Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һорау-яуап Музыкаль терапия тураһында һөйләһәгеҙ ине. Уның ярҙамында ниндәй сирҙәрҙе дауалап була?

Фатима.
Өфө ҡалаһы.

Күңелебеҙгә ятышлы көй әллә ниндәй мөғжизәләр тыуҙыра ала. Быға төрлө инструменттар ҙа йоғонто яһай. Мәҫәлән, скрипка менән виолончель йөрәккә яҡшы тәьҫир итһә, кларнет бауыр өсөн һәйбәт. Баҡтиһәң, кешенең эске органдары электр магниттарының бәүелеү сығанағы булып тора икән. Әгәр ниндәйҙер ағза “таушала” башлаһа, музыка ярҙамға килә. Ҡан баҫымы күтәрелеп, йөрәк сирҙәре яфалаһа, әкрен генә ағылған моң сирленең хәлен бер аҙ еңеләйтә. Йоҡоһоҙлоҡтан, гастриттан, ашҡаҙан сирҙәренән яфаланғандарҙы ла ошо илаһи көйҙәр дауалай ала.




Һорау-яуапБарыһына ла тәғәйенләнмәй
Район үҙәгендәге фатирҙа әсәйем яңғыҙы ғына теркәлгән. Єгәр ул күсемһеҙ милкен хосуси­лаш­тырмаһа, фатир миңә мираҫ булып ҡала аламы?
Рауил.
Балтас районы.

Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1112-се статьяһына ярашлы, муниципаль милек мираҫ булып ҡала алмай. Киләсәктә был процедураны атҡарыр өсөн фатирҙы хосусилаштырырға кәрәк.


Файҙаланғас, түләһендәр

Күршебеҙ өс сутый еребеҙҙе бер нисә йыл дауамында файҙалана, әммә беҙгә кире бирергә уйламай. Уларҙан суд аша аҡсалата компенсация түләтеүгә өмөт итә аламмы?

Илфат.
Мишкә районы.

Эйе, бындай хоҡуғығыҙ бар. Ләкин был өс сутый ерҙең һеҙҙеке икәнен дәлилләүсе документтарығыҙ теүәл булырға тейеш. Унда шулай уҡ милкегеҙҙе законһыҙ файҙаланғандары өсөн аҡса түләүҙәрен һорай алаһығыҙ. Судта ҡуртымға алған өсөн хаҡ күләме билдәләнәсәк.

Иҫәпкә ҡуйыу мотлаҡмы?

Баҡсасылыҡ ширҡәтендә ер участкаһы бирҙеләр. Уны кадастр иҫәбенә ҡуйырға кәрәкме?

И. ЗӘЙНИШЕВ.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Ысынлап та, һеҙ был ерҙе рәсми теркәтергә тейешһегеҙ. Єгәр иҫәптә тормай икән, ысынбарлыҡта ул юҡ тигән һүҙ. Был хаҡта “Күсемһеҙ милекте дәүләт иҫәбенә ҡуйыу тураһында”ғы 221-се Федераль законды ҡарағыҙ.

Алдан иҫкәртәләр

Әсәйемдән мираҫҡа ер участкаһы ҡалғайны. Уны баҡса итеп файҙаланырға мөмкин. Күптән түгел һатырға уйлағайным, был тирәлә юл төҙөләсәге асыҡланды. Риэлтор, ереңдә шәхси торлаҡ төҙөп булмай һәм дәүләт уны һинән аҙ ғына хаҡҡа һатып аласаҡ, тине...

З. ЗӘЙТҮНОВА.
Салауат ҡалаһы.

Артыҡ борсолорға кәрәкмәй тип уйлайым. Дәүләт йәки муниципаль мәнфәғәттәр өсөн ер участкаһы кәрәккәндә ул милексенән һатып алына. Ћеҙҙе был хаҡта бер йыл алдан иҫкәртергә тейештәр. Єгәр ризалыҡ бирмәһәгеҙ, мәсьәләне суд ҡына хәл итәсәк.
Ә милектең хаҡына, һатыу ваҡытына килгәндә, ул милексе менән яҙма килешеү нигеҙендә хәл ителә. Єйткәндәй, хаҡты билдәләгәндә ер участкаһының баҙар хаҡы, уны тартып алыу һөҙөмтәһендә хужаһы күргән зыян күләме, әгәр ер ҡуртымға бирелгән булһа, уның ваҡытының ҡыҫҡартылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сығымдар – барыһы ла ҡапланырға тейеш. Бынан тыш, килешеү буйынса икенсе урындан ер алырға мөмкин. (Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 279 – 281-се статьялары).


Һорау-яуапКүрше хаҡы – тәңре хаҡы, тиһәләр ҙә...

Былтыр быға тиклем файҙаланылмаған, буш ятҡан ерҙе һатып алдым. Ошоғаса унан хатта машиналар йөрөнө. Беҙ участканың хужаһы икән­леге­беҙҙе белдереп, ситенә таяҡтар ҡағып сыҡҡайныҡ, күршеләрҙең барлығы асыҡланды. Улар, был тирәлә ихата артынан ҡалдырылған 9 метр ара хәҙер ике тапҡырға кәмене, тип дәғүә белдерә. Хаҡлылармы?

Раян.
Миәкә районы.

Күршеләрегеҙ яңылыша. Уларҙы үҙидарала ғәйепләп, полицияға мөрәжәғәт итергә мөмкин (Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 19.1-се, Рәсәй Енәйәт кодексының 330-сы статьялары). Єгәр полиция ярҙам итмәһә, судҡа ғариза яҙығыҙ.


Электр поезы нисек йөрөр?

Өфөлә электр поезы йөрөйәсәк, тиҙәр. Ул ҡасан пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә башлар икән?

Айрат.
Өфө ҡалаһы.

“Толпар” тигән ете электр поезы 15 сентябрҙән йөрөй башлай, тип хәбәр иткәйне Башҡортостандың ҡала-яны пассажирҙар компанияһы. Дим биҫтәһенән Шакшаға тиклемге ара 42 минутта үтелә. Юл хаҡы – 18 һум. Бер электр поезы мең ярым кешене тейәп алып китерлек ҡеүәткә эйә. Федераль ҡануниәткә бәйле ташламаларға хоҡуғы булған пассажирҙар бушлай йөрөйәсәк. Є бына төбәк ташламаларынан файҙаланғандар һәм уҡыусылар 9 һум түләй.


Теркәлеү анһат түгел

Йортобоҙ төҙөлөп бөтмәгән әле, әммә электр уты үткәрелгән. Миграция хеҙмәтендә беҙгә унда рәсми теркәлеү өсөн рөхсәт бирмәнеләр. Ниңә икән?
Раушания.
Ишембай районы.

Йәшәү өсөн яраҡлы торлаҡта ғына теркәлергә мөм­кин. Є ул йортто файҙаланыуға тапшырыу акты менән дәлилләнә. Бынан тыш, өйгә милек хоҡуғы тураһында танытмағыҙ булырға тейеш.


Һорау-яуапСиттән тороп эшләп булмай

Яңы Уренгой ҡалаһында эшләп йөрөйөм. Ошонда уҡ йәшәү урыны буйынса рәсми теркәлгәнмен. Бынан тыш, яңыраҡ Нефтекама ҡалаһында фатир һатып алдым. Унда улымдың теркәлеүен теләйем. Быны йәшәгән урынымдан бер ҡайҙа китмәйенсә эшләргә мөмкинме?
Зиннәт.
Юҡ, улығыҙ Нефтекамаға теркәлеү өсөн документтарын килтерергә тейеш. Үҙегеҙ уның менән бергә юлға сыға алмаһағыҙ, фатирығыҙҙа улығыҙҙы теркәтергә теләүегеҙ тураһында яҙығыҙ. Нотариус раҫлаған был документты балағыҙ үҙе менән мотлаҡ алһын. Теркәү процесы тиҙерәк атҡарылһын тиһәгеҙ, ғаризаны Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша ебәрегеҙ. Уның адресы: www.gosuslugi.ru. Ләкин бер нәмә хаҡында оноторға ярамай: улығыҙ бәлиғ булмаһа, уның теркәлгән урыны һеҙҙеке менән тап килергә тейеш.


Берәү өсөн
икенсе яуап бирмәй


Бүлмә һатып алдым. Күптән түгел унда быға тиклем йәшәгәндәрҙең коммуналь хеҙмәттәр өсөн бурысы барлығы асыҡланды. Хәҙер уны минән таптыралар. Был дөрөҫмө?

Урания.
Учалы.

Яңы милексе элеккеһенең бурыстарын ҡапларға тейеш түгел. Шуға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ вәкил­дәре бүлмәнең элекке хужаларынан аҡса таптырһын. Рәсәй Торлаҡ кодексының 153-сө статьяһына ярашлы, бүлмәгә милек хоҡуғы тураһындағы таныҡлыҡты алғас ҡына коммуналь түләүҙәр буйынса бурысығыҙ барлыҡҡа килгән. Шуға хәҙер торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығына ғариза яҙығыҙ. Уға өҫтәп күсемһеҙ милеккә хоҡуҡ тураһындағы таныҡлыҡтың күсермәһен бирегеҙ. Єгәр ошонан һуң да бурысты ҡаплауҙы талап итһәләр, ялыу менән прокуратураға барығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21