Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өмөт сатҡыһы һүнмәгән әле...
Өмөт сатҡыһы һүнмәгән әле...Миңә республикабыҙҙың Париж (Ҡыйғы районы), Швейцария (Бәләбәй), Венеция (Дүртөйлө) һәм башҡа ауылдарҙа булырға тура килде. Ә бына Йәрмәкәй районының Райман ауылында — беренсе тапҡыр.
Райман бәләкәй генә булһа ла, уға барыр юлдар әле өҙөлмәгән. Ғорур тауҙар итәгенә һыйынып ултырған 13 йортло йыйнаҡ, күркәм ауылдың һулышын тыңларға тип килдек беҙ бында. Ни рәүешле донъя көтәләр был яҡтарҙа? Тарихы Туймазы районының Иҫке Райман ауылы кешеләренә барып тоташа — нигеҙҙе нәҡ улар һалған.
Ауылға еҙ ҡыңғырау моңдарына уралып килеп инмәһәк тә, беҙҙе ҡышҡы хозур тәбиғәт ҡоласын йәйеп ҡаршы алды. Һулда — тауҙар, уңда — урман. Тәбиғәттең һәр миҙгеле үҙенсә матур, үҙенсә гүзәл. Ана шул сихри матурлыҡ күңелдәрҙе арбаны ла инде... Ауылға күтәрелгән киң юлдан килеп инеүе генә лә ни тора! Бында тәүге осрашҡан кешеләребеҙ Ғибәҙуллиндар ғаиләһе булды. Танышыуыбыҙ Мөхәммәтғариф ағайҙан башланды. Ул — ауылдың аҡһаҡалы, 88 йәш. Утты-һыуҙы кискән, төрлө яҙмыш һынауҙары үткән яугир. II группа Бөйөк Ватан һуғышы инвалиды Мөхәммәтғариф Хәлфетдин улы йәшәү менән үлем араһында тартҡылашҡан. Ҡара диңгеҙ буйындағы ҡаты алышта снаряд ярсығы уның башында тәрән яра ҡалдырған. Сочи ҡалаһы госпиталендә ике тапҡыр дауалана. Был ғүмерлек яра бөгөн дә һуғыш ветеранына тынғылыҡ бирмәй. Улай ғына ла түгел, Мөхәммәтғариф ағай фронттан бөтөнләй һөйләшә алмаҫ булып ҡайта. Күкрәген I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, башҡа миҙалдар биҙәгән ҡыйыу фронтовикты 1945 йылдың матур бер миҙгелендә тыуған ауылына хәрбиҙәр оҙатып килә. Аяҡ-ҡулы иҫән булған яугир оҙаҡ ял итеп ята буламы һуң? Тиҙҙән ул эшкә керешә. Ниндәйен генә башҡарырға тура килмәй уға! Ауыл халҡы менән бергә урманда ағас киҫеү, уны яндырып күмер етештереү, һуңынан 80 — 90 саҡрым йыраҡлыҡтағы “Абдуллин” станцияһына ат менән һатырға алып барыу — бөтәһе лә бер иңгә төшә.
Өмөт сатҡыһы һүнмәгән әле...Бер аҙ ваҡыт үткәс, Мөхәммәтғариф Ғибәҙуллин районда, һуңынан Йылан-Шишмә ауылында һатыусы булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Мосауира апай менән умарта ла тергеҙәләр. Уның балын баҙарға сығарып һатмайҙар, туғандарына, күршеләренә, дуҫ-иштәренә өләшәләр. Тора-бара умарта 20 күскә етә. Әлбиттә, ҡош-ҡорт, ишле мал аҫрайҙар.
Мосауира апайҙы тормош һуҡмаҡтары борма-борма юлдарға алып сыға: һабанда ла һайраша, ер тырмалауҙа ла ихлас ҡатнаша. Аслыҡ йылдарында серек бәрәңге тапҡанға ла һөйөнә улар. Тормошҡа сыҡҡансы, һуғыш осоронда Мосауира апай шаҡтай ғына йылдар ат ҡараусы булып эшләй, 50 баштан ашыу йылҡы уның ҡарамағында була.
1945 йылда Һыуыҡҡул ҡыҙы менән Мөхәммәтғариф ағай сәстәрен сәскә бәйләй. Ә бер уйлаһаң, сибәр, һөйкөмлө ҡыҙыҡай яҡшылап һөйләшә лә алмаған II группа инвалиды, әммә батыр ҙа, үткер ҙә егет менән тормош һуҡмағынан бергә атларға ризалыҡ бирә.
Эйе, кешенең тышҡы ҡиәфәтенә, физик мөмкинлегенә генә ҡарамайһың, уның күңел матурлығы ла бар бит әле. Мосауира апай иң тәүҙә Мөхәммәтғариф ағайҙың булдыҡлылығына, эшһөйәр булыуына иғтибар иткәндер. Ире дауаланғас, бер аҙ теле лә асыла төшә. Әйткәндәй, Мөхәммәтғариф Шәрифулла улы ауылда күп йылдар ҡымыҙ яһау менән шөғөлләнә. Телеңде йоторлоҡ был ризыҡты йәрмәкәйҙәр генә түгел, Бәләбәй районынан да, Ырымбур яҡтарынан да килеп алалар.
Һуғыш һәм тыл ветерандары Мосауира апай менән Мөхәммәтғариф ағай бормалы тормош һуҡмағынан бына 67 йыл бергә иңгә-иң терәп атлай. Донъялары етеш: йорттарында тәбиғи газ, эсәр һыуҙары бар, телефон да шылтырап тора — әле ҡыҙҙары, әле улдары, әле ейәндәре хәлдәрен белешә. Әйткәндәй, Ғибәҙуллиндар алты бала тәрбиәләп үҫтергән. Һәр ҡайһыһының үҙ донъяһы, үҙ һуҡмағы бар. Тик бына кесе улдары Сәйетғәленең генә ғүмер ебе иртә өҙөлә.
Күршеләре булып Флүрә апай менән Яхъя ағай Йыһаншиндар йәшәй икән. Элек улар Бәләбәй ҡалаһында ғүмер кисергән. Заманында икеһе лә көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү комбинатында итексе булып эшләгән. Йорттоң нигеҙен ҡоротмаҫҡа тип 1990 йылда ауылға ҡайтҡандар һәм отолмағандар. Йорт-ҡураны нығытҡандар, йәшелсә, еләк-емеш, бәрәңге ултыртып, ишле мал тотоп йәшәйҙәр.
Азат Сәлимов та ошо ауылда тыуған, ошонда үҫкән, балалыҡ, йәшлек йылдары ошонда үткән. Заманында ул Йылан-Шишмә ауылында колхоз бригадиры, ферма, склад мөдире булып эшләй. Лайыҡлы ялға сыҡҡас та эшләүен дауам итә. Ҡатыны Флүзә иһә һауынсы була, магазинда ла эшләй. Әле медпунктта йыйыштырыусы.
Хеҙмәт ветерандары бәләкәй ауылда ғүмер итеүҙәренә һис тә үкенмәй. Һәр йортҡа газ үткән, күпселегендә телефон, ҡоҙоҡ та бар. Медпункт эшләй. Ауыл халҡын Йылан-Шишмәнән килеп шәфҡәт туташы Галина Петрова хеҙмәтләндерә. Иң мөһиме — юлдар төҙөк, ҡыш таҙартыла. Райманға юлдар һәр саҡ асыҡ. Ауылға йыраҡтан — Сорғоттан ҡайтып төпләнгәндәр ҙә бар. Инкиндар ғаиләһе беренселәрҙән булып үрнәк күрһәткән. Зәйлә — сығышы менән ошо ауылдан, дауаханала эшләгән, тормош иптәше Владимир электрик, прораб вазифаһын башҡарған. Улар бында ике йәй эсендә үҙ ҡулдары менән ҡурсаҡ кеүек өй төҙөп ҡуйған. Йортта ҡала шарттары тыуҙырылған: газ, эсәр һыу, ванна, бәҙрәф, эҫе һыу... Теләһәң, иртә яҙҙан ҡараңғы көҙгә тиклем ерҙә ҡаҙын. Матур тәбиғәт ҡосағы, саф һауа, тыуған яҡ уларҙы үҙенә тартҡан. Тимәк, ауылдың киләсәге бөтөнләй юҡ түгел.
Эйе, донъя булғас, уның мәшәҡәттәре лә бар. Яҡын киләсәктә бында эсәр һыу, шулай уҡ урамды яҡтыртыу мәсьәләһе лә уңай хәл ителһә, ауыл халҡы бик рәхмәтле булыр ине. Был хаҡта Һыуыҡҡул ауыл биләмәһе хакимиәтендә һүҙ булды һәм әлеге мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланасаҡтары тураһында ышандырҙылар. Бағаналарҙа электр лампочкалары ваҡытлыса янмай торһа ла, күңелдәрҙә өмөт сатҡыһы һүнмәгән әле...
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ.
Йәрмәкәй районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә