Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ете тарафтан ете хәбәр
Ата-әсәләр әүҙемерәк булһын

Дүртөйлө районында Башҡортостан Ректорҙар советының күсмә ултырышы үтте. Юғары уҡыу йорттары менән осрашыуға педагогтар, ата-әсәләр комитеттары етәкселәре, студенттарҙың ата-әсәләре, йәштәр килде.
Өфө дәүләт авиация техник университеты ректоры, Ректорҙар советы рәйесе Морат Ғөзәйеров студенттарға профессиональ йүнәлеш биреү эшен әүҙемләштереү кәрәклеген билдәләне, үҙе етәкселек иткән юғары уҡыу йорто менән таныштырҙы. Шулай уҡ осрашыуҙа инглиз телен өйрәнеү, беренсе курс студенттары белемен тест ярҙамында тикшереү, республика райондарын йәш белгестәр менән тәьмин итеү, уҡыу йорттары етәкселеге менән студенттарҙың ата-әсәләре араһында бәйләнеште нығытыу кеүек мәсьәләләр тикшерелде.
"Юлдаш".


Малдың иҫәбе теүәл

Бәләбәй районының К. Иванов исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында заман технологияларын әүҙем ҡулланалар.
Бындағы һыйырҙарҙың һәр ҡайһыһына электрон чип ҡуйылған һәм малдарҙың шәхси идентефикация номеры билдәләнгән. Чип малдың тиреһе аҫтына беркетелә, ул уның тоҡомо, ауырлығы, исеме, йәше, күпме һөт биреүе хаҡында һәм башҡа бик күп мәғлүмәттәр һаҡлай, нәҫелен барларға ла булышлыҡ итә. Яңы технология мал иҫәбен теүәл алып барыуҙа ла алыштырғыһыҙ.
"Бәләбәй яңылыҡтары".


Иман нурын таратып

Яңауылда Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөнә арналған Мәүлит байрамы билдәләнде.
Сараны урындағы имам-мөхтәсиб Фәһим Вәлиев район етәкселеге менән берлектә ойошторған, унда Башҡортостан Диниә назараты рәйесе урынбаҫары Руслан Саяхов, М. Солтанова исемендәге Ислам колледжы уҡытыусыһы, шәйех Абдразаҡ Нуретдин ҡатнашты. Байрамды урындағы һәүәҫкәр артистарҙың сығышы биҙәне.
"Яңауыл таңдары".


Тапҡырҙар көс һынашты

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы-2012” Ишембай лигаһы юбилей уйындарының сирек финалы үтте.
Һигеҙ команда көс һынашты, уларҙың бишәүһе – Өфө дәүләт авиация техник университетының Ишембай филиалы, урындағы нефть колледжы, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се һәм 1-се гимназиялар, ҡаланың Көньяҡ биҫтәһе командалары — ярым финалға сыҡты.
"Торатау", Ишембай районы.


Етәкселәр спорт менән дуҫ

Учалыла көньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәттәре командалары араһында ҡышҡы спартакиада үтте. Бәйгелә Учалы, Әбйәлил, Бөрйән, Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла, Баймаҡ райондары һәм Сибай ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты.
Байрам волейбол майҙансығында башланды, барлыҡ командалар ҙа лайыҡлы сығыш яһаны. Финалға учалылар һәм баймаҡтар сыҡты, көсөргәнешле уйын хужаларҙың еңеүе менән тамамланды. Атыш бәйгеһендә лә учалыларға етеүсе табылманы, әбйәлилдәр — икенсе, ейәнсуралар өсөнсө урынды алды. "Дельфа" бассейнында иһә йөҙөүселәр ярышты. Һөҙөмтәлә Әбйәлил районы вәкилдәре еңеү яуланы. Дөйөм алғанда Учалы районы хакимиәте вәкилдәре беренсе урынға сыҡты, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары командалары ла призлы урындар яулап ҡайтты.
"Яйыҡ".


Беҙҙекеләр һынатмай!

Шәрип ауылында райондың хоккей командалары араһында ярым финал уйындары үтте, унда Шәрип, Иҫке Ҡамышлы, Иҫке Туҡмаҡлы ауылдарының спорт һөйөүселәре көс һынашты.
Бәйгелә Шәрип командаһы еңеү яуланы. Команда капитаны Нияз Ғөбәйҙуллин, ҡапҡасы Денис Солтанов айырыуса таҫыллыҡ күрһәтте. Тиҙҙән шәриптәр район үҙәгендә үтәсәк финал уйындарында көс һынаясаҡ.
"Авангард", Кушнаренко районы.


Вәт һиңә ҡунаҡ!

Октябрьский ҡалаһында 45 йәшлек такси йөрөтөүсе 16 йәшлек ҡыҙҙы ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан.
Табын ҡорғандар, хужа, тиҙ арала иҫереп, йоҡлап киткән. Ҡыҙ, был хәлде файҙаланып, фатирға өс дуҫын саҡырған. Әшнәләрҙең күҙе компьютерға төшкән. Уны алып сығып китәм генә тигәндә, хужа уянған. Йәштәр уны туҡмап ташлаған. Ҡунаҡ ҡыҙ автомобиль асҡысын да үҙе менән алған.
Таксист полиция хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иткән. Енәйәтселәр тиҙ арала тотолған. Бәлиғ булмаған ҡыҙға ҡарата енәйәт эше асыу-асмау мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән, уның дуҫтары иһә яуаплылыҡтан ҡаса алмаясаҡ.
"Октябрьский нефтсеһе".


Г. БАЛТАБАЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә