Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Батыр рухы берләштерә
Батыр рухы берләштерә Республика тормошонда ғына түгел, тотош Рәсәй тарихында ҙур ваҡиға ул данлыҡлы генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асыу. Үҙ заманында милли батырыбыҙ, шағир Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыу халыҡ араһында рухи тантана менән ҡабул ителгән кеүек, был байрам да – ҡәүемебеҙҙе туплай торған ҙур сара. Шуға күрә халыҡтың Шайморатов ауылына эркелешеп килеүенә, аҙаҡ Тауһеңер яланына ағылыуына һис ғәжәпләнергә түгел – беҙҙә батырҙарҙы, Ватан, ил өсөн йәнен аямай көрәшкәндәрҙе яҡшы беләләр, йөрәк түрендә йөрөтәләр.

Шуныһы шатлыҡлы: халыҡтың изге ниәте, бергәләшеп аҡса йыйып һәйкәл асабыҙ тигән теләге республика етәксе­легенең генә түгел, Рәсәй Мәҙәниәт ми­нистр­лығының да маҡсаты менән тап килгән. Юҡҡа ғына осрашыу ва­ҡытында Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов араһында “Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте”нең Баш­ҡортостандағы төбәк бүлек­сә­һе эшмәкәрлеген әүҙем­ләштереү тураһында” Протоколға ҡул ҡу­йылманы. Рөстәм Зәки улы Владимир Ростиславовичҡа сәнғәт өлкәһендәге республика проекттарын тормошҡа ашырыуға ярҙам иткәне өсөн Рәхмәт хаты тапшырҙы.
Батыр рухы берләштерәЯуап һүҙендә В. Мединский Башҡорт­останда кешеләрҙең ҡыҙыҡлы хыялдар, ниәттәр менән яныуы һәм уларға ҡушылғы килеп тороуы хаҡында ла белдерҙе. “Симфоник төн” фестивален дә быға миҫал итеп күрһәтергә була. “99 процентҡа үҙ теләге менән яуға киткәндәрҙән торған данлыҡлы 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының етәксеһе генерал Шайморатов – Рәсәй тарихындағы үҙенсәлекле шәхес. Уға Советтар Союзы Геройы исемен биреү темаһын яңынан күтәреү кәрәк. 1812 йылда Парижды алған данлыҡлы башҡорт атлыларының вариҫы булыу был!” – тип тамамланы министр сығышын.
Батыр рухы берләштерәБөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына ар­нал­ған “Башҡортостан халҡы Ватанды һаҡ­ла­ғанда” ғилми-ғәмәли кон­ферен­ция­һында ла һүҙ илебеҙ ҡа­һармандары, данлыҡлы башҡорт атлылары хаҡында барҙы.
Һәйкәл асыу тантанаһында шулай уҡ Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветеран­да­ры­ның республика советы рәйесе Марат Муллағәләмов, Миңлеғәле Шайморатов­тың нәҫеленән Фиҙалиә Манашева рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ошонда уҡ һәйкәлдең авторы, Рәсәй скульпторы Денис Стритович телмәр тотто.
– Минең өсөн Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамы менән был эште атҡарып сығыу – ҙур мәртәбә. Тыуған яғым өсөн мемориал ижад итеүем икеләтә ҡыуа­ныслы, — тине ул. — Кем белә, бәлки, был минең тормошомдағы иң ҙур хеҙ­мәтем булыр. Һынлы сәнғәт әҫәрен тыуҙырыу идеяһын күтәреп сыҡҡан, аҡса йыйған халыҡҡа, етәкселеккә сикһеҙ рәхмәтлемен.
Артабан байрам сараһы Тауһеңер яланында дауам итте. 1941 — 1945 йыл­дарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналған “Һуғышта тыуған йырҙар” республика асыҡ фестивалендә ҡатнашыусылар бер-бер артлы сәхнәгә сыға торҙо.
Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединский Башҡортостандан сыҡҡан Советтар Союзы Геройҙарының исем­дә­ре мәңгеләштерелгән таҡтаташтарҙы тап­шырыуҙы Ҡырмыҫҡалы районы хаки­миә­те башлығы Фәнзил Сыңғыҙовтан баш­лап ебәрҙе. Бүләктәр Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең ярҙамы менән эшләнгән.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хә­ми­тов үлемһеҙ полк булып сараны биҙәгән йәштәрҙең әүҙемлеген маҡтап телгә алды.
Тауһеңер яланы, әйтерһең, бынан 72 йыл элек барған ваҡиғалар майҙанына әүерелде. Ауылдар яна, ана, башҡорт атлылары немец илбаҫарҙарына яуға күтәрелә. Данлыҡлы генерал Шайморатов ролен башҡарған башҡорт театр сәнғәте генералы Хөрмәтулла Үтәшев үҙе лә дәүерҙәр аша ата-бабаларҙың яҡты рухын, изге маҡсатын тоя кеүек. Тылда ла тормош дауам итә. Кемдәргәлер хат килгән, ана, йәш ҡатындар ноҡот һалып, яуға киткән егеттәрҙең, ирҙәрҙең еңеп ҡайтыуын юрай. Шунда уҡ ялан аш­ха­наһында бешкән бутҡа, сәй тәҡдим итә­ләр. Башҡортостандың төрлө халыҡтары милли ризыҡтарынан торған өҫтәл ҡор­ған. Арыраҡ сыуаш ҡатындары һабанға егелеп ер һөрә, башҡорт, татар апай­ҙары, инәйҙәр ойоҡбаш бәйләй. Юлдың икенсе яғында З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенттары сәхнәләштергән фронт күренеш­тәре, йыр-бейеүҙәр байрам тантанаһына йәм өҫтәне. Ат өҫтөндәге егет-ҡыҙҙарҙың маһирлығына таң ҡалырлыҡ ине: бы­ларҙың барыһы ла — шулай уҡ милли асыл сағылышы. Һауалағы алыш элементтары менән 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының һуғыш юлын сәх­нә­ләштергән күренештәр тамашаға йыйылған халыҡта, бигерәк тә йәштәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Ҡырмыҫҡалы ере был көндө үҙенең яҡташ батыры һәйкәл булып әйләнеп ҡайтыуына ҡыуанғандай ине. Көн сыуаҡ, яҡты көҙҙөң сырайында мәртәбә лә, тантана ла сағыла.
Бөйөк Ватан һуғышына ингәндә 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы составында башҡорттар 81 процент тәшкил иткән. Ошо факт ҡына ла халҡыбыҙҙың рухи ҡаһарманлығы, яу ораны һалыу менән Рәсәй дәүләте өсөн йәнен аямай көрәшергә әҙер тороуы хаҡында һөйләй. Рәсәй мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың башҡорт халҡының тарихи үткәненә ҡарата әйткән мәғлүмәтле, ҡыҙыҡлы фекерҙәре лә юҡтан түгел: ул — тарих фәндәре докторы, илебеҙҙең үткәнен ентекле өйрәнгән шәхес, Яҙыу­сылар союзы ағзаһы. Уның өсөн дә Рәсәй дәүләтселегенең нигеҙен тыуҙырған, бар иткән халыҡтың тарихи үткәне ҡәҙерле. Рөстәм Зәки улы Владимир Ростисла­вовичҡа Башҡортостан халҡының күпләп хаттар яҙып, матбуғат саралары, радио-телевидение аша ҡаһарман Миңлеғәле Шайморатовҡа Герой исемен юллауы хаҡында әйтте һәм был идеяны Рәсәйҙең мәҙәниәт министры тарафынан хупланыуына шат булыуын белдерҙе. Яҡын киләсәктә милли батырыбыҙ М. Шайморатов шәхесенә бәйле яҡшы хәбәрҙәр көтһөн барыбыҙҙы ла.

Күберәк фотоларҙы ошонда ҡарай алаһығыҙ.


Автор: Л. СИТДИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә