кереп булманы. Бер аҙ туңдырғас йыяйыҡ тиһәк, көнбағыш һыу менән бергә туң­ғайны. Баҫыу аша үткәндә эре-эре емештәрҙе ҡоштар ашап кинәнгәнен күреп, йөрәгем һыҙ­лай ине. Ҡар аҙ булғас, көн­бағышты февралдә йыйып, унан бер миллион һумдан ашыу килем алдыҡ.
“Т-150” тракторында ерҙе сәсеүгә эшкәртеп йөрөгән Илгиз Мирсаяповты фотоға төшөрөп алдыҡ та артабан киттек. Зәбир Мусин менән Рәфис Кәлимул­линды күп йыллыҡ үлән сабып йөрөгәндәрендә тап иттек.
– Тәү сапҡанда харап шәп булғайны, әле ҡайтышыраҡ, шулай ҙа матур, – тине егеттәр.
– Икеһе лә – ветеран, 30 йылдан ашыу тракторҙа эшләйҙәр, – тине улар хаҡында кооператив етәксеһе.
Кукуруз баҫыуы аша үткәндә һуңғы ваҡытта ил етәкселегенең был төр культураны үҫтереүгә етди иғтибар биргәне иҫкә төштө. 400 гектар ерҙе биләй ул.
Йәйрәп ятҡан иген баҫыуы таҙалығы менән һоҡландырҙы. Уңыш нисек? Зарланырлыҡ тү­гел­ме? Күп көс һалып үҫте­рел­гән хеҙмәт бушҡа түгел­мә­гәнме? Һәр кем ошо хаҡта уйлана. Иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә ҡырҙан ҡайтып инә белмәгән баш агроном Ришат Баһманов, бригадир Әғләм Хәсәнов та баҫыуҙа ине.
– Бер нисә көндән ураҡты теүәлләрбеҙ тип торабыҙ, – тине улар. Рәсүл Сәйетов менән Шамил Нуруллин “Палессе” комбайнында бойҙай уралар. Водитель Әнүәр Ҡорбанов аш­лыҡты тейәп, ырҙын табағына юл алды.
…Бер баҫыуҙа иген йыялар, икенсеһендә мал аҙығы туп­лай­ҙар, өсөнсөһөндә киләһе йылға ҡыҙыу әҙерлек бара. Хеҙмәт сәме, дәрте булғас, етәкселәр тарафынан хәстәрлек тойғас, барыһының да кәйефе күтә­ренке. Ул арала төшкө аш әҙерләгән ашнаҡсыларҙың тауышы яңғыраны:
– Егеттәр, тамаҡ ялғап алайыҡ!





Автор: Венер ИСХАҠОВ. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә